УФТИ эше
УФТИ эше | |
Дәүләт |
СССР Украина Совет Социалистик Республикаһы Харьков |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 1935 һәм 1938 |
УФТИ эше — 1935—1938 йылдарҙағы Украин физика-техник институты (Харьков) физиктарына ҡаршы йүнәлтелгән репрессиялар өсөн дөйөм атама.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтәһе репрессия йылдарында УФТИ хеҙмәткәрҙәренән 16 кеше зыян күрә. Беренсе булып М. А. Корец ҡулға алына, әммә ул тиҙ арала иреккә сығарыла һәм институтта ҡабаттан эшләй башлай. 1936 йылдың 26 майында Мәскәүҙә Ева Штрикер ҡулға алына, ул ваҡытта инде ул А. Вайсберг менән айырылған була. А. Вайсберг — СССР фарфор-быяла тармағының художество етәксеһе. Ева Штрикер Сталиндың ғүмерен ҡыйырға әҙерләнеүҙә ғәйепләнә, башта уны Лубянкала тоталар, һуңынан Ленинградтағы "Тәреләр"гә оҙаталар. Александр Вайсберг башта Ленинградҡа, унан һуң Мәскәүгә барып, Еваның эштәре буйынса йөрөй. Кабинеттан кабинетҡа йөрөүҙәр уңыш килтерә — 1937 йылдың сентябрендә Еваны ҡапыл азат итәләр, яңы паспорт бирәләр һәм илдән сығарып ебәрәләр. Ул башта Польшаға сыға, һуңынан Австрияға юллана.
1937 йылдың февралендә Л. Д. Ландау артынан М. А. Корец та Мәскәүгә күсә. 1937 йылда (Ландау киткәндән һуң) УФТИ-ның 5 хеҙмәткәре ҡулға алына һәм атып үлтерелә: Л. В. Шубников, Л. В. Розенкевич, В. С. Горский, В. П. Фомин һәм К. Б. Вайсельберг. Бынан тыш, ике сит ил подданыйҙары ҡулға алына һәм һуңынан гестапоға тапшырыла: Ф. Хоутерманс (Германия компартияһы ағзаһы) һәм А. Вайсберг (Австрия һәм Германия Компартияһы ағзаһы). Сит ил ғалимдары араһынан Фриц Ланге — берҙән-бер репресияға дусар булмаған кеше. Ланге СССР-ға килгән тәүге немец антифашисттар төркөмө составында була, уның яңы документтарына Сталин шәхсән үҙе ҡултамға ҡуйған. Ошо документтар, моғайын, Ф. Лангены һаҡлап ҡалдырғандыр[1].
Институт парторгы, ОСГО төҙөлөшө начальнигы Петр Фролович Комаров һәм тәьминәт бүлеге начальнигы Константин Александрович Николаевский атып үлтереләләр. 1937 йылда шулай уҡ аспиранттар Иван Максимович Гусак һәм Петр Николаевич Комаров ҡулға алыналар, улар икеһе лә ОСГО-ла эшләйҙәр. И. М. Гусак иреккә сығарыла һәм институтта эшләүен дауам итә, һуңынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. П. Н. Комаров төрмәгә ултыртыла һәм шунда вафат була. Шул уҡ 1937 йылда «Ландау менән бәйләнеш өсөн» комсомолдан И. Я. Померанчук сығарыла. 1938 йылдың февралендә Г. Г. Демидов ҡулға алына, 58-10 статьһы буйынса 5 йылға хөкөм ителә, 1938 йылдың сентябренән — Колымала. 1951 йылда физик-экспериментатор булараҡ атом проеты өҫтөндә эшләү өсөн Колыманан алып китәләр. Дәртләндереү системаһы буйынса иреккә сығарыу ваҡыты етеп килгәнгә күрә, уны Коми Республикаһының төньяғына, Интаға, ебәрәләр. Һуңынан ул Ухтаға күсә, 1954 йылдан алып Ухта механик заводында эшләй.
1938 йылдың 26 апрелендә Мәскәүҙә профессор Ю. Б. Румер ҡулға алына (Ландау менән бәйләнештә булған өсөн), уны үҙенең тыуған көнөн дуҫтары менән билдәләргә китеп барған ерҙән, Арбатта, ҡулға алалар. 1953 йылда, һөргөн срогы тамамланғандан һуң, СССР Фәндәр академияһы Көнбайыш Себер филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй. Ю. Б. Румер менән бер үк ваҡытта Л. Д. Ландау һәм М. А. Корец ҡулға алыналар. Корец 1938 йылдың 27 апрелендә ҡулға алына, 1952 йылдың 18 мартында амнистиялана, холоҡ-төҙәтеү лагерҙарында 14 йыл ғүмерен үткәрә. 1958 йылға тиклем һөргөндә ҡала, «Интауголь» комбинатында эшләй. Ландау 1938 йылдың 28 апрелендә ҡулға алына. Уның ғәйепләнеүҙәре УФТИ эше менән бәйле була. Буласаҡ Нобель лауреаты 1939 йылдың 28 апрелендә күренекле физиктар Нильс Бор һәм Петр Капица хәстәрлеге арҡаһында азат ителә. 1938 йылдың 4 июнендә УФТИ-ның икенсе директоры А. И. Лейпунский ҡулға алына, әммә шул уҡ йылдың 7 авгусында азат ителә.
1938 йылдың 22 июнендә УФТИ-ның беренсе директоры И. В. Обреимов ҡулға алына. 1940 йылдың 19 ноябрендә 8 йылға төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙаына хөкөм ителә һәм Котласҡа ебәрелә. Академиктар С. И. Вавилов, А. Ф. Иоффе, В. Л. Комаров һәм башҡалар уны яҡлап сығалар. 1941 йылдың 21 майында енәйәт составы булмауы сәбәпле азат ителә һәм интститутта тергеҙелә. Мартин Руэман илдән сығарыла, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, үҙе ҡулға алыуҙарға протест йөҙөнән сығып китә.
НКВД «эшмкәрлеге» арҡаһында Нобель кимәлендәге ғалим физик-экспериментатор Лев Васильевич Шубников юҡ ителә. УФТИ Европа кимәлендәге теоретик һәм эксперименталь физика үҙәге булараҡ ҡыйратыла. Фашистик Германияла Фридрих Хоутерманс атом ҡоралын эшләүгә йәлеп ителә. Был репрессиялар өсөн бер кем дә язаға тарттырылыуы тураһында мәғлүмәттәр юҡ[2].
А. Вайсберг 1937 йылдың 1 мартында ҡулға алғандан һуң төрмәлә яҡынса 4 йыл үткәрә, 1940 йылда гестапоға тапшырыла. 1940—1945 йылдарҙа немец концентрацион лагерҙарында һәм төрмәләрҙә ултыра, әммә иҫән ҡала[3] һәм Сталин һәм нацистик режимдары тураһында бер нисә китап яҙа [1] Ф. Хоутерманс 1937 йылдың 1 декабрендә ҡулға алына, ә уның 1940 йылдың 25 апрелендә ҡулға алына һәм Вайсберг менән бергә Германияға депортациялана. 1951 йылда Лондонда Хоутерманстың Сталин репрессиялары тураһында китабы баҫтырылып сыға[4], уны ул үҙе менән Киевтағы лукьянов төрмәһендә бер камерала ултырған Константин Штеппа менән (конспирация өсөн китап псевдонимдар аҫтында нәшер ителә) бергә яҙа.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Юрий Ранюк «ДЕЛО УФТИ» Ланге, Фриц Фрицович (16.12.1899 — 25.7.1987)
- ↑ Ю. В. Павленко, Ю. Н. Ранюк, Ю. А. Храмов. «Дело УФТИ. 1935—1938». Киев: «Феникс» УАННП, 1998, 324 с.
- ↑ Вайсберг Александр Семенович
- ↑ Beck, F. and Godin, W. Russian Purge and the Extraction of Confession. — Hurst and Blackett, 1951.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дело УФТИ
- ПРИРОДА • № 9 • 2016. c.74—76