Икенсе Мәскәү процесы
Икенсе Мәскәү процесы |
Икенсе Мәскәү процесы, рәсми исеме — «Советтарға ҡаршы параллель троцкистар үҙәге» процесы — Мәскәү процестары тип исемләнгән процестарҙың икенсеһе, алдағы йылдарҙа әүҙем оппозиция ҡатнашыусылары һәм элекке партия етәкселәре төркөмө өҫтөнән ғибрәт алырлыҡ суд эше. Эш СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы тарафынан 1937 йылдың 23-30 ғинуарында ҡарала. Төп ғәйепләнеүселәр — Г. Л. Пятаков, К. Б. Радек, Л. П. Серебряков, Г. Я. Сокольников. 1963—1988 йылдарҙа бөтә ғәйепләнеүселәр, уларҙың ғәмәлдәрендә енәйәт составы булмауы сәбәпле, аҡланалар.
Тикшереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл аҙағына тағы буйынса тикшереү «Берләштерелгән Троцкий-Зиновьев үҙәге» эше буйынса тикшереүҙең аҙағында уҡ ҡайһы бер ғәйепләнеүселәрҙән, йәнәһе, тағы ла бер троцкистар үҙәге булыуы тураһында күрһәтмәләр алына, үҙәк элекке троцкистарҙан тора — Ю, Л. Пятаков, К. Б. Радек, Л. П. Серебряков һәм шулай уҡ 1925—1926 йылдарҙа «яңы оппозиция» ағзаһы булған Г. Я. Сокольников. Тиҙҙән Пятаков, Серебряков һәм Радек ҡулға алына. Сокольников алдараҡ ҡулға алына[1].
1936 йылдың 30 сентябрендә Н. И. Ежов СССР наркомы итеп тәғәйенләнә һәм эш буйынса тикшереүҙе етәкләй. Әлеге эште уйлап сығарыу буйынса ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының 1936 йылдың 29 сентябрендәге ҡарарында төп күрһәтмәләр бирелә, ҡарарҙа троцкистарҙы разведчиктар, шпиондар, диверсанттар һәм ҡоротҡостар итеп ҡарарға тәҡдим ителә, шулай уҡ 1936 йылдың 4 октябрендәге Сокольниковт һорау алыу протоколындағы Сталиндың яҙыуы ла иғтибарға лайыҡ. Протокол битендәге Сокольниковтың инглиз корреспондентына бер ниндәй пландар тураһында әйтмәнем һүҙҙәре тирәһендә Сталин: «Шулай ҙа ВКП(б) лидерҙарын үлтереү тураһында хәбәр иткән? Әлбиттә, хәбәр иткән», — тип яҙған. Протоколдың аҙаҡҡы битендә, Сокольников инглиз корреспондентының инглиз разведкаһы менән бәйле булыуы тураһында бер нәмә лә белмәгән, тигән һүҙҙәрҙән һуң Сталин яҙа: «Сокольников, әлбиттә, Тальботҡа мәғлүмәт СССР, ЦК, Политбюро, ГПУ, бөтә нәмә тураһында, әлбиттә мәғлүмәт биргән. Сокольников, тимәк, инглиз разведкаһының информаторы (шпион-разведчигы) булған»[1].
Тикшереү барышында ҡулға алынғандар йәшерен советтарға ҡаршы параллель троцкистар үҙәгенә инеүҙә ғәйепләйҙәр. Берҙәм ойошма булғанын ысынлап та булғанын күрһәтеү өсөн НКВД органдары ҡулға алынғандарҙың элекке оппозиция буйынса бәйләнештәрен, шулай хәҙмәт, шәхси һәм туғанлыҡ характерындағы бәйләнештәрҙе ҡулланалар.
Пятаковты һәм «параллель үҙәктең» башҡа ағзаларын В. М. Молотовты үлтереүҙе ойоштороуҙа ғәйепләйҙәр, бының өсөн 1934 йылдың 24 сентябрендәге Прокопьевскиҙа осраҡлы автомобиль аварияһын ҡулланалар.
Процесс барышы. Ғәйепләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылдың 22 ғинуарында ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының сит ил корреспонденттары исемлеге һәм буласаҡ процестың башҡа нескәлектәре раҫлаған «Пятаков, Радек, Сокольников, Серебряков башҡаларҙың эше буйынса процесс тураһында» ҡарары сыға[2].
1937 йылдың 23 ғинуарында Мәскәүҙә Юғары судтың Хәрби коллегияһы СССР Прокуроры А. Я. Вышинскийҙың ҡатнашлығында эште тикшереүгә тотона. Ғәйепләнеүсе Князевты яҡлаусылар коллегияһы ағзаһы И Д. Брауде, Пушинды — һаҡлаусылар коллегияһы ағзаһы Н. В. Коммодов, Арнольдты — һаҡлаусылар коллегияһы ағзаһы С. К. Казначеев, ҡалған ғәйепләнеүселәр яҡлауҙан баш тарта[3].
Ғәйепләү яғы 1933 йылда, Л. Д. Троцкийҙың күрһәтмәһе буйынса, енәйәтсел советтарға ҡаршы, шпионлыҡ, диверсион һәм террористик эш алып барыу маҡсатында параллель үҙәк ойошторола. Уның составына Г. Л. Пятаков, К. В. Радек, Г. Я. Сокольников, Л. П. Серебряков инә.
Үҙәк Советтар Союзына ҡаршы берлектәге көрәш алып барыу маҡсатында ҡайһы бер сит ил дәүләтәтәре вәкилдәре менән бәйбәнештәрнә ингән; эҙмә-эҙлекле рәүештә әлеге дәүләттәр файҙаһына шпионаж менән шөғөлләнә һәм сит ил разведкаларын мөһим дәүәлт әһәмиәтендәге йәшерен мәғлүмәттәр менән итә иткән; ҡайһы бер предприятиеларҙа һәм тимер юл транспортында бер нисә ҡоротҡос һәм диверсион актттар башҡарған; ВКП(б) һәм совет хөкүмәте етәкселәренә ҡаршы бер нисә террористик акттар башҡарған өсөн ғәйепләнә.
Үҙәк эшмәкәрлегендә башҡа ғәйепләнеүселәр ҙә әүҙем ҡатнашалар[3].
Пятаков Георгий Леонидович, Сокольников Григорий Яковлевич, Радек Карл Бернгардович, Серебряков Леонид Петрович советтарға ҡаршы троцкистар үҙәге ҡатнашыусылары булараҡ РСФСР Енәйәт Кодексының 58 −1а, 58-8, 58-11 58-9 статьяларында ҡаралған енәйәттәр башҡарғандар[3].
Шулай уҡ советтарға ҡаршы троцкистар үҙәгенең әүҙем ҡатнашыусылары булараҡ РСФСР Енәйәт Кодексының 58 −1а, 58-8, 58-11 58-9 статьяларында ҡаралған енәйәттәр башҡарған өсөн ғәйепләнәләр[3]:
- Лившиц Яков Абрамович
- Муралов Николай Иванович
- Дробнис Яков Наумович
- Борисполь Михаил Соломонович
- Князев Иван Александрович
- Ратайчак Станислав Тадеуша Антоновича
- Норкин Борис Осипович
- Шестов Алексей Александрович
- Строилов Михаил Степанович
- Турок Иосиф Дмитриевич
- Граше Иван Иосифович
- Пушин Гавриил Ефремович
- Арнольд Валентин Вольфридович
Процесс барышында ғәйепләнеүселәр таныу күрһәтмәләрен бирәләр, шулай уҡ Н. И. Бухаринға һәм А. И. Рыковҡа ҡаршы күрһәтәләр.
Немец яҙыусыһы Лион Фейхтвангер «Мәскәү, 1937» тигән китабында фигуранттарҙың дәүләт хыянатына ҡарата мотивацияһы тураһында уйлана: «Был кешеләрҙең дан-шөһрәт һөйөүсәнлеге лә, власҡа ынтылышы ла ҡәнәғәтләндерелмәгән. Улар юғары вазифалар биләгән, әммә, улар фекеренсә, уларҙың береһе лә хоҡуҡлы булған юғары вазифаларҙы биләмәгән; мәҫәлән, улар араһынан бер кем дә Политбюро составына инмәгән». Процеста ул һорау алыуҙарҙан йонсоған кешеләр урынына ҡапма-ҡаршыны күрә: «Ғәйепләнеүселәр үҙҙәре наҙлы, талғын тартынмаусан манералы ир-егеттәр булып күренә. Улар сәй эсә, кеҫәләренән гәзиттәр күренеп тора, һәм улар йыш ҡына йыйылған халыҡҡа ҡарап алалар. Дөйөм күренеш буйынса былар бөтәһе лә енәйәт процесына түгел — дискуссияға оҡшаған ине, дөрөҫлөктө белергә тырышҡан һәм нимә булған, нисек шундай хәл килеп сыҡҡанын асыҡлау өсөн уҡымышлы кешеләр әңгәмә ҡоралар.».
Фейхтвангер китабында Сталин һәм Троцкийҙың араһындағы конфликт асылын ошолай күрә: беренсеһе айырым алынған илдә социализмды төҙөп була, тип раҫлай, икенсеһе донъя революцияһы яҡлы була. Троцкий үҙенең дөрөҫлөгөн дәлилләргә тырышыуҙа бер нәмәнән дә сикәнмәгәнгә күрә, был конфликт бер-береһен ҡыйратыуға илтә. Уның аяуыҙлығы һуғыштың яҡынайыуы менән сикләнә, был һуғышта Троцкий еңергә мөмкин түгеллеген белә һәм хатта былай ғына түгел, СССР-ҙың еңелеүен теләй, сөнки был уның дошманы Сталиндың еңелеүен аңлата[4].
Хөкөм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылдың 30 ғинуарында СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы хөкөм ҡарары сығара. Бөтә 17 хөкөм ителеүсе ғәйепле тип таныла. Үлем язаһына 13 кеше тарттырыла, шул иҫәптән Г. Пятаков и Л. Серебряков. Радек, Сокольников һәм Арнольд 10 йылға хөкөм ителә, ә М. Строилов — 8 йыл иркенән мәхрүм итеүгә. Приговорҙа шулай уҡ, Л. Д. Троцкий һәм уның улы Л. Л. Седов СССР территорияһында булыу осрағында кисекмәҫтән ҡулға алынырға һәм СССР Юғары судының хәрби коллегияһы судына бирелергә тейеш, тип белдерелә[3].
Хөкөм ителеүселәрҙең яҙмышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылдың 1 февралендә үлем язаһына хөкөм ителгән 13 кеше атып үлтерелә.
Ҡалған дүртәүҙең ғүмәрҙәре ҡыҫҡа була. 1939 йылдың майында Радек һәм Сокольников СССР эске эштәр наркомы Л. П. Берия һәм уның урынбаҫары Б. З. Кобулов ҡушыуы буйынса төрмәләрҙә үлтереләләр[5].
Строилов һәм Арнольд 1941 йылдың сентябрендә СССР Юғары судының 1941 йылдың 8 сентябрендәге ҡарарына ярашлы Орел төрмәһенең башҡа тотҡондары менән бергә атып үлтерелә[6].
Пропагандистик кампания
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылдың ғинуарында матбуғатта «халыҡ дошмандарына» ҡарата массауи энтәзиаз һәм нәфрәт күрһәткән киң пропаганда кампанияһы йәйелдерелә. Кампанияла күренекле совет ғалимдары ҡатнаша[7]. Кон һайын процесс стенограммаһы баҫтырыла. Л. Фейхтвангер суд ҡарарына тиклем үк «Правда» гәзитендә «Процесс тураһында тәүге тәьҫораттар» исемле мәҡәләһе менән сығыш яһай. Унда ул ҡәнәғәтлек менән процесс барышында ғәйепләнеүселәрҙең ғәйебе тулыһынса иҫбат ителгән, тип раҫлай. Процесс тамамланған көндө Ҡыҙыл майҙанда митинг ойошторола, унда партия эшмәкәрҙәре, шулай уҡ СССР Фәндәр академияһы Президенты В. Л. Комаровсығыш яһап, хөкөм ителеүселәргә ләғнәт уҡыйҙар[1].
Суд барышы һәм СССР-ҙың нацистик Германия менән мөнәсәбәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суд барышында, шулай шул уҡ осорҙағы совет матбуғат биттәрендә бер нисә тапҡыр ғәйепләнеүселәрҙең Өсөнсө Рейх разведкаһы менән бәйле булыуы тураһында һүҙ ҡуҙғатыла Мәҫәлән, 1937 йылдың 25 ғинуарында "Правда гәзитендәге мөхәррир мәҡәләһендә, Радек Троцкийҙың Германия фашизмы менән «һүҙ ҡуйышыун» хуплаған, тип раҫлана. Йәнәһе, был Радектың Германия хәрби атташеһы менән Мәскәүҙә шәхси әңгәмәһендә эшләнгән[8].
Әммә совет етәкселеге шул уҡ ваҡытта Германия менән артабанғы мөнәсәббәтәрҙең насарайыуын теләмәй. 1936 йылдың декабрендә үк Германиялағы совет резиденты В. Г. Кривицкий разведкалау эшмәкәрлеген тутҡтатып тороу буйынса күрһәтмә ала. Һуңыраҡ, суд процесы башланғандан һуң, Наркоинделдың матбуғат бүлеге хеҙмәткәре Г. А. Астахов иртәнге сәйгә Германия мәғлүмәти бюроһы вйкиле Эрвин шулены саҡыра һәм процесс Германияға ҡаршы йүнәлтелмәгән тип ышандырырға тырыша, улай ғына түгел, Троцкийҙың Гесс менән килешеү төҙөүендә бер ниндәй ҙә ышанғанлыҡ юҡ, тип әйтә. Әлеге әңгәмә иң юғары совет инстанцияларырөхсәтенән тыш үткәрелә алмай. Немец илсеһе Шуленберг Берлинға 1937 йылдың 28 ғинуарында ебәргән телеграммаһында процесты «театр спектакле» тип атай һәм уны берүк етди ҡабул итмәҫкә тәҡдим итә: «Германия Советтар Союзына, власҡа Бронштейн менән Зобельсонды килтерер өсөн, һөжүм итеүенә бер кем ышана алмай». 1937 йылдың 30 ғинуарында рейхстатағы сығышында Г. Геринг, суд процестарын «бары тик спектакль» тип баһалана һәм унда телгә алынған немецтарға ҡарата бер ниндәй шик — бигерәк тә рейхсминистр Гесс тураһында — герман етәкселегендә юҡ, тип белдерелә. 1937 йылдың 3 февралендә «Фё лькишер беобахтер» нацистар партияһы органында баҫтырылған мәҡәләһендә ошолайтып яҙа: «Әгәр Сталин хоҡуҡлы булһа, был бер нәмәне генә аңлата — урыҫ революцияһын әшәке енәйәтселәр бандаһы башҡарған һәм унда тик ике намыҫлы кеше — Ленин һәм Сталин — булған. Әммә ошо ике кеше, ҡәбәхәттәр менән идара итеп, йылдар дауамында ил менән етәкселек иткән». Әгәр үткән процестар, тип дауам итә гәзит, кемделер ғәйепле итеүҙе маҡсат итеп ҡуйһа, хәҙергеһе, шулай уҡ, ғәйепте Германияға һәм Японияға йөкмәтергә уйлай. «Ләкин, әлеге процестың ҡорбандары араһындағы йәһүдтәрҙең һаны иң ҡыҙығы булып күренә. Ысынында башта власта торған йәһүд бандаһы байтаҡ кимәлдә юҡ ителде һәм уға алмашҡа кавказлылар килде». Ҡорбандар араһында, тип гәзит һыҙыҡ өҫтөнә ала, бөтә совет йәһүдтәре араһында иң яузы Радек, шулай уҡ Сокольников-Бриллиант. Литвинов һәм Каганович етәкселгендәге йәһүд төркөмө һаҡланып ҡалһа ла, әммә хәҙер Сталин «Сыңғыҙхан һәм Тамерлан өлгөһөндәге көнсығыш деспотына әүерелеүе» көн кеүек асыҡ[8].
1937 йылдың 29 ғинуарҙа, йәғни, судтың йомғаҡлау ултырышынан һуң икенсе көнөндә үк, Германиялағы СССР-ҙың сауҙа вәкиле Д. В. Канделаки Берлинда иҡтисад рейхсминистры Я. Шахт менән һөйләшеүҙәр үткәрә һәм совет хөкүмәте үҙ сәйәсәтен Германияға ҡаршы үткәрергә йыйынмай һәм, киреһенсә, мөнәсәббәтрҙе яҡшыртыу өсөн һөйләшеүҙәр үткәрергә әҙер, тип ышандыра. Әммә А.Гитлер әңгәмәнең асылын уға еткергәндән һуң, урыҫтар менән һөйләшеүҙәрҙе Франция менән союзды һәм Бөйөк Британия менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу өсөн файҙаланып була, тип яуап бирә. Совет етәкселегенең коминтерн пропагандаһынан ситләшергә вәғәҙә итеүе бер ниндәй мәғәнәгә эйә булмай[8].
Реабилитациялау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР Юғары судының Хәрби коллегияһының 1963 йылдың 18 июнендәге ҡарарына ярашлы, И. А. Князев, И. Д. Турок, И. И. Граше, Б. О. Норкин һәм Г. Е. Пушин реабилитациялана. Артабан 1986 йылда Н. И. Муралов аҡлана. Шул уҡ йылдың 4 декабрендә Л. П. Серебряков аҡлана. 1987 йылдың 23 сентябрендә М. С. Богуславский. 1988 йылдың 13 июнендә СССР Юғары суды Пленумы Ҡарары менән Ю. Л. Пятаков, Я. А. Лившиц, Я. Н. Дробнис, С. А. Ратайчак, А. А. Шестов, Г. Я. Сокольников, К. Б. Радек һәм В. В. Арнольд реабилитацияна.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 В. Роговин. 1937. Глава XV.
- ↑ Постановление Политбюро ЦК ВКП(б) «О процессе по делу Пятакова, Радека, Сокольникова, Серебрякова и др.» 22 января 1937 г. 2013 йыл 17 май архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Процесс антисоветского троцкистского центра (23-30 января 1937 года)
- ↑ Юрий Белов. «Москва, 1937» Лиона Фейхтвангера . Газета Правда (5-6 мартя 2019). Дата обращения: 30 март 2019.
- ↑ Н. Петров Сталинский заказ. Как убивали Сокольникова и Радека
- ↑ Постановление ГКО о вынесении смертных приговоров
- ↑ Мы требуем беспощадной расправы с подлыми предателями нашей великой родины, авторы — В. Комаров, А. Архангельский, Н. Вавилов, Н. Горбунов, И. Губкин, Г. Кржижановский, А. Терпигорев и другие.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Такер Р. Сталин. История и личность. М., 2006. С. 669—671.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Процесс антисоветского троцкистского центра (23–30 января 1937 года). — М.: НКЮ Союза ССР. Юридическое издательство, 1937. — 258 с.
- О так называемом «Параллельном антисоветском троцкистском центре» // Известия ЦК КПСС. — 1989. — № 9.
- Реабилитация: Политические процессы 30—50-х гг. — М., 1991. — С. 210—235.
- Роговин В. З. 1937. — М.: б.и., 1996.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Враги народа» // Вестник АН СССР, 1937, N 1.
- Бюллетень Оппозиции N 54-55 Март 1937 г.
- Н. Петров. Сталинский заказ. Как убивали Сокольникова и Радека // Новая Газета № 40 от 5 Июня 2008 г.]]