Ғәббәс I

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғәббәс I
(Аббас I Великий)

фарс. شاه عباس بزرگ әзерб. I Abbas Səfəvi
Ғәббәс I (Аббас I Великий)
Флаг
Сәфәүиҙәр дәүләтенең 5-се Шаһиншаһы
Флаг
май 1587 — 19 ғинуар 1629
(под именем Ғәббәс I)
Алдан килеүсе: Мөхәммәт Худабенде
Дауамсы: Сәйфи I
Вариҫы: улы
 
Дине: Ислам, Шиғыйҙар
Тыуған: 27 ғинуар 1571({{padleft:1571|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Герат, Сәфәүиҙәр
Үлгән: 19 ғинуар 1629({{padleft:1629|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (57 йәш)
Казвин, Иран
Ерләнгән: Кашан[d]
Нәҫел: Сәфәүиҙәр
Атаһы: Мөхәммәт Худабенде
Әсәһе: Махди Улья
Ҡатыны: Мезди-Улья бейим, Огланпаша ханым, Яхшен Султан, Тинатин (Лейли) Султан
Балалары: улдары: Мухаммедбагыр Фейзи Мирза, Хасан Мирза, Хусейн Мирза, Тахмасиб Мирза, Мухаммед Мирза, Исмаил Мирза, Имамгулу Мира
ҡыҙҙары: Шахзаде Султан, Зибайде Султан, Ханага Султан, Хевва Султан, Шахбану Султан, Мелекнисе Султан

Ғәббәс I, Ғәббәс шаһ (фарс. شاه عَباس بُزُرگ; әзерб. I Abbas Səfəvi[1][2]; (27 ғинуарҙа 1571 йыл, Герат (ҡала) — 19 ғинуарҙа 1629 йыл, Казвин) — Сәфәүиҙәр нәҫеленән Фарсы шаһы[3], 1587—1629 йылдарҙа хакимлыҡ итә[3].

Шаһ Ғәббәс һәм виночерпий

Оло реформатор һәм полководец Ғәббәс дәүләт ҡоролошон тамырынан үҙгәрткән сәйәси һәм иҡтисади реформалар үткәрә һәм тѳрѳктәр, үзбәктәр менән һуғыштар алып бара, элек юғалтҡан территорияларҙы кире ҡайтара. Асылда, уға мираҫҡа ҡалған һәм тулыһынса тиерлек емерелгән Сәфәүиҙәр державаһын үҙәкләштерелгән абсолютист монархияға әйләндерә. Ғәббәс хакимлыҡ иткән дәүерҙә Сәфәүиҙәр дәүләте ҙур үҫеш кисерә һәм кѳнбайышта Тигр йылғаһынан алып, кѳнсығышта Кандагарға (Афғанстан) тиклем һуҙыла. Шиғый мосолман булараҡ, Ғәббәс һәр ваҡытта ла сөнни мосолмандарҙы эҙәрлекләй. Әммә, европалы христиандарға дини түҙемлек күрһәтә. Ғәббәс юлдар, күперҙәр, каналдар тѳҙѳүҙе ҡеүәтләй, ҡалаларҙы биҙәү һәм келәм һуғыу эшен үҫтерә. Уның хакимлығы осоронда, 1598 йылда, баш ҡала Казвиндан Исфаханға күсерелә. Ғәббәс уҫал, деспот хаким булһа ла, тере сағында ла уны поданныйҙары Бѳйѳк тип йѳрѳтә

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәббәс I 27 ғинуарҙа 1571 йыл Афған ҡалаһы Гератта, шаһиншаһ Мѳхәмәт Хоҙабәндә (1531—1596) [4] менән Мазандаран ѳлкәһе хакимы Мир Абдулла-хандың ҡыҙы Мәхди Улья (?—1579) ғаиләһендә тыуа.

16 йәшендә Сәфәүиҙәрҙең дәүләтен етәкләй. 1590 йылда Ғәббәс Истамбул килешеүе менән Ғосман империяһы менән һуғышты туҡтата һәм бѳтә кѳстѳ Тѳньяҡ-Кѳнсығыш ирандан үзбәктәрҙе ҡыуыуға туплау ѳсѳн, уларға территорияның бер ѳлѳшѳн бирә[5], һәм Ҡыҙылбаш ырыуын властан ситләтә.[6].

Шах Аббас I принимает Вали Мухаммад-хана. ок.1650 г. Фреска во дворце Чихиль Сутун, Исфахан.

Үзбәк әмире Абдалла тарафынан батырҙарса яҡланған Хорасан 1598 йылда ғына, Герат ҡалаһы ҡолатылғас, Ғәббәстән еңелә. Шул арҡала ул биләмәһенә Гилян менән Мазандаранды, ә кѳньяҡ ѳлкәлә Лурестанды ҡуша һәм Кандагарҙы баҫып алып, үҙенең хакимлығын Афғанстандың күп ѳлѳшѳнә йәйелдерә. Әммә, Амударъяның кѳньяғындағы территорияларҙы ҡушырға маташҡанда Ғәббәс Бәлх янындағы һуғышта уңышһыҙлыҡҡа осрай. Унда фарсы армияһы үзбәк ғәскәрҙәре тарафынан тулыһынса тар-мар ителә. Мавараннаһрҙың бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыу ѳсѳн, был һуғыштағы еңеү һис шикһеҙ ҙур роль уйнай. Әммә тѳбәктең дѳйѳм сәйәси хәленә ул әллә ни йоғонто яһамай, сѳнки ауыр һуғыш хәрәкәттәренән һуң, үзбәк армияһының артабанғы походтар ѳсѳн кәрәкле ресурстары булмай. Шул арҡала Хорасандың ҙур ѳлѳшѳ Бѳйѳк Ғәббәс контроле аҫтында ҡала. Бары тик 1613 йылда ғына, үзбәктәр Әмир Сәмәрҡәнд Ялантүш-Баһадир Бей етәкселегендә дошмандың һиҙҙермәҫтән һѳжүм итеүен булдырмаҫ ѳсѳн ҡуйылған мѳһим һағын һәм ҡалаларын (унда Мәшһәд, Нишапур, Герат һәм башҡалар инә) тартып алғас, хәл тамырынан үҙгәрә.

Тѳрѳктәр менән һуғыш ауыр була. 1601 йылда Ғәббәс власы аҫтына Әрмәнстан һәм Грузияның бер ѳлѳшѳ, шулай уҡ Ширван күскәс, ул тѳрѳктәрҙең Ереван һәм Тәбриз ҡалаларына йыл һайын тиерлек ҡабатланып торған һѳжүмдәрен уңышлы кире ҡаға. Ҡайһы берҙә тѳрѳктәрҙең Кесе Азиялағы иң тѳпкѳл биләмәләренә лә баҫып инә һәм 1613 йылда Грузияның ҙур ѳлѳшѳн, Кахетия һәм Карталиния батшалығын сәфәүиҙәрҙең юғары власын танырға мәжбүр итә.

1614—1617 йылдарҙа тѳрѳктәр яңынан Иранға баҫып инергә маташа, әммә тағы уңышһыҙлыҡҡа осрай. Улар ҙур еңелеү кисереп, 1618 йылда Ғосман II солтан идаралығында Ғәббәс шаһ менән Серав килешеүе (Маранд килешеүе) тѳҙѳй. Тик был килешеү оҙаҡҡа бармай. 1622 йылда Тѳрѳк-фарсы һуғышы (1623—1639) яңынан башлана. Тик тѳрѳктәр уны шул тиклем уңышһыҙ алып бара, хатта Бағдад Ғәббәс тарафынан яулап алына. Ғәббәс Рәсәйҙәге Романовтар династияһын тәүгеләрҙән булып таный һәм 7 мең күләмендә заем бүлә. 1625 йылда бүләк ҡомартҡы һәм зиннәтле тәхет ебәрә[7]. 19 ғинуарҙа 1629 йыл йылда Ҡазвинда Ғәббәс үлгәс, Сәфәүиҙәр династияһы биләмәһе Тигр йылғаһынан Һиндҡа тиклем һуҙыла. Үҙенең улын үлтертеп, ул тәхет вариҫы итеп ейәне Софи-Мирзаны тәғәйенләй.

Ғәббәс сәфәүиҙәрҙең иң уңышлы хакимы була. Ул ғәйрәтле, сәйәси һиҙгер булыуы, юлдар, күперҙәр тѳҙѳүе, ҡалаларҙы, бигерәк тә Исфаханды биҙәүе менән айырылып тора. 1598 йылда үҙенең резиденцияһын Ҡазвиндан Исфаханға күсерә. Һиндостан менән Европа араһында сауҙаны йәнләндерергә тырыша.

Атап әйткәндә, ул Тѳркиә яғынан эске хәүеф менән генә түгел, ә провинциаль феодалдар мѳхитендәге сепаратизм йүнәлеше менән дә аҡланған хәрби реформа үткәрә. Элек фарсы армияһында бары тик тѳрки ҡыҙылбаш аҡһѳйәктәренең хәрби атлылары, крәҫтиәндәрҙән торған феодаль ополчениелар һәм шаһтың шәхси атлы отряды ғына булһа, Ғәббәс регуляр армия булдыра, унда мушкет менән ҡоралланған 20 мең уҡсы, Кавказ кешеләренән 12 мең атлы гүләм, 12 мең артиллерист һәм 500 пушка инә. Армия даими рәүештә рекруттар менән тулыландырылып тора. Уларҙы мосолман булмаған иран халҡы араһынан мәжбүри рәүештә һайлап алалар. Феодалдарҙың атлылары ҡыҫҡартыла. Ғәббәс, хәрби реформанан тыш, аҡса реформаһы ла индереп маташа, сѳнки Иранда 11 йыл власть булмауы арҡаһында илдә ҡаты курсы булмаған бик күп валюта йѳрѳй. Ғәббәс Ғәббәси тигән монета индерә, уның баһаһы бер мискалгә тиң була[8].

Ғәббәс шаһ идара иткән йылдарҙа уның ҡушыуы буйынса Гәнжәлә Йома мәсете тѳҙѳлә.Христиандарға ул парсиларға һәм йәһүдтәргә ҡарағанда күберәк дини түҙемлек күрһәтә, ә сөнниҙәрҙе ут һәм ҡылыс менән эҙәрлекләй. Уның зиннәтле һарайында Бѳйѳк могол һәм башҡа кѳнсығыш дәүләттәренең илселәре Рәсәй, Франция, Англия (короллек), Испания һәм Нидерланд илселәре менән осраша. 1622 йылда инглиздәрҙең ярҙамы менән ул португалдарҙың Ормуз утрауын тартып ала. Ғәббәстең образы Мирза Фатали Ахундовтың «Обманутые звёзды» әҫәрендә сағылдырыла.

Ата-бабалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Mazzaoui Michel B. Islamic Culture and Literature in Iran and Central Asia in the early modern period // Turko-Persia in Historical Perspective. — Cambridge University Press, 2002. — P. 86-87. — ISBN 0-521-52291-9, ISBN 978-0-521-52291-5 Safavid power with its distinctive Persian-Shi’i culture, however, remained a middle ground between its two mighty Turkish neighbors. The Safavid state, which lasted at least until 1722, was essentially a «Turkish» dynasty, with Azeri Turkish (Azerbaijan being the family’s home base) as the language of the rulers and the court as well as the Qizilbash military establishment. Shah Ismail wrote poetry in Turkish. The administration nevertheless was Persian, and the Persian language was the vehicle of diplomatic correspondence (insha'), of belles-lettres (adab), and of history (tarikh).
  2. И. В. Пигулевская, А. Ю. Якубовский А. Ю., И. П. Петрушевский, Л. В. Строева, А. М. Беленицкий. «История Ирана с древнейших времен до конца XVIII века». 1958 Стр.274 разд. Реформы шаха Аббаса I: Языком войска и двора остался тюркский (азербайджанский) язык.)
  3. 3,0 3,1 ʿAbbās I // Энциклопедия Британника
  4. Savory R. M. ʿAbbās (I)  (инг.). Encyclopædia Iranica. 8 октябрь 2013 тикшерелгән.
  5. Britannica. Abbās I
  6. Iranica. (недоступная ссылка с 03-04-2011 (2185 дня)) THE SAFAVIDS (1501—1722)
  7. Курукин И.В. Персидский поход Петра Великого. Низовой корпус на берегах Каспия (1722—1735).
  8. 4,67 г серебра

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]