Иран Әзербайжаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тарихи өлкә • Төньяҡ-көнбайыш Иран
Азербайджан

фарс. آذربایجان

әзерб. Cənubi (Güney) Azərbaycan
South Azerbaijan (orthographic projection).svg

Ирандың төньяҡ-көнбайыш провинцияһы — Ардебиль, Көнсығыш Әзербайжан һәм Көнбайыш Әзербайжан (Иран Әзербайжаны)
Башҡа исемдәр

пехл. Āturpātākān;
классич. перс. Āδarbāyagān или Āδarbāδāgān;
әрм. Ատրպատական [Atrpatakan],
грек. ᾿Ατροπατήνη,
визант. грек. ᾿Αδραβιγνων,
сирийск. Aδorbāyγān.

Осор

б.э.т. 320 йыл — беҙҙең көндәр

Хәҙерге көндәге өлкәләр

хәҙерге Ирандың төньяҡ-көнбайышы

Халҡы

әзербайжандар, ҡурд, талыш, фарсы, әрмәндәр

Майҙаны

100 887 км²

Хәҙерге исеме

Иран

Өлкә биләгән урын (хәҙерге картала)

Әрдебил, Көнсығыш Әзербайжан һәм Көнбайыш Әзербайжан

Тарихи өлкә урынындағы хәҙерге өлкәләр:
пехл. Āturpātākān;

классич. фарсы. Āδarbāyagān или Āδarbāδāgān;
әрм. Ատրպատական [Atrpatakan],
грек. ᾿Ατροπατήνη,
визант. грек. ᾿Αδραβιγνων,
сирия. Aδorbāyγān.

Әзербайжан[1], Иран Әзербайжаны йәки Көньяҡ Әзербайжан (фарс. آذربایجانآذربایجانфарс. آذربایجان , آذربایجان گونئی; әзерб. Azərbaycan Cənubi, Güney Azərbaycan) — тарихи-географик өлкә. Ирандың төньяҡ-көнбайышындағы, Урмия күленән көнсығышҡа табан ятҡан өлөшө[2].  Яҡынса хәҙерге Ирандың Әрдәбил, Көнсығыш Әзербайжан һәм Көнбайыш Әзербайжан провинцияларына тап килә[3]. Зенджан провинцияһы Иран Әзербайжанының административ өлөшө булмаһа ла, әзербайжан халҡы күп булыу сәбәпле мәҙәни ҡараштан уның көнсығыш сиге тип иҫәпләнә[4].

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

"Әзербайжан" атамаһы (фарс. آذربایجانآذربایجانфарс. آذربایجان) классик фарсынан ғәрәпләштерелгән формаһы булып тора һәм Āδarbāyagān (Āδarbāδāgānфарс. Āδarbāyagān (Āδarbāδāgānпехл. Āturpātākān (Atrpatakan; урта әрм. Ատրպատական (Atrpatakan), грек. ᾿Ατροπατήνη, визант. грек. ᾿Αδραβιγνων, сүриәAδorbāyγān һүҙенә барып тоташа. Ул һуңғы Мидияла ахеменид сатрап булған Атропат (Āturpāt) батшаға ҡағыла. Ул беҙҙең эраға тиклем 320 йылда Александр Македонский үлгәндән һуң Кесе Мидия батшалығына, йәғни Атропатен батшалығына нигеҙ һала[5]Āturpātākān термины урта фарсы суффиксы -akān ярҙамында төҙөлә: Āturpāt < боронғо иран. *Āturpāta ( "(изге) ут" менән һаҡланған)[6].

Академик[7] ғилми әҙәбиәттә шулай уҡ "Көньяҡ Әзербайжан" тип тә атала.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге Иран этник картаһы

Иран Әзербайжаны территорияһы яғынан кавказ Әзербайжаны[8] биләмәһенән күпкә киңерәк. Территорияһы— 104 497 км2[9], халҡы — 7,7 миллион самаһы (2006: Көнбайыш Әзербайжан — 2 873 459, Көнсығыш Әзербайжан — 3 603 456, Әрдәбил — 1 228 155 кеше)[10] . Төп халҡы — әзербайжандар. 2002 йылғы мәғлүмәттәр буйынса өлкәләге дөйөм халыҡтың 72 % - азербайжандар, 20 % — курдтар, 6 % — фарсылар, 2 % — башҡа халыҡтар. Әзербайжандар Иран Әзербайжанынан көньяҡтағы Зенджан  провинцияһында күпләп йәшәй. Курдтар Иран Әзербайжаны провинцияһында йәшәй. Тәбриздә йәшәүселәр араһында бер аҙ әрмәндәр бар, ҡаланың әрмән общинаһы төҙөлгән. Урмия күленең көнбайыш яр буйҙарында 20 мең самаһы ассирийсылар йәшәй[11].

Төп ҡалалары -  Тәбриз, Урмия, Әрдәбил, Мехабад, Марага, Хой һәм Меренд.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иран Әзербайжаны Ирандың төньяҡ-көнбайышындағы ҙур территорияны биләй. Төньяҡтан ул  Әзербайжан Республикаһы, Әрмәнстан, көнбайыштан Ираҡ, Төркиә, көнсығыш һәм көньяҡтан Ирандың Гилян  һәм Зенджан провинциялары, Курдистан менән сиктәш. Өлкә территорияһының күп өлөшөн Әрмән ҡалҡыулығындағы тауҙар алып тора. Уларҙың көнсығышында Талыш тауҙары, көнбайышында Курдистан тауҙары. Загрос тауҙарының көнсығыш өлөшө төньяҡтан көньяҡҡа Иран Әзербайжаны территорияһы буйлап үтә. Тектоник үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә тауҙар араһы уйпаттары барлыҡҡа килгән. Шулар иҫәбендә тоҙло күле булған Урмия сөңгөлө, Хой-Меренд соҡоро, Ардебил менән Ахар ҡалалары араһындағы Карасу йылғаһы үҙәне. Иң ҙур һырттар тип Аракс йылғаһы үҙәнен уратып ятҡан Мишудаг менән Карадаг, артабан көньяҡҡараҡ — Себелан һәм Бозкуш тауҙары һанала. Иң ҡеүәтле вулкандар Херемдаг (3710 м) һәм Себелан (4812 м) тәңгәлендә булған.

Өлкә биләмәһе буйлап 17 йылға аға, шуларҙан иң ҙуры Аракс менән Гезел Узан йылғалары. Шулай уҡ  ике ҙур күл бар  — Урмия һәм Акгүл.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атропатена Бөйөк Әрмәнстан составында

Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡтың тәүге яртыһында Урмия күленән көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай Манна дәүләте була. Был турала мәғлүмәт бик аҙ, сөнки архиологик яҡтан насар өйрәнелгән, маннейҙарҙың яҙма ҡомартҡылары ла һаҡланмаған. Беҙҙең эраға тиклем VII быуатта был биләмәләр мидийҙар тарафынан яулана һәм иранлаштырыла. Мидия составында, һуңыраҡ Ахеменид империяһында ул Кесе Мидия тип йөрөтөлә. Беҙҙең эраға тиклем IV быуат башында Ахеменид империяһы ҡолап, Александр Македонский яуы үткәс, Мидияның төньяҡ өлөшөндә үҙаллы Атропатен Мидияһы батшалығы булдырыла (фарс. Мад-и-Атурпаткан, Артрупат Мидияһы) йәки Атропатена, унда Мидияның һуңғы ахеменид сатрапы Атропат (Атурпатак) хаким итә[12].

Беҙҙең эра башында Атропат династияһы туҡтатыла һәм Атропатена Пәрфән батшалығы, һуңынан Сәсәнидтәр империяһы составына инә. Атропена батшаһы итеп ғәҙәттә тәхет вариҫы тәғәйенләнгән.

Бөйөк Әрмәнстан осоронда Урмиянан көнбайыш өлөшө (Васпуракан өлөшө), шулай уҡ Каспий диңгеҙенә тиклем территория (Пайтакаран) ошо дәүләт составына инә.

Ислам дәүере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атропена Ғәрәп Хәлифәте осоронда.

816—837 йылдарҙа Әзербайжан ғәрәптәргә ҡаршы һүррәмдәрҙең Бәбәк етәкселегендәге күмәк ихтилалдары урынына әйләнә.

XI быуат аҙағында Сажиҙар әмирлеге барлыҡҡа килә. Уның баш ҡалаһы Тәбриз була. 

XI быуат уртаһында Азербайжан территорияһына төрки-уғыҙ — сәлжүктәр ҡәбиләһе баҫып инә һәм 1054 йылда был ерҙәрҙе бойһондороуға ирешә, ә 1070 йылда Әзербайжанды үҙ империяһына ҡуша. Төрки күскенселәр Әзербайжандың  көтөүлектәрендә төпләнә, ошо мәлдән алып  урындағы иран (әзери) халҡы төркиләшә башлай. Был ассимиляциянан  XV быуат аҙағына  әзербайжан халҡы барлыҡҡа килә[13].

Сәлжүктәр империяһы тарҡалғас, Әзербайжан менән Сәлжүк солтанына бойондороҡло булған Илдәгизиҙәр династияһынан "атабәктәр" идара итә башлай. Был дәүер (XII быуат) мәҙәни үҫеш осоро була. Фарсы шиғриәте классигы[14][15] шағир Низами Гәнжәүи күрше Арранда (Гәнжә) йәшәй һәм илдәгизиҙәр яҡлауында була.

1220—1221 йылдар араһында Әзербайжанға беренсе тапҡыр монголдар (Жебе һәм Субутый армияһы) баҫып инә. 1225 йылда һуңғы хорезмшаһ Жәләл әд-Дин Тәбризде ала һәм шуның менән Илдәгизиҙәр Дәүләте емерә; әммә 1231 йылда уны монголдар ҡыуып сығара.

Монгол империяһы тарҡалғас, Әзербайжан Иран менән бергә Хүләгү ханға һәм уның вариҫтарына ҡала.

Хүләгүләр дәүләте тарҡалғас, XIV быуат уртаһында Әзербайжан Джалаирҙар (монгол ҡәбиләһе юлбашсыһы Джалаир) дәүләте составына инә. Уның баш ҡалаһы Тәбриз була. Шул уҡ быуат аҙағында джалаирҙарҙы  Тимер ҡыуып сығара.

Исмәғил шаһ — Сәфәүиҙәр династияһына нигеҙ һалыусы

Тимер вафат булғандан һуң Әзербайжан уның улы Миран шаһҡа ҡала, әммә ул 1408 йылда джалаир  Әхмәт һәм уның төрки союздаштары Ҡара-Йософ (Ҡара Ҡуйлы) менән көрәштә һәләк була; Джалаирҙар дәүләте тергеҙелә, әммә бер йылдан һуң Ҡара Йософ Әхмәт Джалаирҙы үлтерә һәм Тәбризде үҙ ҡулына ала. Артабан йөҙ йыл ярым дауамында Тәбриз Ҡара-Ҡуйлы, Аҡ ҡуйлы һәм Иран берҙәмлеген тергеҙеүcе сәфәүи Исмәғил I дәүләттәренең баш ҡалаһы булып ҡала. Исмәғил I улы идаралығында Ирандың баш ҡалаһы Тәбриздән Казвинға  (һуңынан Исфаханға) күсерелә.

Был дәүер (монгол ябырылыуынан һуң) төбәктә тулыһынса төркиҙәр хакимлығы менән билдәләнә. 1514 йыл — төркиҙәрҙең Исмәғил шаһты еңеү мәле тип иҫәпләнә. Чалдыран яуынан һуң сөнни төркиҙәр Әрмән таулығының ҙур өлөшөн баҫып ала һәм шығый төркиҙәрҙе Әзербайжанға ҡыҫырыҡлай.

Был ваҡытта төрөк теле XVI быуатҡа тиклем Ирандың рәсми теле була, йәғни Ғәббәс I үткәргән үҙәкләштереү һәм иранлаштырыу идаралығына тиклем. Ошо уҡ дәүерҙә төрки (әзербайжан) шиғриәте барлыҡҡа килә. Уны Сәфәүиҙәр династияһына нигеҙ һалыусы Исмәғил I башлап ебәрә. 

XI быуаттан алып Каджарҙар династияһы ҡолатылғансы XX быуат башында Ирандың сәйәси етәкселеге башлыса төркиҙәрҙән тора. Төрки һәм фарсы мәҙәни элементы илдең мәҙәни үҫешенә һәм хакимдарҙың этник һыҙатына ла йоғонто яһай. Тарихтың был осоронда Ирандың баш ҡалалары күп осраҡта Иран Әзербайжанында була. Тәбриз XV быуаттан алып 1920 йылға тиклем Ирандың төп коммерция үҙәге була[16].

Әзербайжан XIX быуатта һәм  XX быуат башында.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Подписание Туркманчайского мирного договора. 10 февраля (22 1828 года2210 февраля (22 1828 года

1827 йылдың 26 октябрендә Тәбризде рус генералы Иван Паскевичтың ғәскәре ала. Был оккупация Әзербайжанда ярты йыл бара — тиҙҙән Төркмәнчәй килешеүе төҙөлә һәм рус ғәскәрҙәре сығарыла.  

1880 йылдың август-сентябрь айҙарында Әзербайжандағы курдтар баш күтәрә: шәйех Обейдулла етәкселегендә Төркиә  курдтары урындағы курдтар менән берлектә үҙаллы дәүләт төҙөүҙе талап итә. Әммә был күтәрелеш баҫтырыла, төрөк курдтары Төркиәгә ҡаса, ҡалғандар ҡаты репрессияға эләгә.  

Деятель Конституционной революции в Иране 1905—1911 гг. Саттар-хан

1905—1911 йылдарҙағы Иран революцияһы мәлендә Тәбриз төп үҙәктәрҙең береһенә әйләнә. 1908 йылдың июнендә шаһ казактары ойошторған мәжлесте таратыуға яуап итеп Тәбриздә ҡораллы ихтилал ҡуба. Баш күтәреүселәр комитет (анджоман) төҙөй, уны крәҫтиәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусы Багир менән ташсы-эшсе Саттар етәкләй; ихтилалда әрмән фидаин-дашнактары ла мөһим роль уйнай[17]. Дүрт айлыҡ аяуһыҙ һуғыштан һуң шаһ ғәскәрҙәре ҡаланан ҡыуыла, әммә 1911 йылда шаһ Тебризды рәсәй ғәскәрҙәре ярҙамында ҡабаттан ала һәм хәрәкәтте баҫа. 

Был ваҡытта Каджарҙар дәүләте тарҡалыу сәбәпле, Әзербайжан өсөн Рәсәй менән Төркиә көрәшә башлай, бигерәк тә ул 1907 йылғы  инглиз-рус килешеүе буйынса Әзербайжан Рәсәй ҡарамағында тип танылғандан һуң көсәйә. 1912 йылда Төркиә Англия менән Рәсәй баҫымы сәбәпле Курдистандан үҙ ғәскәрҙәрен сығарырға мәжбүр була. Шунан алып Әзербайжан тулыһынса Рәсәйҙеке тип иҫәпләнә. Беренсе донъя һуғышы (1914) башланғас, рус ғәскәре Төркиә менән Германия баҫымына бәйле Азербайжанды ҡалдыра, әммә 1915 йылда кире инә һәм 1917 йылдың аҙағына тиклем бында ҡала. Әзербайжанды яулаған төрөктәр уны 1918 йыл аҙағында еңелгәндән һуң ҡалдыра.

Иран Әзербайжаны яңы дәүерҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Әзербайжан теле» (тәүҙә «әзербайжан һөйләше») һәм «әзербайжан халҡы» (тәүҙә «әзербайжан төркиҙәре», Рәсәйҙә шулай уҡ «әзербайжан татарҙары») төшөнсәләрен Европа этнографтары XIX быуатта индерә.

1937 йылда Иран Әзербайжанының административ биләмәһе булған ҙур өлөшө ике провинцияға бүленә. Ҡайһы бер традицион территориялары башҡа иран провинцияларына бирелә. Иҡдисади хәлдең киҫкенләшеүе һәм Совет Әзербайжанына сығыу тыйылыу сәбәпле әзербайжандар эш эҙләп Тәһранға юллана. Бындай хәл үҙ сиратында ассимиляцияға килтерә. СССР-ҙағы әзербайжандарҙың милли иреклеген күргәндән һуң Иран Әзербайжанында милли-азатлыҡ хәрәкәте йышая.

Милли-патриотик кәйеф 1941 йылда Иран Әзербайжанындағы совет оккупацияһы мәлендә көсәйә. Бында 47-се совет армияһы инә һәм Баҡынан Мир-Джафар Багиров тарафынан ебәрелгән совет пропагандистары көслө агитацион эш алып бара. Багировтың бойороғо менән 1945 йылдың август-сентябрендә бында Әзербайжан демократик партияһы төҙөлә. Уны элекке коммунист Джафар Джавад-заде (Сеид Джафар Пишевари) етәкләй. 1945 йылдың 26 ноябрендә совет ғәскәрҙәре күҙәтеүе аҫтында Иран Әзербайжанының Милли Мәжлесенә һайлауҙар үтә. 12 декабрҙә Пишевари Демократик Әзербайжан Республикаһын иғлан итә һәм 12 кешелек хөкүмәт төҙөлә.  1946 йылдың февралендә республиканың үҙ армияһы булдырыла. Әзербайжан теле дәүләт теле тип иғлан ителә. Хөкүмәт үҙ аҡсаһын сығара һәм дәүләт сауҙа системаһын индерә. 

Шул уҡ ваҡытта 1946 йылдың ғинуарында Иран Курдистанында Мехабад республикаһы булдырыла[18].

Иран Әзербайжанын СССР-ға ҡушыу тырышлығы 1946 йылда юҡҡа сыға: Сталин май айында АҠШ һәм Бөйөк Британия баҫымы менән Ирандан совет ғәскәрен сығарырға мәжбүр була. Ошонан һуң яңы республика ҡолай. Әзербайжан Демократик Республикаһы теүәл бер йыл йәшәй. 

Көньяҡ Әзербайжан милли хәрәкәте флагы

Артабанғы йылдарҙа фарсылар  әзербайжандарҙың милли хәрәкәтен төрлөсә баҫырға тырыша. Иран әзербайжандары - төрки теленә күскән фарсылар, тип иҫәпләйҙәр Иранда. 

1991 йылда Көньяҡ Азербайжандың милли-азатлыҡ хәрәкәте барлыҡҡа килә (Национально-освободительное движение Южного Азербайджана (инг.)баш. (инг.)баш. (CAMAH). Уның тәүге етәксеһе публицист, шағир һәм яҙыусы Пируз Диленчи (инг.)баш. (инг.)баш.[19]. Һуңыраҡ 1995 йылда профессор Чохраганлы Махмудали тағы бер ойошма — "Көньяҡ Әзербайжан милли уяныу хәрәкәте" (GAMOH/GAMIC)[20] ойоштора. Улар  Иран әзербайжандары хоҡуғын яҡлап күмәк акциялар үткәрә[21].

1993 йылда Көнсығыш Әзербайжандың көнсығыш территорияһы һәм Гилян провинцияһының төньяҡ биләмәһе көнсығыш провинциялары биләмәләрендә 1993 йылда барлыҡҡа килгән Әрдәбил провинцияһына ҡушыла. 

2006 йылда Иран Әзербайжанында Ирандың үҙәк прессаһында әзербайжан теленән көлгән карикатураға бәйле етди ризаһыҙлыҡтар тоҡана. Ирандың төньяҡ-көнбайышында ун көн буйы барған күмәк сығыштарҙа дүрт демонстрант һәләк була, 330 кеше ҡулға алына[22].

Иран Әзербайжаны һәм Әзербайжан Республикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айырым тарихи осорҙарҙа Әзербайжан Арран һәм Әрмәнстан менән берләшкән була[23]. Мәҫәлән, Сәфәүиҙәр хакимлығы дәүерендә (XIV—XVIII быуат) Иранда Әзербайжан топонимы Кавказ аръяғы гһәм Иран Әзербайжанындағы бөтә мосолман ханлыҡтарына ҡарата ҡулланыла[24]. Шуға ҡарамаҫтан, ғәрәп географтары һәр саҡ Әрмәнстан һәм Аррандың төньяғындағы провинцияның сиктәрен аныҡ билдәләй[25]XX быуат башындағы энциклопедияларҙа (ЭСБЕ, Британника) Рәсәй көнсығышындағы Әзербайжанды Аракс йылғаһының көньяғындағы иран провинцияһы тип билдәләнә[26][27]. XIX быуат әзербайжан авторҙары ла Кавказ арьяғын Әзербайжан тип атамай[28][29]. В. В. Бартольд билдәләүенсә, Әзербайжан Республикаһы өсөн "был термин Әзербайжан менән фарсы Әзербайжаны бер бөтөн булыуҙы күҙаллаған саҡта һайлана". Уның фекеренсә,"әгәр бөгөнгө Әзербайжан Республикаһының бөтә өлкәләрен дә атау өсөн Арран атамаһы урынлы булыр ине"[30].  И. М. Дьяконов фекеренсә, XX быуатҡа тиклем "Әзербайжан" термины Ирандың төньяҡ-көнбайыштағы төрки һөйләшле төбәгенә ҡарата ғына ҡулланылған[31]. Был фактты төбәк  тарихын өйрәнеүсе В. Ф. Минорский ҙа раҫлай[32].

Әзербайжан Демократик Республикаһында эшләнгән карта (1918-1920). Картала "Кавказ Әзербайжаны" һәм "Фарсы Әзербайжаны" күрһәтелгән. Әзербайжан тарихы музейы

Әзербайжан атамаһы тәүге тапҡыр рәсми рәүештә Әзербайжан Республикаһына ҡарата 1918 йылдың 27 майында  ҡулланыла[33]. Тап ошо мәлдә парламент республикаһына нигеҙ һалына. Әзербайжан милли советы рәйесе итеп Мәмәд Әмин Рәсүлзаде һайлана[34]. Был акт 1918 йылда булдырылған Кавказ аръяғындағы ике тарихи өлкәне — Әзербайжан демократик республикаһының  Ширван һәм Арран  провинцияларын Ирандың төрки телле Әзербайжан провинцияһы менән берләштереүҙе күҙаллай 

1990 йылдар башында Әзербайжандың күп кенә сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Көньяҡ һәм Төньяҡ Әзербайжанды берләштереү кәрәклеге яҡлы була. Был маҡсат Әзербайжан халыҡ фронтының сәйәси программаһына ла индерелә. Бигерәк тә "берләштереү" идеяһын Халыҡ Фронты рәйесе, аҙаҡ Әзербайжан президенты, Әбелфәз Элчибей яҡлай[35]. Шул уҡ мәлдә Иранда ла Төньяҡ Әзербайжанға ҡарата контролде тергеҙеү тураһында саҡырыусылар осрай. Мәҫәлән, 2013 йылдың апрелендә Иран парламенты депутаттарынан бер төркөм Иран Ислам республикаһына бөтә әзербайжан ерҙәрен ҡушыу буйынса хоҡуҡ биреүсе закон проекты әҙерләй[36].

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иран Әзербайжанының автономиялы аҡса әйләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

5 фарсы томаны Иран Әзербайжаны биләмәһендә генә ҡулланыуҙы сикләүсе тамға менән. 1928


Тәбриз өсөн аҡса купюралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1940-сы йылдарҙа Иранда сығарылған иран риалынан айырмалы рәүештә Иран Әзербайжаны банкноттары ла ҡулланыла[37].

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — Б. 10.
  2. Энциклопедия Ираника. Статья: Azerbaijan:
  3. Encyclopaedia Britannica. Azerbaijan (region, Iran)(недоступная ссылка) Проверено 25 ғинуар 2015.:
  4. Touraj Atabaki. Azerbaijan: Ethnicity and the Struggle for Power in Iran. — I.B.Tauris, 2000 — p. 112
  5. Энциклопедия Ираника. AZERBAIJAN. Pre-Islamic History
  6. Асатрян Г. С. Заметки об азари — исчезнувшем языке Азарбайджана
  7. The Turks in World History // Carter Vaughn Findley Professor of History Ohio State University, Издательство Оксфордского университета.
  8. Роланд Топчишвили КАКУЮ ТЕРРИТОРИЮ ОХВАТЫВАЕТ КАВКАЗ — "Универсал" Тбилиси 2011. — Б. 12.
  9. James Minahan. Encyclopedia of the stateless nations. 4. S — Z. — Greenwood Publishing Group, 2002 — p. 1765 — ISBN 978-0-313-32384-3
  10. アーカイブされたコピー. Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 август 2008. 30 июнь 2008 тикшерелгән. Ҡалып:Битая ссылка
  11. Iran: Country Study Guide. World country study guide library, Volume 78. — Int’l Business Publications, 2005 — p.156 — ISBN 978-0-7397-1476-8
  12. Гуго Винклер, Карл Нибур, Генрих Шурц. История человечества. Всемирная история. Западная Азия и Африка. Перевод В. Бартольда. — С-Пб:1903. — стр. 250.:
  13. История Востока. В 6 т. Т. 2. Восток в средние века. Глава V. — М.: «Восточная литература», 2002. — ISBN 5-02-017711-3
  14. Энциклопедия Британника
  15. ЭСБЭ
  16. Brenda Shaffer. Borders and Brethren: Iran and the Challenge of Azerbaijani Identity — MIT Press, 2002 — p. 15-16, 49 — ISBN 978-0-262-26468-6
  17. Edmund Herzig, Marina Kurkchiyan. The Armenians: past and present in the making of national identity. — Routledge, 2005 — p. 84-85 — ISBN 978-0-7007-0639-6:
  18. Серго Берия. Мой отец Берия : в коридорах сталинской власти — ОЛМА Медиа Групп, 2002 — стр. 438 — ISBN 978-5-224-02747-7
  19. Iranian police disperse rally. BBC news, 7 January 2000
  20. Ali Koknar. Iranian Azeris: A Giant Minority. The Washington Institute for Near East Policy, June6, 2006.
  21. Статья «Southern Azerbaijan» на официальном сайте Организации наций и народов, не имеющих представительства
  22. Баку обвинили в разжигании сепаратизма в Иране. Lenta.ru, 1 апреля 2013
  23. Extracts from a Memorandum on the Country of Azerbaijan By Keith E. Abbott, Esq., H.M. Consul-General in Persia. [Communicated by the Foreign Office.] Proceedings of the Royal Geographical Society of London, Vol. 8, No. 6. (1863—1864), pp.275-279.
  24. Muriel Atkin. Russia and Iran, 1780—1828. 2nd edition — Minneapolis: University of Minnesota Press. 1980. — ISBN 978-0-8166-0924-6.
  25. Реза, Энаят-олла. Азарбайджан и Арран
  26. Адербиджан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  27. Encyclopedia Britannica, 1911 edition, «Azerbaijan» Azerbaijan in Encyclopaedia Britannica 1911
  28. Encyclopædia Iranica. X. D. Planhol. Azerbaijan. Geography
  29. Jamal Javanshir Qarabaghi, George A. Bournoutian. A History of Qarabagh: An Annotated Translation of Mirza Jamal Javanshir Qarabaghi’s Tarikh-e Qarabagh — Mazda Publishers, 1994 — p. XV — ISBN 1-56859-011-3:
  30. В. В. Бартольд. Сочинения. Том 2/1, с.703:
  31. I. M. Diakonov. The Paths of History. — Cambridge University Press, 1999 — p. 100 — ISBN 978-0-521-64398-6:
  32. V. Minorsky. Encyclopaedia of Islam. «Ādharbaydjān (Azarbāydjān).» — Edited by: P.Bearman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel and W.P. Heinrichs. — Brill, 2007:
  33. Азербайджанская Народная Республика (Азербайджан Халг Джумхуриййети) — первая парламентская республика на Востоке (май 1918 г. — апрель 1920 г.)
  34. Протоколы заседаний мусульманских фракций Закавказского Сейма и Азербайджанского Национального Совета 1918 г. — Баку, 2006, с.117-119
  35. С. Маркедонов. Северный Азербайджан: государственный ребрэндинг или повышение геополитических ставок? Commonspace.eu
  36. Иранские депутаты предлагают аннексию Азербайджана News.rambler.ru, 18 апреля 2013
  37. Парамонов О. «Денежные знаки Национального правительства в автономном Иранском Азербайджане». Bonistikaweb.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 август 2012.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]