Белоруссияла ислам
Белоруссияла ислам XIV—XVI быуаттарҙа польша-литва татарҙары тарафынан индерелгән, хәҙерге ваҡытта илдең мосолман общинаһына шулай уҡ мосолман иммигранттары инә. 2009 йылғы йән иҫәбен алыу барышында дингә мөнәсәбәт хаҡында һорау ҡуйылмай, әммә иҫәп алыу һөҙөмтәһендә илдең этник составы билдәләнгән, уның буйынса ислам динен яҡынса 30000 кеше тота[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам диненең хәҙерге Белоруссия территорияһында тәүге таралыу осоро XIV—XVI быуаттарға килә. Был осорҙа Бөйөк Литва кенәзлегенең бер нисә кенәздәре дәүләт сиктәрен һаҡлау хеҙмәтен үтәү өсөн Алтын Урҙанан һәм Ҡырымдан мосолман халҡын саҡыра. XIV быуат аҙағында 100 меңдән ашыу польша-литва татарҙары хәҙерге Белоруссия һәм Литва, шулай уҡ Польшаның төньяҡ-көнсығышына килеп урынлаша, улар иҫәбенә ялланған һаҡсылар, ирекле иммигранттар, һәм шулай уҡ хәрби әсирҙәр ингән.
Белорустар, поляктар, литвалар һәм урыҫтар менән милләт-ара никахтар ғәҙәти, әммә польша-литва татарҙарының тулы ассимиляцияһына килтермәй. Төрлө этник төркөмдәрҙән барлыҡҡа килеп, польша-литва татарҙары үҙ телдәрен юғалта һәм башлыса белорус, поляк һәм урыҫ телдәренә күсә. Әммә дини эштәрҙә ғәрәп теле ҡулланыла.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1994 йылда Бөтә Белоруссия мосолмандары конгрессы үтә, бында Беларусь Республикаһы мосолман диниә назараты ойошрола. Уны башта доктор Исмаил Александрович, ә 2005 йылдан — Әбүбәкер Шабанович етәкләй.
1997 йылда 23 мосолман общинаһы теркәлгән, шул иҫәптән 19 — Белоруссияның көнбайыш өлкәләрендә.
2007 йылда Белоруссияла 30 мосолман дини ойошмаһы иҫәпләнгән[2].
Мәсеттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белоруссия территорияһындағы тәүге мәсеттәр XIV—XV быуаттарҙа барлыҡҡа килгән. 1994 йылда Слонимда, ә 1996 йылда — Смиловичила мәсет асыла. 1997 йылдың июлендә Белоруссияға польша-литва татарҙарының килеүенә 600-йыллығына Новогрудокта мәсет асыу тантанаһы була. XIX быуатта Ивье ҡалаһында мәсет төҙөлә, ул белорус ағас архитектураһы ҡомартҡыһы булып тора. Шулай уҡ Гомель, Ивье, Слоним, Новогрудок, Клецк, Видзы һ.б. тораҡ пункттарҙа мәсет һалынған.
Белоруссияның баш ҡалаһындағы элекке мәсет 1962 йылда емерелә[3], ә 2016 йылда Минскта яңы мәсет асыла[4].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Минск йәмиғ мәсете, 1903 йыл | Даубучки ауыл мәсете, 1930 йыл | Новогрудок мәсете, 1931 йыл | Смиловичи мәсете | Ивье мәсете |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Минскую мечеть планируют построить до конца года 2013 йыл 11 май архивланған.
- ↑ Семь столетий ислама в Беларуси 2017 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ Минскую мечеть планируют построить до конца года | Telegraf.by 2013 йыл 11 май архивланған.
- ↑ Соборная мечеть торжественно открыта в Минске
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт мусульман Белоруссии (рус.)
- Соборная мечеть в Минске 2020 йыл 27 октябрь архивланған. (рус.)