Үҙәк договор ойошмаһы
Үҙәк договор ойошмаһы | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 24 февраль 1955 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | CENTO, СЕНТО һәм SENTO |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
Бағдад, Ираҡ Анкара, Төркиә |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 16 март 1979 |
Үҙәк договор ойошмаһы Викимилектә |
СЕНТО (ингл. CENTO, CenTO, Cento) — Үҙәк договор ойошмаһы (ингл. The Central Treaty Organization, The Baghdad Pact, төр. Merkezi Antlaşma Teşkilatı, Bağdat Paktı, фарс. سازمان پیمان مرکزی, ғәр. حلف بغداد), Бағдад пакты (Бағдад договоры) тип тә йөрөтөлә, Яҡын һәм Урта Көнсығышта Бөйөк Британия, АҠШ, Төркиә инициативаһы менән төҙөлгән һәм 1955–1979 йылдарҙа йәшәгән хәрби-сәйәси төркөм.
Бағдад пактын төҙөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, АҠШ менән Бөйөк Британия Яҡын Көнсығыш Антантаһын тергеҙеү планы менән яна. Был ойошма 1938—1948 йылдарҙа 1937 йылғы Саадабад пакты нигеҙендә эш иткән була һәм Афғанстанды, Ираҡты, Иранды, Төркиәне берләштерә. Әммә төрлө милләтле (төрөктәр, фарсылар, ғәрәптәр, пуштундар) илдәрҙән торғанға күрә ул ныҡлы булмай. Шуға АҠШ Ираҡ менән башҡа ғәрәп илдәренән яңы Яҡын Көнсығыш берләшмәһе төҙөргә ҡарар итә. Ләкин Беренсе Ғәрәп-Израиль һуғышы ғәрәптәр менән америкалыларҙың араһын боҙа. Шул арҡала элекке берләшмәгә ингән Төркиә, Ираҡ, Иран, Афғанстан илдәренән генә торған форматты ҡулланырға булалар, ҡайһы бер сәбәптәр буйынса Афғанстан урынына яңыраҡ суверенитет алған Пакистанды индерәләр. Бағдад пактына ҡул ҡуйғанға тиклем үк Төркиә менән Пакистан 1954 йылдың февралендә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек тураһында договор (пакт) төҙөй. СЕНТО 1955 йылдың 24 февралендә Бағдадта Ираҡ менән Төркиә араһында хәрби пакт төҙөгән мәлдән эш итә башлай. Уға 4 апрелдә Бөйөк Британия, 23 сентябрҙә Пакистан, 3 ноябрҙә Иран ҡушыла. СЕНТО Көньяҡ-Көнбайыш Азия һәм Һинд океаны төбәге өсөн хәрби блок итеп күҙаллана, ул СЕАТО-ға (1956—1977 йылдар) — Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм Тымыҡ океан төбәге хәрби блогына — оҡшатып төҙөлә. Әммә 1959 йылда Ираҡ берләшмәнән сыға, шулай итеп, СЕНТО Ғәрәп донъяһы вәкилен юғалта. Шул уҡ йылды АҠШ Иран, Пакистан һәм Төркиә менән тура йәки ситләтелгән «коммунистик агрессияға» ҡаршы хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы килешеүҙәргә ҡул ҡуя. Был килешеүҙәр СЕНТО-ның советтарҙы яҡлаған, көнбайышҡа ҡаршы булған һәм башҡа «емерткес» көстәр менән көрәш эшмәкәрлегендә йүнәлеш биреүсе булып тора. СЕНТО-ла ҡатнашыусылар хәрби-диңгеҙ, хәрби-һауа һәм ҡоро ер манёврҙарын даими үткәрә.
СЕНТО-ның составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми рәүештә СЕНТО-ға инәләр:
- Бөйөк Британия (1955 йылдың апреленән),
- Ираҡ (1959 йылдың мартына тиклем),
- Иран (1955 йылдың ноябре — 1979 йылдың марты),
- Пакистан (1955 йылдың сентябре — 1979 йылдың марты),
- Төркиә.
АҠШ, формаль яҡтан СЕНТО ағзаһы булмаһа ла, 1956—1957 йылдарҙан уның төп комитеттарына инә. Бөйөк Британия һәм Төркиә (АҠШ менән берлектә) көнбайыштың төп хәрби-сәйәси блогы — НАТО-ның да ағзаһы булып тора.
СЕНТО-ның структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СЕНТО-ның төп органдары түбәндәгеләр була: Даими министрҙар советы (сессиялары йыл да үткәрелә), Секретариат (ойошманың генераль секретары етәкселегендә) һәм 4 комитет (хәрби, «емерткес эшмәкәрлеккә» ҡаршы көрәш, иҡтисад һәм бәйләнештәр буйынса комитеттар); блокты хәрби планлаштырыу менән шөғөлләнгән Берләштерелгән штаб, ярҙамсы комитеттар һәм техник төркөмдәр. Штаб-фатиры Анкарала (Төркиә) була.
СЕНТО-ның генераль секретарҙары исемлеге:
Ойошма эшмәкәрлеге башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СЕНТО ойошторолғас та уның составына ҡағылышлы мәшәҡәттәр тыуа башлай. 1956-57 йылдарҙа Бөйөк Британия, Израиль һәм Франция Суэц каналын национализациялаған өсөн Мысырға һөжүм итә. Был бәрелеш һөҙөмтәһендә ғәрәп илдәрендә милләтселек көсәйә. 1958 йылдың 14 июлендә Ираҡта монархияға ҡаршы инҡилап ҡубып, ил 1959 йылдың 24 мартында рәсми нигеҙҙә ойошманан сыға. 1962 йылда Төньяҡ Йәмәндә лә ошондай инҡилап була. Был ил СЕНТО-ға инмәһә лә, договор йоғонтоһо таралған территорияла урынлашҡан була. 1958 йылда британ протектораты аҫтындағы Маскат Солтанлығы үҙенең диңгеҙ аръяғындағы һуңғы биләмәһен — портлы ҡала Гвадарҙы Пакистанға тапшыра. Әммә Маскаттың үҙендә, шулай уҡ формаль йәһәттән бойондороҡһоҙ тип һаналған Оман Имамлығында көсөргәнеш арта бара. 1959 йылда Маскат Солтанлығында Оман сепаратистары әүҙемләшеп, Оман Имамлығында милли-азатлыҡ көрәше көсәйгәс, британ ғәскәрҙәре маскат солтаны менән бергә Оман Имамлығының ҙур өлөшөн баҫып ала, был ваҡиға 1960-сы йылдарҙа бөтә халыҡ-ара йәмәғәтселектең етди ризаһыҙлығына осрай. 1963-67 йылдарҙа Көньяҡ Йәмәндә лә азатлыҡ хәрәкәте әүҙемләшә.
Блоктың тарҡалыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тиҙҙән Бөйөк Британия Урта һәм Яҡын Көнсығыштағы биләмәләрен юғалта башлай. Кипр (1960), Күвейт (1961), Мальдив (1965), Көньяҡ Йәмән (1967), шулай уҡ Фарсы ҡултығының көньяғы һәм Көнсығыш Ғәрәбстан илдәре Оман, Катар, Бахрейн, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (1971) бойондороҡһоҙлоҡ ала. 1971 йылда Пакистандан Көнсығыш Пакистан (Бангладеш) айырыла. Йәнә 1960-сы — 1970-се йылдар башында СЕНТО илдәре араһында фекер айырымлыҡтары башлана. Ҡайһы берҙәре АҠШ һәм башҡа көнбайыш илдәре булышлыҡ иткән Израилде ғәйепләй (1967 йылғы Алты көнлөк һуғыш, 1973 йылғы Ҡиәмәт көнө һуғышы һәм башҡалар өсөн) һәм блокта иҡтисади хеҙмәттәшлекте әһәмиәтлерәк тип һанай. 1974 йылда Төркиә Кипрҙы баҫып ала. Был ваҡиғаға СЕНТО ағзаларының күбеһе кире мөнәсәбәт күрһәтә. Ислам инҡилабы һөҙөмтәһендә Иран СЕНТО-нан сыға, 1979 йылдың мартында Пакистан ла ойошманы ташлай. Һөҙөмтәлә, блокта тик НАТО ағзаһы булған илдәр генә ҡала. Шул уҡ йылды Төркиә хөкүмәте СЕНТО эшмәкәрлеген туҡтатырға тәҡдим итә, сөнки ойошманың бурыстары юҡҡа сыға. Формаль рәүештә СЕНТО 1979 йылдың авгусына тиклем эшләй.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Большая Советская энциклопедия.
- Советский энциклопедический словарь.
- A Bagdadi Paktum. In: Dokumentumok a Közel-Kelet XX. századi történetéhez. Szerk.: Lugosi Győző. Budapest, L’Harmattan, 2006. ISBN 9639683264. pp. 309–310. (венг.)(венг.)
- Klaus Brollinger: NATO, CENTO, SEATO, OAS : imperialistische Paktsysteme, Berlin 1964. (нем.)(нем.)
- Gazdik Gyula: A közel-keleti térség. In: 20. századi egyetemes történet. (II. kötet: Európán kívüli országok.) Szerk.: Németh István. Budapest, Osiris, 2006. ISBN 9633897602. pp. 272–294. (венг.)(венг.)
- Hadley, Guy. CENTO: The Forgotten Alliance ISIO Monographs, University of Sussex, UK (1971): 2. (на англ. яз.)
- Lenczowski, George. American Presidents and the Middle East, 1990, p. 88. (инг.)(инг.)
- Martin, Kevin W. (2008). "Baghdad Pact". In Ruud van Dijk et al. Encyclopedia of the Cold War. New York: Routledge. pp. 57. ISBN 9780415975155.[1] "Thus, the Baghdad Pact is widely considered the least successful of the Cold War schemes engendered by the Anglo-American alliance". (инг.)(инг.)
- Dimitrakis, Panagiotis. "The Value to CENTO of UK Bases on Cyprus", Middle Eastern Studies, Volume 45, Issue 4, July 2009, pp 611–624. (инг.)(инг.)
- Michael Ploetz, Tim Szatkowski: Akten zur Auswärtigen Politik der Bundesrepublik Deutschland 1979 Bd. I: Januar bis 30. Juni 1979. R. Oldenburg Verlag München, 2010, S. 84. (нем.)(нем.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный текст Багдадского договора 1955 года (инг.)(инг.)
- Central Treaty Organization (CENTO) 2007 йыл 9 октябрь архивланған. (инг.)(инг.) (недоступная ссылка с 03-04-2011 (4956
дня))
- A Bagdadi Paktum eredeti, angol nyelvű szövege(недоступная ссылка) (венг.)(венг.)
- A Bagdadi Paktum USA, Irán, Pakisztán, Törökország és Egyesült Királyság általi megerősítése (1958. július 28.)(недоступная ссылка) (венг.)(венг.)
- Az amerikai külügyminisztérium vonatkozó lapja (венг.)(венг.)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәрәп Берләшмәһе
- АНЗЮК
- АНЗЮС (Тымыҡ океан хәүефһеҙлек пакты)
- Яҡын Көнсығыш Антантаһы (Саадабад пакты)
- НАТО
- Америка Дәүләттәре Берләшмәһе
- СЕАТО (Манила пакты)
- САТО («Көньяҡ Атлантик Договор Ойошмаһы»)