Бухарин Николай Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бухарин Николай Иванович
рус. Николай Иванович Бухарин
Рәсем
Заты ир[1]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1936-1955).svg СССР
Фамилия Бухарин[d]
Тыуған көнө 27 сентябрь (9 октябрь) 1888
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Мәскәү
Вафат булыу көнө 15 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2] (49 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү
Үлем төрө Үлем язаһы
Причина смерти атып үлтереү[d]
Ерләнгән урыны Коммунарка атыу полигоны
Хәләл ефете Ларина Анна Михайловна[d]
Туған тел урыҫса
Һөнәр төрө Сәйәсмән, иҡтисадсы, фәлсәфәсе, журналист
Биләгән вазифаһы Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы[d], СССР Фәндәр академияһы[d] һәм КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d]
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү гимназияһы[d]
М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Эш урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы большевиктар[d] һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]
Һуғыш/алыш Леонтьев тыҡрығындағы шартлау[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Nikolai Bukharin
Commons-logo.svg Бухарин Николай Иванович Викимилектә

Бухарин Николай Иванович (27 сентябрь (9 октябрь1888, Мәскәү, Рәсәй империяһы — 15 март 1938, СССР, РСФСР, Мәскәү өлкәһе, Ленин районы, Коммунарка) — Рәсәй революционеры, совет сәйәси, дәүләт һәм партия эшмәкәре. Партияның Үҙәк Комитеты ағзаһы (1917—1934), ВКП(б)-ға ағзалыҡҡа кандидат (1934—1937). РКП(б) Политбюроһына ағзалыҡҡа кандидат (1919—1924), Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы, ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Оргбюроһы ағзаһы (1924—1929). РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Оргбюроһына ағзалыҡҡа кандидат (1923—1924). СССР Фәндәре академияһы академигы (1929).

Революцияға тиклем эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәктәп уҡытыусылары Бухарин Иван Гаврилович (1862—1940)[3][4] һәм Измайлова Любовь Ивановна (вафат 1915)[5] ғаиләһендә тыуған. 1893 йылдан ғаилә дүрт йыл Кишинёвта йәшәй, унда Иван Гаврилович податный инспектор булып эшләй. Мәскәүгә ҡайтҡас, Николай гимназияла, артабан Мәскәү университетының юридик факультетында иҡтисад бүлегендә белем ала. Революцион эшмәкәрлектә ҡатнашҡаны өсөн ҡулға алына һәм 1911 йылда университеттан ҡыуыла[6].

1905—1907 йылдарҙағы революция ваҡытында үҙенең иң яҡшы дуҫы Илья Эренбург менән берлектә студенттар демонстрацияларында әүҙем ҡатнаша. 1906 йылда [Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы|[РСДРП]]-ға инә һәм большевиктарға ылыға. 19 йәшендә Григорий Сокольников менән бергә Мәскәүҙә йәштәр конференцияһын ойоштора.

Иван Гаврилович Бухарин, Николай Бухариндың атаһы, 1926 йыл

1908—1910 йылдарҙа — партия һәм профсоюз эштәрен алып бара. Ошо осорҙа үҙенең буласаҡ ҡатыны Н. М. Лукина менән таныша. 1909—1910 йылдарҙа өс тапҡыр ҡулға алына. 1911 йылдың июнендә ҡабаттан ҡулға алына һәм өс йылға Онегага һөрөлә, шул уҡ йылда ҡаса. В. М. Шулятиков фатирында йәшенеп ята. Артабан Ганноверға сыға, ә 1912 йылдың көҙөндә — Австрия-Венгрияға.

1912 йылда Краковта Бухарин В. И. Ленин менән таныша, артабан уның менән дуҫлашып китә. Эмиграцияла бик күп уҡый, Марксизмға нигеҙ һалыусыларҙың һәм социалист-утопистарҙың, шулай уҡ замандаштарының әҫәрҙәрен өйрәнә. Бухариндың ҡараштарына айырыуса көслө йоғонто А. А. Богданов яһай[7].

Мойша Аба Долголевскийҙың (Николай Бухариндың) ҡулға алыныуы тураһында Стокгольм полицияһының рапорты, 1916 йыл

Скандинавия һул гәзиттәрендә мәҡәләләр баҫтыра, эмигрант клубы йыйылыштарында ҡатнаша. 1916 йылдың 23 мартында ҡулға алына. Полиция участкаһында үҙен Мойша Долголевский тип таныта. Прель айында швециянан Норвегияға һөрөлә. Лев Троцкий һәм Александра Коллонтай менән таныша. Троцкий менән берлектә «Новый мир» гәзитен сығара (1917 йылдың ғинуарынан алып)[7].

1915 йылда «Мировое хозяйство и империализм» китабын яҙа, Ленин үҙенең «Империализм как высшая стадия капитализма» хеҙмәтендә уның бер нисә положениеларын файҙалана (1916).  Беренсе  донъя һуғышы башланыуы менән милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғы буйынса бәхәстә Бухарин Ленин һәм уның яҡлыларының (Сталин, Зиновьев) позицияһына ҡаршы сығыш яһай. Ленин Бухариндың һәм уны яҡлаған Пятаковтың ҡараштарын «марксизмға карикатура» тип атай.

1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Бухарин кисекмәҫтән Рәсәйгә ҡайтырға уйлай, әммә Японияла ҡулға алына һәм 1917 йылдың май айында ғына ҡайтыуға өлгәшә. Силәбелә урындағы властар тарафынан һалдаттар һәм матростар араһында алып барған агитацияһы өсөн ҡулға алына[8].

Теоретик һәм иҡтисадсы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылда VI съезда РСДРП(б)-ның Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана, «Известия Московского военно-революционного комитета» баҫмаһын мөхәррирләй. Октябрь революцияһы ваҡытында пропаганда эшен алып бара. Күп йылдар дауамында (1918 йылғы өҙөклөктән тыш) — «Правда» гәзитенең баш мөхәррире, күренекле партия идеологы була. Сәнәғәтте национализациялау һәм иҡтисад менән идара итеү органдарҙы булдырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй[9].

1917—1918 йылдарҙа — «Коммунист» гәзите мөхәррире, «һул» коммунистарҙың лидеры. Һул эсерҙар менән берлектә Брест-Литовскиҙа немецтар менән солох килешеүен төҙөүгә ҡаршы була, шулай уҡ совет делегацияһының етәксеһе Лев Троцкийға ҡаршы сыға һәм донъя пролетар революцияһына табан йүнәлеште дауам итеүен талап итә. Брест солохона ҡул ҡуйған саҡта Бухарин ҡәтғи рәүештә Ленинға ҡаршы заговорҙа ҡатнашыуҙан баш тарта. Брест солохо килешеүе төҙөлгәндән һуң Ленин яғына күсә һәм 1918 йылдың июлендә «Правда» гәзите мөхәррире вазифаһына ҡабаттан ҡайта.

1918 йылдың майында «Коммунистар (большевиктар) программаһы» брошюраһын нәшер итә. РКП(б)-ның күренекле иҡтисадсы-теоретиктарының береһе булып китә. 1919 йылдың мартында РКП()-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһына ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. 1919—1920 йылдарҙа Коминтерндың Башҡарма Комитеты ағзаһы булып тора.

1919 йылдың 25 сентябрендә Бухарин террористик акттың ҡорбаны була: РКП(б)-ның Мәскәү комитеты бинаһына террорсы-анархистар ташлаған бомбанан яралана.

Дөйөм алғанда, 19181921 йылдарҙағы Бухариндың хеҙмәттәре «хәрби коммунизм» практикаһының көслө тәьҫире аҫтында яҙылған. Уның ҡараштарына хас цитата:

С точки зрения большого по своей величине исторического масштаба, пролетарское принуждение во всех своих формах, начиная от расстрелов и кончая трудовой повинностью, является, как парадоксально это ни звучит, методом выработки коммунистического человечества из человеческого материала капиталистической эпохи.

— «Экономика переходного периода», глава X

19201921 йылдарҙағы «профсоюз бәхәстәрендә» Бухарин урталыҡты һаҡлай, Ленин һәм Троцкий араһында «буфер» ролен уйнай[10].

Троцкийға ҡаршы көрәш һәм Сталин менән айырымлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бухарин (һулдан бишенсе) Коминтерндың 2-се Конгресы делегаттары араһында. Шулай уҡ фотола: Лев Карахан, Карл Радек, Михаил Лашевич, Максим Горький, Владимир Ленин, Сергей Зорин, Григорий Зиновьев, Мария Ульянова һәм Абрам Беленький.

1923 йылдың ноябренән троцкист һул оппозицияһы менән әүҙем көрәшә. Лениндың вафатын (21 ғинуар 1924) бик ауыр кисерә. Ленин үлгәндән һуң Үҙәк Комитетының Политбюроһына ағзалыҡҡа күсерелә (2 июнь 1924), дәүләт һәм партияның иң абруйлы етәкселәренең береһе булып китә. Зиновьев кеүек, Бухарин да Лениндың васыятнамәһен фаш итеүгә ҡаршы сыға. Был осорҙа Бухарин Сталиндың яҡын дуҫына әйләнә[11] ул Сталинға «һин» тип өндәшә һәм үҙенең сығыштарында Коба тип атай. Сталин, үҙ сиратында, Бухаринға «Николаша» йәки «Бухарчик» тип өндәшә. Бухарин Сталиндың Троцкийға (1923—1924), Каменевҡа , Зиновьевҡа (1925—1926) ҡаршы көрәшендә һәм Троцкийҙы тулыһынса тар-мар итеүҙә (1927) бик ҙур ярҙам күрһәтә.

Коммунистик Интернационалдың Башҡарма Комитетының VII пленумында Бухарин уның рәйесе итеп һайлана (1926 йылдың ноябрь-декабре, Зиновьев урынына)[12].

«Хәрби коммунизмдың» уңышһыҙлыҡтары сәбәптәрен анализлағандан һуң, Бухарин Ленин иғлан иткән яңы экономик сәйәсәтенең (НЭП-тың) әүҙем яҡлаусыһына әйләнә. Шул уҡ ваҡытта Бухарин Троцкийҙың перманентлы донъя революцияһы идеяһына ҡаршы ҡуйылған Сталиндың «айырым алған илдәге социализм» теорияһын әҙерләүҙә ҡатнаша[13].

1928 йылда көсләп коллективлашыуға ҡаршы сыға һәм кооперция һәм йәмәғәт секторы яйлап шәхси хужалыҡты ҡыҫырыҫлап сығарыуға йүнәлтелгән эволюция юлын тәҡдим итә. 1928 йылдың 30 сентябрендә «Правда» гәзитендә сыҡҡан «Заметки экономиста» исемле мәҡәләһендә Бухарин Сталиндың курсына тура килмәгән аграр һәм индустриаль секторының кризисһыҙ үҫешеүен берҙән-бер яраҡлы ысул[14], башҡа ҡараштарҙы —) — «авантюристик» тип иғлан итә.

Бухарин йәберҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Политбюро Бухариндың сығышын тәнҡитләй, әммә Бухарин генераль секретарҙың «коллективлаштырыуҙы тотҡарлау линияһын туҡтатырға» талабына яуап итеп Сталинды «бәләкәй көнсығыш деспоты» тип атай. 1928 йылдың ноябрендә Үҙәк Комитетының Политбюроһы Бухарин, Рыков һәм Томскийҙарҙың позицияһын «уң уклон» тип таный.

1929 йылдың 30 ғинуарында Бухарин ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһына уның тураһындағы уйҙырмалар буйынса ғариза яҙа[15]. 1929 йылдың 9 февралендә Бухарин, Рыков һәм Томский ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһының һәм Үҙәк Контроль Комиссияһы Президиумының берләштергән ултырышына ғариза йүнәлтәләр[16].

1929 йылдың 19 июнендә Коммунистик Интернационалдың Х пленумында Бухаринды ағзалыҡтан ситләтәләр, уны оппортунизмда ғәйепләйҙәр[17]. Бухарин ғәйебен танымай, һәм 17 ноябрҙә уны Үҙәк Комитеты Политбюроһынан сығаралар. Бухаринды яҡлап сыҡҡан Коммунистик Интернационалдың ағзалары Коминтерндан сығарылалар (американ компартияһынан), улар «Халыҡ-ара коммунистик оппозиция» төҙөйҙәр. Бухарин бер аҙнанан үҙенең хаталарын таный һәм «партияның генераль линияһынан ситләшкән бөтә уклондарға, айырыуса уң уклонға, ҡаршы аяуһыҙ көрәш» алып барасағы тураһында белдәрә. ВКП(б)-ның XVII съезында) (1934) үҙенең сығышында: «Партияның һәр ағзаһының бурысы …Сталин янында тупланыу» тип белдерә. 1934 йылда ағзалыҡҡа кандидаттарҙан ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетына ағза итеп күсерелә.

Идара итеүсе һәм журналист. Бухарин һәм интеллигенция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БСЭ-ның 8-се томындағы мәҡәлә башы, 1927 йыл. БСЭ-ның 2 һәм 3 баҫмаларында (1951, 1971) уның тураһында мәҡәләләр юҡ..

Бухарин[18] (Ленин, Троцкий, Луначарский, Бонч-Бруевич һәм Чичерин менән бер рәттән) большевистик партияһының иң уҡымышлы кешеләренән һаналған. Бухарин француз, инглиз һәм немец телдәрендә иркен арлашҡан[19]. Көндәлек тормошта ул күңелсәк һәм ябай булған.

1930 йылдан — Белем тарихы буйынса комиссия рәйесе (КИЗ), 1932 йылдан — Киз нигеҙендә ойошторолған СССР-ҙың Фәндәр академияһының фән һәм техника тарихы интституты директоры (1938 йылда ябыла)[20].

19291932 йылдарҙа — СССР-ҙың Халыҡ хужалығының Юғары Советы (ВСНХ) Президиумы ағзаһы, ғилми-техник идаралығы мөдире. 1932 йылдан — СССР-ҙың ауыр сәнәғәт наркоматы коллегияһының ағзаһы. 19311936 йылдарҙа — «Социалистическая реконструкция и наука» («СоРеНа») фәнни-популяр һәм ижтимағи журналының нәшерсеһе. Бухарин — БСЭ-ның беренсе баҫмаһы мөхәррирҙәренең һәм ҡатнашусыларының береһе.

1934 йылдың 26 февраленән алып 1937 йылдың 16 ғинуарына тиклем — «Известия» гәзитенең баш мөхәррире. 1936 йылдың февралендә Карл Маркс һәм Фридрих Энгельстың архивын һатып алыу өсөн партия тарафынан сит илгә ебәрелә[21].

Бухарин Максим Горький (һуңынан Бухаринды Горькийҙы үлтереүҙә ғәйепләйҙәр), Осип Мандельштам, Борис Пастернак менән дуҫ була. 1934 йылда Бухарин Совет яҙыусыларының Беренсе съезында Пастернакка айырыуса юғары баһа бирә.

Шулай уҡ Бухарин С. Есенинды үҙенең ижадында ревоюцияны сағылдырған «элекке» шағирҙар Блок һәм Брюсов менән бер рәткә ҡуя.

Шаржист[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бухарин совет элитаһының күп кенә вәкилдәреннә шарждар төшөрә. Уның Сталинға шарждары натуранан эшләнгән берҙән-бер портреттары булып һанала[22]

Репрессиялар һәм һәләк булыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1936 йылда, Беренсе Мәскәү процесы барышында, Каменев, Зиновьев һәм башҡалар Бухаринға, Рыковҡа һәм Томскийға күрһәтмәләр бирәләр (шундуҡ нәшер ителә[23]), йәнәһе улар «уң блок» ойошторғандар. Бухарин уға ҡарата асылған эш тураһында Урта Азияла отпускыла булған саҡта белеп ҡала. Процестан һуң, 1936 йылдың 1 сентябрендә, Бухарин Ворошиловҡа яҙа: «Оятһыҙ үлтереүсе Каменев кешеләрҙең иң әшәкеһе, кеше емтеге. Эттәрҙе атҡандарына ифрат шатмын». Әммә 1936 йылдың 10 сентябрендә «Правда» гәзитендә Бухарин һәм башҡаларға ҡарата тикшереү туҡтатылған тип иғлан ителә[24].

Бухарин-Рыков-Ягода эше буйынса Приговор, март 1938

1937 йылдың февралендә Үҙәк Комитетының Пленумында партиянан сығарыла һәм 27 февралдә ҡулға алына. Үҙенең ғәйепһеҙлеген иҫбатларға тырыша (шул иҫәптән Сталинға яҙған хаттарында; партияға асыҡ хат яҙа (1980 йылдар аҙағында билдәле була, ҡатыны ятлап алған һәм яҙып ҡалдырған). Лубянкала эске төрмәлә ултырған саҡта «Деградация культуры при фашизме», «Философские арабески», китаптары өҫтөндә эшләй, «Времена» автобиографик романын яҙа, шулай уҡ шиғырҙар яҙа. Хәҙерге ваҡытта был текстар нәшер ителгән[25].

Бухарин (Рыков менән бер рәттән) «Советтарға ҡаршы уң троцкист блогы» эше буйынса процеста төп ғәйепләнеүселәрҙең береһе була. Башҡа ғәйепләнеүселәр кеүек, ул да ғәйебен таный һәи өлөшләтә күрһәтмәләр бирә. Аҙаҡҡы һүҙендә ғәйептәрҙе кире ҡағырға маташа, шул уҡ ваҡытта Бухарин: «Минең енәйәттәремдең ҡанһыҙлығы сикһеҙ» тип белдерә, әммә бер конкрет эпизодта ла үҙен ғәйепле итеп танымай.

1938 йылдың 13 мартында СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһы Бухаринды ғәйепле тип таный һәм үлем язаһына тарттыра. Комиссияны Микоян етәкләй[26], комиссия ағзалары Л. П. Берия, Н. И. Ежов, Н. К. Крупская, Н. С. Хрущёв булалар[27]. Ике көндән Мәскәү өлкәһенең «Коммунарка» полигонында атып үлтерелә, шунда уҡ ерләнә.

1925 йылғы фотографиялағы Бухариндың, А. И. Рыковтың һәм Л. Б. Каменевтың юйып ташланған һүрәте (М. В. Фрунзены ерләү)

1938 йылдың 21 майында СССР-ҙың Фәндәр академияһының Дөйөм йыйылышы Н. И. Бухаринды ағзалыҡтан һәм Фәндәр академияһы Президиумы составынан сығара[28].

1956 йылдың 13 апрелендә КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумы « Бухарин, Рыков, Зиновьев, Тухачевский һәм башҡалар буйынсса асыҡ суд процестарын тикшереү тураһында» Ҡарар ҡабул итә, әммә шул уҡ йылдың 10 декабрендә комиссия Бухаринды, Рыковты, Зиновьевты һәм Каменевты аҡлауҙан баш тарта («күп йыллыҡ советтарға ҡаршы көрәше» нигеҙендә). Бухарин һәм башҡа ошо процесс буйынса ғәйепләнгәндәр (Генрих Ягода бөтөнләй аҡланмай) 1988 йылдың 4 февралендә генә реабилитацияланалар. Шул уҡ йылда Бухарин үлгәндән һуң партияла тергеҙелә (июнь 1988) һәм СССР-ҙың Фәндәр академияһында (10 майында 1988) СССР-ҙың Фәндәр академияһында мөхбир ағзалығы кире ҡайтарыла[29][30].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Беренсе никах менән 1911 йылдан үҙенең ике туған һеңлеһенә (Н. М. Лукиндың бер туған апаһы]]) Надежда Лукинаға (1887—1940 өйләнгән була, уның менән 10 йыл тирәһе йәшәйҙәр, 1938 йылдың 1 майында ҡулға алына һәм 1940 йылдың 9 мартында атып үлтерелә[31].
  • Икенсе тапҡыр (1921—1929) Эсфирь Гурвичҡа өйләнгән була (1895—1989). Был никахтан — Светлана ҡыҙҙары (1924—2003). Ғаилә Бухариндан 1929 йылда уҡ баш тарта[32]. Әсәһе менән ҡыҙы айырылалар һәм лагерҙарҙа булып ҡайталар. Бик һуңлап аҡланалар. Светлана Николаевна, тарихсы, СССР-ҙың дөйөм тарихы институтында эшләгән, тарих фәндәре кандидаты.
  • Өсөнсө тапҡыр с 1934 йылдан) партия эшмәкәре Ю. Лариндың ҡыҙы Анна Михайловнаға өйләнгән була (1914—1996), ул төрмәлә ултырған йылдары тураһында мемуарҙар яҙа. Бухариндың һәм Анна Ларинаның улдары — Юрий (1936—2014), рәссам; балалар йортонда Юрий Борисович Гусман исеме аҫтында тәрбиәләнә, ата-әсәһе тураһында бер нәмә лә белмәй үҫә. Яңы фамилияһы әсәһенең инәһе Ида Гусмандан алынған. Артабан Ларин фамилияһында була, атаһының исеме Николай[33][34].
  • Бухариндың ейәне, Николай Юрьевич Ларин (1972), үҙенең ғүмерен футболға бағышлай. Мәскәүҙә, Чертановола, балалар-үҫмерҙәр футбол мәктәбен етәкләй (2010 йылға ҡарата)[35].

Н. И. Бухариндың хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Политическая экономия рантье 1914/1919
    • Политическая экономия рантье. — Орбита, 1988.
  • Мировое хозяйство и империализм 1915; Пб, 1918; 3-е изд. М.-Пг., 1923.
    • Мировое хозяйство и империализм. — М., 1927
  • Программа коммунистов (большевиков) — М., 1918.
  • Классовая борьба и революция. — Пг., 1919
  • (в соавторстве с Е. Преображенским) Азбука коммунизма: популярное объяснение программы Российской коммунистической партии (большевиков). — М., ГИЗ, 1919.
    • Азбука коммунизма. — Пб., ГИЗ, 1920
  • Экономика переходного периода. 1920
  • Енчмениада. — М.-Пг., 1923
  • Кризис капитализма и коммунистическое движение. — М., 1923
  • Теория исторического материализма. — М., Госиздат, 1924
  • Атака (сб. статей) М., ГИЗ, 1924
  • Империализм и накопление капитала. — М.-Л., ГИЗ, 1925
    • Империализм и накопление капитала. Изд. 2-е. — М., ГИЗ, 1927
  • К вопросу о троцкизме. — М.-Л., ГИЗ, 1925
  • Коммунистическое воспитание молодежи.— М.-Л, 1925
  • Международная буржуазия и Карл Каутский, её апостол. — М., 1925
  • Синдикализм и коммунизм // Правда. — 1921, 25 января.
  • О мировой революции, нашей стране, культуре и прочем (Ответ академику И. Павлову). — Л.: Госиздат, 1924.
  • Заявление XIV Московской губпартконференции // Правда. — 1925, 13 декабря.
  • Международная буржуазия и Карл Каутский, её апостол. М., 1925 (три издания)
  • Борьба за кадры. — М.-Л.: Молодая гвардия, 1926. — 350 с.
  • Злые заметки. — М.: ГИЗ, 1927.
  • Капиталистическая стабилизация и пролетарская революция. — М.-Л., ГИЗ, 1927
  • «Апелляция» оппозиции. — М.-Л., 1927
  • Заметки экономиста. М., ГИЗ, 1928. — 56 с., 50 000 экз.
  • В защиту пролетарской диктатуры. — М.-Л., ГИЗ, 1928
  • К вопросу о закономерностях переходного периода. — М.-Л., 1928
  • Международное положение и задачи Коминтерна. М.-Л., 1929
  • Борьба двух миров и задачи науки. — М.-Л., 1931
  • Гёте и его историческое значение. — Л., 1932
  • Дарвинизм и марксизм. — Л., 1932
  • Этюды. — Государственное технико-теоретическое издательство, 1988. — ISBN 5-212-00225-7
  • Избранные произведения. — М.: Политиздат, 1988. — 500 с., 200 000 экз. ISBN 5-250-00634-5
  • Избранные труды. — М.: Наука, 1988. — ISBN 5-02-025779-6
  • История и организация науки и техники. — Л., Наука, 1988
  • Проблемы теории и практики социализма. — М., 1989. — ISBN 5-250-01026-1
  • Методология и планирование науки и техники. Избранные труды / Составители В. Д. Есаков, Е. С. Левина — М.: Наука, 1989. — 344 б. — 5000 экз. — ISBN 5-02-008530-8.
  • Путь к социализму. — Новосибирск: Наука, 1990. — ISBN 5-02-029630-9
  • Избранные произведения. — М.: Экономика, 1990.
  • К новому поколению. — М.: Прогресс, 1990
  • Революция и культура. — Фонд им. Н. И. Бухарина, 1993. — ISBN 5-250-02351-7
  • Узник Лубянки. Тюремные рукописи Николая Бухарина. — М.: Аиро-XXI; РГТЭУ, 2008. — ISBN 978-5-91022-074-8
  • К постановке проблем исторического материализма (1923)
  • Времена. Роман. / Предисловие и комментарий Б. Я. Фрезинский. — М.: Прогресс, 1994.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1919 йылда Мәскәүҙәге Золоторожская урамы была переименована в Бухаринская тип үҙгәртелә, әммә Бухарин 1937 йылда ҡулға алынғандан һуң урам яңы исем ала — Волочаевская.
  • Шулай уҡ 19291937 йылдарҙа Калуга өлкәһендәге Дзержинский район Бухаринский исемен йөрөтә.
  • 1918 йылда Витебскиҙа Воскресенская урамы Бухаринская тип үҙгәртелә, әммә Бухарин 1937 йылда ҡулға алынғандан һуң урам яңы исем ала — Обойная.

Бухарин образы фильмдарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ленин в 1918 году» (1939) — Виктор Кулаков
  • «Миссия в Москву» (1943) — Константин Шэйн
  • «Клятва» (1946) — ??
  • «Штрихи к портрету В. И. Ленина» (1969) — Олег Табаков
  • «Поезд в завтрашний день» (1970) — Алексей Сафонов
  • «Дорогой Горбачёв» (Италия, 1988) — Харви Кейтель
  • «Враг народа — Бухарин» (1990) — Александр Романцов
  • «Сталин» (1992) — Йерун Краббе
  • «Жена Сталина» (2006) — Сергей Багиев
  • «Сталин с нами» (2013) — Виктор Полторацкий
  • «Горькая жатва» (2017) — Роб Митчелл-Джеймс

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118516574 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. SNAC
  3. И. Горелов. Николай Бухарин. C. 9, C. 178
  4. «Иван Гаврилович Бухарин 1862—1940» Захоронение И. Г. Бухарина в колумбарии Донского кладбища
  5. Самые секретные родственники — Мікалай Аляксандравіч Зяньковіч, Николай Зенькович — Google Книги.
  6. И. Горелов. Николай Бухарин. C. 8—34
  7. 7,0 7,1 И. Горелов. Николай Бухарин. C. 34—48
  8. «В Челябинске… он был арестован меньшевиками.» И. Горелов. Николай Бухарин. C. 48. По другим сведениям, Бухарин был арестован во Владивостоке (Д. Волкогонов. Сталин. Политический портрет. Книга I)
  9. И. Горелов. Николай Бухарин. C. 64—81
  10. И. Горелов. Николай Бухарин. C. 82—99
  11. Ларина-Бухарина А. М. Незабываемое — М.: Вагриус, 2002. — ISBN 5-264-00699-7.
  12. Мухамеджанов М. М. Коминтерн: страницы истории.
  13. Горелов И. Николай Бухарин. — C. 100—145.
  14. Заметки экономиста // «Правда», 30 сентября 1928.
  15. Из заявления Н. И. Бухарина в Политбюро ЦК ВКП(б). 30 января 1929 г.
  16. Из заявления Н. И. Бухарина, А. И. Рыкова и М. П. Томского Объединенному заседанию Политбюро ЦК ВКП(б) и Президиума ЦКК. 9 февраля 1929 г.
  17. Сталин и Зорге — Обвиняются в шпионаже
  18. «…пестрая верхушка большевиков-интеллектуалов, в которую входили мало в чём согласные друг с другом Троцкий, Бухарин, Луначарский, Бонч-Бруевич и другие.» — Эткинд А. М. «Одно время я колебался, не антихрист ли я»: субъективность, автобиография и горячая память революции. — «Новое литературное обозрение». — 2005. — № 73.
  19. «Он свободно разговаривал на немецком и французском языках, читал по английски.» И. Горелов. Николай Бухарин. C. 34
  20. Ю. И. Кривоносов. Институт истории науки и техники: Тридцатые — громовые, роковые… // Вопросы истории естествознания и техники. 2002. № 1. С. 42—75
  21. И. Горелов. Николай Бухарин. C. 146—177
  22. «Не надо вешать всех собак на Сталина» // KP.RU
  23. «Правда», 20-24 августа 1936 г.
  24. Роговин В. 1937. Гл. X.
  25. Бухарин Н. И. Тюремные рукописи. В 2 кн. — М.: АИРО-XX, 1996. — ISBN 5-88735-026-1
  26. «Микоян возглавлял комиссию, на основании решения которой был фактически вынесен смертный приговор Н. Бухарину» (Известия ЦК КПСС. 1988. № 5) Биографии. История жизни великих людей
  27. Мэлор Стуруа со ссылкой на книгу Эраста Галумова «Неизвестные Известия» [1]
  28. Бухарин Н. И. Избранные произведения. — М.: Политиздат, 1988. — С. 498. — ISBN 5-250-00634-5
  29. «10 мая 1988 года президиум АН СССР принял решение восстановить посмертно в звании действительного члена АН СССР (академика) Бухарина Николая Ивановича».
    Бухарин Н. И. Избранные произведения. — М.: Политиздат, 1988. — С. 498.
  30. Зенькович Н. Самые закрытые люди. Энциклопедия биографий. — М.: Олма-Пресс, 2004. — С. 78. — ISBN 5-94850-342-9
  31. Дунаевский В. А. Николай Михайлович ЛУКИН // «Портреты историков Время и судьбы» С. 10—11.
  32. Д. Бабиченко. Партия в лицах // Итоги, N18 2001
  33. И. Горелов. Николай Бухарин. C. 177—184
  34. Биография А. М. Лариной
  35. С. Сергеев. Вторая реабилитация

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Резолюция Х пленума ИККИ о тов. Бухарине // Правда. — 1929. 21 августа.
  • Павлов Н. В., Федоров М. Л. Николай Иванович Бухарин // Вопросы истории КПСС. — 1988.10.
  • Бордюгов Г., Козлов В. Николай Бухарин. Эпизоды политической биографии // Коммунист. — 1988.13.
  • Коэн С. Николай Бухарин: Страницы жизни // За рубежом. — 1988.16.
  • Коэн С. Бухарин: Политическая биография. 1888—1938 = Bukharin and the Bolshevik Revolution: A Political Biography, 1888–1938 — М.: Прогресс — Академия, 1988. — 574 б. — ISBN 5-01-001900-0 и 1989 г.: 5-338-00678-2, 5-01-001900-0.
  • Горелов И. Е. Николай Бухарин — М.: Московский рабочий, 1988. — 288 б. — (История Москвы: портреты и судьбы).
  • Евгений Евтушенко. Вдова Бухарина / поэма // Известия. — 1988.- 10 июня.
  • Валерий Писигин. Н.Бухарин и политическая борьба в мирных условиях // Вечерняя Казань. — 1988. — 11 авг.
  • Theodor Bergman/Gert Schafer."Liebling der Partei". Bucharin — Theoretiker des Sozialismus. Beiträge zum internationalen Bucharin-Simposium, Wuppertal 1988. Hamburg: VSA-Verlag, 1989.
  • Лиходеев Леонид. Поле брани, на котором не было раненых. Политиздат, М., 1990.
  • Цакунов С. В. Развитие экономических взглядов Н. И. Бухарина после перехода к нэпу // Бухарин: Человек, политик, учёный. — М., 1990.
  • Владимир Иванович Бухарин. Дни и годы. Аиро XX, 2003. — ISBN 5-88735-102-0
  • Марк Юнге. Страх перед прошлым. Реабилитация Н. И. Бухарина от Хрущева до Горбачева. Аиро XX, 2003. — ISBN 5-88735-101-2
  • Грамши А. Тюремные тетради (в том числе критика книги Бухарина «Теория исторического материализма. Популярный учебник марксистской социологии»)
  • Шулятиков В. И. Письма из заграницы (Письма Шулятикову В. М. Бухарина Н.И) «Учительская газета», 4 октября 1988.
  • Hedeler, Wladislaw (2015). Nikolai Bucharin. Stalins tragischer Opponent. Eine politische Biographie. Matthes & Seitz, Berlin. ISBN 978-3-9575701-8-5. (Владислав Хеделер. «Николай Бухарин. Трагический оппонент Сталина. Политическая биография»)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]