Эстәлеккә күсергә

Урта фарсы теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урта фарсы теле
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме

pārsīg(парсиг)

Илдәр

Иран

Регионы

тәүҙә Фарста, шунан Сәсәниҙәр империяһында тарала

Рәсми статусы

Сәсәниҙәр дәүләте (III—VII быуаттар)

Үле тел

IX] быуатта фарсы теленә үҫешә

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Һинд-европа телдәре Һинд-иран тармағы

Иран телдәре Иран төркөмө
Көньяҡ-көнбайыш төркөмсә
Әлифба

пәһләүи, манихей

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

пех 537

ISO 639-1

ISO 639-2

pal

ISO 639-3

pal – китапса урта фарсы теле ("пәһләүи")
xmn – манихей урта фарсы теле

Урта фарсы теле (пәһләүи теле; үҙ атамаһы парсиг — «фарсы») — көньяҡ-көнбайыш төркөмсәләге үле урта иран теле. Боронғо фарсы теленең дауамы һәм яңы фарсы теленең элгәре булып тора. Тәүҙә Ирандың көньяҡ өлөшөндә — Парста (Фарс) — таралған булған, артабан Сәсәниҙәр осоронда (III—VII быуаттар) тотош Фарсияның әҙәби һәм рәсми теле. VII быуаттан, Иранды ғәрәптәр баҫып алғандан һуң, Иранда һәм Һиндостанда зороастр общиналарында һаҡланып ҡала.

Төрҙәре:

  • китапса тип йөрөтөлгән урта фарсы теле — дини (зороастр) һәм донъяуи әҙәбиәт теле;
  • манихей урта фарсы теле — манихей общиналарының документтар теле.

Арами графикаһының төрлө төрҙәренә нигеҙләнгән ике яҙыу системаһы ҡулланылған[1]:

  • пәһләүи — гетерографик;
  • манихей — фонетик.

Иң боронғо ҡомартҡылар — Парс хакимдарының тәңкәләрендәге легендалар (беҙҙең эраға тиклем II быуат).

Урта фарсы телендәге иң мөһим әҙәби ҡомартҡы — Авестаның авеста теленән тәржемәһе. Яңы фарсы теленә күсеү теле булған парси (пазенд) теле урта фарсының һуңғыраҡ формаһы булып тора. Ул парстарҙа һәм "беһдин"дәрҙә, йәғни Иран гебрҙарында, тик әҙәби тел булараҡ һаҡланған[2] .

Классик фарсыға күсеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы фарсы теле урта фарсының вариҫы булып тора. Үҙгәрештәр яйлап инә, X—XI быуаттарҙа урта фарсы текстарын иртә яңы фарсы телендә һөйләшеүселәр әле уҡый һәм аңлай. Әммә X быуат аҙағынан айырмалар көсәйә:

  • баштағы баҫымһыҙ һуҙынҡыларҙың төшөүе;
  • һүҙ башында бер нисә тартынҡы булғанда һуҙынҡы өҫтәлеү (эпентеза);
  • һүҙ аҙағында -g төшөп ҡалыу;
  • баштағы w- урынына b- йә (gw- → g-) ҡуйылыу;
  • ҡылымдарҙа үҙгәрештәр, башлыса субъюнктивтың һәм оптативтың ҡайһы бер формаларын юғалтыу, ҡылым префикстарын күберәк ҡулланыу;
  • лексикала үҙгәрештәр, айырыуса үҙ һүҙҙәрен ғәрәп һәм төрки һүҙҙәре, XIX быуаттан инглиз, француз, хатта рус (һирәк — самауыр, эстакан) һүҙҙәре менән алмаштырыу;
  • Пәһләүи һәм манихей яҙмаларын, 4 хәреф өҫтәп, ғәрәп алфавитына алмаштырыу.

Лингвистик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һан

Урта фарсы телендә берлек һәм күплек була, икелек һаны юҡҡа сыға. Күплек суффикстары — -ān, -īhā.

Урта фарсыла абстрактлылыҡ суффиксы -īh була, ул күмәк күплекте белдерә: zanīh «ҡатындар» gurgīh «бүреләр» šēdaspīh «римлылар, византийҙар» (йәғни «аҡ атлылар»)

Килеш

Тәүҙә 2 формаһы була, һуңынан тура килеш юғала башлай, артабан берлектәге ситләтелгән килеш тә юҡҡа сығыуға бара:

*as «ат» Singularis Pluralis
тура. as as
ситл. asē asān

нигеҙендә r- булһа:

brād «ағай»

Singularis Pluralis
тура. brād brādar
ситл. brādar brādarān
duxt «ҡыҙ» Singularis Pluralis
тура. duxt duxtar
ситл. duxtar duxtarān
*xwāh «апай» Singularis Pluralis
тура. xwāh xwāhar
ситл. xwāhar xwāharān

Сифат исем кеүек үҙгәрә. Һүҙ тәртибе ҡәтғи түгел: frēstagān wuzurgān = wuzurgān frēstagān.

Һүҙ тәртибе (Исем)

A) Аныҡлаусы исем аныҡланыусының алдынан килә: 1. Сағыштырмалыҡ киҫәксәһе (изафет) менән: xwadāy ī xwadāyān «раббыларҙың раббыһы, аллаларҙың аллаһы» dēn ī weh «яҡшы дин» pus ī man «минең улым»

2. Сағыштырмалыҡ киҫәксәһенән тыш: pusān rōšnān «яҡтылыҡ улдары»' šahryār wuzurg «бөйөк кенәз»

Аныҡлаусы исем билдәһеҙлек артикле менән билдәләнгәндә, изафет юҡҡа сыға: dast-ē jām «бер ус трофей (бер аҙ трофей)» kanīzag-ē weh «һәйбәт ҡыҙ» B) аныҡлаусы исем аныҡланыусы алдынан килә: ērān šahr «ирандар иле» ādarān šah «уттар короле» garm xwarišn «ҡайнар аҙыҡ» man pus «минең улым»

Тура объект булараҡ сағыштырмалыҡ алмашына миҫал: u-mān mā bar ō gumāngarīh «һәм беҙгә вәсвәсә һалма»

Күп һинд-европа телдәрендәге кеүек, сағыштырыу дәрәжәләре бар:

A) Сағыштырыу формаһы: -tar, -dar (һуҙынҡыларҙан, r, m һәм n-дан һуң) Сағыштырыу киҫәксәһе сифатында az һәм kū файҙаланыла: az wad wattar «насарҙың да насары» kam wattar ast kū «ҡарағанда ла насарыраҡ»

B) Өҫтөнлөк формаһы: -tom, -dom (һуҙынҡыларҙан, r, m һәм n-дан һуң). Ҡайһы бер сифаттарға -ist суперлатив суффиксы ҡушыла, мәҫәлән: wahišt (һүҙмә-һүҙ: -«иң яҡшы»), "behešt ҡатып ҡалған һәм хәҙерге фарсыла «ожмах» тигәнде аңлата.

Хәҙерге заманда (Praesens) ҡылым ялғауҙары:

Indik. Konj. Imper. Opt.
1. Sg. -ēm -ān -tom -ēn
2. Sg. -ēh -āy -ø
3. Sg. -ēd -ād -ēh
1. Pl. -om, -ēm
2. Pl. -ēd -ād -ēd
3. Pl. -ēnd -ānd

Хәҙерге заман сифат ҡылым -āg һәм -ān, -and менән бөткән ҡатып ҡалған формалар.

Тейешлелек сифат ҡылымы йәки ҡылымдан яһалған исем -išn.

Үткән заман сифат ҡылым -t, -tag

Улар ярҙамында үткән заман формалары яһала. Инфинитив: -tan

  1. Nyberg H. S., A manual of Pahlavi, pt. 1, Texts, alphabets, index…, Wiesbaden, 1964; pt. 2, Ideograms, glossary…, Wiesbaden, 1974
  2. разговорный у парсов — гуджарати, англ.
  • Молчанова Е. К. Основные вопросы синтаксиса среднеперсидского языка (книжного пехлеви): Автореф. дис. на канд. филол. наук. М., 1966.
  • Расторгуева В. С. Сравнительно-историческая грамматика западноиранских языков. Фонология. М., 1990.
  • Расторгуева В. С. Среднеперсидский язык. М., 1966.
  • Расторгуева В. С., Молчанова Е. К. Среднеперсидский язык // Основы иранского языкознания. Среднеиранские языки. М., 1981.