Францияла ислам
Францияла ислам | |
Дәүләт | Франция |
---|---|
Францияла ислам Викимилектә |
Францияла ислам (франц. Islam en FranceIslam en France) — Франция территорияһында ислам дине. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Франция халҡының (65 129 мең кеше) 8,8%-ы (5 720 мең кеше) — Ислам дине тарафдары (2020)[1]. Ислам — Францияның дин тотоусылар һаны һәм әһәмиәте буйынса икенсе урындағы һәм үҫеш темптары буйынса беренсе урындағы дин. Францияла Мәғрибтән (Төньяҡ Африка) сыҡҡандар мосолмандарҙың 82%-ын (Алжирҙан 43,2 %, Марокконан 27,5 % һәм Тунистан 11,4 %) тәшкил итә. Илдә Сахаранан (9,3 %) һәм Төркиәнән (8,6 %) һ. б. илдәрҙән дә мосолмандар бар.
Францияла ислам тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франция территорияһына Ислам Әл-Әндәлүстән (Испаниянан) 717 йылда килә. 888—972-се йылдарҙа Францияның көньяғында Йәләл әл-Һилал (Фраксинет (инг.)баш.) әмирлеге барлыҡҡа килә. Франксинеттың сәскә атыуы 952—960-сы йылдарға тура килә, мосолмандар Савойяга (инг.)баш. һәм Швейцарияға, Марсель, Ницца һәм Греноблдә тиклем сауҙа юлдарын (шул иҫәптән Зур Сен-Бернар (инг.)баш. үткелен) контролдә тота. Был осорҙа Прованс (инг.)баш. халҡы һәм Мәғриб илдәре араһында барлыҡҡа килгән сауҙа һәм социаль-иҡтисади элемтәләр һуңғараҡ Алжир, Тунис һәм Мароккола Франция хакимлығын нығытыу өсөн кәрәк була[2].
Артабан оҙаҡ ваҡыт Францияла мосолмандар булмай тип әйтергә мөмкин. XIX быуатта — XX быуат башында Францияға шаҡтай ғына мосолман халҡы булған территориялар — Алжир, Тунис, Марокко территориялары ҡушылған. Беренсе бөтә донъя һуғышы йылдарында, илде яҡлашыр өсөн Төньяҡ Африканан сығыусыларҙы күпләп йыйғас, мосолмандар Францияның үҙ территорияһына ағыла башлай. Уларҙың ҡайһы берҙәре солох иғлан ителгәндән һуң Францияла ҡала. 1926 йылда Беренсе бөтә донъя һуғышында һәләк булған мосолман һалдаттар иҫтәлегенә Париж йәмиғ мәсете асыла[3]
2015 йылдың ғинуарында Парижда Charlie Hebdo (Шарли Эбдо) француз сатирик аҙналығы редакцияһы офисына террорсылар һөжүм итә. Шуның арҡаһында 12 кеше һәләк була, 11 кеше яралана. 9 ғинуарҙа махсус операция барышында француз спецназы террорсылыҡ актын башҡарыуҙа шикләнелеүселәр — ағалы-энеле Сәйед һәм Шәриф Куаши (Chérif et Saïd Kouach) юҡ ителә[4].
Бер нисә айҙан һуң, 2015 йылдың апрелендә Француз милли союзы мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылдың беренсе кварталында китап магазиндарында ислам тураһында китап сауҙаһы 2014 йылдың шул уҡ кварталы менән сағыштырғанда 3 тапҡырға артҡан. Philosophie журналы директоры Фабрис Гершель һүҙҙәренә ҡарағанда: «Француздарҙың һорауҙары артҡандан-арта, һәм уларҙы КМС аша ала торған яуаптар барған һайын аҙыраҡ ҡәнәғәтләндерә»[5].
Мәсеттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франция Мосолмандар шураһы башлығы Дәлил Әбү Бәкер мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2015 йыл башына Францияла 2 200 мәсет эшләгән. Уның фекеренсә, мәсеттәр һаны Францияның яҡынса 7 миллион мосолмандың рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндермәй. Шуға бәйле рәүештә, мосолмандар шураһы Францияла мәсеттәрҙең һанын арттырыуҙы талап итә[6].Әлеге талапты дәүләт институттарының реформалары өсөн яуаплы министр Тьерри Мандо һәм Франция епископтары советы хуплай. Үҙ сиратында, «Милли фронт» ультрауң партияһы вице-президенты Флориан Филиппо Францияла мосолмандарҙың дини ҡоролмалары етерлек күләмдә булыуын белдерә, мәсеттәрҙең экстремизм сығанағы булыуын әйтә[7].
Дин һәм донъяуи йәмғиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуаттың 80-се йылдарынан башлап Францияла иммигранттар һәм уларҙың балалары яғынан ислам диненең күләмле сағылыштары арта бара. Был бигерәк тә мәктәптәрҙә асыҡ күренә, унда мосолман ҡыҙҙары традицион мосолман яулыҡтары — хижаб ябынып йөрөй. Әле 1989 йылда Париж мәктәптәренең береһендә ике 14 йәшлек ҡыҙ хижабтарын, уҡыу йорто уставы талап иткәнсә, донъяуи кейемгә алыштырыуҙан баш тартҡан. Шунан бирле уларға меңәрләгән эйәреүселәр барлыҡҡа килә, уларҙың күбеһе үҙҙәренең дини ҡараштары хаҡына, ғөмүмән, донъяуи белем алыуҙан баш тарта.
2003 йылдың июлендә дин һәм дәүләттең үҙ-ара мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса хөкүмәт комиссияһы ойошторола. «Ҡатын-ҡыҙҙы хоҡуҡһыҙлауҙың визуаль символы» тигән киң кампания башлана. Мөслимәләр ябай һайлау алдында ҡала: йә дини талапты үтәмәҫкә, йә уҡыуҙы туҡтатып торорға.
2010 йылдың 14 сентябрендә Франция Сенаты тарафынан битте ҡаплап йөрөү тураһында «Йәмәғәт киңлегендә шәхесте йәшереүҙе тыйыусы Закон» (франц. Loi interdisant la dissimulation du visage dans l'espace publicLoi interdisant la dissimulation du visage dans l’espace public) ҡабул ителә. Закон нигеҙендә, Франция граждандарына халыҡ күп йөрөй торған урындарҙа (урам, магазин, музей, йәмәғәт транспорты һәм парк кеүек асыҡ урындарҙа) аңлы рәүештә баш кейеме менән йәки битлек кейеп битте ябыу (ҡаплау) тыйыла. Әлеге закон Францияға килгән сит ил туристарына ла ҡағыла. 2010 йылдың 7 октябрендә Франция Конституция советы законды Конституцияға тура килә тип таныған, ул "Journal Officiel"да баҫылғандан һуң 6 ай уҙғас, үҙ көсөнә кергән.
2011 йылдың 16 сентябрендә Францияла урамдарҙа намаҙ уҡыуҙы тыйыу тураһында ҡанун ҡабул ителгән.
Франциялағы мосолмандарҙың ҙур йәмәғәт ойошмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге мәлдә Францияла бер нисә ҙур мосолман ижтимағи ойошмаһы бар. 1983 йылдан Францияның Ислам ойошмалары союзы эшләп килә (2014 йылдан БҒӘ хакимиәте тарафынан террористик төркөмдәр исемлегенә индерелгән)[8].
2003 йылда Франция мосолман дин эштәре буйынса совет ойошторола, унда 2013 йылғы һайлауҙар һөҙөмтәләре буйынса Марокко мосолмандары өҫтөнлөк итә, әммә совет башлығы булып Париж йәмиғ мәсете имамы тора[9]. 2006 йылда Марокко ярҙамында Франция мосолмандар берләшмәһе төҙөлә. Ике ойошма ла бер-береһе менән бәйле.
Францияла исламды сит илдәр финанслауы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франциялағы мосолман йәмғиәттәре сит илдән күпмелер финанслау ала. Өҫтәүенә, икенсе ил хакимиәттәре араһында йыш ҡына мосолман учреждениеларына ярҙам итеү хоҡуғы өсөн «көндәшлек» күҙәтелә. Мәҫәлән, 1982 йылдан Париж йәмиғ мәсете рәсми рәүештә Алжир хакимиәтенән ярҙам ала. Бынан тыш, Алжир Турҙа һәм Тулузала мәсеттәр төҙөү өсөн аҡса бүлеп биргән, Марсель мәсетенә ярҙам иткән, шулай уҡ француз имамдары әҙерләүгә түләгән. Марокко короле Мөхәммәд VI Блуала, Страсбургта һәм Сент-Этьенда мәсет төҙөп бөтөрөүгә аҡса бүлеп биргән[10].
Протестар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылдың ғинуарында Францияла мосолмандарҙың йәмғиәттең донъяуи булыуы тураһында закон ҡабул ителеүгә ҡаршы күмәк сығыштары үтә. Закон дәүләт мәктәптәрендә уларҙың дини ихтыяжын символлаштырған кейем-һалым кейемдәрен тыйырға тейеш була. Мосолмандарҙың демонстрацияларына Франция сикхтары ҡушыла, улар шулай уҡ дини хис-тойғолары мыҫҡылланыла, тип иҫәпләй.
2004 йылдың 15 мартында Франция йәмғиәтенең донъяуи характеры тураһында закон ҡабул ителә. Закон нигеҙендә, дәүләт учреждениеларында һәм мәктәптәрҙә дингә мөнәсәбәте күрһәтеүсе теләһә ниндәй билдә — оло тәре, хижаб, салма, йәһүд ир-аты киптары йәки сикх салмаһы менән йөрөү тыйыла. Йәмәғәт һорауламаларынан күренгәнсә, законды Франция халҡының өстән ике өлөшө хуплаған[11].
Француз хөкүмәте һәм парламентына ҡаршы көрәште дауам итеп, ислам активистары уны Европа дәрәжәһенә сығаралар. 2004 йылдың июлендә Лондонда 14 илдән 250 делегат ҡатнашлығында халыҡ-ара конференция уҙа, унда Европарламентта мосолмандар мәнфәғәттәрен лоббилаштырыу буйынса сәйәси кампания башлап ебәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Францияла ҡабул ителгән дини символдарҙы йөрөтөүҙе тыйыуҙы, башҡалар менән бер рәттән, Лондон мэры Кен Ливингстон да ғәйепләй, ул яңы закон дини түҙмәүсәнлек яғына аҙым тип һанай[12].
2004 йылдың 20 авгусында «Ираҡта Ислам армияһы» тарафынан ике француз журналисы ҡулға алына. Ихтилалсылар аманаттарға алмашҡа ҡабул ителгән ҡанунды ғәмәлдән сығарыуҙы талап итә[13]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Muslim Population By Country 2020 2019 йыл 1 сентябрь архивланған. (инг.)
- ↑ Images, Documents and Maps regarding Fraxinet 2016 йыл 3 март архивланған. (фр.)
- ↑ Салкина М. Институционализация ислама во Франции // Международные процессы. — 2016. — Т. 14. — № 2 (45). — С. 116
- ↑ Братья Куаши, подозреваемые в нападении на редакцию Сharlie Hebdo, погибли при штурме в городе Даммартен-ан-Гоэл. ria.ru, 09.01.2015 (рус.)
- ↑ Продажи исламской литературы во Франции утроились . IslamNews (4 апрель 2015). Дата обращения: 6 апрель 2015.
- ↑ Французское правительство: Нехватка мечетей способствует радикализации мусульман. ИА Islam News, 08.04.2015 (рус.)
- ↑ Французское правительство: Нехватка мечетей способствует радикализации мусульман, IslamNews (8 апрель 2015). 8 апрель 2015 тикшерелгән.
- ↑ Салкина М. Институционализация ислама во Франции // Международные процессы. — 2016. — Т. 14. — № 2 (45). — С. 117—118
- ↑ Салкина М. Институционализация ислама во Франции // Международные процессы. — 2016. — Т. 14. — № 2 (45). — С. 117
- ↑ Салкина М. Институционализация ислама во Франции // Международные процессы. — 2016. — Т. 14. — № 2 (45). — С. 115
- ↑ Александр Петров. Хиджаб замедленного действия. «Независимая газета», 21.07.2004
- ↑ Петров, Александр Хиджаб замедленного действия . Независимая газета (21 июль 2004). Дата обращения: 6 апрель 2015.
- ↑ Белов, Шкуренко, 17.05.2010
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белов Е., Шкуренко О. 10 ссор неверных с исламом // Огонёк. — 17.05.2010. — № 19. — С. 25.
- Мусульмане во Франции Алексей Кудрявцев (Опубликовано в РЖ «Россия и мусульманский мир», 2002, № 11, с. 155—168)