Эстәлеккә күсергә

Ҡораллы Көстәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Военнослужащие ВС Туркмении на параде.
Десантно-штурмовое подразделение ОКСВА на задании в горах, у горного ручья, лето 1986 года.
Австрийская гвардия.
Личный состав батальона почётного караула 154 окп, ВС России, 26 июня 2009 года.

Ҡораллы көстәр (ВС) — дәүләттең агрессия , йәки һуғыш булған осраҡта суверенитетын һәм территорияһының бөтөнлөгөн һаҡлаусы хәрби ойошма, сәйәси хакимлыҡтың иң мөһим ҡоралдарының береһе, регуляр һәм резерв компоненттарҙан ( бөтә төр ҡораллы көстәр һәм ҡораллы көстәр төрө тармаҡтары резервтары) , махсус көстәр һәм хеҙмәттәр тороуы мөмкин.

Ҡораллы көстәрҙең төп билдәләнеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡораллы көстәрҙең билдәләнеше, уларҙың төҙөлөү принциптары, личный составты уҡытыу һәм тәрбиәләү принциптары йәмғиәт, дәүләт төҙөлөшө һәм дәүләт сәйәсәте, ил масштабы, уның географик урыны, тарихи, социаль һәм мәҙәни традицияларына бәйле. Ҡораллы көстәргә һәр саҡ иҡтисад һәм власть йоғонто яһай. Төп эше- илде һаҡлау һәм оброналау.

«Ничто так не зависит от экономических условий, как именно армия и флот. Вооружение, состав, организация, тактика и стратегия зависят прежде всего от достигнутой в данный момент ступени производства и от средств сообщения»

Ф. Энгельс

Төрлө илдәрҙең ҡораллы көстәре һаны, тулыландырыу принциптары, төҙөлөү структураһы, тыныс ваҡытта һәм һуғыш ваҡытында үтәй торған функциялары менән айырылалар .

Ҡораллы көстәр тарихынан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡораллы көстәр бик борондан барлыҡҡа килгән.Уларҙың барлыҡҡа килеүен хосуси милек, дәүләт барлыҡҡа килеү менән бәйле тип иҫәпләйҙәр. Боронғо дәүерҙә һәм урта быуатта ҡайһы бер дәүләттәрҙә ялланма армия ла булған. XV быуат уртаһынан Көнбайыш Европа илдәрендә даими ялланма армиялар барлыҡҡа килә башлай. Рәсәйҙә ҡораллы көстәр төҙөүҙең үҙенсәлектәре булған: XV йылдың икенсе яртыһынан Поместное войско, һуңыраҡ Стрелецкое войско, а XVII быуат аҙағы - XVIII башынан алып даими Ҡораллы көстәр булдырыла.

Ҡораллы көстәр төҙөлөшө структураһы, уларҙың һуғышта ҡулланылыуы ҡоралға бәйле булған, тәү сиратта артиллерия һәм атыу ҡоралына. Крәҫтиәндәрҙе крепостнойлыҡтан азат итеү илдә дөйөм хәрби бурыс индерергә мөмкинлек бирә. Армияның ҡоралланыуында ла ҙур үҙгәрештәр була. Атыу ҡоралы төп ҡоралға әйләнә, даими составлы дивизиялар корпустарға берләштерелә, тылда даими органдар булдырыла. Ҡораллы көстәр 1-се һәм 2-се донъя һуғышы осоронда үҫеш кисерә . Яңы артиллерия системалары, самолёттар, танктар, һыу аҫты караптары, вертолёттар, ядро ҡоралы барлыҡҡа килеү яңы төр ҡораллы көстәр, ҡораллы көстәр төрө тармаҡтары , махсус ғәскәрҙәр барлыҡҡа килә.

Ныҡ үҫешкән дәүләттәр ҡораллы көстәре үҙенсәлектәре:

  • ныҡ үҫешкән хәрби эш;
  • күп һанлы (тыныс ваҡытта был дәүләттә йәшәгән халыҡтың 1 % );
  • көслө хәрби ҡорал менән ҡоралланған (ядро ҡоралы, химик, биология, метеорология ҡоралы һәм башҡа);
    • Ядро клубы;
  • ҡораллы көстәр алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәрлек ҡораллы көстәр төрҙәре һәм ҡораллы көстәр төрҙәре тармаҡтары булыуы;
  • дәүләттең мобилизацияларлыҡ резервы булыуы (личный состав, ҡорал, техника, матди саралар);
  • юғары хәрби әҙерлек (боеготовность).

Ҡораллы көстәр төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ф.Энгельсҡа хәтлем армия типтары тип аталғандар.

Главы государств оставляли за собой заботу создания вооружённых сил. Этими силами они завязывали борьбу, ставкой в которой были судьбы народов или династий. На исход борьбы оказывали влияние только вооружённые силы; народы оставались в стороне, хотя и становились участниками победы или поражения.

— Вотье, Пьер (Vauthier, Pierre), Военная доктрина генерала Дуэ, — М.: Воениздат НКО СССР, 1937.[1]

Кадрлы ҡораллы көстәр: 1) дәүләттең һуғыш башланғанда иң тәүге бурыстар үтәргә, шулай уҡ резервтарҙы хәрби эшкә өйрәтергә һәләтле даими ҡораллы көстәре;

2) хәҙерге заман һуғышын алып барырлыҡ итеп ойошторолған, техникаһы булған, өйрәтелгән һәм һуғыш тәжрибәһе булған ҡораллы көстәр.

Массовый ҡораллы көстәр, күп һаны ҡораллы көстәр, дәүләт уларҙы һуғыш ваҡытында булдыра[2]. Тәүге бындай армия капитализм аяҡҡа баҫҡан дәүерҙә барлыҡҡа килә. Башта Францияла Бөйөк француз революцияһы ваҡытында, шунан башҡа Европа илдәрендә, Рәсәй, Төркиә, Япония һәм башҡа илдәрҙә булдырыла . Уларҙы дөйөм хәрби бурыс индереү аша ойошторалар. .

Милиция ҡораллы көстәре (от лат. militia — войско), урындағы ҡораллы көстәр . Был ғәскәри частар тыныс ваҡытта учет алыу аппараты һәм ҙур булмаған командирҙар составынан торған ; был частарҙа ошо территорияла йәшәгән хәрби хеҙмәткә яраҡлы граждандар ҡыҫҡа ваҡытлы уҡыу йыйындары ваҡытында хәрби хеҙмәткә өйрәтелгәндәр. СССР-ҙың ҡораллы көстәре 1923 йылдан 30- йылдар аҙағына хәтле кадрлы һәм урындағы ҡораллы көстәрҙән торған. Хәҙерге техника ныҡ үҫешкән дәүерҙә урындағы милиция ҡораллы көстәре әһәмиәтен юғалтҡан .

Ялланған ҡораллы көстәр (тарихи), профессиональ яугирҙәрҙән торған ялланған армия. Беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡта (Боронғо Мысыр) барлыҡҡа килгән. Башлыса сит ил кешеләренән торған. XV быуат аҙағында Көнбайыш Европа илдәрендә үҙ иле кешеләрен яллай башлағандар. XVIII быуат аҙағы —XIX быуатта ялланған армия урынына дөйөм хәрби бурыс иҫәбенә тулыланыусы регуляр ҡораллы көстәр булдырыла. Ҡайһы бер илдәрҙә (АҠШ, Англия, Көньяҡ Африка Республикаһында, ФРГ-ла ) яңынан ирекле контракт буйынса (ялланып) хеҙмәт итеү индерелгән.

Регуляр ҡораллы көстәр: 1) даими ҡораллы көстәр, билдәле ойоштороу тәртибе, типовой ҡорал, тулыландырыу , хеҙмәт итеү тәртибе, личный составты уҡытыу һәм тәрбиәләү, хәрби кейем, үҙәкләштерелгән идара һәм тәьмин итеү;

2) регуляр ғәскәр исеме иррегуляр ғәскәрҙән айырмалы ҡулланыла (казактар);

Ҡораллы көстәр типтарының тағы бер нисә төр атамаһы бар.

  1. Вотье, Пьер (Vauthier, Pierre), Военная доктрина генерала Дуэ, — М.: Воениздат НКО СССР, 1937.
  2. Массовая армия // Военная энциклопедия / Грачёв П. С.. — Москва: Военное издательство, 2001. — Т. 5. — С. 14. — ISBN 5-203-1876-6.
  • «Армия» (статья 1857 г.), Ф. Энгельса, Москва (М.), Военное издательство (ВИ), 1977 г.;
  • Энциклопедия военных и морских наук. Том VI. — СПб, 1893. — статья «Род оружия».
  • А. Редигер, «Комплектование и устроение вооружённой силы», СПб.;
  • Вотье, Пьер (Vauthier, Pierre), Военная доктрина генерала Дуэ, — М.: Воениздат НКО СССР, 1937.
  • Большая советская энциклопедия (БСЭ), Третье издание, выпущенной издательством «Советская энциклопедия» в 1969—1978 годах в 30-ти томах;
  • Советским Вооружённым Силам — 60 лет (Сопроводительный текст, часть вторая), Н. И. Кобрин, Б. П. Фролов, М., Издательство «Знание», 1978 г., 32 стр.;
  • Вооружённые силы // Вавилон — «Гражданская война в Северной Америке» / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 2).;
  • Военный энциклопедический словарь (ВЭС), М., ВИ, 1984 г., 863 стр. с иллюстрациями (ил.), 30 листов (ил.);
  • Федеральный Закон № 61-ФЗ «О обороне», 31 мая 1996 года
  • «Военный энциклопедический словарь» (ВЭС), М., ВИ, 2007 г.;
  • Военный энциклопедический словарь ракетных войск стратегического назначения / Министерство обороны Российской Федерации (Минобороны России).; Гл.ред.: И. Д. Сергеев, В. Н. Яковлев, Н. Е. Соловцов. — Москва: Большая Российская энциклопедия, 1999. — 632 с. — 8500 экз. — ISBN 5-85270-315-X.

Ҡалып:Военное дело Ҡалып:Военное соединение

Ҡалып:Африка по темам Ҡалып:Северная Америка по темам Ҡалып:Южная Америка по темам