Эстәлеккә күсергә

Зимбабвела ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зимбабвела ислам
Дәүләт  Зимбабве
 Зимбабвела ислам Викимилектә

Зимбабвела ислам динен тотоусылар әллә ни күп түгел, уны был ил халҡының 1 проценттан кәмерәк өлөшө тота.[1]

Квекве мәсете

Ислам Көнсығыш Африка яр буйҙарынан Зимбабве территорияһына ғәрәп сауҙагәрҙәре һәм ҡолдар менән сауҙа итеүселәр менән бергә үтеп инә башлай. Археолог Дж. Т. Бент фекеренсә, нәҡ ғәрәптәр — урта быуат дәүләте Мономотапа Оло Зимбабвеның төп ҡалаһын төҙөүселәр (яҡынса 1130 йыл)[2]. Оман династияһына Әл-Сәйет хакимлығы осоронда Занзибар солтанатында ҡолдар менән сауҙа итеүсе ғәрәптәр үҙҙәренең Танзания, Малави һәм Мозамбик яр буйҙарында урынлашҡан базаларынан Зимбабве биләмәләренә килеп етә. Йөҙәр йылдар буйына Зимбабве һәм күрше илдәрҙән дүрт миллиондан ашыу ҡол урлана һәм Һиндостан менән Ғәрәп иленә һатыла[3]>. Күп кенә мосолмандар Замбияға колониаль дәүерҙә килә. Улар, нигеҙҙә, Һиндостан һәм Пакистан кешелре була. Күп кенә мосолмандар Маникаленд төбәгендә алмаз шахталары асылғандан һуң Төньяҡ һәм Көнбайыш Африканан килеп төпләнә. Күрше Малавиянан мосолмандар Яо ҡәбиләһенән күсенә. Илдең төп халҡының бик аҙы ғына ислам динен ҡабул итә[3]. 1992 йылда мосолман радикализмы таралыуҙан ҡурҡып, Зимбабве хөкүмәте мосолмандарға асыҡ рәүештә ғибәҙәт ҡылыуҙы тыя[4].

Халыҡ һаны һәм таралыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зимбабве халҡының күпселеге христиан динен тота һәм традицион инаныуҙарға ышана, ә ислам әҙселектең дине булып ҡала. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, ислам динен башлыса Азия, Төньяҡ һәм Көнбайыш Африка илдәренән күсеп килгән 50000 — 200000 мигрант тота, улар халыҡтың 1 проценттан кәмерәк өлөшөн тәшкил итә.[5][6][1] Зимбабве Конституцияһы дин тотоу иреклеген бирә. Илдә сит ил миссионер төркөмдәре бар.[1] Бөтә эре ҡалаларҙа тиерлек мәсеттәр эшләй[1][7]. Мәсеттәр Африка мосолман агентлығы иҫәбенә финанслана, ә Африка үҙ сиратында Кувейттан аҡса ала[7].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Zimbabwe, U.S. Department of State. 10 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  2. «Vast Ruins in South Africa- The Ruined Cities of Mashonaland», The New York Times, 1892-12-18, p. 19. .
  3. 3,0 3,1 The impact of the slave trade on Africa. Le Monde diplomatique (1 апрель 1998). Дата обращения: 10 ғинуар 2017. Архивировано 23 ноябрь 2017 года.
  4. Zimbabwe Bars Call to Islam, The New York Times (14 ноябрь 1992). 10 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  5. Zimbabwe Christians and Muslims seek cooperation (20 июнь 2001). Дата обращения: 10 ғинуар 2017. Архивировано 20 июнь 2001 года. 2001 йыл 20 июнь архивланған.
  6. Adherents.com. www.adherents.com. Дата обращения: 10 ғинуар 2017. Архивировано из оригинала 20 апрель 2013 года. 2013 йыл 20 апрель архивланған.
  7. 7,0 7,1 James Gow, Funmi Olonisakin, Ernst Dijxhoorn. Militancy and Violence in West Africa: Religion, politics and radicalisation. — Routledge, 2013-07-18. — 242 с. — ISBN 9781135968571.