Әмирлек
Әмирлек (ғәр. أمیر — бойороусо, юлбашсы) — ислам дәүләтендә идара итеү формаһы. «Әмирлек» һүҙе әмир етәкселек иткән Хәлифәт, Солтанлыҡ, Имамлыҡ төшөнсәләре менән берҙәй. Әмирлек — нәҫелдән күсеүсе монархия түгел. Тәүҙә әмирҙәрҙә ислам общинаһы (умма) һайлаған. Әмирлек өсөн мосолмандарҙың йәшәү ҡануны — шәриғәтте тормошҡа ашырыу мөһим шарт булып тора. Ваҡыт үтеү менән әмирлектәр үҙгәрә, хәҙерге ваҡытта әмилектәр короллектәргә оҡшаған. Бөгөнгө донъяла әмирлектәр күп ҡалмаған, Яҡын Көнсығышта Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре тигән конфедерацияға ингән илдәр һәм үҙалла дәүләттәр Катар һәм Кувейт. 1996 йылдан 2001 йылға тиклем Ислам идара итеү формаһы Афғанстан Ислам Әмирлеге исемле әмирлек Афғанстанда була. 2007 йылда ислам ҡаршылыҡ күрһәтеү көстәре Төньяҡ һәм Көньяҡ Вәзирстанда әмирлек иғлан иткәс Доку Умаров Төньяҡ Кавказдың әмире тип, Ичкерия Чечен Республикаһы исеме бөтөрөлдө тип иғлан ителә. 2011 йылда Йәмәндә хөкүмәткә ҡаршы сығыштар башланғас, «АӘл-Ҡағиҙә» мөжәһидтәре Ғәрәп ярымутрауында әмирлек иғлан итә. Шулай уҡ "Әш-Шабаб"ойошмаһы Сомали иленең көньяғында әмирлек урынлаштырыу өсөн көрөшә.
Үҙ аллы әмирлектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмирлектәр— дәүләт провинциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Берләшкән Ғәрәп Әмирләктәре
- Сәғүд Ғәрәбстаны провинциялары
Тарихи әмирлектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт |
Башҡала |
Дәүере | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|
Әрмән әмирлеге | Двин, Берда’а | 637—885 | Хәлифәткә бойһонған |
Эгрис әмирлеге (шартлы рәүештә булған) | Нокалакеви | 701—711 | Хәлифәткә бойһонған (шартлы рәүештә булған), Әрмән әмирлеге (аль-Арминийа) составында булған |
Дербент әмирлеге | Дербент | 735—1239 | Хәлифәткә бойһонған, 885 йылға тиклем Әрмән әмирлеге составында булған |
Тбилиси әмирлеге | Тбилиси | 736—1122 | Хәлифәткә бойһонған, 885 йылға тиклем Әрмән әмирлеге составында булған |
Кордова әмирлеге | Кордова | 756—929 | Хәлифәткә бойһонған, һуңыраҡ Кордова хәлифәтенә әүрелгән |
Крит әмирлеге | Харнак | 825—961 | Хәлифәткә бойһонған |
Бари әмирлеге | Бари | 847—871 | Хәлифәткә бойһонған |
Сицилия әмирлеге | Палермо | 965—1072 | |
Гранада әмирлеге | Гранада | 1228—1492 | |
Айдын әмирлеге | Смирна | 1308—1425 | |
Бохара әмирлеге |
Бохара | 1785—1920 | 1868 йылдан Рәсәй империяһына бойһонған |
Афғанстан әмирлеге | Кабул | 1823—1929 | 1919 йылға тиклем, һуңынан короллек тип атала |
Неджд | 1902—1921 | һуңынан солтанат тип атала | |
Төньяҡ-Кавказ әмирлеге | Ведено | 1919—1920 | Ғосман империяһы протектораты аҫтында |
Трансиордания | Амман | 1921—1946 | Британия даралығы аҫтында |
Афғанстан Ислам әмирлеге | Кабул | 1996—2001 | Ярым танылған дәүләт |
Бахрейн | Манама | 1971—2002 | 2002 йылдан короллек |
Иғлан ителгән, әммә тарихта булмаған әмирлектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кавказ әмирлеге — 2007 йылда
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам дәүләттәре