Эстәлеккә күсергә

Солтан мәсете (Сараево)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Солтан мәсете
босн. Careva Džamija
Ил Босния һәм Герцеговина Босния һәм Герцеговина
Регион Сараевский кантон Сараевский кантон
Ҡала Сараево
Адресы Konak
йүнәлеш, мәктәп сөнни
Мәсет төрө Йәмиғ мәсете
Архитектура стиле Ғосман архитектураһы
Төҙөлөштө башлаусы Морат II
Төҙөлөү датаһы 1457 йыл
Төп даталары:
1457 — Первоначальное строительство
1462 — пожар в мечети
1527 — восстановление мечети
Көмбәҙҙәр һаны 1
Манаралар һаны 1
Торошо эшләй
Тәрәүих ДаY
Ифтар ДаY
Сайт emperorsmosque.org

Солтан мәсете (босн. Careva Džamija, төр. Hünkâr Camii; рус. Царёва мече́ть) — Босния һәм Герцеговинаның баш ҡалаһы Сараеволағы иң боронғо мәсет. Мәсетте Ғосман империяһы солтаны Сөләймән I хөрмәтенә атағандар.

Беренсе тапҡыр 1462 йылда үҙенең диндарлығы, ғәҙеллеге һәм кешелеклелеге менән дан тотҡан солтан Морат II ваҡытында төҙөлгән. Ул идара иткән осорҙа Ғосман империяһында бик күп һарайҙар, мәсеттәр, күперҙәр, мәктәптәр һ. б. төҙөлә.[1].

1480 йылда серб деспоты Вук Бранкович Сараевоны тулыһынса ут эсендә ҡалдырғанда мәсет тә яна. 1527 йылда, Сөләймән I (Ҡануни Сөләймән) идара иткән йылдарҙа, мәсет яңынан тергеҙелә. Сөләймән I хөрмәтенә мәсетте Солтан мәсете тип атағандар[1].

Мәсеттә дини мәктәп (мәҙрәсә) асыла, ҡала халҡының дөйөм йыйылыштары (мәжлестәр) үткәрелә, шулай уҡ бында илселәргә һәм ғибәҙәт ҡылыусыларға һыйыныу урыны бирәләр[1].

Солтан мәсете архитектураһы ул ваҡытта төҙөлгән башҡа мәсеттәрҙең архитектураһынан бөтөнләй айырылмай тиерлек. Тура мөйөшлө ихата көмбәҙ ҡыйыҡлы ғибәҙәт залына йәнәш тора.

Төп бинаға бейек манара төҙөлгән, унан мәзин мосолмандарҙы намаҙға саҡыра. Мәсет алдында йола буйынса йыуыныу урыны (тәһәрәтхана) бар. Иҙәненә келәм түшәлгән[1]

Ғосман-төрөк сәйәхәтсеһе Әүлиә Челеби бөтә донъяға билдәле «Сәйәхәтнамә»һендә раҫлауынса, был мәсеттә башҡаларына ҡарағанда диндарҙар күберәк булған. Тәһәрәт алыу өсөн һыу ҡайнар сығанаҡтарҙан торба буйлап килә, тип яҙған ул[2].

Ҡатын-ҡыҙҙар намаҙҙы ирҙәрҙән айырым уҡый. Килеүселәр өсөн мәсет намаҙ ваҡытынан тыш та асыҡ.[1]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 ThePlanetOfHotels.com
  2. Evliya Çelebi Seyahatnamesi, Hazırlayanlar: Yücel Dağlı, Seyit Ali Kahraman, İbrahim Sezgin, 5. Kitap, YKY, ]]İstanbul]] 2001, s. 224.