Шахты эше
Шахты эше | |
Урын | Союздар Йорто[d] |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 6 июль 1928 |
Шахты эше Викимилектә |
«Шахты эше» (рәсми рәүештә «Донбасстағы иҡтисади контрреволюция тураһында эш») — 1928 йылдың 18 майынан 6 июлгә тиклем Мәскәүҙә Союзар Йортонда үткәрелгән сәйәси суд процесы.
Процесс сиктәрендә ВСНХ, «Донуголь» тресына, Донбасс шахталарының идаралыҡ органдарына ингән СССР күмер сәнәғәтенең 53 белгесе һәм етәксеһенән торған төркөм ҡоротҡослоҡ һәм саботаж үткәреүҙә ғәйепләнә. Бынан тыш, процеста ҡатнашыусылар башлыса элекке (революцияға тиклемге) техник интеллигенция вәкилдәре булараҡ йәшерен контрреволюцион ойошманы булдырыуҙа, сит ил советтарға ҡаршы үҙәктәр менән, шул иҫәптән, мифик «Париж үҙәге» менән бәйләнештәрҙә ғәйепләнә. Айырым ҡатнашыусыларҙың тәүге ҡулға алыныуҙары 1927 йылдың июнь-июлендә, 1928 йылдың мартында була. Үҙәк Комитеты Политбюроһы «фетнә» тураһында версияны ҡабул иткәндән һуң, эш сәйәси төҫ ала.
Йомғаҡлау ғәйепләүҙәре, дәлилдәр булмағанға күрә, компроматтарҙа һәм үҙ-үҙенә шаһитлыҡ итеүҙә төҙөлә. Ҡайһы бер Германия граждандарының ҡулға алыныуы арҡаһында эш етди дипломатик көрсөк сәбәбе булып китә. «Буржуаз интеллигенцияһы» вәкилдәре төркөмө өҫтөнән «Шахты процесы» СССР тарихында мөһим ваҡиға була һәм иҡтисадта НЭП-тан «социалистик һөжүмгә» күсеүҙе аңлата. 2000 йылда Рәсәй Фәдәрацияһы Генераль прокуратураһы тарафынан бөтә хөкөм ителеүселәр енәйәт составы булмау айҡанлы реабилитациялана.
Тарихи контекст
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1927 йылдың аҙағында совет иҡтисади сәйәсәтендә байтаҡ үҙгәрештәр һиҙемләнә: октябрь айында Бухарин совет ауылындағы капиталистик элементтарына ҡаршы — «кулактарға ҡаршы» — көсәйтелгән һөжүмгә саҡыра; декабрҙә 15-се съезд әлеге тәҡдимде хуплай, әммә, атап әйткәндә, коллективлашыу, аҡрынлап үткәреләсәк, тип асыҡлыҡ индерә. Шул уҡ йылда иген йыйыу буйынса проблема килеп сыға: 1927 йылдың яҙында һәм йәйендә күрһәтелгән пландан арттырып йыйылһа, йылдың аҙағына хәлдәр насарая — ноябрҙә һәм декабрҙә былтырғы йылдың кимәленән яртыһы ғына йыйыла. Партия етәкселеген аҙыҡ-түлектең етешмәүе хафаға һала, шулай уҡ иҡтисади пландар ҙа боҙола, ә крәҫтиәндәрҙең иген әҙерләүгә һәм башҡа ғәҙәттән тыш сараларға ҡаршы сығыштары Үҙәк Комитеты Политбюроһы алдында етештереүсенән игенде йәки башҡа ауыл хужалығы продукцияһын дәүләткә күсереү ысулдарын эҙләү мәсьәләһе килеп баҫа[1]. Һөҙөмтәлә, Иосиф Сталин етәкселегендә совет етәкселегенең бер өлөшө көрсөктә кулактарҙы ғәйепләү юлына баҫа. Партияла «синфи дошмандар» менән көрәш өсөн өҫтәмә саралар кәрәклеге буйынса бәхәстәр ҡуба[2][3] һәм 1928 йылдың башына ҡарата ОГПУ органдары, партия етәкселеге ярҙамы менән, иҡтисади өлкәлә үҙенең эшмәкәрлеген әүҙемләштерә[4].
Бынан тыш, тышҡы сәйәсәт өлкәһендә лә үҙгәрештәр башлана: атап әйткәндә, Германия идара итеү даирәләрендә СССР-ға артабанғы кредитлау мөмкинлеген кире ҡаҡмаһалар ҙә, мәсьәләне хәл итеү айҙан-айға кисектерелеп килә. Веймар республикаһы вәкилдәре оҙайлы кредитлауға ризалашмайҙар, улар кредиттарҙы ике йылға ғына бирергә теләй һәм 300 миллионлыҡ кредитты тулыһынса түләүҙе шарт итеп ҡуя, шул уҡ ваҡытта совет хөкүмәте яңы 600 миллион маркалыҡ кредит («перманент кредиты») һорай[5]). Кредиттың ҙур күләме СССР-ҙың түләүсәнлек һәләтендә шик тыуҙыра, өҫтәүенә, Советтар иле сит илдә сеймал, ҡоролмалар һәм машиналар алыу өсөн аҡса күләмен кәметә, мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында һәм Мысырҙа мамыҡ һатып алыу кимәле кәметелә һәм уны етештереү Урта Азияла арттырыла. Ошо уҡ ваҡытта валюта запастарын тулыландырыу өсөн йыйылған игенде сит илгә сығарыу күҙаллана[6][6][7]. Конфиденциаль органдарға немец илсеһе Ульрих фон Брокдорф-Ранцау, француз илсеһе Жан Хербет, итальян илсеһе Витторио Черрути, поляк илсеһе Станислав Патек СССР-ҙың эске торошон «иҡтисади фалиж» һәм «сәйәси һәләкәт» тип нарыҡлауы тураһында еткерәләр. Шулай уҡ Германияла СССР-ҙың дөйөм сәйәси һәм иҡтисади позицияларының көсһөҙләнеүе һәм ябай эшселәр араһында ла, эшселәр һәм белгестәр араһында ла мөнәсәбәттәр ҡырҡыулашыуы тураһында билдәле була[8][9].
Эштең сәбәптәре. Тикшереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Профессор Сергей Красильников фекеренсә, «Шахта эшен» «тикшереү» буйынса чекистар ғәмәлдәрендә өс төп стадия күҙәтелә: «сәйәсәткә тиклемге»[10] шахта этабы (1927 йылдың июненә октябргә тиклем), уның барышында төп тикшереү ғәмәлдәре башлыса Төньяҡ Кавказ крайы буйынса ОГПУ Тулы вәкәләтле вәкиллегенең Донецк оператив секторы хеҙмәткәрҙәре тарафынан үткәрелә; Ростов этабы (1927 йылдың октябренән 1928 йылдың февраленә тиклем) һәм йомғаҡлау этабы (1928 йылдың март-апреле), аҙаҡҡы этапта төп ролде украин һәм бер нисә Мәскәү чекисы уйнай [11].
1920 йылдан 1924 йылға тиклем Украина ССР-ы составына ингән ҙур булмаған Шахты ҡасабаһы; ОГПУ-ның иғтибарын процесс башланғанға тиклем үк йәлеп итә, сөнки 1923 йылда уҡ Власов-Парамонов руднигы таусылары 12 пункттан торған петиция менән сығыш яһайҙар, аслыҡтан һәм аҡсаһыҙлыҡтан йонсоған халыҡ рудниктағы эш шарттарын яҡшыртыу, эш хаҡын күтәреү, хәүефһеҙлек техникаһын үтәү һәм урындағы үҙ-идарасылыҡты үҫештереү мәсьәләләрен хәл итеүҙе талап итә. Манифестацияла 10 мең шахтер ҡатнаша, улар урындағы ГПУ бинаһына табан юл ала, забастовка башлана. Манифестанттарҙы ут менән ҡаршы алалар, бер нисә кеше яралана, һәләк булғандар тураһында ул көндәрҙә хәбәр ителмәй. Һөҙөмтәлә ойоштороусылар һәм активистар ҡулға алына, ә забастовка, шахта идаралығы етәкселеген алмаштырғандан һуң, туҡтап ҡала. Шахты районы РСФСР-ҙың Төньяҡ-Кавказ крайы составына күсерелә. Шуға ҡарамаҫтан, 1927 йылдың май айында сығыштар ҡабатлана. Шахта-Дон округ партия комитеты секретары урынбаҫары Иван Кравцовтың фекеренсә, быға яңы коллектив килешеүе сәбәпсе була, сөнки уға ярашлы эш нормалары арттырыла, ә реаль эш хаҡы ике тапҡырға түбәнәйә[12][13].
Шахты этабы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер нисә инженерҙы, техникты һәм идарасыларҙы ҡулға алыу 1927 йылдың июненә июль аҙағына тиклем бара, улар араһынан өсәүһе генә «синфи дошмандарын» бөтөрөүгә йүнәлтелгән процесс осорона барып еткерелә[14]; ҡалғандары ОГПУ коллегияһы тарафынан репрессиялана. Артабан 9-11 ноябрҙә — 5 кеше һәм 3 декабрҙә тағы ла бер кеше ҡулға алына. 1928 йылда тағы ла 5 кеше ҡулға алына (ғинуар-февраль айҙарында). Һөҙөмтәлә 1928 йылдың март башына ҡарата буласаҡ хөкөм ителеүселәрҙең 25 % ҡулға алынған була, ҡалғандары артабан үткәрелгән тикшереү саралары ваҡытында «йыйыла». Мәҫәлән, 3 — 10 мартта Харьков чекистары 19 кешене ҡулға алалар, аҙаҡ, бер ай эсендә, тағы ла ике тиҫтә кеше, иң һуңғы ҡулға алыу ордерҙары 1928 йылдың 15 апрелендә бирелгән[15].
«Шахты эше» бер шахтерҙың забойҙа һәләк булыуынан башлана, забойҙағы эш менән техник Венедикт Беленко етәкселек иткәнгә күрә, уны 1927 йылдың 15 апрелендә РСФСР Енәйәт Кодексының 108-се статьяһы буйынса ғәйепләйҙәр. Май башында профсоюз ойошмаһы ҡул аҫтына Беленко азат ителә, әммә үҙ вазифаһынан бушатыла һәм техник булып икенсе шахтаға күсерелә. Бынан һуң ОГПУ-ның Шахты бүлегенә бер үк ваҡытта бер нисә эшсенән ғаризалар килә[16], унда улар элекке начальниктың «күп һанлы етешһеҙлектәре» тураһында еткерәләр. Ғаризаларҙың береһенә ОГПУ-ның округ бүлеге начальнигы Финаков факттарҙы тикшереү буйынса техни-экспертлау комиссияһын булдырыу һәм һәм Беленкоға ҡарата яңы эш асыу, уны ДГРУ бер нисә иженеры һәм технигы эше менән бәйләү тураһында резолюция яҙа(267-се эш, 1927 йылдың июнендә ҡулға алынғандар, «иҡтисади контрреволюция» статьяһы буйынса ғәйепләнәләр)[17].
Край этабы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1927 йылдың 9 сентябрендә 13 кешегә ҡаршы эш Төньяҡ Кавказ крайы буйынса ОГПУ-ның Иҡтисади бүлеге ҡарамағына күсерелә: баштағы этапта чекистар төп фигуралар булараҡ шахта мөдирҙәре Николай Гаврищенко һәм Беленколарҙы тикшерәләр. Шул осорҙа эштә эшселәрҙән бер нисә ғариза барлыҡҡа килә, унда улар эш ҡаҡын түләп бөтмәүҙәр тураһында яҙала (һуңыраҡ һорау алыу ваҡытында шахтерҙар ауыр хеҙмәт шарттары, эш хаҡын яңылыш иҫәпләү һәм инженер-техник персоналының бюрократизмы тураһында хәбәр итәләр) һәм Беленконы совет власына ҡарата дошмандарса ҡарашы тураһында ғәйепләйҙәр: сит ил белгестәре лә, революцияға тиклемге инженерҙары күмер производствоһының түбән финанслау кимәле менән һәм идара итеү ысулдары ҡәнәғәт булмауҙарын йәшермәйҙәр[18]. 1927 йылдың йәйендә Шахты ҡалаһынан урындағы чекистарға ярҙамға Ростовтан уларың коллегалары килә: Евгений Еленевич, Михаил Яхонтов һәм Борисевич-Луцик, былар барыһы ла эш барышын тиҙләтеү мөмкинлеген бирә. Ҡулға алынғандарҙы «аҡ гвардия» контрразведкаһының элекке хеҙмәткәрҙәре һәм «агенттары» менән осраштыралар, улар эшселәргә ҡарата бер-береһенә оҡшаш күрһәтмәләр бирәләр. Красильников фекеренсә, ҡулға алынғандарға баҫым өс йүнәлеш буйынса яһала: беренсенән, «производстволағы саботаж һәм ҡоротҡослоҡ»; икенсенән, пролетарийҙар менән алама мөнәсәбәттәр, шул иҫәптән, алдау, тупаҫлыҡ, ҡул күтәреү һәм, өсөнсөнән, революция һәм Граждандар һуғышы осоронда «эшселәргә ҡаршы һәм революцияға ҡаршы эшмәкәрлек» бик әүҙем рәүештә тикшерелә[19][20].
Яйлап ҡулға алынғандарҙың күрһәтмәләре лә үҙгәрә: 1927 йылдың август аҙағында Гавришенко һәм Беленко, бер үк ваҡытта тиерлек, ДГРУ-ла советтарға ҡаршы булған идарасылар һәм техниктар барлығы тураһында күрһәтмәләр бирә башлайҙар. 1927 йылдың 24 авгусында Беленко тәфтишсегә производствола үҙ-ара туғанлыҡ ептәре һәм революцияға тиклем билдәле шахта хужаһы Емельян Колодуб менән бәйле төркөм барлығы тураһында хәбәр итә[21].
Шул уҡ көндө Беленко 1917 йылға тиклем табылған бай күмер ятҡылыҡтары тураһында мәғлүмәттәрҙе йәшереү һәм перспективаһыҙ күмер ҡатламдарын эшкәртеү тураһында тәүге тапҡыр аныҡ ғәйепләүҙәрҙе таный. Бынан һуң Гаврищенко иптәше менән «риза» булыуын белдерә. Красильников фекеренсә, бындай күрһәтмәләрҙән һуң техник-эксперт комиссиялары ла «чекистарға кәрәкле һығымталарҙы» бирә башлай[22].
Эштең артабанғы «сюжеты» производстволағы өҙөклөктәр һәм авариялар сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелә, сөнки хужаһыҙлыҡ арҡаһында предприятиеларҙа эре янғын осраҡтары һәм авариялар күбәйеүе күҙәтелә. Был хәлгә ике аспектта ҡарайҙар: а) конкрет (берҙән-бер) «ҡоротҡослоҡ» акттары һәм б) урындағы производствоны ҡиммәтле техника менән (башлыса сит илдә етештерелгән) тәьмин итеү «көтөлгән» һөҙөмтәләргә килтермәү сәбәптәрен асыҡлау. Һөҙөмтәлә, Донбасс күмер сәнәғәтендәге ҡоротҡослоҡ тураһында мәғлүмәттәр партия-дәүләт етәкселегенә элекке хужалар меннән тығыҙ бәйләнештә булған эшсе синыф дошмандарына бармаҡ менән күрһәтергә мөмкинлек бирә, шул уҡ ваҡытта ысынлап та шахталар бик насар тәьмин ителә: квалификациялы белгестәр етешмәй, түбән эш хаҡы һәм хеҙмәт етештереүсәнлеге, хеҙмәтте ойоштороу проблемалары. Бөтәһе бергә тикшереү органдарына яңы кимәл сығыуға мөмкинлек бирә: «фетнәселәр» юғары идара итеү органдарында, мәҫәлән, «Донуголь» тресы идаралығында (Харьков) һәм бер үк ваҡытта сит ил белгестәре араһында, табыла[22][4].
1928 йылдың ғинуарында тикшереү барышында «принципиаль һынылыш» барлыҡҡа килә: ҡулға алғандан һуң ай ярымдан һуң «таныу» күрһәтмәләрен инженер Абрам Башкин (Башнин) бирә башлай, ул оҙайлы ваҡыт ДГРУ-ла эшләй. Красильниковтың фекеренсә, башкин тикшереү органдары өсөн «махсус ҡыҙыҡһыныу» уята, сөнки уның ағаһы Берлинда йәшәй, унан ул посылкалар һәм хаттар алып торған. 21 ғинуарҙа, 58-се статьяның бер нисә пункты буйынса ғәйепләүҙәр менән танышҡандан һуң (шул иҫәптән «шпионлыҡта» ғәйепләү) Башкин «ғәйебен» таный[23]:
Үҙемдең бөтә элекке эшмәкәрлегемде биҙмәнгә һалып һәм яҡшы итеп уйлағандан һуң, мин ошондай һығымтаға килдем: идея яғынан Совет власына ҡаршы булмаһам да, үҙемдең бушаҡлығым һәм Совет власына ҡаршы йүнәлтелгән енәйәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән таныштарым һәм дуҫ-иштәрем даирәһенә инеүем арҡаһында...мин үҙемдең элекке эшмәкәрлегемдән ваз кисергә һәм Совет власының ихлас дуҫы булырға ҡарар иттем, бының өсөн мин булған фетнәләрҙә һәм унда ҡатнашҡан кешеләрҙе фашлауҙа ярҙам итергә теләйем һәм эшләйәсәкмен.<…>. |
Бынан һуң, 1928 йылдың 23 ғинуарынан 21 мартҡа тиклем, Башкиндан 48 тапҡырһорау алына, башҡа ҡулға алынғандарҙан иң күбе; уның һорау алыу протоколдары 280 машинкала баҫылған бит тәшкил итә. Һөҙөмтәлә, Башкиндың күрһәтмәләрендә Ростов чекистары «Шахты эше» буйынса тәүге һығымталар яһайҙар һәм уларҙы ОГПУ-ның үҙәк аппартаына ебәрәләр. бынан тыш, был күрһәтмәләр башҡа ҡулға алынғандар өсөн дә этәргес көс була[14]. Атап әйткәндә, Гавришенко, Башкиндың күрһәтмәләре менән танышҡандан һуң, шулай уҡ таныу күрһәтмәләрен бирергә була, әммә тиҙҙән уның «психологик өҙөклөгө» барлыҡҡа килә һәм ул «хаталы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы» күрһәмәләр бирә башлай. 30 ғинуарҙа Гавришенко дүртенсе ҡаттағы тәҙрәнән һикерә[24]: Гавришенконың мөһим күрһәтмәләре өсөн яуаплы булған тәфтишсе Константин Зонов, «үтә оҫта һорау алыу өсөн» хәрби орденға тәҡдим ителә, әммә Үҙәк Башҡарма комитеты Президиумы был тәҡдимде кире ҡаға[25].
Ул осорҙа Башкиндың үҙенең дә хәле тотороҡло булыуы шик аҫтына алына: нервы ауырыуҙары клиникаһы директоры, профессор Павел Эмдин 11 мартта «гражданин Башкин хәҙерге ваҡытта реактив хәл менән сиктәш дөйөм невроз менән яфалана» тигән һығымта бирә. Башкин бер аҙна тирәһе махсус клиникала дауалана, бынан һуң унан өс һуңғы һорау алыу өсөн төрмәгә ҡайтарыла. Красильников, төп мәғлүмәт сығанаҡтарының психологик хәл-торошо ҡайһы бер юғары етәкселәрҙә Шахты инженерҙарының эшмәкәрлеген «иҡтисади контрреволюция» булараҡ квалификациялауҙа шик тыуҙырған, тип фаразлай[26][4]:
Ворошилов: Миша! асыҡтан-асыҡ ҡына әйт әле, Шахты эшендәге асыҡ судта беҙ күңелһеҙ хәлгә тарымаҫбыҙмы? Был эштә урындағы, атап әйткәндә, ОГПУ крайы хеҙмәткәрҙәренең, самаһыҙлығы юҡмы икән? Томский: Шахты һәм, ғөмүмән, күмер эше буйынса бындай ҡурҡыныс юҡ, сөнки бында мәсьәлә асыҡ . Төп персонаждар тайпылмаясаҡ [27]. |
Республика этабы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Политбюро «заговор» версияһын ҡабул иткәндән һуң, төбәктә күмәк ҡулға алыуҙар башлана. Иосиф Блат етәкселегендә тәфтишселәр төркөмө ҡулға алынған инженерҙар һәм идарасыларға ҡарата ныҡышмалы ғәмәлдәр йәйелдерә. Чекистарҙың әүҙемлеге эште Мәскәү талабына ярарлыҡ кимәлгә еткерә: тупланған материалдарҙан төбәктә күп тармаҡлы һәм сит ил менән бәйле йәшерен ойошма булыуы «асыҡлана». Украин чекистары «Донуголь» етәкселәренән, атап әйткәндә, трестың яңы төҙөлөш идаралығында эшләгән Юрий Матовтан һәм Дмитрий Сущевскийҙан таныу күрһәтмәләрен алалар. Башлыса Матовтың күрһәтмәләре нигеҙендә генә ҡулдан яҙылған протокол 53 бит (ике яғынан да) тәшкил итә[28], шулай уҡ Сущевскийҙың шаһитлығы арҡаһында республика ГПУ-һы 1 апрелгә «„Донуголь“ тикшереү эше» исеме аҫтында 60-битлек күҙәтеү әҙерләүгә өлгәшә, ә 11 апрелдә Политбюро "Донуголь эше"н «Шахты эше» менән берләштереү буйынса ҡарар итә. 24 апрелдә 95-битлек «Донбасста иҡтисади контр-революция» исеме аҫтында доклад барлыҡҡа килә, доклад 23 киҫәктән тора һәм унда алдан уҡ «ғәйепләү схемаһы» бирелә[29].
Бик күп кешене ҡулға алыуға һәм төрлө документтарҙы тартып алыуға ҡарамаҫтан, 2011 йылда ҡул аҫтында булған 300 тикшереү эшендә Красильников һәм уның коллегалары күп тармаҡлы «йәшерен ойошма» эшмәкәрлеген һәм сит ил бәйләнештәр буйынса бер әйберләтә дәлил тапмайҙар. Һығымта ғәйепләүҙәр компроматтарҙа[28] һәм һорау алыу ваҡытында үҙ-үҙенә яла яғыу күрһәтмәләрендә төҙөлә. Красильников фекеренсә, 1 апрелгә тиклем «ойошманың» структураһы тураһында күрһәтмәләр булмауы украин чекистары тарафынан бындай ойошманың структур схемаһын күрһәтеп биргәнен дәлилләй[30].
Үҙ-үҙҙәренә яла яғыуҙан тыш, тәфтишселәр йыш ҡына шәхси осрашыуҙарҙы әүҙем ҡуллана. Мәҫәлән, 1928 йылдың 22 апрелендә Матов һәм Авраам Юсевич (уны һуңғараҡ аталар) араһындағы осрашыуҙа Матов, Юсевичты ойошма эшенә 1925 йылда йәлеп иттем, ти. Матовтың күрһәтмәләрен раҫлайһыңмы, тигән һорауға Юсевич 37 минут дауамында аныҡ яуап бирмәй. Ниһайәт, ул, инженер Матовтың күрһәтмәләрен раҫлайым һәм ысын күңелдән үкенәм, тип белдерә[31].
Тикшереү йомғаҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тикшереү Төньяҡ Кавказ крайы ОГПУ-ны тулы хоҡуҡлы вәкиллеге (ПП) УССР ГПУ-һы тәфтишселәр төркөмө тарафынан алып барыла, атап әйткәндә, Владимир Антонович, Лазарь Арров-тандетницкий, Евгений Евгеньев-Шептицкий, Еленевич, Юлиан Зверев, Александр Инсаров, Александр Курский[32], Александр Розанов, Зиновий Ушаков, киләсәктә генерал-лейтенант Петр (Павел) Федотов[33], Павел Финаков һәм Яхонтовтар[34], «ихлас йөрәктән таныуҙар» алыу һәм эшкә дөйөм дәүләт төҫөнбиреү бойороғон үтәйҙәр [35][36]. Алдағы тикшереүҙе РСФСР прокуроры янындағы иң мөһим эштәр буйынса тәфтишсе Эммануил Левентон алып бара[37][⇨]. Красильников, дөйөм алғанда, «Шахты эше» буйынса алдан тикшереү ОГПУ органдарының эш кимәленең түбән булыуын күрһәтә, тип һанай, булмаған ойошманы бар тип күрүәтеүгә улар өлгәшә алмай. Бынан тыш, иҡисади подразделениеларға ингән тәфтишселәр компетентлы булмауҙарн күрһәтте, сөнки бер нисә ай эсендә улар ҡулға алынған шахта етәкселәрен «һындыра» алманылар, тикшереү норматикв сроктарға һыймай һәм бер нисә тапҡыр оҙайтыла. Айырыуса чекистарҙың ғәмәлдәре немец белгестәренә ҡарата «ғауғалы» булып сыға [38][4].
Шуға ҡарамаҫтан, 9 февралдә ОГПУ Совнарком рәйесе Алексей Рыковҡа бер нисә йыл дауамында тау-мәғдән сәнәғәтендә «ҡортоҡослоҡ» менән шөғөллнгән контрреволюцион ойошма фашланыуы тураһында хәбәр итә. Процесты ентекле әҙерләү өсөн Политбюро Рыков, Сталин, Орджоникидзе, Молотов, Куйбышев һәм Ворошилов (марттан) составындағы комиссияны булдыра[4]; 2 мартта Молотов һәм Сталин Политбюро ағзаларына хат ебәрәләр, әлеге хатта Шахты белгестәренең эмиграциялағы урыҫ контрреволюцион элементтары, шулай уҡ немец капиталистары һәм контрреволюционерҙары менән бәйләнештәре тураһында хәбәр ителә[39].
Халыҡ-ара аспект
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет-Германия мөнәсәбәттәрендәге көрсөк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шахты эше көслө халыҡ-ара резонанслы була — тәү сиратта, Германияла — 1922 йылдан алып 1933 йылға тиклем Совет Рәсәйе һәм Веймар республикаһы араһында иң етди дипломатик көрсөктәр сәбәбтәренең береһе була. көрсөк 1928 йылдың 6 мартында башлана, ошо көндөң аҙағында сәғәт 23:00-тә СССР-ҙың сит ил эштәре буйынса халыҡ комиссары Георгий Чичерин (ул ғәҙәттә төндә эшләй) үҙенең кабинетында Германия илсеһе Брокдорф-Ранцауҙы ҡабул итә, уны нарком шәхсән килергә үтенә. Ғәҙәттә Чичерин бындай саҡырыуҙарҙы ҡулланмаған. Бер нисә инеш һүҙҙән һуң совет наркомы, «беҙҙе икебеҙҙе лә етди эш көтә», тип хәбәр итә. Немец илсеһе ентекләберәк аңлатыуҙы һорағандан һуң, Чичерин, СССР-ҙа тиҙҙән ҙур суд процесы үтәсәк, унда «башлыса поляктар ҡатнашасаҡ», әммә шулауҡ немец граждандары ла бар, тип яуап бирә. Шулай уҡ була: Гольдштейн, Эрнст Отто, Макс Мейер (йәки Майер) һәм Г. Вегнер — улар барыһы ла, Чичериндың версияһы буйынса, Elektrizitäts-Gesellschaft" (йәки АЕГ AEG/АЭГ) компанияһы хеҙмәткәрҙәре булғандар[40][41][42].
Шулай уҡ совет наркомы ике белдереү яһай: уларҙың беренсеһенә ярашлы немец рәсми учреждениелары һәм фирмалары бер ҡасан да исемләнмәйәсәк; икенсеһенә ярашлы, асыҡ һәм ғәҙел тикшереү вәғәҙә ителә. Яуап итеп, Брокдорф-Ранцау Германия үҙ граждандарына ярҙамға киләсәген еткерә, шул уҡ ваҡытта мшиналарҙы һәм ҡорамаларҙы боҙоу буйынса совет властары үткәргән сараларҙы аңлауын белдерә[43][44]. Шахтылағыҡоротҡослоҡ буйынса эш башҡа «герман шпиондары» менән бәйле ғауғаларҙан айырылып торған. Мәҫәлән, Германиялағы совет тулы хоҡуҡлы вәкиле Николай Крестинский 12 мартта Чичеринға яҙған[45]:
…Германияла бер кемгә лә билдәле булмаған һәм билдәһеҙ маҡсатта [СССР-ға] килгән немец студенттарын ҡулға алыу, һәм хатта Кавказ аръяғында консул агенттар тип исемленгән кешеләрҙе ҡулға алыу, Германияла заказ буйынса эшләнгән ҡоролманы урынлаштырыу өсөн ебәрелгән инженерҙарҙы һәм монтерҙарҙы ҡулға алыу күпкә айырылып торған факт. Студенттар өсөн матбуғат ғауғаланды, әммә бер кем дә, ысынында, шул студенттарға яҡын булған кешеләрҙән башҡа, етди рәүештә улар менән ҡыҙыҡһынманы. Элек-электән СССР-ҙа йәшәгән һәм Германияла билдәһеҙ булған консул агенттары тип нарыҡланғандар ҙа.[…] Ҙур концерндың хеҙмәткәрҙәрен, инженерҙарын ҡулға алыу — бөтөнләй башҡа эш. Был туранан-тура сәнәғәтселәргә һөжүм. Был киң сәнәғәт даирәләрендә бик көслө нәфрәт тыуҙырасаҡ.[…] Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, герман ауыр индустрияһы әлегә тиклем Германияла советтарға ыңғай ҡараштың төплө терәге булып торҙо. |
Эшләпә һәм плащ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Британия менн ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе иҫәпкә алып, ОГПУ органдары Донбасста эшләгән инглиз инженерҙарын ҡулға алмаҫҡа, ә тик формаль рәүештә уларҙан һорау алырға ҡарар итәләр[46][47]. Шул уҡ ваҡытта, бер ниндәй реаль уликалар (инструкциялар, шифровкалар, махсус ҡоролмалар) булмауы арҡаһында бер ОГПУ хеҙмәткәре уликалар булараҡ немец подданныйҙары тарафынан СССР граждандарына сит илдә йәшәгән туғандарынан ебәрелгән әйберҙәрҙе индерә: Башкиндың эшләпәһе һәм плащ-макинтошы. тәфтишсе Майхин «ярҙамы» менән ҡулға алынған Мейер бер посылкала йылы ирҙәр бүреге булыуын «иҫенә төшөрә», посылканы ул Спектор исемле ҡатынға ебәрә (Башкинға ҡоҙаса тейешле). Бынан тыш, 1927 йылдың декабрендә инженер Отто Башкинға ағаһынан тағы ла бер просылка алып килә, унда арзан ирҙәр йоҡа плащы була. Тикшереү органы ошо ямғырҙан һаҡлана торған плащты Шахты фетнәселәре өсөн эре саботаж актын башҡарыу өсөн сигнал, ә фетр эшләпә — ваҡыраҡ диверсия үткәреүгә бойороҡ тигән һығымта яһай. Башкиндың үҙенә ағаһы ебәргән әйберҙәрҙең мәғәнәһен тәфтишсе һәм немец монтеры Вегнер аса, сөнки ул «эш өсөн» Башкинға 750 һум аҡса тапшырған[48][49].
Тәфтишселәрҙең иғтибарын үҙенә «Ҡорос шлем» («Штальхельм», нем. Stahlhelm, Bund der Frontsoldaten) немец уң консерватив һәм монархистик ойошмаһы ағзаһы инженер Отто ла йәлеп итә. Отто һорау алыуҙарҙа туранан-тура национал-социализмға үҙенең сәйәси симпатиялары тураһында һөйләй, шул уҡ ваҡытта ул немец коммунистарын бик ҡаты тәнҡитләй. Тәфтишселәр «бишенсе колонна» версияһын уйлап сығарырға маташалар, йәғни Оттоны СССР-ҙа йәшәгән немец колонистары менән бәйләргә. Әммә ОГПУ органдарының инженерҙың «ғәйебе» буйынса фальсификация шул тиклем тупаҫ була, күрәһең, 4 майҙа Отто «Сит ил немецтары Союзы» (нем. Bund der Auslandsdeutschen) ағзалығынан баш тарта һәм «Украиналағы Германия колонияларына» ниндәй ҙә булһа йомоштар менән барыуын кире ҡаға [50][46]. Шул уҡ ваҡытта икенсе ҡулға алынған инженер, мейер, коммунистарға теләктәшлек күрһәтә һәм үҙендә Германия коммунистар партияһының әҙәбиәтен һәм йәшерен документтарын һаҡлаған[51].
Юғалған «дошман»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе осрашыуҙан һуң өс көн үткәс, 1928 йылдың 9 мартында, Чичерин икенсе мәртәбә Германия илсеһе менән осраша, был юлы ул ҡулға алынған алты кеше тураһында (дүрт кеше урынына) хәбәр итә: Кестер — «Кнаппе» фирмаһы акционеры һәм Байштибер — ошо уҡ фирманың хеҙмәткәре. 13 мартта Максим Литвинов Сталинға һәм Чичеринға СССР-ҙа немец инженерҙарын ҡулға алыу тураһындағы белдереүҙән һуң Берлин сәнәғәт даирәләрендә күтәрелгән ғауға тураһында еткерә[46]. Һөҙөмтәлә, акционер Кестер яңы янъялға сәбәп була, сөнки «Кнапп» фирмаһы директоры немец инженерҙарын ҡулға алғанда сит илдә була һәм «Шахты эше» буйынса бер ҡасан да йәлеп ителмәй булып сыға[43].
16 мартта, сит ил наркоматы хеҙмәткәре Иван Лоренцҡа немец илселеге секретары Гай һорау бирә: кем алтынсы кеше? Исемлектәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, немец исемлегендә Кестерҙың булмауы асыҡлана. Ике көндән Гольдштейн һәм Вагнер азат ителеүе тураһында мәғлүмәт алынғас, немец илсеһе ҡалған дүрт ҡулға алынғандарҙың яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр талап итә, ошо уҡ ваҡытта немец яғы СССР-ҙағы «Кнапп» фирмаһында Кестер фамилиялы инженер булмауы тураһында белдерә. Өҫтәүенә, ОГПУ биргән белешмәлә Кестер дәлилләнгән енәйәттәрҙә ғәйепләнә һәм шпионажға 200 мең совет һум исраф итеүе тураһында мәғлүмәт килтерелә. Элегерәк совет матбуғаты йоғонтоһо аҫтында «ҡоротҡослоҡҡа» ҡатнашы булған сит ил граждандарын хөкөм итеүҙе талап иткән һәм «халыҡтың киң ҡатламдары» ихтыярына һылтанған Чичерин фекере буйынса[46], СССР «ахмаҡлыҡ хәленә» эләгә[5][52].
Мәскәү һәм Берлин мөнәсәбәттәренең киҫкенләшеүенә совет юлбашсыларының сығыштары булышлыҡ итә: мәҫәлән, Брокдорф-Ранцау Ворошиловтың һәм СССР хөкүмәтенең башҡа ағзалары үҙ сығыштарында немецтарҙы (СССР-ҙа ул осорҙа яҡынса 5000 немец эшләй) «ҡәбәхәт», «хайуан» кеүек һүҙҙәр менән нарыҡлауына ҡаршы сыға һәм «немец индустрияһына ҡаршы ойошоролған кампания» кеүек ҡабул итә. Немец илселеге вәкиленең ҡулға алынғандар менән осрашыуы бер аҙ хәлде йомшарта, әммә Чичерин, ОГПУ-ға һылтанып, яңы осрашыуҙы ойошторорға ашыҡмай[53]. Политбюро Бухаринға инглиз, француз, немец һәм башҡа коммунистик партиялар делегаттарын айырым сит илдәрҙең «ҡортоҡостар» менән бәйләнештәре тураһында таныштырырға ҡуша. Яңы осрашыуға рөхсәт алынмағандан һәм ғәйепләнеүселәрҙе Германияға сығарыуҙан баш тартҡандан һуң Веймар республикаһы хөкүмәте СССР Берлинда хәрби атташе вазифаһына тәғәйенләнгән Василий Блюхер кандидатураһына ҡаршы сыға (Көньяҡ Ҡытайҙа Коминтерн менән бәйләнештәре арҡаһында). Май айында Политбюро Молотов, Чичерин һәм Николай Крыленкоға тағы ла бер мәртәбә сит илселектәр эшмәкәрлегенә ҡағылышлы ғәйепләү актын ҡарап сығырға тәҡдим итә[54][55].
Яңы кредит буйынса герман-совет иҡтисади һөйләшеүҙәрҙе туҡтатыу тураһында ҡарар Берлинда ҡабул ителә, әммә хәҙер Веймар республикаһы хөкүмәте уңайлы сәбәп таба: 14 мартта Штреземан СССР илсеһе Крестинскийҙың герман матбуғатының «хаталы» тәртибе тураһындағы шелтәләренә яуап бирә: «Донецк эшендә» матбуғаттыҡына ҡарағанда сәнәғәтселәр кәйефе мөһимерәк, атап әйткәндә, АЕГ директоры Феликс Дойч үҙен кәмһетелгән итеп тоя, сөнки ул етәкләгән компания СССР-ға бирелгән кредитҡа әүҙем булышлыҡ итте, ҡулға алыуҙарҙы һәм судты Дойч «ахмаҡлыҡ» тип атай. Киләһе көндө Штреземан совет яғына үҙенең хөкүмәтенең ваҡытлыса һөйләшеүҙәрҙе туҡтатып тороуы тураһында хәбәр итә[55][54][55].
17 мартта Крестинский Сталинға ҡулға алынған немец инженеры Гольдштейнды азат итергә тәҡдим итә. Крестинский шулай уҡ Сталинға Рыковтың, Калининдың һүҙҙәренең кире яҡ йоғонтоһо тураһында хәбәр итә[35]. Сталин Крестинскийҙан «немецтар менән татлы һөйләшеүҙәрҙән» баш тартырға талап итә, әммә Гольдштейн шулай ҙа азат ителә. Азат ителгәндән һуң Гольдштейн Германияға ҡайта һәм урындағы матбуғатҡа совет төрмәләрендәге насар шарттар һәм ҡулға алынғандарға ҡарата күрһәтелгән баҫым тураһында һөйләй, уның һөҙөмтәһендә Веймар Республикаһында ҡабаттан ғауға башлана[56]. Бынан һуң, 21 мартта, яңы ҡарар ҡабул ителә: ҡулға алынғандарҙы Политбюро комиссияһы рөхсәтенән һуң ғына азат итергә мөмкин. Үҙәк Комитеттың Политбюроһы шулай уҡ Мәскәүҙәге судты әҙерләү һәм үткәреүҙе үҙ өҫтөнә ала: ГПУ-ның Ростов бүлегенә 20 апрелгә баш ҡалаға ҡулға алынғандарҙы һәм бөтә ғәйепләү документтарын ебәрергә тәҡдим ителә[57][58][12].
Прокуратураның алдан тикшереүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]РСФСР прокуроры янындағы мөһим эштәр буйынса тәфтишсе Эммануил Левентон етәкселегендәге прокуратура тикшереүе «дәлилләү базаһына» бер ниндәй ҙә яңылыҡ индермәй[59][60].
Был осорҙа СССР партия етәкселеге ике немец белгесен — Вагнер һәм Зеебольдты — яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһен ҡарарға ниәтләй, сөнки тикшереү органдарында уларға ҡаршы етерлек мәғлүмәт тупланған була. Ошо уҡ ваҡытта Крестинский уларҙы СССР-ҙан ҡыуып сығарыу менән сикләнергә тәҡдим итә, әммә тик 19 июлдә генә Политбюро «эште бөтөрөү буйынса» ҡарар сығара, ә «Шахты эше» буйынса махсус комиссия бынан күпкә алда — 19 апрелдә үк — бөтөрөлгән була[61].
Суд
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барыһы эш буйынса бер нисә йөҙ кеше ҡулға алына: бер өлөшө азат ителә, икенсеһе (82 кеше) — ОГПУ коллегияһы тарафынан судтан тыш тәртиптә ҡарала. Һөҙөмтәлә, күмәк кеше алдына «Донбасстағы иҡтисади контрреволюця тураһында» эше буйынса суд процесына 53 кеше сығарыла[62].
Ғәйепләнеүселәр исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аркадий Ваксберг һуңғараҡ, «шул тиклем бәхетһеҙҙәрҙе уға тиклем дә, унан һуң да, бер суд процесы йыйманы», тип яҙа[63].
Тау инженерҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]П. И. Антонов, А. Б. Башкин, Н. Н. Березовский, Н. А. Бояринов, С. П. Братановский, А. К. Валиковский, В. В. Владимирский, Н. Н. Горлецкий, А. В. Деттер (Детер), С. Г. Именитов, А. И. Казаринов, П. Э. Калнин, Н. К. Кржижановский, Л. Б. Кузьма, В. В. Люри, Ю. Н. Матов, Л. Н. Мешков, И. И. Некрасов, М. А. Овчарек, В. К. Одров, Э. Э. Отто (гражданин Германии), В. Ф. Петров, Г. П. Потемкин, |Л. Г. Рабинович, В. С. Ржепецкий, Н. И. Скорутто, В. О. Соколов, И. К. Стояновский, Д. М. Сущевский, С. Е. Чернокнижников, Н. А. Чинакал, Г. А. Шадлун, В. Э. Штельбринк, А. Я. Элиадзе, А. Я. Юсевич. 1928 йылдың апрелендә өҫтәмә рәүештә Бөтә Рәсәй инженерзар ассоциацияһы ағзаһы Петр Пальчинский (1929 йылдың майында атып үлтерелә) һәм тау инженеры Иосиф Федорович ҡулға алыналар[35].
Тау техниктары, механиктар һәм техник белгестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]С. А. Бабенко, В. И. Бадштибер (гражданин Германии), В. И. Беленко, Н. П. Бояршинов, С. 3. Будный, Ф. Т. Васильев, И. Г. Горлов, Н. Е. Калганов, С. Л. Касаткин ,А. К. Колодуб, Е. К. Колодуб, В. М. Кувалдин, М. К. Майер (Германия гражданы), В. Н. Нашивочников, А. Е. Некрасов, М. Е. Никишин, В. Н. Самойлов, П. И. Семенченко, П. М. Файгерман[35].
Процесс барышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Союздар Йортоноң колонна залында үткән суд ултырыштары 1928 йылдың 18 майында башлана һәм 41 көн дауамында бара. Суд рәйесе итеп Мәскәү дәүләт университеты ректоры Андрей Вышинский тәғәйенләнә, быға тиклем ул бер нисә яңғырауҡлы эштәр, шул иҫәптән, «Гукон» (1923), Ленинград суд хеҙмәткәрҙәре эше (1924) һәм Консервтрест эше (1924) буйынса ғәйепләүсе булараҡ таныла, ә судьялар составына Владимир Антонов-Саратовский инә. Ғәйепләү яғын ике дәүләт ғәйепләүсеһе тәшкил итә: Николай Крыленко (уға 15 мартта Политбюро төп ғәйепләүсе бурыстарын йөкмәй һәм бөтә эш материалдары менән танышырға ҡуша[64]) һәм Григорий Рогинский. Бынан тыш, ултырыштарҙа 42 йәмәғәт ғәйепләүсеһе йәлеп ителә[65][62]. Ранцау был возмущён поведением обвинителя Крыленко[k 1], который, словам посла, при обращении к нему по поводу немецких обвиняемых, на всё отзывался «презрительным смехом»[63].
Ғәйепләнеүселәрҙе Мәскәү губерна коллегия ағзалары булған 15 адвокат яҡлай. Мәскәүгә немец ғәйепләнеүселәрен яҡлау өсөн рөхсәт алған адвокат Мунте (уға юридик консультант роле генә бирелә) килеүенә ҡарамаҫтан, ике немецты Вормс яҡлай (улар аҡлана). Судта бер нисә йөҙ журналист һәм бик күп һанлы тамашасылар була.53 ғәйепләнеүсенән 23 кеше үҙен ғәйепле итеп таныуҙан баш тарта, ә ун кешеүҙ ғәйебен өлөшләтә таныйҙар[63][35].
Күрһәтмәләрҙәге «төҙәтеүҙәр»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суд алдына баҫҡан өс Германия подданыйҙарынан Вильгельм Бадштибер ғына өлөшләтә үҙ ғәйебен таный. шул уҡ ваҡытта Майер бөтә ғәйепләүҙәрҙән дә, шул иҫәптән, турбиналарҙы сафтан сығарыу буйынса, баш тарта. Вышинский Майерға Майерҙың үҙетикшереү ваҡытында биргән таныу күрһәтмәләрен уҡып ишеттергәндән һуң, Майер, үҙ ҡултамғаһын таныуын белдерә, әммә төнгө һорау алыуҙар менән йонсоу һәм урыҫ телен белмәү сәбәпле ҡултамға ҡуйыуын аңлата. Майерҙың урыҫ телен белмәүе шулай уҡ уның Башкинға турбиналарҙы сафтан сығарыу буйынса кәңәштәре лә ялған булыуы асыҡлана. Һөҙөмтәлә, Башкиндың был белдереүе суд тәнәфесе ваҡытында «төҙәтелә». Бындай «боролоштарҙы» немец корреспонденттарынан йәшереп булмай, мәҫәлән, гәзите хәбәрсеһе тыңлауҙар барышында мәскәү герман иғтибарһыҙ ҡалманы түгел: мәҫәлән, хәбәрсе «Berliner Tageblatt» гәзите хәбәрсеһе Пауль Шеффер ғәйепләнеүҙәрҙең ялғанлығы тураһында хәбәр итә. Әйтергә кәрәк, Чичерин Крестинскиййҙан 1927 йылдың аҙағында уҡ Шефферҙы кире Германияға ебәреүҙе талап итә. Крестинский корреспондентты процесс тамамланғандан һуң ғына кире ебәреүгә өлгәшә ала[66].
Һөҙөмтәлә Майерҙы һәм Оттоны суд аҡларға мәжбүр була, ә Бадштибер шартлы рәүештә бер йылға иркенән мәхрүм ителә[5 k][51][67].
Суд хөкөмө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1928 йылдың 6 июлендә судтың хөкөм ҡарары сығарыла, уға ярашлы ун бер ғәйепләнеүсе «юғары социаль яҡлау сараһы» — атып үлтереүгә тарттырыла; өс көндән, 9 июлдә, биш кеше — инженерҙар Н. Н. Горлецкий, Н. А. Бояринов, Н. К. Кржижановский, А. Я. Юсевич, С. З. Будный — атып үлтерелә[68]. Ҡалған алты кешегә — Н. Н. Березовский, С. П. Братановский, А. И. Казаринов [6 k], Ю. Н. Матов, Г. А. Шадлун һәм Н. П. Боярышниковтарға атып үл10 йылға хөкөм иетеү менән алмаштырыла[69]. Леопольд Трепперҙың мәғлүмәттәре буйынса, атып үлтереүгә хөкөм ителгән араһынан дүртәүһе 1930-сы йылдарҙың башында Караганда күмер бассейнында шахталар төҙөлөшөндә эшләгәндәр: «беләһегеҙме, кемделер атып үлтереү ҡыйын түгел, әммә улар барыһы лаүҙ эшендә иҫ киткес компетентлы кешеләр булараҡ…уларҙы бында алып килгәндәр»[70].
Ҡалғандары төрлө сроктарға хөкөм иетәләләр — бер йылдан ун йылға тиклем[69].
Реабилитациялау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылдың 27 декабрендә Рәсәй Федерацияһының Генераль Прокуратураһы, ҡайтанан "Шахты эше"н тикшергәндән һәм 1928 йылдың 6 июлендәге СССР Юғары судының махсус присутствиеһының ҡарарын кире ҡаҡҡандан һуң эш буйынса хөкөм иелеүселәрҙе тулыһынса реабилитациялай. Генпрокуратураның һығымтаһында бер-береһе менән бәйле ике тезис кире ҡағыла: «ҡоротҡослоҡ» тураһында һәм «шпионаж» тураһында. Бынан тыш, совет тикшереүенең алымдарына баһа бирелә[71][72].
Сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөкөм сығарылғандың икенсе көнөндә, 1928 йылдың 7 июлендә, «Комсомольская правда» гәзитендә (156-сы һан) шағир Владимир Маяковский «шахтысылар» тураһында үҙенең «Ҡоротҡос» шиғырын баҫтырып сығара[73].
Шул уҡ йылда суд ултырышының кинохроникаһы төшөрөлә, ул һуңғараҡ «Союзкиножурнал» сығарылыштарына, шулай уҡ ике айырым фильмға индерелә: «Шахты процесы» һәм «Донбасстағы иҡтисади контрреволюция тураһында» («Совкино» студияһы)[74][75].
Яҙыусы Варлам Шаламов раҫлауынса, ул төрмәлә «шахты эше» буйынса хөкөм ителгән ике инженер менән осрашҡан (Бояршинов һәм Миллер менән). Шаламов әйтеүенсә, 1928 йылда уҡ «шахтысыларға» «конвейер» — йәғни күп көн эсендә бер туҡтауһыҙ һорау алыу — һәм һыулы карцерға ултыртыу алымдары ҡулланылған. Бынан тыш, ғәйепләнеүселәрҙе башта һыуыҡ иҙәнле бүлмәлә тотоу, ә һуңынан ныҡ ҡыҙҙырылған иҙәнле бүлмәләрҙә тотоу ҡулланылған[76].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙа сәйәси суд процестары исемлеге (1920-се йылдар)
- Промпартия эше[77]
- Ленинград эше
- Табиптар эше
- Өсөнсө мәскәү процесы
- Тухачевскийҙың эше
- Сталин репрессиялары
- Ҡоротҡослоҡ
Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Крыленко был расстрелян 29 июля 1938 года по приговору Военной коллегии Верховного суда СССР в рамках дела о «контрреволюционной фашистско-террористической организации альпинистов и туристов»; реабилитирован в 1956 году.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Макаренко, 2013, с. 4
- ↑ Twiss, 2015
- ↑ Блюм и др., 2012, с. 19
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Макаренко, 2013, с. 5
- ↑ 5,0 5,1 Пивненко, 1995, с. 84
- ↑ 6,0 6,1 Капица и др., 1966
- ↑ Севостьянов, 1997
- ↑ Мозохин, 2008, с. 84—85
- ↑ Макаренко, 2013, с. 4, 10
- ↑ Блюм и др., 2012, с. 6
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 22—23
- ↑ 12,0 12,1 Мозохин, 2008, с. 84—87
- ↑ Соломин, 2017
- ↑ 14,0 14,1 Пивненко, 1995, с. 82
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 23—24
- ↑ Шарапов, 2012, с. 126—130
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 23
- ↑ Макаренко, 2013, с. 5—7
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 24
- ↑ Блюм и др., 2012, с. 9
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 24—25
- ↑ 22,0 22,1 Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 25
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 25—26
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 26
- ↑ Блюм и др., 2012, с. 13
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 26—27
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 27
- ↑ 28,0 28,1 Блюм и др., 2012, с. 11
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 27—28
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 28
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 28—29
- ↑ Тепляков, 1997, с. 280—293
- ↑ Млечин, 2011
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011
- ↑ 35,0 35,1 35,2 35,3 35,4 Беляков, 1999, с. 395—398
- ↑ Аграновский, 1928
- ↑ ЦА ФСБ РФ. Ф. Р-49447. Т. 145—147
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 29—30
- ↑ Макаренко, 2013, с. 5—6
- ↑ Пивненко, 1995, с. 82—83
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 30
- ↑ Sutton, 1968
- ↑ 43,0 43,1 Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 30—31
- ↑ Пивненко, 1995, с. 83
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 33—37
- ↑ 46,0 46,1 46,2 46,3 Макаренко, 2013, с. 6
- ↑ Мозохин, 2008, с. 84—96
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 37—38
- ↑ Блюм и др., 2012, с. 10
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 38—39
- ↑ 51,0 51,1 Пивненко, 1995, с. 87
- ↑ Красильников, Савин, Ушакова, 2011, с. 39—40
- ↑ Rothfels, 1971, Dok. 160 «Der Botchafter…», S. 331—332
- ↑ 54,0 54,1 Пивненко, 1995
- ↑ 55,0 55,1 55,2 Макаренко, 2013
- ↑ Rothfels, 1971
- ↑ Пивненко, 1995, с. 84—85
- ↑ Макаренко, 2013, с. 8—9, 11
- ↑ Левентон, 1939
- ↑ Блюм и др., 2012, с. 13—14
- ↑ Мозохин, 2008, с. 85—89
- ↑ 62,0 62,1 Красильников, Савин, Ушакова, 2011, Док. 330-36. Ходатайство В. Р. Менжинского в Политбюро ЦК ВКП(б) о награждение сотрудников ОГПУ за расследование «Шахтинского дела», 17 июля 1928, с. 633—634
- ↑ 63,0 63,1 63,2 Пивненко, 1995, с. 86
- ↑ Макаренко, 2013, с. 8
- ↑ Макаренко, 2013, с. 11
- ↑ Яковлев, 2003, док. № 194 «Записка Г. В. Чичерина…», c. 175—177
- ↑ Макаренко, 2013, с. 11—13
- ↑ Ратьковский, Ходяков, 2001, с. [146]—[147]
- ↑ 69,0 69,1 Минаев, 1940, с. 127—134
- ↑ Треппер, 1990, с. 45—46
- ↑ Красильников, 2009, с. 59–62
- ↑ Мозохин, 2008, с. 84—86
- ↑ Маяковский В. В. Полное собрание сочинений: В 13 т. — М.: Гос. изд-во худож. лит., 1958. — Т. 9. [Стихотворения 1928 года, и очерк «Рожденные столицы»]. — С. 551, 561.
- ↑ Л. Х. Маматова. Кино: политика и люди (30-е годы) : к 100-летию мирового кино / Научно-исследовательский институт киноискусства (Руссиа). — Материк, 1995. — С. 81. — 238 с.
- ↑ Малькова Л. Ю. Современность как история: реализация мифа в документальном кино. — Материк, 2006. — С. 122. — 228 с.
- ↑ Медведев, 2011, с. [131]
- ↑ Hiroaki Kuromiya. Stalin's Industrial Revolution: Politics and Workers, 1928-1931. — Cambridge University Press, 1990. — С. 273. — 392 с. — ISBN 9780521387415.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Китаптар
- Аграновский А. Д. Люди-вредители : Шахтинское дело / предисл. А. Вышинского. — М.-Л.: Гос. изд-во, 1928. — 326 с.
- Беляков Л. П. «Шахтинское дело» // Репрессированные геологи / гл. ред. В. П. Орлов; отв. редакторы Л. П. Беляков, Е. М. Заблоцкий. — 3-е изд., испр. и доп. — М.; СПб.: МПР РФ, ВСЕГЕИ, РосГео, 1999. — 452 с. — 2000 экз. — ISBN 5-93761-001-6..
- Блюм А., Красильников С. А., Савин А. И., Ушакова C. H. Предисловие // Шахтинский процесс 1928 г.: подготовка, проведение, итоги : в 2 кн. Кн. 2 / отв. ред. С. А. Красильников. — М.: Российская политическая энциклопедия, 2012. — 1088 с. — (История сталинизма. Документы). — 1000 экз. — ISBN 978-5-8243-1603-2.
- Красильников С. А., Савин А. И., Ушакова C. H. Шахтинский политический процесс 1928 года: источники в контексте эпохи // Шахтинский процесс 1928 г.: подготовка, проведение, итоги : в 2 кн. Кн. 1 / отв. ред. С. А. Красильников. — М.: РОССПЭН; Фонд «Президентский центр Б. Н. Ельцина», 2011. — 975 с. — (История сталинизма. Документы). — 1000 экз. — ISBN 978-5-8243-1503-5.
- Кислицын С. А. Шахтинское дело. Начало сталинских репрессий против научно-технической интеллигенции в СССР / С. А. Кислицын; Рост. гос. ун-т, Ин-т переподготовки преподавателей социал.-гуманит. наук. — Ростов н/Д: Изд-во науч.-метод. центра «Логос», 1993. — 109 с. — ISBN 5-7051-0023-X.
- Левентон Э. Э. Экспертиза в советском уголовном процессе / Под ред. И. Т. Голякова. — М.: Юриздат, 1939. — 52 с. — (Библиотека народного судьи и народного заседателя / Всес. ин-т юрид. наук НКЮ СССР).
- Перчёнок Ф. Ф. Академия наук на «великом переломе» // Звенья: исторический альманах, Вып. 1 / ред.-сост. Н. Г. Охотин, А. Б. Рогинский. — М., 1991. — С. 163—235. — 656 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-01-003604-5.
- Ратьковский И. С., Ходяков М. В. Советское общество в конце 20-х — 30-х гг. «Вредители» в промышленности // История Советской России. — СПб.: Издательство «Лань», 2001. — 416 с. — (Мир культуры, истории и философии). — ISBN 5-8114-0373-9.
- Сергеева в. б Шахтынан: вредительство Тарихы, суд, хөкөм / тәшкил итә: б. в. сергеев һәм Плесков; Предисл. һәм литва о. — Мәскәү: изд-во «Крәҫтиән гәзите», 1928 (төр. изд-ватан «Крәҫтиән гәзите»). — 90-сы с., [6] с.
- Сталин И. В. Вопросы ленинизма. — 10-е изд. — М.: Партиздат, 1935. — 656 с.
- Sutton A. C. Western Technology and Soviet Economic Development: 1917 to 1930 / Stanford University. — Hoover Institution publication, 1968. — 381 p. — (Western Technology and Soviet Economic Development, Vol. 1; Revolution Hoover Institution on War and Peace, Vol. 76; Armenian Research Center collection).
- Twiss T. M. Trotsky and the Problem of Soviet Bureaucracy. — Haymarket Books, 2015. — 502 p. — (Historical Materialism Book Series, ISSN 1570-1522, Vol. 67). — ISBN 9781608464784.
- Документы внешней политики СССР / ред. ком. М. С. Капица и др.. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1966. — Т. 11. (1 января — 31 декабря 1928). — 792 с.
- Дух Рапалло: Советско-германские отношения. 1925—1933 / РАН. Институт всеобщей истории; Редкол.: Г. Н. Севостьянов (отв. ред.) и др.. — Екатеринбург-Москва: Научно-просветительский центр «Университет», 1997. — 288 с. — (Российская историческая библиотека. Документы). — 1500 экз. — ISBN 5-88451-047-0.
- Хильгер Г., Мейер А. Россия и Германия. Союзники или враги? = The Incompatible Allies / пер. Л. Игоревский. — М.: Центрполиграф, 2008. — 416 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-9524-3627-5.
- Akten zur deutschen Auswartigen Politik (ADAP) : 1918—1945 / aus dem Archiv des Auswärtigen Amtes; Hans Rothfels. — Gottingen: Vandenhoeck & Ruprecht, 1971. — Bd. 8 (1. Januar bis 30. April 1928). — (Serie B : 1925—1933).
- Лубянка. Сталин и ВЧК-ГПУ-ОГПУ-НКВД / под ред. акад. А. Н. Яковлева; сост.: Хаустов В. Н., Наумов В. П., Плотникова Н. С.. — М.: Материк, 2003. — 914 с. — (Россия. XX век. Документы). — 3000 экз. — ISBN 5-85646-087-1.
- Шкловский Г. Вредительство как метод классовой борьбы : (К вопросу изучения вредительства в условиях переходной экономики) / Генр. Шкловский; Ком. акад. Ин-т сов. строительства и права; предисловие: Н. Челяпов. — М.: [Огиз] — Советское законодательство, 1931. — 174, [2] с.
- Шахтинское дело и практические задачи в деле борьбы с недостатками хозяйственного строительства (Резолюция по докладу т. Рыкова, принятая единогласно объединенным пленумом ЦК и ЦКК ВКП(б) 11 апреля 1928 г.) // Всесоюзная коммунистическая партия (б) в резолюциях и решениях съездов, конференций и пленумов ЦК (1898—1935) / отв. ред.: В. В. Адоратский, А. Н. Поскребышев, М. А. Савельев, И. П. Товстуха; Ин-т Маркса-Энгельса-Ленина при ЦК ВКП(б). — 5-е изд., испр. и доп. — М.: Партиздат, 1936. — Т. Ч. II. 1925—1935. — С. 277—283. — 694 с.
- Минаев В. Н. Иностранные разведки и внутренняя контрреволюция в период первой пятилетки. Шахтинсное дело // Подрывная деятельность иностранных разведок в СССР / Под ред. И. И. Ерухимовича. — М.: Воениздат НКО СССР, 1940. — Т. Ч. 1. — С. 127—134. — 216 с.
- Тепляков А. Г. Персонал и повседневность Новосибирского УНКВД в 1936—1946 гг. // Минувшее. Исторический альманах. — М.-СПб.: Atheneum — Феникс, 1997. — Т. 21. — С. 240—293. — 630 с. — 2000 экз. — ISBN 5-901027-03-5.
- Млечин Л. М. Павел Федотов. Ложный закордон // Млечин — История внешней разведки. Карьеры и судьбы. — М.: Центрполиграф, 2011. — 510 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-227-03099-3.
- Пивненко Р. Р. Шахтинское дело 1928 г. и советско-германские отношения // Вопросы истории Европейского Севера. (Проблемы социальной экономики и политики: 60-е годы XIX—XX вв.): Сборник научных статей / Гос. ком. Рос. Федерации по высш. образованию, Петрозаводский государственный университет; ред. А. А. Афанасьева, М. А. Мишенев. — Петрозаводск: Изд-во Петрозаводского государственного университета (ПетрГУ), 1995. — С. 82—90. — 179 с.
- Медведев Р. А. Политические судебные процессы 1928—1930 гг. // К суду истории. О Сталине и сталинизме. — Время, 2011. — 656 с. — (Рой Медведев, Жорес Медведев. Собрание сочинений / «Время»). — 2000 экз. — ISBN 978-5-9691-0629-1.
- Треппер Л. Лицом к лицу с действительностью // Большая игра: Воспоминания советского разведчика = Le Grand Jeu / пер. с франц. И. Шрайбера; послесл. и рец. А. И. Галаган, конс. В. Р. Томин. — Издательство политической литературы, 1990. — С. 44—50. — 382 с. — 200 000 экз. — ISBN 5-250-00829-1.
- Голинков Д. Л. Шахтинское дело // Крушение антисоветского подполья в СССР. Кн. 2. — 4-е изд. — М.: Политиздат, 1986. — 397 с. — 100 000 экз.
- Есиневич А. А. Мнимые вредители. «Шахтинское дело». «Дело Промпартии» / А. А. Есиневич. — СПб.: [СПГУТД] (Тип. СПГУТД), 2004. — 47, [1] с.
- Мәҡәләләр
- Богданов С. В. Власть и экономическая преступность в Советской России (1917–1941) // Историко-Экономические Исследования. — 2012. — В. 2—3. — Т. 13. — С. 7—22. — ISSN 2308-2488.
- Из речи т. Евдокимова. 3 марта 1937 года // Вопросы истории. — 1995. — № 2. — С. 3—7. — ISSN 0042-8779.
- Красильников С. А. Шахтинский Процесс 1928 Года: Предварительное Следствие В Архивных Документах // Вестник Новосибирского Государственного Университета. Серия: История, Филология. — 2009. — В. 1. — Т. 8. — С. 59–66. — ISSN 1818-7919.
- Куромия X. Сталинский «великий перелом» и процесс над «Союзом освобождения Украины» // Отечественная история. — 1994. — № 1. — С. 190—198. — ISSN 0869-5687.
- Макаренко П. В. «Шахтинский процесс» и его влияние на советско—германское сотрудничество // Вопросы истории. — 2013. — № 10. — С. 3—15. — ISSN 0042-8779.
- Мозохин О. Б. «Замешанных немцев арестовать… Англичан не трогать» Документы Архива Президента Российской Федерации о роли Политбюро ЦК ВКП(б) в организации «Шахтинского дела». 1928 г. // Отечественные архивы. — 2008. — № 6. — С. 84—96. — ISSN 0869-4427.
- Шарапов С. В. Роль Свидетелей-Рабочих В Шахтинском Судебном Политическом Процессе 1928 Года // Вестник Новосибирского Государственного Университета. Серия: История, Филология. — 2012. — В. 1. — Т. 11. — С. 126—130. — ISSN 1818-7919.
- Шахтинское дело // Дилетант / ред. А. Соломин. — 2017. — ISSN 2226-6887.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мазохин О. Б. Вредительство в народном хозяйстве
- Akten zur deutschen Auswärtigen Politik (1928) (неопр.). Bayerische Staatsbibliothek. Дата обращения 10 июля 2018.