Латвияла ислам
Латвияла ислам | |
Дәүләт | Латвия |
---|
Төрлө сығанаҡтар буйынса, Латвияла 0,5 алып 12 меңгә тиклем мосолмандар йәшәй (күбеһенсә сунниттар)[1]. 2007 йылда илдә 15 мосолмандар общинаһы теркәлгән[2]. Ригала мосолман ойошмалары байтаҡ («Иҙел», «Иман», «Ислам» һәм «Ҡөрьән» йәмғиәттәре) һәм Даугавпилста «Иҙел» йәмғиәте бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Латвия биләмәһендә мосолмандарҙың булыу-булмауы беренсе тапҡыр 1838 йылда билдәләнә. 1897 йылда ислам динен тотҡан кешеләр һаны кеше 1 671 булған[3]. Унда йәшәгән мосолмандар татар һәм башҡа төрки халыҡтарға ҡараған; уларҙың күбеһе был төбәктә үҙ ихтыярҙары менән булмай, мәҫәлән, улар араһында Ҡырым һәм Рус-төрөк һуғыштарының ғосман хәрби әсирҙәре күп булған. Рус-төрөк һуғышынан һуң йөҙләп тиерлек төрөк әсирҙәре Цесис ҡалаһына ебәрелгән, унда 30 -ға яҡыны климаттың ҡырҡа үҙгәреү арҡаһында һәләк булған, сөнки йәшәү өсөн яраҡһыҙ биналарҙа йәшәгән, ә унда һалҡындан һаҡланыу өсөн кәрәк-яраҡ булмаған
XX быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1902 йылда мосолман общинаһы хөкүмәт тарафынан рәсми рәүештә таныла һәм ойошторола. Йәмғиәт үҙенең башлығы итеп Давидов Ибраһимды һайлай. Хәҙерге Латвия биләмәһендә йәшәгән күп мосолмандар XX быуат башында рус армияһына саҡырыла. Күпселеге хеҙмәтен тамамлағандан һуң Мәскәүгә китә. Хәҙерге Латвия биләмәһендә даими йәшәгән мосолмандарҙың күбеһе Беренсе донъя һуғышында ҡулға алына. Был властар тарафынан хәүефһеҙлек йәһәтенән эшләнә, уларҙың фекеренсә, төрөк сығышлы граждандар именлек өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра, сөнки Ғосман империяһы һуғышта Рәсәй дошмандарының береһе була. Уларҙың күпселеге Мәскәүгә оҙатыла.
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында Латвияға ҡасаҡтар күсеп килә, улар араһында төрлө этник сығышлы мосолмандар була, әммә латыштар уларҙың бөтәһен дә төрөк һымаҡ ҡабул итә. 1921 йылда рига мосолман берләшмәһе лидеры булып имам Хөснөтдинов Шакир һайлана, был вазифаны ул 1940 йылға тиклем биләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Энциклопедия религий. Ислам. Латвия. 2008 йыл 24 октябрь архивланған. (латыш.)(латыш.)
- ↑ Мусульмане в Латвии на сайте Pribalt.info 2010 йыл 29 ғинуар архивланған. (рус.)(рус.)
- ↑ Skujenieks M. Latvija. Zeme un iedzīvotāji. Rīga: Valsts statistiskā pārvalde, 1920—200.-201. lpp.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Eastern Minorities — статья на сайте li.lv 2018 йыл 11 октябрь архивланған. (инг.)
- История ислама в Латвии на сайте islam.lv 2009 йыл 17 июль архивланған.
- Латвия принимает ислам — статья на сайте islamnews.ru
- Заявление Совета Рижской мусульманской общины «Иман» и Консультативного совета мусульман Латвии на сайте whiteworld.ru