Эстәлеккә күсергә

Словакияла ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Словакияла ислам
Дәүләт  Словакия

Словакияла ислам аҙ һанлы диндәренең береһе булып тора. Словакияның ислам фонды мәғлүмәттәре буйынса, илдә 4 меңдән алып 5 меңгә тиклем мосолман йәшәй[1]. Күпселеге илдең баш ҡалаһы — Братиславала. Община ағзаларының төп өлөшөн Албания һәм Босниянан сығыусылар, шулай уҡ ғәрәптәр тәшкил итә.

2015 йылға ҡарата, Словакия Европа Союзының үҙ территорияһында бер генә мәсет тә булмаған берҙән-бер ил булып ҡала[1]. Шул сәбәпле илдең рәсми властары Сүриә кеүек илдәрҙән бары тик христиан динле ҡасаҡтарҙы ғына ҡабул итергә риза[2]. Ислам дине дәүләт тарафынан танылмаған һәм теркәлмәгән. Братиславала Ислам фондына нигеҙ һалған Мөхәммәд Хасна, фонд бер нисә тапҡыр Братислава властарына мәсет төҙөргә рөхсәт һорап мөрәжәғәт итте, әммә мөрәжәғәт һәр саҡ кире ҡағылды, тип раҫлай.

Этностарҙы һәм мәҙәниәттәрҙе өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың 70 проценттан ашыуы илдә ислам дине булыуына, хатта мосолмандарҙың үҙ динен тотоуына һәм ислам үҙәктәре төҙөүенә ҡаршы[1].

«Курс — социаль демократия» (СМЕР) партияһы депутаты Ян Подманицкий иҫәпләүенсә:

Конституция Словакии гарантирует право мусульман на свободу вероисповедания, однако Словацкая республика не обязана обеспечивать государственную поддержку и финансирование религии, которая не пользуется популярностью среди населения и является для нашей страны [Словакии] нетрадиционной религией.[1]

Словакия Эске Эштәр министрлығы вәкиле Иван Метик түбәндәге белдереү яһай:

«Мы очень хотим помочь Европе с проблемой миграции. Мы могли бы принять 800 мусульман, но, увы, в Словакии нет мечетей. Как мусульмане смогут интегрироваться, если им здесь не понравится?»