Эстәлеккә күсергә

Ширван

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ширван
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Алыштырған Q11929656?
Карта
 Ширван Викимилектә

Ширван 1804 йылғы картала

Ширва́н (әзерб. Şirvan, фарс. شیروان) — Кавказ аръяғындағы, Каспий диңгеҙенең көнбайыш яр буйындағы тарихи өлкә. Төньяҡта Дербенттан көньяҡта Кура йылғаһының дельтаһына тиклем һуҙылған. XV—XVI быуаттарға тиклем атамаһы — Шарван[1]. Хәҙерге ваҡытта — Әзербайжан территорияһының бер өлөшө.

Төп ҡалалары — Шәмәхә, Баҡы, Кабала, Шабран.

Ширван аша әүҙем сауҙа юлы үткән, был төбәк быуаттар дауамында күп һанлы сит яҡ һөжүмдәргә дусар булған һәм төрлө дәүләттәр составына кергән.

Ҡалып:Әзербайжан тарихы

Ширван өлкәһе күрһәтелгән Ғәрәп хәлифәлегенең картаһы

Беҙҙең эраға тиклем II быуат аҙағынан беҙҙең эраның VIII быуатҡа ҡәҙәр был территория Кавказ Албанияһы составында була[2][3].

Боронғо авторҙарҙа Ширван атамаһы телгә алынмай[4], ул Сәсәниҙәр осоронда барлыҡҡа килгән. VII быуатҡа ҡараған «Әрмән географияһы» өлкәгә исем биргән шарван ҡәбиләләрен телгә ала[5]. Әл-Балазури фарсы шаһы Хосров I Ануширван (531—579) вассалдары араһында "Шарваншаһ"ты телгә ала. Атаманың боронғо формаһы — «Шарван» булған, «Ширван» формаһы XVI быуатта нығына[5][1][4].

VI быуатта өлкә төньяҡтан күсмә ҡәбиләләрҙең даими һөжүмдәренә дусар булған, улар Кавказ аръяғына Дербент үткеле аша үтеп ингәндәр — мәҫәлән 552 йылда бында савирҙар һәм хазарҙар һөжүмдәр яһаған. Бынан һуң фарсы шаһы Хосров I Ануширван баҫыҡынсыларҙар һаҡланыу өсөн Дербент ҡалаһы тирәһендә фортификацион ҡоролмалар төҙөргә бойора.

654 йылда Ширван ғәрәптәр тарафынан яулана һәм һуңыраҡ ғәрәп наместниктарының мираҫ буйынса күсеп торған биләмәһе булып китә[6]. VIII быуат уртаһынан төбәк халҡының ғәрәп хакимлығы менән ризаһыҙлыҡ барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә хазарҙар һәм Өмәүиҙәр нәҫеле ғәрәп хәлифәләре ғәскәрҙәре араһында Ширван һәм Дағстанда йыш ҡына ҡан ҡойошлы һуғыштар була[7].

Ширваншаһтар дәүләте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ширваншаһ Хушенг ибн Кавустың һүрәте

Ширваншаһтар — Ширванда хакимлыҡ итеүсе нәҫелдәр, ғәрәп сығышлы булһалар ҙа, фарсылашып үҙҙәрен фарсы батшалары тоҡомдарынан тип иҫәпләгәндәр[8]. Ширваншаһтар дәүләте составында Кура йылғаһынан Дербент ҡалаһына тиклем ерҙәр кергән, баш ҡалаһы Шәмәхә булған[6]. XIV быуат фарсы тарихсыһы Хамиҙуллаһ Мостафа Казвини Ширван өлкәһенең артабанғы округтарын тасуирлай: Бакуйа, Шамаха, Кабала, Фирузабад, Шабаран һәм Гуштасфи[9]. XIII быуат башында Ширван һәм Дербендҡа Сыңғыҙхандың Джэбэ етәкселегендәге хәрби отрядтары баҫып инә, ә быуат уртаһына ҡарай Хүләгү һәм уның ике туған ағаһы Алтын Урҙа ханы Берке араһында барған оҙайлы алыштарҙан һуң, Хүләгү бөтә яуланған биләмәләрҙең хакимы итеп таныла.

XV быуат уртаһында Ширван игенселек, ебәк һәм туҡыма етештереү үҙәге була һәм шулай уҡ халыҡ-ара сауҙала ҙур роль уйнай (нефть, мамыҡ һәм башҡа тауарҙы эскпортлаған). Ширваншаһтар хакимлығы осоронда әҙәбиәт сәскә атҡан, улар араһында XII быуаттың билдәе фарсы шағиры Хагани Ширвани, XIV—XV быуаттар арауығы шағиры Нәсими (әзербайжан, фарсы һәм ғәрәп телдәрендә ижад иткән) булған.

Ширван бәкләрбәклеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәфәүиҙәр дәүләтенең көсәйеүе һөҙөмтәһендә Ширван уға буйһона башлай һәм 1538 йылдан уның провинцияһы булып китә[7].

1748 йылда Ширван территорияһында үҙ-аллы Ширван ханлығы барлыҡҡа килә, ул шулай уҡ Шәмәхә ханлығы исеме аҫтында билдәле булған.

XVIII быуатта Ширванда Дагестандың тау кешеләре даими рәүештә ауылдарға һөжүм иткәндәр, уларҙы бөлдөргәндәр һәм халҡын ҡоллоҡҡа алғандар.

  1. 1,0 1,1 V. Minorsky. Caucasia IV. Bulletin of the School of Oriental and African Studies, University of London, Vol. 15, No. 3 (1953), p. 521:«Sharvan is the usual designation of the territory lying to the north of the Kur, which only in the 15th-16th century was renamed Shirvan»
  2. Emil Souleimanov. Understanding Ethnopolitical Conflict Karabakh, South Ossetia, and Abkhazia Wars Reconsidered. — Palgrave Macmillan. — P. 194. — (Rethinking Peace and Conflict Studies). — ISBN 9781137280220.

  3. Шнирельман В. А. Войны памяти: мифы, идентичность и политика в Закавказье / Рецензент: Л. Б. Алаев. — М.: Академкнига, 2003. — С. 196. — 592 с. — 2000 экз. — ISBN 5-94628-118-6.

  4. 4,0 4,1 Минорский В. Ф. История Ширвана и Дербенда X-XI веков. — М.: Издательство восточной литературы, 1963. — С. 34.
  5. 5,0 5,1 Новосельцев А. П., Пашуто В. Т., Черепнин Л. В. Пути развития феодализма. — Наука, 1972. — С. 40.
  6. 6,0 6,1 БСЭ. Ширван.
  7. 7,0 7,1 Семен Броневский. Новейшия географическия и историческия известия о Кавказе. Ширван. Общее обозрение. — Типография Скливановскаго, 1823. — т.2, стр. 355—375.: «Измаель-Сефи начал завоевания свои с Ширвана и наконец покорил всю Персию, находившейся тогда под властью Уссум-Кассана.»; «Слово Ширван производят двояким образом: от слова лев, по Персидски шир, и от Шаха Козроя Нуширвана.»
  8. Šervānšāhs — Encyclopædia Iranica. C. E. Bosworth
  9. Хамдаллах Казвини. Нузхат ал-Кулуб. Раздел 5. Описание земель Ширвана и Гуштасфи. — Баку: Элм, 1983.