Эстәлеккә күсергә

СССР-ҙа Халыҡтарҙы депортациялау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
СССР-ҙа Халыҡтарҙы депортациялау
Дәүләт  СССР
Урын СССР
Карта
 СССР-ҙа Халыҡтарҙы депортациялау Викимилектә

Халыҡтарҙы депортациялау — СССР-ҙа сәйәси репрессияларҙың бер төрө. Репрессияларҙың бер алымы булған депортацияларҙың төп үҙенсәлеге — суд ҡарары сығармайынса, билдәле бер контенгентҡа[1] ҡараған кеше массаларын бик алыҫ, улар йәшәп өйрәнмәгән һәм хатта йыш ҡына хәүефле мөхиткә күсереү[2].

Павел Поляна фекеренсә, СССР-ҙа ун халыҡ тоталь депортацияға дусар ителә: корейҙар, немецтар, финн-ингерманландтар, ҡарасәйҙәр, ҡалмыҡтар, чечендар, ингуштар, балҡарҙар, ҡырым татарҙары һәм төрөк-месхетинтар. Уларҙың етәүһе — немецтар, ҡарасәйҙәр, ҡалмыҡтар, ингуштар, чечендар, балҡарҙар һәм ҡырым татарҙары — шул уҡ ваҡытта милли автономияларын да юғалта.

СССР-ҙа тағы бик күп этник, этноконфессиональ һәм социаль категорияларға ҡараған совет граждандары депортацияға дусар ителә: казактар, төрлө милләттәге «кулактар»: татарҙар[<span style="" title="не указан источник на утверждение (10 августа 2020)">179 көн сығанағы күрһәтелмәгән</span>], поляктар, белорустар, әзербайжандар, көрттәр, ассирийҙар, ҡытайҙар, урыҫтар, ирандар, фарсы йәһүдтәре, украиндар, молдавандар, литвалар, латыштар, эстондар, гректар, итальяндар, болғарҙар, әрмәндәр, хемшиндар, әрмәндәр-«дашнактар», төрөктәр, таджиктар, сахалар[<span style="" title="не указан источник на утверждение (23 ноября 2020)">сығанаҡ 74 көн күрһәтелмәгән</span>], абхаздар, венгрҙар һәм башҡалар[3].

Сталин осоронда депортация рәсми рәүештә «ирекле күсенеү» тип атала, сөнки был сараны үткәреүҙе әҙерләүҙә депортацияланған милләттәрҙең партия вәкилдәре ҡатнаша.[4] [сығанағы юҡ]. Аҙаҡ депортацияға икенсе төрлө баһа ҡуйыла, һәм советтарҙан һуңғы осорҙа Европа парламенты тарафынан геноцид һәм кешелеклеккә ҡаршы енәйәт тип квалификациялана. РСФСР Юғары Советының 1991 йылдың 26 апрелендә ҡабул иткән «Репрессияға дусар ителгән халыҡтарҙы аҡлау тураһындағы» законына ярашлы, милли йәки башҡа социаль төркөмгә ҡарауы буйынса дәүләт кимәлендә яла яғыу сәйәсәте һәм көсләп күсереү, милли-дәүләт берәмектәрен бөтөрөү, милли-территориаль сиктәрҙе үҙгәртеү, махсус рәүештә булдырылған тораҡ пункттарында террор һәм көсләү режимын урышлаштырыу менән үткәрелгән геносидты кисергән халыҡтар, милләттәр йәки этник төркөмдәр һәм башҡа мәҙәни-этник берлектәр (мәҫәлән, казактар) репрессияға дусар ителгәндәр, тип таныла[5].

2010 йылда бер төркөм тарихсы-ғалимдар (Николай Бугай һәм башҡалар) Советтар Союзы сиктәрендә СССР-ҙа йәшәгәндәрҙе үҙ иректәренән тыш мәжбүри рәүештә күсереүгә ҡарата ҡулланылған «депортация» төшөнсәһен ҡулланыуҙы тәнҡитләп сығыш яһай. Николай Бугай һәм башҡалар «депортация» төшөнсәһе урынына «мәжбүри рәүештә күсерелгәндәр» тигән терминды ҡулланырға тәҡдим итә.

Совет осорондағы мәжбүри миграцияға ҡарата төрлө төшөнсәләрҙе ҡулланалар. Мәҫәлән, тарихсы Л. Н. Дьяченко 2013 йылда Ҡырғыҙ ССР-ндағы мәжбүри миграцияларға арналған докторлыҡ диссертацияһында түбәндәге төшөнсәләрҙе ҡуллана[6]:

  • «тоталь депортация»;
  • «репрессив депортация»;
  • «мәжбүри депортация»;
  • «милләт буйынса» депортация ;
  • «геосәйәси депортация».

Бындай терминдар СССР-ҙағы мәжбүри миграцияларҙы тикшеренеүсе Николай Бугай яғынан тәнҡиткә дусар ителә. Бугай фекерсә, бындай төшөнсәләр ҡулланыу кәрәк түгел[6]. Бугай үҙенең рецензияһында был миграцияларҙы «мәжбүри күсенеү» тип атай

[7].

1920-се йылдарҙа урыҫ казактарын депортациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет депортация сәйәсәте 1918—1925 йылдарҙа аҡ гвардия казактарын һәм эре ер биләүселәрҙе күсереүҙән башлана[8]

Совет депортацияһының тәүге ҡорбандары — Терек өлкәһе казактары (Сунья (Сунжен) казак һыҙаты), улар 1920 йылда үҙ йорттарынан ҡыуып сығарыла һәм Төньяҡ Кавказдың башҡа урындарына, Донбасҡа, шулай уҡ Алыҫ Төньяҡҡа ебәрелә. Уларҙың ерҙәре чечендар һәм ингуштарға бирелә, ә тораҡ пункттарының атамалары үҙгәртелә. 1921 йылда Төркөстан крайынан Үҙәк Азияның Етеһыу өлкәһендәге урыҫтар һәм украиндар совет милли сәйәсәте ҡорбандары була[8][9].

1930-сы йылдарҙа совет милли сәйәсәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1933 йылға илебҙҙә 5300 милли ауыл Советы һәм 250 милли районы иҫәпләнә. Мәҫәлән, Ленинград өлкәһендә генә 57 милли ауыл Советы һәм 3 милли район (Карел, Фин һәм Вепс) була. Уҡытыу милли телдә алып барылған мәтәптәр эшләй. 1930 йылдар башында Ленинградта 40 телдә, шул иҫәптән ҡытай телендә лә гәзит нәшер ителә. Радиотапшырыуҙар фин телендә алып барыла (ул саҡта Ленинград һәм Ленинград өлкәһендә 130 мең тирәһе фин йәшәй).

1930-сы йылдар уртаһында элекке милли сәйәсәттән баш тарта башлайҙар, һөҙөмтәлә айырым халыҡтарҙың һәм этник төркөмдәрҙең милли автономиялары (ҡайһы бер осраҡтарҙа сәйәси автономияһы ла) бөтөрөлә. Илдә власты үҙәкләштереү, территориаль идаранан тармаҡ идараһына күсеү, реаль һәм потенциаль оппозицияны эҙәрлекләү фонында ошондай хәлдәр тыуа.

1930 йылдар уртаһында Ленинградта тәүҙә күп кенә эстондар, латыштар, литвалар, поляктар, финдар һәм немецтар ҡулға алына. 1935 йылдың яҙынан төньяҡ-көнбайышта сик буйы районынан мәжбүри рәүештә урындағы халыҡ күсерелә, уларҙың төп өлөшө финн-ингерманландтар була.

Поляктар һәм немецтарҙы депортациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет Украинаһының Польша сигенә яҡын урынлашҡан территорияларынан (мәҫәлән, Каменец-Подольск өлкәһенән)[10] милләттәре поляк (15 мең ғаилә) һәм немец булған (яҡынса 65 мең тирәһе) ғаиләләр депортациялана һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенә, ә 1936 йылда Ҡарағанда өлкәһенә ебәрелә,

СССР-ҙың генераль прокуроры, А. Я. Вышинский мәғлүмәттәре буйынса 1939 йылдың ноябренән 1941 йылдың июненә тиклемге осорҙа 389 382 кеше депортациялана. Уларҙың 52 проценты (202,5 мең) ҡатын-ҡыҙҙар, ә 12 процентын (46,7 мең) балалар тәшкил итә. Юлда барғанда һәм урынға барып еткәс, депортацияланғандарҙың (яҡынса 39 мең кеше) яҡынса 10 проценты вафат була[11]. Поляк тикшеренеүселәренең мәғлүмәттәре буйынса (улар ситләтелгән мәғлүмәттәргә таянып иҫәпләгән) сама буйынса бөтә этаптарҙы бергә алғанда бер миллион кеше депортацияланған[11] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — яҡынса 1 200 000 кеше[12]).

Корейҙарҙы депортациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылдың сентябрендә Совнарком һәм ВКП(б) Үҙәк Комитеты берлектә «Алыҫ Көнсығыш крайының сик буйы менән сиктәш булған райондарынан корей халыҡын күсереү тураһында» 1428—326сс һанлы ҡарар ҡабул итә, уның нигеҙендә Алыҫ Көнсығыштың сик буйы райондарынан 172 мең этник корей Урта Азияның кеше йәшәмәгән сиҙәм тупраҡлы ерҙәренә («Арал диңгеҙе һәм Балхаш күле райондарына һәм Үзбәк ССР-ына») мәжбүри рәүештә күсерелә. Был ҡарарға Сталин менән Молотов ҡул ҡуя. Шул уҡ ваҡытта күсерелгән кешеләрҙең элек йәшәгән урындарында тороп ҡалған милкенең хаҡын ҡайтарырға һәм теләгәндәргә сит илгә сығып китергә булышлыҡ итергә тигән күрһәтмә лә була[13][14]. 1937 йылдың аҙағына Урта Азия республикалары һәм өлкәләрҙән ситтә урынлашҡан милли райондар һәм ауыл советтары әкренләп тулыһынса бөтөрөлә. Шулай уҡ автономияларҙан ситтә лә [ниндәй?] корей телендә уҡытыу һәм китап сығарыу туҡтатыла. Сталин осоронда был депортация рәсми рәүештә «ирекле күсенеү» тип атала, сөнки был ҡарарҙы депортацияланған милләттәрҙең партия вәкилдәре әҙерләй һәм тормошҡа ашыра[4].

1993 йылдың 1 апрелендә Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы Ҡарары менән 1937 йылдан башлап совет корейҙарына ҡарата ҡабул ителгән акттар законһыҙ тип таныла. Ғәмәлдә корейҙар сәйәси репрессия ҡорбандары булараҡ аҡлана[15].

Ҡытайҙарҙы депортациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1938 йылдың май-июль айҙарында Алыҫ Көнсығышта йәшәгән 7,9 мең ҡытай кешеһе СССР-ҙан Синьцзянға депортациялана. Ҡытайға ҡайтырға теләмәгәндәр һәм совет гражданлығын алғандар Алыҫ Көнсығыш крайының Кур-Урмий районына (1,9 мең кеше), тағы 1,4 мең кеше Ҡаҙағстанға депортациялана[16][17].

Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы депортация

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1943—1944 йылдарҙа коллаборационизмда ғәйепләнеп, ҡалмыҡтар, ингуштар, чечендар, ҡарасайҙар, балҡар, ҡырым татарҙары, нуғайҙар, Месхет төрөктәре, Понтий гректары, болғар, сиғандар, курдтар күпләп депортациялана. Был халыҡтарҙың автономиялары (әгәр булһа) бөтөрөлә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтәһе 61 милләт вәкилдәре мәжбүри күсенеүгә дусар ителә[18]. Тарихсы Александр Статиев фекеренсә, һуғышҡа тиклемге йылдарҙа дәүләт менән низағҡа ингән өсөн был халыҡтар һәм милләттәр депортацияланған. Әммә хатта үтә йәшерен эш ҡағыҙҙары араһында совет власыныңҡырым гректарын, Месхет төрөктәрен, курдтарҙы, хемшилдарҙы дәүләткә хыянат итеүҙә шикләнеүен раҫлаған бер генә документ та табылмай; икенсе яҡтан, партия органдары тарафынан ҡабарҙы һәм карел халыҡтары коллаборационизмда ғәйепләнһә лә, депортацияға дусар ителмәй[19].

Немецтарҙы депортациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР Юғары Советы Президиумының 1941 йылдың 28 авгусындағы Указына ярашлы[20] 367 000 немец көнсығышҡа депортациялана: Коми республикаһына, Урал, Ҡаҙағстан, Себер һәм Алтайға. Немецтарҙың бер өлөшө хәрәкәт итеүсе армиянан ҡайтарып алына. 1942 йылда 17 йәшлек совет немецтарын эшселәр колоннаһына алыу башлана. Мобилизацияға эләккән немецтар заводтар төҙөй, ағас ҡырҡыуҙа һәм рудниктарҙа эшләй.

Гитлер коалицияһына ингән халыҡтарҙың (венгрҙар, болғар, күп кенә финдар) вәкилдәре лә лепортациялана.

Ленинград фронтының хәрби советының 1942 йылдың 20 мартындағы ҡарары нигеҙендә 1942 йылдың март-апрелендә фронт һыҙығындағы зонанан 40 мең самаһы финн һәм немец депортациялана.

Шуларҙың һуғыштан һуң өйөнә ҡайтҡандары 1947—1948 йылдарҙа ҡабат депортацияға дусар ителә.

Депортациялаланған халыҡтарҙың хәле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1948 йылда немецтарға, шулай уҡ башҡа депортацияланған халыҡтарға (ҡалмыҡ, ҡарасай, чечен, финна, балҡар һәм башҡаларға), депортация районын ташлап, тыуған иленә ҡайтыуҙы тыйған указ ҡабул ителә. Был указды боҙғандар 20 йылға лагерь эштәренә ебәрелә [1606 көн сығанағы күрһәтелмәгән].

Депортацияланған халыҡтар вәкилдәре ВКП(б) һәм ВЛКСМ-дан сығарылмай, һайлау хоҡуғынан мәхрүм ителмәй.

Депортацияны ойоштороуҙа СССР-ҙың юғары етәкселәренең роле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Депортация тураһындағы ҡарарҙар ОГПУ-НКВД инициативаһы буйынса партия һәм хөкүмәт органдары етәкселеге кимәлендә ҡабул ителә, был шарт депортацияның совет суд системаһы ҡарамағында булмауын раҫлай һәм махсус торағ пункттары системаһын холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙары һәм колонияларынан ҡырҡа айырылыуын күрһәтә. Тарихсылар фекеренсә, СССР эске эштәр халыҡ комиссары Лаврентий Берияның күпселек депортацияларҙың инициаторы булған, тап ул баш командующийға тәҡдим менән докладнойҙар яҙған.

1956 йылдың 17 ғинуарында Юғары Совет Президиумының 1936 йылда күсерелгән поляктарҙан; 1956 йылдың 17 мартында — ҡалмыҡтарҙан, 27 мартта — грек, болғар һәм әрмәндәрҙән; 1956 йылдың 18 апрелендә — ҡырым татарҙары, балҡарҙар, Месхет төрөктәре, хемшилдар һәм курдтарҙан; 1956 йылдың 16 июлендә чечен, ингуш һәм ҡарасайҙарҙан хоҡуҡи сикләүҙәрҙе алған Указы сыға.

1957—1958 йылдарҙа ҡалмыҡ, чечен, ҡарасай, балҡар һәм ингуштарҙың милли автономиялары тергеҙелә; был халыҡтарға үҙҙәренең тарихи биләмәләренә ҡайтырға рөхсәт ителә. Репрессияларға дусар ителгән халыҡтарҙың тарихи ватанына ҡайтыуы ҡатмарлылыҡтар ҙа тыуҙыра, хатта ул ваҡытта һәм артабан да милләт-ара низағ тыуҙыра. Сөнки тарихи ватанына ҡайтҡан чечендар һәм улар депортацияла йәшәгән мәлдә Грозный өлкәһенә күсенгән урыҫтар араһында; Төньяҡ Осетия АССР-ының Ҡала яны районына күсенеп төпләнгән осетиндар менән тыуған еренә аяҡ баҫҡан ингуштар араһында милләт-ара аңлашылмаусанлыҡтар, бәхәстәр тыуа.

Әммә репрессияларға дусар ителгән халыҡтарҙың байтағы (Волга буйы немецтары, ҡырым татарҙары, месхет төрөктәре, гректар, корейҙар һәм башҡалар) тарихи ватанына ҡайтарылмай һәм милли автономиялары ла тергеҙелмәй..

1964 йылдың 29 авгусында, йәғни депортацияланғандан һуң 23 йыл үткәс, СССР Юғары Советы Президиумы үҙенең 1964 йылдың 29 авгусындағы 2820-се Указы менән Волга буйының немец халҡына ҡарата ҡулланылған дәлилһеҙ ғәйепләүҙәрҙе тулыһынса юҡҡа сығара, ә 1972 йылда депортацияланған немецтарҙың ирекле күсеп йөрөүен сикләүҙәрҙе тулыһынса алған һәм уларҙың күсерелгәнгә тиклем йәшәгән урындарына ҡайтыу хоҡуғын тергеҙеүсе указ ҡабул ителә.

1960-сы йылдар уртаһында «ғәйеп тағылған халыҡтарҙы» реабилитациялау тулыһынса тип әйтерлек туҡтатыла.

  1. Направленность не на конкретное лицо, а на широкие группы, отвечающие заданным сверху критериям
  2. Полян П. М. Депортации и этничность // Сталинские депортации. 1928—1953. — М.: МФД, Материк, 2005. — С. 5. — 904 с. — (Россия. XX век. Документы). — ISBN 5-85646-143-6.
  3. Депортация народов в СССР. Справка // РИА Новости. — 14 ноября 2009 года.
  4. 4,0 4,1 Росси Ж. Справочник по ГУЛАГу: в двух частях, Часть 1. — М.: Просвет, 1991. — С. 204.
  5. Закон «О реабилитации репрессированных народов» (1991). Справка. РИА Новости (26 апрель 2011). — 26 апреля 2011 года исполняется 20 лет со дня принятия в РСФСР Закона «О реабилитации репрессированных народов». Дата обращения: 20 март 2013. Архивировано 21 март 2013 года.
  6. 6,0 6,1 Бугай Н. Ф. Защита состоялась, проблемы остаются… // Приволжский научный вестник. — 2014. — № 7 (35). — С. 123.
  7. Бугай Н. Ф. Защита состоялась, проблемы остаются… // Приволжский научный вестник. — 2014. — № 7 (35). — С. 118—135.
  8. 8,0 8,1 У истоков советской депортационной политики: выселения белых казаков и крупных землевладельцев (1918—1925)
  9. Кавказская депортация 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  10. http://www.reabit.org.ua. Национальный банк репрессированных. Сайт (2013).
  11. 11,0 11,1 secret
  12. AFP / Expatica (30 August 2009), Polish experts lower nation’s WWII death toll, Expatica Communications BV
  13. Постановление № 1428—326 «О выселении корейского населения из пограничных районов Дальневосточного края» 2014 йыл 14 апрель архивланған.
  14. Постановление СНК СССР и ЦК ВКП(б) № 1428-326сс «О выселении корейского населения пограничных районов Дальневосточного края»
  15. Постановление «О реабилитации советских корейцев» 2014 йыл 12 октябрь архивланған.
  16. Ларин, 2009
  17. Дацышен В. Г. Политические репрессии и китайцы в СССР // Сибирь и ссылка : Siberia and the Exile История пенитенциарной политики Российского государства и Сибирь XVIII–XXI веков. — 25.02.2010.
  18. Николай Бугай. Депортация народов, Научно-просветительский журнал «Скепсис».
  19. Alexander Statiev. The Nature of Anti-Soviet Armed Resistance, 1942-44: The North Caucasus, the Kalmyk Autonomous Republic, and Crimea // Kritika: Explorations in Russian and Eurasian History. — Volume 6. — Number 2 (Spring 2005, New Series). — PP. 317—318.
  20. Указ Президиума ВС СССР от 28.08.1941. www.libussr.ru.