Замбияла ислам
Замбияла ислам | |
Дәүләт | Замбия |
---|---|
Замбияла ислам Викимилектә |
Замбияла ислам диненең күп һанлы эйәрсендәре юҡ, уны ил халҡының 1%-ынан кәмерәге тота[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам Замбия территорияһына Көнсығыш Африка яр буйынан ғәрәп сауҙагәрҙәре һәм ҡолдар менән сауҙа итеүселәр менән бергә үтеп инә башлай. Занзибар солтанлығында Оман династияһынан Әл Сәйет идара иткән осорҙа ғәрәп ҡолдар менән сауҙа итеүселәре үҙҙәренең Танзания, Малавиҙар һәм Мозамбик яр буйҙарындағы базаларынан Замбия территорияһына барып етә. Йөҙҙәрсә йылдар дауамында Замбиянан һәм күрше илдәрҙән дүрт миллиондан ашыу ҡол урлана һәм Һиндостанға һәм Ғәрәбстанға[2]һатыла.
Күп кенә мосолмандар Замбияға колониаль осорҙакилгән. Улар Ливингстондан Лусакуға тимер юлы төҙөлөшөндә ҡатнашҡан башлыса Һиндостан һәм Пакистан сығышлы була. Улар тимер юл буйында бер нисә тораҡ пункт төҙөй. Илдең төп халҡының бик аҙ өлөшө шулай уҡ ислам динен ҡабул итә[1].
Халыҡ һаны һәм таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Замбияла 100 меңгә яҡын мосолман йәшәй, был дөйөм халыҡ иҫәбенән 1 %-ҡа кәмерәк (11,26 млн кеше). Улар башлыса илдең ҙур ҡалаларында йәшәй[1]. Замбияла мосолмандарҙың күпселеге — сөнниҙәр, шулай уҡ исмәғилилек тармағы бәләкәй генә шиғыйҙар общинаһы бар. Бынан тыш, Әхмәҙиә сектаһынан 500-гә яҡын кеше иҫәпләнә[3]. Замбия рәсми рәүештә христиан дәүләте булһа ла, илдә дин тотоу азатлығы булғанлыҡтан, мосолмандарҙы бер кем дә йәберләмәй[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Zambia, U.S. Department of State. 23 декабрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ The impact of the slave trade on Africa . Le Monde diplomatique (1 апрель 1998). Дата обращения: 23 декабрь 2016. Архивировано 23 ноябрь 2017 года.
- ↑ Some basics of religious education in Zambia. — Mission Press, 2007-01-01. — 122 с.