Фатимиҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фатимиҙар
Кем хөрмәтенә аталған Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы
Нигеҙләүсе Абдуллах аль-Махди[d]
Дәүләт  Фатимиҙар хәлифәлеге
Мәзһәб Исмәғилилек
 Фатимиҙар Викимилектә

Фатимиҙар (ғәр. الفاطميون‎‎) династияһы — 909 йылдан 1171 йылға тиклем идара иткән Фатимиҙар хәлифәлеге шиғый (исмәғилиҙәр) хәлифәләре һәм имамдар династияһы. Үҙҙәрен Али ибн Әбү Талип һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатиманың вариҫтары тип һанайҙар (исеме шунан килеп сыҡҡан).

Фатимиҙарҙың юғары күтәрелеүе бербер ҡәбиләһе Күтәмә халҡы ихтилалы арҡаһында була. Улар имам-мәхди килеүе лозунгыһы аҫтында Африкалағы сөнни Әғләбиҙәр дәүләтен ҡыйратҡан. 910 йылдың ғинуарында исмәғилиҙәр имамы Ғөбәйҙуллаһ мәхди тип иғлан ителә һәм хәлифә титулын ала. Фатимиҙар Төньяҡ Африка, Сицилия, Шам (Левант) ерҙәрен, Ҡыҙыл диңгеҙ яр буйҙары халҡын үҙҙәренә буйһондороп, барлыҡ мосолман донъяһында хакимлыҡ итеү өсөн көрәште дауам итә.

Фатимиҙар армияһы ялланған һалдаттарҙан һәм мәмлүктәрҙән тора. Фатими хәлифә әл-Ғәдид үлгәндән һуң әйүбиҙәр династияһынан күрд вәзире Сәләх әд-Дин власҡа килеү менән династия йәшәүҙән туҡтай[1].

Фатими хәлифәләр исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исеме Тыуған йылы Идара итеү йылдары Иҫкәрмә
1 Әбү Мөхәммәт Абдулла әл-Мәхди Биллаһ 909—934
2 Әбү-Ҡасим Мөхәммәт Әл-Ҡаим Биамриллаһ 934—946
3 Әбү Заһир Исмәғил ибн Мөхәммәт Әл-Мансур Биллаһ 914 946—953
4 Әбү Тамим Маадд ибн Исмәғил Әл-Мөизз Лидиниллаһ 931 953—975
5 Әбү Мансур Низар Ибн Маадд Әл-Азиз Биллаһ 975—996
6 Әбү Али Мансур ибн Низар Әл-Хәким би-Амриллаһ 985 996—1021
7 Әбү-Хәсән Али Ибн Мансур Әз-Заһир Биллаһ 1005 1021—1036
8 Әбү Тамим Маадд ибн Али Әл-Мостансир Биллаһ 1029 1036—1094
9 Әбү-Ҡасим Әхмәт Ибн Маадд Әл-Мостали Биллаһ 1094—1101
10 Әбү Али Мансур Ибн Әхмәт Әл-Әмир Биахкамиллаһ 1101—1130
11 Әбү-Маймун Абдул-Мәжит ибн Мөхәммәт Әл-Хафиз Лидиниллаһ 1130—1149
12 Әбү Мансур Исмәғил Ибн Абдул-Мәжит Әз-Зафир Биәмриллаһ 1149—1154
13 Әбү-Ҡасим Иса ибн Исмәғил Әл-Фәйез 1154—1160
14 Әбү Мөхәммәт Абдулла ибн Йософ Әл-Ғәдид Лидиниллаһ 1160—1171

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]