Эстәлеккә күсергә

Ғәмәл Әбдел Насыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәмәл Әбдел Насыр
ғәр. جمال عبد الناصر
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Египетский султанат[d]
 Мысыр короллеге
 Республика Египет[d]
 Объединённая Арабская Республика[d]
Патронимы йәки матронимы Abdul Nasser[d]
Тыуған көнө 15 ғинуар 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыны Искәндәриә, Египетский султанат[d]
Вафат булған көнө 28 сентябрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[4][5][6][…] (52 йәш)
Вафат булған урыны Ҡаһирә, Объединённая Арабская Республика[d][4]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты[7]
Ерләнгән урыны Gamal Abdel Nasser Mosque[d]
Хәләл ефете Tahia Kazem[d]
Балалары Khalid Abdel Nasser[d] һәм Mona Gamal Abdel Nasser[d]
Туған тел Ғәрәп теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр, революционер
Эшмәкәрлек төрө Сәйәсәт һәм ҡораллы көстәр
Биләгән вазифаһы президент Египта[d], премьер-министр Египта[d], председатель Организации африканского единства[d], генеральный секретарь Движения неприсоединения[d], премьер-министр Египта[d], премьер-министр Египта[d] һәм премьер-министр Египта[d]
Уҡыу йорто Ҡаһирә университеты
Египетская военная академия[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Арабский социалистический союз[d]
Участвовал в выборах 1958 Egyptian United Arab Republic referendum[d], Референдум в Египте (1956)[d], 1958 Egyptian presidential election[d] һәм 1965 United Arab Republic presidential confirmation referendum[d]
Сәләмәтлек торошо Шәкәр диабеты[8], arteriolosclerosis[d] һәм кровяное давление[d]
Ҡатнашыусы Бандунгская конференция[d][9]
Хәрби звание подполковник[d] һәм полковник[d]
Һуғыш/алыш Военный переворот 1962 года в Йемене[d], Арабо-израильская война 1948-1949 годов[d] һәм Арабо-израильская война (1947—1949)[d]
Ғәскәр төрө Сухопутные войска Египта[d]
Сәнғәт йүнәлеше Насеризм[d], арабский национализм[d], арабский социализм[d], прогрессивизм[d] һәм Египетский национализм[d]
Ойошма ағзаһы Движение свободных офицеров[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы орден Компаньонов О. Р. Тамбо орден Нила орден Короны Королевства орден Республики орден Заслуг орден Добродетельности орден Югославской звезды орден Республики кавалер Большого креста ордена Возрождения Польши Большой крест ордена Белой розы Финляндии с цепью
 Ғәмәл Әбдел Насыр Викимилектә

Ғәмәл Әбдел Насыр Хөсәйен (ғәр. جَمَالُ عَبْدُ ٱلنَّاصِرِ حُسَيْنُ‎; 15 ғинуар 1918(19180115)28 сентябрь 1970) — Мысыр революционеры, хәрби, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Мысырҙың икенсе президенты (1956—1970). 1952 йылда король Фаруҡты тәхетенән бәреп төшөрә, шул уҡ йылда ер реформаһын үткәрә башлай. 1954 йылда Мосолман туғандар (Братья мусульман) ойошмаһы ағзаһының уны үлтерергә маташыуынан һуң ойошманы ҡыйрата һәм президент Мөхәммәт Нәғибте өйҙә һаҡ аҫтына алғандан һуң ил башлығы вазифаһын үтәй. 1956 йылда референдумдан һуң президент посын рәсми рәүештә биләй.

1956 йылда Суэц каналын национализациялау Суэц кризисына килтерә, каналдың Мысырҙа һәм ғәрәп донъяһында популярлығын һиҙелерлек арттыра. Панғәрәбизм идеологияһына таянып, 1958—1961 йылдарҙа Мысыр һәм Сүриә ингән Берләшкән Ғәрәп Республикаһын етәкләй. 1962 йылда киң социалистик реформаларҙы һәм илде модернизациялауҙы тормошҡа ашыра башлай. Халыҡ-ара аренала панғәрәбизм тәғлимәте еңелә барыуға ҡарамаҫтан, 1963 йылда бер нисә ғәрәп илендә Насыр яҡлылар власҡа килә, ә ул үҙе Төньяҡ Йәмендәге граждандар һуғышына ҡушылып китә.

1965 йылддың мартында алтернативаһыҙ нигеҙҙә һайлауҙарҙа дәүләт башлығы вазифаһына һайлана. Мысыр Израиль менән алты көнлөк һуғышта еңелгәндән һуң отставкаға бирә, әммә уны хуплап күп һанлы кеше ҡатнашлығында үткән демонстарцияларҙан йоғонтоһында был ҡарарынан баш тарта. 1968 йылда премьер-министр посын биләй. тартып алынған ерҙәрен кире ҡайтарыу өсөн 1967 йылда Израилгә ҡаршы оҙайлы һуғыш аса, ҡораллы көстәрҙе сәйәсәттән ситләштереү һәм либераль сәйәси реформалар индереү процесын башлай.

1970 йылда йөрәк өйәнәгенән вафат була. Был хәл бөтә ғәрәп илдәрен ҡайғыға һала, Ҡаһирәлә Мысыр президентын ерләүҙә 5 миллион тирәһе кеше ҡатнаша.

Ғәрәп донъяһында Насыр ололап хөрмәт ителгән шәхес булып ҡала. Уны социаль ғәҙеллеккә һәм ғәрәптәрҙең берҙәмлегенә, модернизациялау сәйәсәтенә һәм империализмға ҡаршы ынтылышы өсөн хөрмәт ителәр. Мысырҙың икенсе президенты идара иткән осорҙа мәҙәниәт һәм индустриялаштырыу бара: Асуан плотинаһы һәм Хелуан сәнәғәт ҡалаһы төҙөлә.

Насырҙы авторитаризм, популизм, кеше хоҡуҡтарын боҙоуы һәм илдә граждандар йәмғиәтен төҙөй алмауы өсөн тәнҡитләйҙәр.

Бала сағы һәм йәшлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәмәл Әбдел Насыр (дөрөҫөрәге: Әбд әл-Насыр[10]) 1918 йылдың 15 ғинуарында Искәндәриәнең Баҡыс районында почта хеҙмәткәре Әбдел Насыр һәм уның ҡатыны Фәһимә[11] ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә беренсе бала була, унан һуң ике ҡустыһы: Изз әл-Ғәрәп[12] һәм әл-Лити[11] тыуа. Атаһының эшенә бәйле ғаиләгә йыш ҡына бер урындан икенсе урынға күсенергә тура килә, 1923 йылда улар Ҡаһирәнән 43 саҡрымда ятҡан Хататб ҡалаһында төпләнә. Ғәмәл Хататбта тимер юлында эшләүселәрҙең балалары өсөн асылған балалар баҡсаһына йөрөй. 1924 йылда атаһының Ҡаһирәлә йәшәгән ҡустыһына ебәрелә, унда башланғыс мәктәптә уҡый[13]. 1926 йылдың апрелендә бала тапҡанда әсәһе баҡыйлыҡҡа күсә[14][15], был ҡайғы Ғәмәлдең күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра[15][16]. 1928 йылда ул әсһе буйынса өләсәһе йәшәгән Искәндәриәгә күсенә, шунда уҡыуын дауам итә[15][16]. Икенсе йылына Насыр Хелуандағы мәктәп-интернатҡа алына. Артабан Искәндәриәгә ҡайтып, урта мәктәпкә уҡырға инә һәм атаһына эштә ярҙам итә башлай[15][16]. Бында 1930 йылда сәйәси әүҙемлеккә башлап ылығып китә. Премьер-министр Исмаил Сидкиның 1923 йылғы конституцияны ғәмәлдән сығарыуы менән ризаһыҙлыҡ белдереп колониализмға ҡаршы демонстрацияла ҡатнашыусыларҙы полиция ҡыуып таратырға маташыуынан һуң[16], демонстрацияның ни өсөн башланғанын да аңламаған Насыр майҙан тотоусыларға ҡушыла һәм ҡулға алына[17]. Уға атаһы килеп алғансы полиция бүлексәһендә ултырырға тура килә[18].

1933 йылда атаһы Ҡаһирәгә эшкә күсерелгәндән һуң Насыр уның менән бергә шунда күсенә[19]. 1935 йылдың 13 ноябрендә Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры Сэмюэль Хорҙың 1923 йылғы конституцияны тергеҙеү перспективаһыҙ булмауы тураһындағы белдереүенә ҡаршы сыҡҡан уҡыусылар протесын етәкләй[16]. Демонстрация властар тарафынан баҫтырыла, ике кеше үлтерелә[18]. Ғәмәлдең башын полиция пуляһы сыйып үтә, шуд сәбәпле ул матбуғатта телгә алына. 12 декабрҙә король Фәруҡ элекке төп законды тергеҙеүе тураһында иғлан итә[20][16].

Сәйәси эшмәкәрлеккә әүҙем ҡатнашыу сәбәпле, уҡыуының һуңғы йылында Насыр мәктәпкә ни бары 45 көн генә йөрөй[21][22]. Ул, Мысырҙың бөтә сәйәси көстәрҙең хуплауына ҡарамаҫтан, илдә Британия хәрби базалары тороуын раҫлаған 1936 йылғы инглиз-мысыр килешеүен ҡәтғи тәнҡитләй. Сәйәси әүҙемлек кәмей барыу менән Насыр уҡыуын дауам итә һәм мәктәпте 1936 йылда тамамлай[21][16].

Сәйәси ҡараштарының үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бай булмаған ғаиләлә тыуып үҫкәнлектән, Насыр ғүмере буйына урындағы аҡһөйәктәрҙең йәшәү рәүеше менән риза булмай. Ҡаһирәлә, Насыр милли китапхана янында йәшәй, ул күп уҡый. Ҡөрьән, Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәре, уның көрәштәштәре[23][24] тормошоноң тасуирламалары менән таныша, милли юлбашсылар Наполеон, Ататөрк, Бисмарк, Гарибальди һәм Черчиль автобиографияларын өйрәнә[16][18][25].

Мысыр милләтселеге активистары Мостафа Камил, шағир Әхмәт Шауки[23] һәм хәрби академия инструкторы Әзиз Әли әл Мысырлы[en] Насырға ҙур йоғонто яһай. Был турала Насыр 1961 йылда гәзиткә биргән интервьюһында ла әйтә, Әзиз Әли әл Мысырлыға рәхмәтен белдерә. Насыр Тауфик әл-Хакимдың «Рух ҡайтыуы» романына айырыуса иғтибар итә[26], Һуңыраҡ был әҫәрҙең 1952 йылғы революцияға этәргес булыуын билдәләй. Романда автор мысырҙарҙың халыҡ өмөттәрен яҡлаусы юлбашсыға мохтажлыҡ кисереүе тураһында яҙа[18][25].

Насырҙың юридик колледждағы портреты, 1937

1937 йылда Насыр король хәрби академияһына инеү тураһында ғариза бирә, әммә уны протестарҙа ҡатнашыуы сәбәпле академияға алмайҙар. Ул Ҡаһирә университеты[27] янындағы юридик колледжға уҡырға инә, әммә бер семестр уҡығандан һуң колледжды ташлай һәм ҡабаттан академияға ғариза бирә[28]. Азатлыҡ батырҙары һәм яулап алыусылар менән мауығыусы Насыр армиялағы буласаҡ карьераһын үҙенең төп маҡсаты тип ҡуя[29].

Хәрби хеҙмәтендә ҡурсалаусы кеше кәрәклеген аңлап, Насыр йәшерен рәүештә хәрби министр урынбаҫары Ибраһим Хәйри-паша менән осраша, унан ярҙам итеү вәғәҙәһен ала, һәм йыл аҙағында академияға уҡырға инә[27]. Академияла киләсәктә иң яҡын көрәштәштәренә әйләнгән Әбдел Хәким Әмир һәм Әнүәр Саҙат менән таныша[30]. Насыр тырышып уҡый, әммә ғаиләһе менән бәйләнештәрен өҙә. 1938 йылдың июлендә лейтенант званиеһында уҡыуын тамамлай һәм Асьют[24] янындағы Манкабат ҡалаһына хеҙмәткә ебәрелә. Урындағы гарнизонда Насыр яҡын дуҫтары, шул иҫәптән Әмир һәм Садат менән, илдә киң таралған коррупция һәм монархияны ҡолатыу тураһында фекер алыша һәм төркөм башлығы булып китә[31].

1941 йылда Насыр дәүләттең бер өлөшө булған Судандағы Хартум ҡалаһына күсерелә. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ул ҡабаттан Мысырға тәғәйенләнә, һуңынан 1942 йылдың сентябрендә Суданға ҡайта. 1943 йылдың майында Насыр Ҡаһирәләге хәрби академияла инструктор вазифаһын биләй. 1942 йылдың февралендә Британия илсеһе Майлс Лэмпсон королдән премьер-министр Сирри-пашаны отставкаға ебәреүҙе талап итә[24]. Насыр был хәлде ил суверенитетын тупаҫ боҙоу тип баһалай, ҡораллы көстәрҙең был хәлгә яуап бирмәүенә борсола. Шул ваҡытта Бөйөк Британияның ил менән хакимлыҡ итеүен туҡтатыу өсөн был хәлдең ҡайтанан ҡабатланыуын теләй. Шул уҡ йылда ул генштаб академияһына ҡабул ителә[32], шундуҡ һәм йәш милләтсе офицерҙарҙан буласаҡ революцияны хуплаусылар төркөмөн ойоштора башлай[33]. Насыр улар менән башлыса Әмир аша бәйләнеш тота. Әмир офицерҙар корпусында милләтселек тәғлимәте менән ҡыҙыҡһынғандарҙы эҙләй, улар тураһында Насырға ентекле хәбәр еткереп тора[34].

Ғәрәп-Израиль һуғышы (1947—1949)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙенең беренсе хәрби тәжрибәһен Насыр Фәләстиндә 1947—1949 йылдарҙағы ғәрәп-израиль һуғышында ала[35]. Тәүҙә ул Әмин әл-Хөсәйни етәкселегендәге Юғары ғәрәп комитетының хәрби көстәренә инергә теләй, Әмин менән осраша һәм үҙенә ҡарата ыңғай фекер тыуҙыра[36]. Әммә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында Насырҙы ҡабул итмәйҙәр[36][37].

1948 йылдың майында британ мандаты туҡтатылғандан һуң король Фаруҡ Фәләстингә ғәскәр ебәрә[38], улар составындағы 6-сы пехота батальонында хеҙмәт иткән Насыр ҙа һуғышҡа эләгә. Артабан был турала Насыр Мысыр ҡораллы көстәре һуғышҡа әҙер түгел, ә һалдаттарҙы уйламайынса дошман нығытмаларына ташлайҙар, тип яҙа[39]. Ул Фалудж ауылы янындағы ҡаҙанда ғәскәр командующийы урынбаҫары вазифаһында ҡатнаша, 12 июлдә еңелсә яралана[38]. Августҡа Насыр бригадаһы, командованиенан айырылып[40], израилдәр тарафынан ҡамап алына, әммә иордан Ғәрәп легионынан ярҙам булмауына ҡарамаҫтан, бирелеүҙән баш тарта. Мысыр һәм Израиль араһындағы тыныслыҡ тураһында килешеүҙән һуң Фалуджа ауылы Израилға ҡалдырала[38].

Мысыр йырсыһы Умм Күлсүм офицерҙар менән асыҡтан-асыҡ осраша. Рәсми кешеләр һәм ябай халыҡтың ветерандарға ҡарата мөнәсәбәттәре араһында айырма булыуын күреп, Насыр күңелендә самодержавиены ҡолатыу кәрәклегенә инаныуы нығына[41]. Шулай уҡ үҙенең берләшмәһенә ярҙам булмауын аңлауҙы ла ауыр кисерә[42]. Әл-Фалуджалағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында Насыр «Революция философияһы» китабын яҙа башлай (һуңынан ул тағы ла ике китабын баҫтырып сығара: «Фәләстин һуғышы тураһында хәтирәләр»[40] һәм «Азатлыҡҡа табан юл»[43]).

Һуғыш тамамланғандан һуң Насыр хәрби академияға инструкторы булып эшкә ҡайта[44]. 1948 йылдың октябрендә ул Мосолман туғандар менән союз ойошторорға маташа, әммә тиҙҙән уларҙың дини идеологияһы уның милләтселек буйынса ҡараштары менән тап килмәй тигән һығымтаға килә, һәм һуңынан был ойошманың йоғонтоһон үҙенең яҡындары аша сикләргә тырыша[38], әммә 1949 йылдың февралендә Грецияның Родос утрауында Израиль менән килешеү төҙөү буйынса делегация составына инә, әммә шул уҡ йылдың мартында, һөйләшеүҙән алып барылған мәлдә Израилдең Эйлатаға баҫып инеүе сәбәпле, тәҡдим ителгән шарттар уларҙы кәмһетә, тип иҫәпләй.[45]

«Ирекле офицерҙар»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Ирекле офицерҙар» 1953 йылда. Һулдан уңға: Закария Мохи әд-Дин, Әбдел Латиф әл-Бағдадди, } (баҫып тора), Насыр (ултырғыста), Әбдел Хәким Әмир, Мөхәммәт Нәғиб, Юсуф Садик[en], Әхмәт Шауки

Насырҙың фронттан Сүриәгә ҡайтыуы мәлендә президент Хөсни әз-Зәйм ҡолатыла. Түңкәрелештең уңышы һәм сүриәлеләрҙең ярҙамы Насырҙың революцион ынтылыштарын көсәйтә. Тыуған иленә ҡайтҡас, уны премьер-министр Хади-пашаны саҡырып ала, әңгәмә барышында паша Насырҙан уның башҡа төрлө уйлаған офицерҙар төркөмөн булдырыуҙа ҡатнашыу-ҡатнашмауын асыҡларға тырыша, әммә Насыр быны инҡар итә. Генераль штаб начальнигы Хади-паша алдында премьер-министр армияға ҡаршы репрессиялар башларға баҙнат итмәй, һәм Насырҙы ҡайтарып ебәрә. Был һорау алыу һөҙөмтәһендә ул түңкәрелешкә әҙерлекте тиҙләтергә мәжбүр була[45].

1949 йылдан һуң төркөмдөң исеме Ирекле офицерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелә. Насыр бер тауыштан уның ойоштороу комитеты рәйесе итеп һайлана, комитет төрлө сығышлы һәм сәйәси ҡарашлы 14 кешенән тора. Комитет ағзалары араһында Мосолман туғандар, йәш мысырҙарҙың милләтсе партияһы, урындағы коммунистик партия һәм аристократия вәкилдәре була.[44][45]

1950 йылда парламент һайлауҙарында башлыса Мосоман туғандарҙың уларға ҡарата бойкот иғлан итеүе арҡаһында Наххас-паша етәкселегендәге «Вафт» партияһы еңеү яулай[46][47]. Насыр «Ирекле офицерҙар»" төркөмө ағзаларының власҡа ҡаршы сығырға әҙер булмауын яҡшы аңлай. Артабанғы ике йыл дауамында башлыса төркөмгә яңы ағзаларҙы йәлеп итеү һәм йәшерен матбуғат ойоштороу менән шөғөлләнә[48].

1951 йылдың 11 октябрендә хөкүмәт британлыларға 1956 йылға тиклем Суэц каналына идара итеү хоҡуғын биргән 1936 йылғы инглиз-мысыр килешеүен өҙөүе тураһында иғлан итә. Был аҙымдың популярлығы һәм властың инглиздәргә ҡаршы партизан һуғышы алып барыу яҡлы булыуы сәбәпле, Насырҙы сәйәси үлтереүҙәр серияһын ойошторорға мәжбүр итә[48]. 1952 йылдың ғинуарында ул арҡалашы Ханик Ибраһим менән бергә генерал-роялист Әмирҙе юҡ итергә тырышып ҡарай. Бының өсөн улар Ҡаһирә урамында генералдың машинаһына атыу ойоштора. Һөҙөмтәлә осраҡлы рәүештә урамдан үтеп барпған ҡатын яралана. Шуға ла Насыр артабан был ысулды ҡулланемаҫҡа ҡарар итә[49]

Королгә яҡын булған Әмир офицерҙар йыйылышы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Насыр ҡораллы көстәрҙең бойондороҡһоҙлоғон теләй һәм, генералдың уның яҡлы булыуын күреп, уның урынына «Ирекле офицерҙар» төркөмө ағзаһы генерал Нәғиб ултыртырға теләй. Һайлауҙарҙа Нагиб ҙур өҫтөнлөк менән еңеү яулай.[50]

1952 йылғы Июль түңкәрелеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мысыр етәкселеге ағзалары Сөләймән Хафез, Нәғиб һәм Насыр, 1952 йылдың ноябре

1952 йылдың 25 ғинуарында Исмаилия ҡалаһында британ ғәскәрҙәре һәм урындағы полиция бәрелеше барышында полицияның 40 хеҙмәткәре һәләк була, һөҙөмтәлә Ҡаһирәлә 76 кешенең ғүмерен өҙгән бола башлана. Ваҡиғалар күҙлегенән сығып, Насыр, феодализмды бөтөрөү һәм илдә инглиз йоғонтоһон юҡҡа сығарыу маҡсатында, алты пункттан торған манифест баҫтырып сығара. Май айында Насырға королдең төркөм ағзаларының исемдәрен белеүе һәм ҡулға алыуҙар башланасағы тураһында еткерәләр. Ирекле офицерҙар етәксеһе арҡалашы әд-Динға хәрби түңкәрелеште әҙерләй башлауҙы йөкмәтә[51]

Төркөм власҡа килмәҫкә, ә парламент демократияһын тергеҙергә ниәтләй. Насыр ул ваҡытта подполковник дәрәжәһендә була. Ябай халыҡтың үҙенең артынан барырына ышанмай, һәм генерал Нагибҡа буйһона, һәм шул генерал исеме аҫтында путч башлана. 22 — 23 июлдә «Ирекле офицерҙарҙы» хуплаған ғәскәр баш ҡалала хөкүмәт биналарын, шул иҫәптән генераль штаб бинаһын, радиостанцияларҙы һәм полиция участкаларын баҫып ала. Күп кенә арҡалдаштарынан айырмалы рәүештә Насыр отряд менән командалыҡ итмәй, ә, конспирация маҡсатында, граждандар кейемен кейеп, урындарҙа булған хәлдәрҙе контролдә тота. Сит ил интервенцияһына юл ҡуймаҫ өсөн, түңкәрелешкә тиклем ике көн ҡалғас, подполковник путч буласағы тураһында Британия һәм Америка хөкүмәттәрен иҫкәртә, ә улар Фарукты яҡламаҫҡа ризалаша.[51][52] АҠШ баҫымы аҫтында Фарук почетлы һөргөнгә ебәрелә.[53]

1953 йылдың 18 июнендә Мысырҙа республика иғлан ителә, Нагиб президент вазифаһын биләй. Хәрбиҙәр аристократия менән көрәшергә, ә идара итеү функцияларын граждандарға тапшырырға ниәтләй, бының өсөн элекке премьер-министр Али Махирға, хәрби көстәрҙең вәкилдәрен индермәйенсә, кабинет төҙөргә тәҡдим ителә[54]. «Ирекле офицерҙар» президент етәкселегендә барлыҡҡа килгән Революция командованиеһы советы составына инә, Насыр уның урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[55][56]. Насырҙың аграр реформа үткәреү, монархияны бөтөрөү һәм сәйәси партияларҙы ҡайтанан ойоштороу тураһындағы тәҡдиме арҡаһында премьер-министр һәм Революция командованияһы советы араһында низағ хасил була. 7 ноябрҙә Али Махир отставкаға сыға. Уны Нағиб алмаштыра, Насыр кабинет башлығы урынбаҫары вазифаһын биләй.[57][58] Шул уҡ айҙа аграр реформа тормошҡа ашырыла башлай, уның фекеренсә, тап шул реформалар советҡа айырыуса үҙенсәлек бирә һәм түңкәрелеште революцияға әйләндерә[59].

1952 йылдың авгусында Кафр-эд-Давварҙағы туҡыу фабрикаһында һул фекерлеләрҙең болаһы тоҡана, уларҙы баҫтырыу барышында 9 кеше һәләк була. Революция командованияһы советы ағзаларының күпселегенә ҡаршы сығып, Насыр ике баш күтәреүсене язалауға ҡаршы тауыш бирә. Мосолман туғандар Советҡа ярҙам итә һәм фетнә үткәндән һуң яңы хөкүмәттә дүрт министрлыҡ портфелен талап итә, әммә Насыр ойошмаға портфелдәр тапшырыуҙан баш тарта. Уларға әллә ни әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡағылышы булмаған ике посты ғына тәҡдим итә[59]

Насыр түңкәрелеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нагиб менән ҡапма-ҡаршылыҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Насыр (уң яҡта) һәм Нагиб революцияның икенсе йыллығын байрам итеү мәлендә 1954 йылдың июлендә

1953 йылдың ғинуарында Насыр, Нагибтың ҡаршылашыуын еңеп, Азат итеү съезынан башҡа сәйәси партияларҙы тыйыуға өлгәшә[60].[61] Тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, Насыр, Революция командованияһы[60] советы яғынан хуплау тапмаһа ла, парламент һайлауҙарын үткәреү яҡлы булып ҡала[62]. Шул уҡ йылдың мартында ул Британия хәрби көстәрен Суэц каналы зонаһынан сығарыу буйынса һөйләшеүҙәрҙә делегацияны етәкләй.[63]

Нәғиб, ер реформаһын үткәреүҙән ситләшеп, элекке сәйәси көстәр — «Вафт», «Мосолман туғандар» менән яҡыная башлай. Насыр Совет рәйесен вазифаһынан бушатыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итә. Июнь айында ул Сөләймән Хафиз[en][64] урынына эске эштәр министры вазифаһына тәғәйенләнә һәм, монархияһы тамырынан юҡҡа сығарыу маҡсатында, генералға баҫым яһай башлай[64][63]

1954 йылдың 23 февралендә Революция командованияһы советы Нәғибһыҙ йыйыла, 25 февралдә ул отставкаға китә. Бер көндән һуң, Совет һәм премьер-министр рәйесе вазифаһын биләгән Насыр[65], элекке президентты өйөндә ҡулға алыуҙы талап итә. Ул күҙаллағанса, власта ығы-зығы башлана: Нағибты кире ҡайтарыу һәм Революция командованияһы советын таратыу тураһында фекерҙәр яңғырай башлай[66] һөйләшеп килешеүгә иҫәп тотоп Насыр генераль щтабҡа бара, тәүге мәлдә бер ни тиклем ташламалар яһай[67], әммә 27 февралдә уға буйһонған ғәскәрҙәр бинаны ҡамауға ала[68]. Быға яуап итеп йөҙ меңләгән кеше, нигеҙҙә, «Мосолман туғандар» төркөмө ағзалары, урамдарға сыға һәм экс-президентты кире ҡайтарыуҙы, ә Насырҙы ҡулға алыуҙы талап итә[69]. Совет эсендә Халед Мохи эд-Дин етәкселегендәге төркөм Нағибты власҡа кире ҡайтарыуҙы талап итә. Насырға был тәҡдим менән ризалашырға тура килә, әммә генералды ҡайтарыуҙы 4 мартҡа ҡалдырып тороуҙы үтенә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул үҙе яҡлы Абдель Хаким Әмирҙе баш командующий посына раҫлап өлгөрә[70].

5 мартта Насырға лояль дәүләт именлеге органдары күпләп ҡулға алыуҙар үткәрә. Революция командованияһы советының оппозицион сығыштарын ҡуҙғытыу маҡсатында, Насыр иҫке партияларҙы тергеҙеүгә рөхсәт биреүе һәм «Ирекле офицерҙарҙың» сәйәсәттән китеүе тураһында иғлан итә[69], был киң халыҡ протесын тыуҙыра[71]: миллионға яҡын транспорт хеҙмәткәрҙәре забастовка иғлан итә, Ҡаһирә урамдары буйлап меңдәрсә крәҫтиән марш менән үтә[72]. Нағибтең боласыларҙы көс менән баҫтырырға теләүен ҡораллы көстәр тыңламай. 29 мартта Насыр күптән түгел сығарылған Указдарҙың ғәмәлдән сығарылыуы тураһында иғлан итә. Апрель — июндә армияның генерал яҡлы йөҙҙәрсә кешеһе репрессияларға дусар була, Мохи әд-Дин Совет вәкиле итеп Швейцарияға ебәрелә.[73] Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәғүд Насир менән Нәғиб араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға тырыша, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый[74]. 1954 йылдың 26 октябрендә Александрияла Насыр илдән Британия ғәскәрҙәрен сығарыуға бәйле телмәр һөйләй, уның был телмәре ғәрәп илдәрендә радио аша трансляциялана. Ошо сара барышында Мосолман туғандар төркөмө ағзаһы Әбдел Латиф Насырға төбәп һигеҙ тапҡыр ата, әммә уға тейҙерә алмай. Йыйылған халыҡ араһында ығы-зығы башлана, әммә Насыр үҙен ҡулға алып өлгөрә һәм халыҡты тынысланырға саҡыра, шул ваҡытта ул тулҡынланып, халыҡҡа туранан-тура мөрәжәғәт итә:

Ватандаштар, минең ҡаным һеҙҙең өсөн һәм Мысыр өсөн ҡойола. Мин һеҙҙең өсөн йәшәйем һәм һеҙҙең азатлығығыҙ өсөн үләм. Мине үлтереүҙәре лә ихтимал, әммә һеҙҙең һәр берегеҙ — Ғәмәл Әбдел Насыр...
Әсәһе
Бер көндән һуң Насырҙы Искәндәриә халҡы сәләмләй

Насыр уны үлтерергә маташыуҙарын үҙ маҡсатында ҡуллана[75]: Ҡаһирәгә ҡайтҡас, ул күләмле таҙартыуҙар башларға бойора, уның барышында башлыса «Мосолман туғандар» ҡараған меңдәрсә ҡәнәғәтһеҙ кеше ҡулға алына, был төркөмдөң 8 ағзаһы үлем язаһына хөкөм ителә, хәрәкәт лидеры Сейид Кутб 15 йылға төрмәгә ултыртыу ҡарары менән ҡулға алына[76]. Коммунистар ҙа ҡулға алына, Нәғибҡа тоғро 140 офицер хәрби званиеларынан мәхрүм ителә, Нәғиб президент посынан төшөрөлә һәм өйҙәге тотҡон булыуға хөкөм ителә.[75] Сәйәси дошмандарын юҡ итеп, Насыр илдең бәхәсһеҙ етәксеһе булып ҡала[77].

Артабанғы реформаларҙы ғәмәлгә ашырыу һәм вазифаһын нығытыу өсөн Насырға халыҡ ярҙамы етмәй, һәм сәйәси маҡсаттарҙа ул Мысыр буйлап турнеға сыға һәм матбуғатҡа цензура индерә[78]. Насыр үҙ яғына шул ваҡыттағы алдынғы ғәрәп йырсылары Умм Күльсүм һәм Әбдел Хәлим Хафезды йәлеп итә, улар ғәрәп милләтселеген данлаған йырҙарҙы башҡара. Уның оппоненттарын яманлаған драматургтар Насыр яҡлы булып сығыш яһай. 1955 йылда ул Революцион совет командующийы булып китә[79][80]

Шул уҡ осорҙа Насыр Израиль менән йәшерен бәйләнештәр булдырырға тырыша, әммә быға өлгәшә алмай[81]. 1955 йылдың 28 февралендә Израиль ғәскәрҙәре Мысыр контроле аҫтында булған Газ секторына баҫып инә (операция «Чёрная стрела»[en] уҡ[en]). Насыр, Мысырҙың ҡораллы көстәре бындай конфронтацияғы әҙер түгел, тип иҫәпләп, тейешенсә ҡаршылыҡ күрһәтмәй, шуның менән ул Революцион совет командующийы булараҡ популярлығын юғалта[82]. Артабан ул эт-Тиран боғаҙында Израиль судноларын блокадаға ала һәм сентябрь башында Израилдең һауа караптарының Акаба ҡултығы өҫтөнән осоуын сикләй[82]. Быға яуап итеп Израиль ғәскәре 21 сентябрҙә аль-Ауджа милитаризацияланмаған зонаһын юҡҡа сығара.

Израилдең февраль операцияһы менән бер үк ваҡытта Бөйөк Британияның ҡайһы бер төбәк союздаштары араһында Бағдад пактына ҡул ҡуйыла, унда Насыр уның Яҡын Көнсығышта һәм Ғәрәп лигаһында инглиз йоғонтоһон сикләү тураһындағы пландарына хәүеф янауын күрә. Мысыр төбәгендә үҙ йоғонтоһын тотоу өсөн Насыр үҙ ғәскәрен алдынғы заманса ҡорал менән тәьмин итергә тейешлеген аңлай. Ә көнбайыш илдәре уларға яраҡлы шарттарҙа ҡоралдар ҡуйыуҙан баш тарта[83]. Насыр был мәсьәлә буйынса Варшава килешеүе дәүләттәренә мөрәжәғәт итә һәм 27 сентябрҙә Чехословакия менән 320 млн долларлыҡ ҡорал ҡуйыуға килешеү төҙөй[82]. Шулай итеп, Мысыр менән Израилдең хәрби ҡеүәттәре бер аҙ тигеҙләнә, һәм Көнбайышҡа ҡаршы торған ғәрәп лидеры булараҡ Насырҙың позицияһы нығына[81][82].

Нейтралитет сәйәсәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1956 йылғы Конституция һәм президентлыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Насыр 1956 йылдың 23 июнендәге конституцион референдумда тауыш бирә

Илдә үҙ позицияларын һиҙелерлек нығытыу менән Насыр Революцион командование Советында беренсе планға сыға, бигерәк тә тышҡы сәйәсәт мәсьәләләрендә. 1956 йылдың ғинуарында яңы конституция проекты әҙерләнә.[84][85] .[86]

Шул уҡ йылдың 23 июнендә референдум барышында күпселек тауыш менән яңы конституция үҙ көсөнә инә, ә Насыр президент итеп һайлана. Июлдә 350 депутаттан торған яңы ойошторолған Милли ассамблеяға һайлауҙар үтә, ул дәүләт башлығы булып таныла.[86][87][88] Яңы төп закон енестәрҙең тиң хоҡуҡлылығын һәм енси билдәләр буйынса дискриминацияны тыйыуҙы иғлан итә.[89] Граждандар идаралығына күсеү сиктәрендә СРК үҙен-үҙе тарата, уның ағзалары биләгән вазифаларынан отставкаға китә.[90] Яңы президент үҙенең дошмандарын ҡыҫырыҡларға тырыша, ә уның яҡлыларҙы әһәмиәтле вазифаларға тәғәйенләй.

Суэц каналын национализациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Насыр 1956 йылдың июнендә Суэц каналы янында Порт-Саид ҡалаһы өҫтөнә Мысыр флагын күтәрә

Мысыр президентының эске һәм тышҡы сәйәсәттә өс йыллыҡ күсеү осоронан һуң Насырҙың рәсми рәүештә ил етәксеһе булараҡ нығыныуы Бөйөк Британияның төбәк мәнфәғәттәренә ҡапма-ҡаршы килә. Мысыр лидерының нейтралитеты, уның коммунистик Ҡытайҙы таныуы һәм Чехословакиянан ҡорал һатып алыуы Мысырҙы АҠШ-тан бермә-бер ситләштерә. 1956 йылдың 19 июлендә АҠШ һәм Бөйөк Британия Асуан плотинаһын ҡороуға аҡса бүлеү тураһындағы тәҡдимдәренән баш тарта. Насыр быны бик ауыр ҡабул итә. 1954—1956 йылдар эсендә Британия ғәскәрҙәрен Мысырҙан сығарыуға бәйле Суэц каналын националләштереү тәҡдиме көн ҡаҙағына ҡуйыла. Июль уртаһында президент һәм СРК-ның элекке ағзалары әл-Багдади һәм инженер Мәхмүд Юнис менән берлектә тәҡдим ҡабул ителә һәм халыҡҡа еткерелә.

Шулай итеп, Мысыр хөкүмәте, Бөйөк Британия менән 1954 йылдың 19 октябрендә төҙөлгән килешеүен өҙә, әммә бөтә акционерҙарға ла компенсация түләнә.

Панарабизм һәм социализм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мысыр, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сүриә һәм Иордания араһында оборона килешеүенә ҡул ҡуйыу. Һулдан уңға: Иордания премьер-министры Сөләймән ан-Набульси, Иордания короле Хөсәйен, Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәғүд, Насыр, Сүриәнең премьер-министры Сабри әл-Әсәли

Берләшкән Ғәрәп Республикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һулдан уңға: Насыр, Төньяҡ Йемендың вариҫ принцы Мөхәммәт әл-Бадр, әл-Куатли. 1958 йылдың февралендә Төньяҡ Йемент Берләшкән Ғәрәп Республикаһына ҡушыла һәм Берләшкән ғәрәп дәүләттәре хасил була

Төбәк йоғонтоһо үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Насыр президенттар: Алжирҙән Әхмәт бен Беллуны (уң яҡта) һәм Ираҡтан Арефты (һул яҡта) ҡаршы ала, улар 1964 йылдың сентябрендә Искәндәриәлә үткәрелгән Ғәрәп лигиһы саммитында.

Модернизация һәм эске конфликттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әл-Әзһәр университеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гамаль Әбдел Насырҙың мосолман туғандары вәкилдәренә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мотлаҡ хиджаб кейеү тураһында яуабы

Милли хартия һәм икенсе президент срогы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Насыр ҡабаттан һайланғандан һуң инаугурация тантанаһында ант бирә, 1965 йылдың 25 марты

Советтар Союзы Геройы исемен биреү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Н. С. Хрущевтың Мысырға рәсми сәфәре ваҡытында 1964 йылдың 9 майынан 25 майына тиклем уның шәхси инициативаһы буйынса шул уҡ йылдың 13 майында СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Насыр һәм Әмир Советтар Союзы Геройҙары[91] исеменә лайыҡ була. Был ваҡиғаға совет йәмғиәте кире ҡарашта була: сөнки Мысыр компартияһы ағзалары эҙәрлекләүгә дусар ителгән була.[91][92][93]

Алты көнлөк һуғыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Насыр, Иордания короле Хөсәйен (һулда) һәм Амер (уңда) хәрби килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы алдынан, 1967 йылдың 30 майы

Отставка һәм уның эҙемтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мысыр халҡы президенттың отставкаға китеүенә ҡарата протест белдерә

Насыр Мысырҙы тулыһынса Британия[94] йоғонтоһонан азат итә, уның етәкселегендә Мысыр үҫешеүсе дәүләттәр араһында йоғонтоло көс булып китә.[95] Ул үткәргән эске сәйәсәттең төп бурыстарының береһе булып социаль ғәҙеллекте тәьмин итеү тора, уны ул либераль демократия өсөн тәүшарттар тип ҡарай.[96] Насыр власта булған осорҙа мысырҙарға торлаҡ, белем, эш, һаулыҡ һаҡлау, льготалар һәм башҡа саралар бирелә, илгә феодаль йоғонто көсһөҙләнә.[95][97] Уның президентлыҡ осороноң аҙағына мәшғүллек кимәле һиҙелерлек арта һәм хеҙмәт шарттары яҡшыра, әммә ярлылыҡ кимәле һаман да юғары була, ә социаль тәьминәт өсөн тәғәйенләнгән байтаҡ ресурстар хәрби ихтыяждарға китә.[96]

Аграр реформа, масштаблы модернизация проекттары, шул иҫәптән Хелуан ҡорос ҡойоу үҙәген һәм Асуан дамбаһын төҙөү, шулай уҡ национализациялау арҡаһында дәүләттең иҡтисады һиҙелерлек үҫә. 1960-сы йылдар башындағы иҡтисади үҫештән һуң ул тиҫтә йыллыҡ аҙағына тиклем дауам иткән түбәнәйеү кисерә башлай һәм тик 1970 йылда ғына тергеҙелә.[98] Мысыр мәҙәниәте Насыр хакимлығы осоронда, ғәрәп донъяһында өҫтөнлөклө булғанлыҡтан, алтын быуаттар кисерә.[99]

Хөсни Мубарак президентлыҡ иткән осорҙа илдә Насыр ҡараштары яҡлы партиялар барлыҡҡа килә башлай, уларҙың беренсеһе Ғәрәп Демократик партияһы, һәм улар йәмғиәткә ул ҙур йоғонто яһай.

Насыр Әл-Мансурҙа халыҡты сәләмләй, 1960

Мысыр президенты халыҡ менән тығыҙ мөнәсәбәттәре менән билдәле була: һөжүм итеүҙәргә ҡарамаҫтан, Насыр ябай кешеләр өсөн асыҡ була. Оҫта оратор, 1953—1970 йылдарҙа Насыр Мысыр етәкселәренә 1359 телмәр менән мөрәжәғәт итә.[100][101][102][103][104] Урындағы интеллектуалдар Алты көнлөк һуғыш ваҡытында һәм уның вафатынан һуң уны әүҙем тәнҡитләһә лә, халыҡ уның иҫән-һау һәм вафатынан һуңғы ваҡытта уға симпатия белдерә.[100] Мөбәрәк идара иткән осорҙа илдә Насырҙы һағыныу көсәйә.

Әлеге ваҡытта Насыр ғәрәп донъяһында уның берҙәмлеге һәм дәрәжәһе символы һәм хәҙерге Яҡын Көнсығыш тарихында күренекле фигура булып ҡала. 2011 йылда Мысырҙа революцияға әүерелгән Ғәрәп яҙы ваҡытында Насырҙың фотоһүрәттәре протест акцияларында күрһәтелә.[95][105][106][107][108][109][110][111][112]

1944 йылда Гамаль 22 йәшлек Тахья Каземға өйләнә, уның ағаһы менән дуҫ була. Ҡыҙ сығышы менән тәьмин ителгән Иран-Мысыр ғаиләһенән.[113] Туйҙан һуң пар Ҡаһирәнең Маншият әл-Бакри биҫтәһенә күсә, унда ғүмеренең күп өлөшөн йәшәй. Насырҙың офицер вазифаһы урындағы үлсәмдәр буйынса яҡшы эш хаҡы бирә.[24] Ҡайһы берҙә ир менән ҡатыны өйҙә сәйәсәт тураһында фекер алышалар, әммә йышыраҡ Ғәмәл эште ғаиләһенән айыра.[114] Ул буш ваҡытын балалары: ҡыҙҙары Хода һәм Мона һәм улдары Әбдел Хаким, Халед һәм Әбдел Хәмит менән үткәреүҙе өҫтөн күрә.[115]

Насыр секуляризм яҡлы булыуына ҡарамаҫтан, ул диндар мосолман була һәм 1954 һәм 1965 йылдарҙа Мәккәгә барып хаж ҡыла. Мысыр Президенты абруй менән файҙалана, был уның илдә һәм ғәрәп донъяһында популярлығын тағы ла арттыра. Ғәмәл Әбдел Насыр шахмат менән мауыға, америка фильмдарын ярата, ғәрәп, инглиз һәм француз телдәрендә журналдар һәм классик музыка менән мауығып китә. Ул көнөнә 18 сәғәт эшләй һәм ялда бик һирәк була.[116][117][118][119][120][121][122][123]

Мысырҙың наградалары

Ил Датаһы Награда Әҙәбиәтселәр
Мысыр Мысыр 1956 йылдың 23 июнендә 1970 йылдың 28 сентябре Нил орденының гроссмейстеры
Мысыр Мысыр 1956 йылдың 23 июнендә 1970 йылдың 28 сентябре Республика орденының Гроссмейстеры
Мысыр Мысыр 1956 йылдың 23 июнендә 1970 йылдың 28 сентябре Бойондороҡһоҙлоҡ орденының Гроссмейстеры
Мысыр Мысыр 1956 йылдың 23 июнендә 1970 йылдың 28 сентябре Ҡаҙаныштар орденының Гроссмейстеры
Мысыр Мысыр 1956 йылдың 23 июнендә 1970 йылдың 28 сентябре Изгелек орденының гроссмейстеры

Сит ил дәүләттәре наградалары

Ил Бүләкләү датаһы Награда Әҙәбиәтселәр
Финляндия Финляндия Әсәһе Аҡ роза орденының Ҙур тәре кавалеры
Югославия Югославия Әсәһе Югославия орденының ҙур йондоҙ кавалеры
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР 1964 йылдың 13 майы Советтар Союзы Геройы, Алтын йондоҙ һәм Ленин ордены
Малайзия Малайзия 1965 йыл Короллек тажы ордены кавалеры DMN
Тунис Тунис 1965 йыл Республика орденының Ҙур таҫмаһы кавалеры
Чехословакия Чехословакия 1966 йыл Аҡ арыҫлан орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Көньяҡ Африка Республикаһы КАР 2004 йылдың 29 декабре[124] Юғары компаньон О. Р. Тамбо SCOT
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012.
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #118586505 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 4,2 Насер Гамаль Абдель // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. 5,0 5,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  6. 6,0 6,1 John R. S. Gamal Abdel Nasser // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  7. https://www.alarabiya.net/amp/politics/2022/02/06/%D9%84%D8%BA%D8%B2-%D8%A7%D9%84%D9%88%D9%81%D8%A7%D8%A9
  8. https://saheeh.news/ar/node/2164
  9. https://github.com/roopikarisam/panafricanismdataproject/blob/main/bandung_1955.csv
  10. Сейранян, Б. Г. Египет в борьбе за независимость: 1945—1952. — Наука, 1970. — С. 257. — 299 с.
  11. 11,0 11,1 Vatikiotis 1978
  12. Aburish 2004
  13. Stephens 1972
  14. Stephens 1972
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 Alexander 2005
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 16,5 16,6 16,7 Abdel Nasser, Hoda A Historical Sketch of Gamal Abdel Nasser. Bibliotheca Alexandrina. Дата обращения: 23 июль 2013.
  17. Joesten 1974
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 Litvin 2011
  19. Alexander 2005
  20. Joesten 1974
  21. 21,0 21,1 Alexander 2005
  22. Stephens 1972
  23. 23,0 23,1 Aburish 2004
  24. 24,0 24,1 24,2 24,3 Alexander 2005
  25. 25,0 25,1 Alexander 2005
  26. Talhami 2007
  27. 27,0 27,1 Alexander 2005
  28. Reid 1981
  29. Aburish 2004
  30. Aburish 2004
  31. Aburish 2004, p. 16
  32. Aburish 2004
  33. Nutting 1972
  34. Aburish 2004
  35. Stephens 1972, p. 63
  36. 36,0 36,1 Aburish 2004, p. 23
  37. Aburish 2004, p. 24
  38. 38,0 38,1 38,2 38,3 Aburish 2004
  39. Heikal 1973, p. 103
  40. 40,0 40,1 Brightman 2004, p. 233
  41. Dokos 2007
  42. Pollack 2002
  43. Gamal Abdel Nasser Writings. Bibliotheca Alexandrina. Дата обращения: 24 июнь 2013.
  44. 44,0 44,1 Heikal 1973, p. 17
  45. 45,0 45,1 45,2 Aburish 2004
  46. Aburish 2004, p. 30
  47. Aburish 2004, p. 32
  48. 48,0 48,1 Aburish 2004, p. 33
  49. Aburish 2004, p. 34
  50. Aburish 2004, pp. 34–35
  51. 51,0 51,1 Aburish 2004, pp. 35–39
  52. Nutting 1972, pp. 36–37
  53. Stephens 1972
  54. Aburish 2004
  55. Dekmejian 1971
  56. Nutting 1972, pp. 38–39
  57. Stephens 1972
  58. Aburish 2004
  59. 59,0 59,1 Aburish 2004
  60. 60,0 60,1 Aburish 2004, pp. 46–47
  61. Kandil 2012
  62. Kandil 2012
  63. 63,0 63,1 Aburish 2004
  64. 64,0 64,1 Kandil 2012
  65. Nutting 1972, p. 60
  66. Kandil 2012, p. 32
  67. Aburish 2004, p. 52
  68. Kandil 2012, p. 34
  69. 69,0 69,1 Kandil 2012, p. 35
  70. Kandil 2012, p. 33
  71. Kandil 2012, p. 36
  72. Kandil 2012, p. 38
  73. Kandil 2012, p. 39
  74. Aburish 2004
  75. 75,0 75,1 Aburish 2004, p. 54
  76. Brown 2000, p. 159
  77. Atiyeh & Oweis 1988
  78. Jankowski 2001
  79. Aburish 2004
  80. Aburish 2004
  81. 81,0 81,1 Rasler, Thompson & Ganguly 2013
  82. 82,0 82,1 82,2 82,3 Dekmejian 1971
  83. Kandil 2012
  84. Jankowski 2001, pp. 65–66
  85. Peretz 1994
  86. 86,0 86,1 Jankowski 2001, p. 67
  87. Ansari 1986, p. 84
  88. Peretz 1994, p. 241
  89. Sullivan 1986, p. 80
  90. Dekmejian 1971, p. 45
  91. 91,0 91,1 Юрий Аксютин. Хрущёвская «оттепель» и общественные настроения в СССР в 1953—1964 гг. — М.: РОССПЭН, 2010. — С. 550. — 621 с. — ISBN 978-5-8243-1397-0.
  92. Никита Хрущёв, 1964: стенограммы пленума ЦК КПСС и другие документы / МФД; составитель: А. Н. Артизов, В. П. Наумов, М. Ю. Прозуменщиков, Ю. В. Сигачёв, Н. Г. Томилина, И. Н. Шевчук. — М.: Материк, 2007. — С. 206, 484+. — 572 с. — (Россия. XX век. Документы). — ISBN 978-5-85646-173-1.
  93. Karen Dawisha. Soviet Foreign Policy Towards Egypt. — Springer, 1979. — P. 32—33. — 271 p. — ISBN 1349041874.
  94. Reich 1990
  95. 95,0 95,1 95,2 Cook 2011
  96. 96,0 96,1 Darling 2013
  97. Liberating Nasser's Legacy, Al-Ahram Weekly, Al-Ahram (4 ноябрь 2000). 23 ноябрь 2009 тикшерелгән. 2009 йыл 6 август архивланған.
  98. Cook 2011, p. 112
  99. Gordon 2000, p. 171
  100. 100,0 100,1 Podeh 2004
  101. Hamad 2008
  102. Golia, Maria. Kings never die: A tale of a devoted iconography, Egypt Independent, Al-Masry Al-Youm (23 июль 2011). 30 июнь 2013 тикшерелгән.
  103. Dawisha 2009
  104. Hamad 2008
  105. Hardy, Roger. How Suez made Nasser an Arab icon, BBC News, BBC MMIX (26 июль 2006). 23 ноябрь 2009 тикшерелгән.
  106. Hourani 2002
  107. Seale 1990
  108. Dekmejian 1971
  109. Cook 2011
  110. Andoni, Lamis. The resurrection of pan-Arabism, Al-Jazeera English, Al-Jazeera (11 февраль 2011). 15 февраль 2011 тикшерелгән.
  111. El-Tonsi, Ahmed. The legacy of Nasserism, Al-Ahram Weekly (16 ғинуар 2013). 1 июль 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 30 июнь архивланған.
  112. Turner, Harold W. From temple to meeting house : the phenomenology and theology of places of worship. — The Hague: Mouton Publishers, 1979. — 1 online resource (xiv, 404 pages) с. — ISBN 978-3-11-080367-9, 3-11-080367-4.
  113. Sullivan 1986, p. 84
  114. Sullivan 1986, p. 85
  115. Aburish 2004
  116. Aburish 2004
  117. Alexander 2005
  118. Alexander 2005
  119. Makdissi 2011
  120. Bird 2010
  121. Goldschmidt 2008
  122. Bird 2010
  123. Daigle 2012
  124. Посмертно