Фатимиҙар хәлифәлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фатимиҙар хәлифәлеге
الدولة الفاطمية
хәлифәлек флагы
хәлифәлек флагы

Фатимиҙар хәлифәлеге, яҡынса 969 йыл
Фатимиҙар хәлифәлеге, яҡынса 969 йыл

 
 
 
909 — 1171
Баш ҡала

Мәхдиә (909—948)
Мансуриә (948—972)
Ҡаһирә (972—1171)

Телдәр

ғәрәп теле

Дин

ислам (исмәғиллелек)

Аҡса берәмеге

Динар

Майҙаны

5 000 000 км²

Идара итеү формаһы

монархия

Династия

Фатимиҙар

Фатимиҙар хәлифәһе
 • 909—934

Ғөбәйҙуллаһ

Тарихы
 • 5 ғинуар 909

Барлыҡҡа килеү

 • 8 август 969

Ҡаһирәне нигеҙләү

 • 1171

Тарҡалыу

 Фатимиҙар хәлифәлеге Викимилектә

Фатимиҙар хәлифәлеге (9091171) — урта быуат шиғый (исмәғиллеләр) ғәрәп дәүләте. Баш ҡалаһы Ҡаһирә (972 йылдан). Үҙенең сәскә атыу осоронда Фатимиҙар хәлифәлеге үҙенең составына Мысыр, Мәғриб, Фәләстин һәм Сүриә территорияларын индергән. Әбү Абдуллаһ етәкселегендәге Ифрикия провинцияһында (хәҙерге Тунис биләмәләре) бәрбәр ҡәбиләләре ихтилалы һөҙөмтәһендә Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенән айырылып сыға. Әбү Абдуллаһ бөтә власты үҙен Фатиманың вариҫы тип иҫәпләгән Ғөбәйҙуллаһҡа тапшыра.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исламдың шиғыйсылыҡ йүнәлешенән иң билдәле тармаҡтарының береһе — исмәғиллеләр — VIII быуатта барыҡҡа килгән. Әбү Абдуллаһ етәкселегендәге Ифрикия провинцияһында (хәҙерге Тунис биләмәләре) бәрбәр ҡәбиләләре ихтилалы һөҙөмтәһендә Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенән айырылып сыға. Әбү Абдуллаһ бөтә власты үҙен Фатиманың вариҫы тип иҫәпләгән имам Ғөбәйҙуллаһҡа тапшыра. 909 йылда исмәғиллеләрҙең ғәскәре Каруанды баҫып ала, бында Ғөбәйҙулла «әл-Мәхди» исеме аҫтында үҙен хәлифә тип иғлан итә һәм 934 йылға ҡәҙәр хакимлыҡ итә.

Фатимиҙар күп тапҡыр Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең уңдырышлы һәм бай өлкәһен — Мысырҙы яулап алырға маташалар.

914 йылда Фатимиҙар ғәскәре Мысырға үтеп инә һәм Александрияны биләй, әммә Ғәббәсиҙәр хәлифәһе армияһы тарафынан тар-мар ителә. 919 йылда Ғөбәйҙулланың Розетта ҡалаһы янында батырыла, ә йәнә Александрияны яулап алған ҡоро ер ғәскәрҙәре 920 йыл аҙағында Ғәббәсиҙәр армияһы тарафынан Мысырҙан ҡыҫырыҡлап сығарыла.

936 йылда Ғөбәйҙулланың улы хәлифә әл-Ҡайым өсөн дә Мысырға яу уңышһыҙлыҡҡа тарый.

Ғөбәйҙулланың бүләһе — хәлифә әл-Муизз (954—975) Мысырҙы 969 йылда яулап ала. Ҡаһирә ҡалаһын нигеҙләп, уны үҙенең баш ҡалаһын итә.

996—1021 йылдарҙа хәлифә әл-Хаким хакимлыҡ итә, реформалар программаһын уҙғара, ул шул иҫәптән ғәмәлдә ҡол биләүселекте бөтөрә. Әл-Хаким Сүриәлә һуғыштар алып бара.

Хәлифәлек тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы көрәшкән сәлжүк юлбашсыһы Сәләхетдин тарафынан бөтөрөлә.

Фатимиҙар хәлифәләренең исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исеме Тыуыу йылы Хакимлыҡ итеү йылдары Иҫкәрмә
1 Әбү Мөхәмәт Ғөбәйҙуллаһ әл-Мәхди Биллаһ 909—934
2 Ғәбделҡасим Мөхәмәт әл-Ҡайым Биһәмриллаһ 934—946
3 Әбү Заһир Исмәғил ибн Мөхәмәт әл-Мансур Биллаһ 914 946—953
4 Әбү Тамим Маадд ибн Исмәғил әл-Муизз Лидиниллаһ 931 953—975
5 Әбү Мансур Низар ибн Маадд әл-Азиз Биллаһ 975—996
6 Әбү Али Мансур ибн Низар әл-Хаким би-Амриллаһ 985 996—1021
7 Әбү әл-Хәсән Али ибн Мансур әз-Заһир Биллаһ 1005 1021—1036
8 Әбү Тамим Маадд ибн Али әл-Мустансир Биллаһ 1029 1036—1094
9 Әбү әл-Ҡасим Әхмәт ибн Маадд әл-Мустали Биллаһ 1094—1101
10 Әбү Али Мансур ибн Әхмәт әл-Амир Биахкамиллаһ 1101—1130
11 Әбү әд-Мәймүн Ғәбделмәжит ибн Мөхәмәт әл-Хафиз Лидиниллаһ 1130—1149
12 Әбү Мансур Исмәғил ибн Ғәбделмәжит әз-Зафир Биамриллаһ 1149—1154
13 Ғәбделҡасим Иса ибн Исмәғил әл-Фәйез 1154—1160
14 Әбү Мөхәмәт Абдуллаһ июн Йософ әл-Адид Лидиниллаһ 1160—1171

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • С. де Саси, «Exposé de la rel. des Druzes» П., 1838, т. I;
  • Фурнель. «Les Berbers» т. II;
  • Гюйяр, «Un grand maître des Assassins» «Journ. Asiat.», 1877, и отд.);
  • Р. Дози, «Essai sur l’hist. de l’islam.» П., 1879, гл. IX; печатается дополненный рус. пер. Крымского;
  • Вюстенфельд, «Gesch. der Fatimiden-Cnalifen» Гёттинген, 1881;
  • А. Мюллер, «История ислама» СПб., 1895, т. II, гл. III—IV.