Эстәлеккә күсергә

Пулково эше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пулково эше

«Пулково эше» (19361937) — НКВД тарафынан совет ғалимдарына ҡаршы асылған енәйәт эше. Ҡулға алынғандар 1932 йылда Германия разведка органдары инициативаһы менән барлыҡҡа килгән һәм Совет власын ҡолатыуҙы һәм СССP территорияһында фашистик диктатураһын урынлаштырыуҙы үҙ маҡсаты итеп ҡуйған фашистик Троцкий-Зиновьев террористик ойошмаһында ҡатнашыуҙа ғәйепләнәләр[1]. Зыян күреүселәрҙең теүәл һаны билдәһеҙ, «Пулково эше» исеме һуңғараҡ барлыҡҡа килә һәм эш материалдарында телгә алынмай. Пулково обсерваторияһының ғына хеҙмәткәрҙәре түгел, башҡа ғилми ойошмаларҙан да астрономдар, геологтар, геофизиктар, геодезистар, Ленинград, Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙың бер нисә ғилми һәм уҡыу йорттары математиктары ла ҡулға алына, әммә 1936 йылдың көҙөндә беренсе ҡулға алыныусыларҙың ҙур төркөмө («Ежовщина» башында) Пулково астрономдары араһында үткәрелгәнгә күрә, эшкә Пулково исеме бирелгән, тип аңлап була.

1934 йылда совет һәм донъя астрономик фәне 1936 йылдың 19 июнендәге буласаҡ башлыса СССР территорияһында күҙәтелергә тейеш булған ҡояш тотолоуына әҙерләнә. Пулково обсерваторияһы директоры Б. П. Герасимовичтың ошо ваҡиғаға бәйле сит ил контакттары киңәйеүе НКВД иғтибарынан ситтә ҡалмай[2]һәм Ленинград ғилми-техник интеллигенцияһы араһында «контрреволюцион ҡоротҡос ойошмаһының» тикшереүе башлана.

1936 йылдың йәйендә Ленинград матбуғатында Пулково обсерваторияһындағы «ғәҙәти булмаған хәлде» шелтәләгән һәм астрономдарҙы «сит ил алдында ярамһаҡланыуҙа» (хеҙмәттәрен башлыса көнбайыш журналдарында нәшер итеү, «тәнҡитте ҡыҫыу») ғәйепләгән бер нисә мәҡәлә донъя күрә[3]

Шул уҡ 1936 йылдың йәйендә Алтайҙағы Зыряновск ҡалаһында геофизик, ЦНИГРИ хеҙмәткәре Ю. Н.  Лепешинский ҡулға алына, артабан ошо ҡулға алыу тотош бер серияға нигеҙ һала[2]. 1936 йылдың авгусында Пулково обсерваторияһы директоры урынбаҫары Б. И. Шигин ҡулға алына. Һуңынан, 1936 йылдың ноябренән 1937 йылдың сентябренә тиклем, Пулково обсерваторияһынан 13 астроном һәм уларҙың ҡатындары, шул иҫәптән обсерватория директоры Герасимович, ҡулға алына. Эште тикшереү НКВД-ның билдәле сценарийы буйынса бара: ҡулға алынғандарға ҡарата ҡулланылған физик көсләү ысулдары арҡаһында улар үҙ өҫтөнә генә түгел, коллегалары өҫтөнән дә һөйләйҙәр. Ҡайһы бер баһалауҙарға ярашлы, әлеге эш буйынса барыһы йөҙҙән ашыу кеше ҡулға алына, шул иҫәптән ЛДУ профессоры, СССР-ҙың Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты В. А. Фок, ЛДУ профессоры В. К. Фредерикс, башҡа билдәле ғалимдар (яҡынса 30 астроном), йәғни СССР-ҙа әүҙем эшләгән астрономдарҙың дөйөм һанынан яҡынса 10—20 проценты.

НКВД версияһы буйынса[2], «контрреволюцион үҙәк» 1932 йылдың март айында Свердловскиҙа геофизик конференцияһы барышында барлыҡҡа килә. «Үҙәккә», йәнәһе, 1929 йылдан уҡ «контрреволюцион төркөмөн» булдырған Астрономия институты директоры Б. В. Нумеров етәкселек итә. Тикшереү версияһы буйынса, ойошманың үҙәге — Ленинградта, уның филиалдары Мәскәү, Киев, Харьков, Днепропетровск, Новосибирск ҡалаларында һәм башҡа ҡалаларҙа була. 1933 йылда «үҙәк», йәнәһе, Ленинградтағы Троцкий-Зиновьев ойошмаһы менән бәйләнеш булдырған. Ойошманың директиваһы буйынса ВКП(б) һәм совет хөкүмәтенә ҡаршы террористик акттар әҙерләү башлана. 19331936 йылдарҙа үткәрелгән ойошма ултырыштарында уның ағзалары, йәнәһе, Сталинға ҡаршы террор кәрәклеге тураһындағы фекергә килә, ә 1936 йылдың февралендәге аҙаҡҡы ултырышта ошондай актты әҙерләү буйынса ҡарар ҡабул ителә. «Заговорҙа» ҡатнашыусылар шулай уҡ ҡоротҡослоҡта (ҡояш тотолоуҙы күҙәтеүҙә саботаж, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын йәшереү һәм башҡалар) ғәйепләнәләр.

1937 йылдың 20 майынан 26 майына тиклем Ленинградта СССР Юғары Суды хәрби коллегияһының күсмә сессияһында «Пулково эше» буйынса йәлеп ителгәндәрҙең эштәре ҡарала. Хөкөм ителеүселәргә ҡаршы РСФСР Енәйәт Кодексы 58-се статьяһының 6, 7, 8, 10 һәм 11-се пункттары буйынса (шпионаж, ҡоротҡослоҡ, террор, советтарға ҡаршы агитация) ғәйеп тағыла. Ғәйепләнеүселәрҙең бер төркөмө (П. М. Каратыгин, П. П. Кузнецов, С. К. Гирин, А. П. Константинов, М. А. Балдин, Ю. Н.  Лепешинский) — атып үлтереүгә, ҡалғандары мөлкәттәрен тартып алыу һәм хоҡуҡтан мәхрүм итеү менән холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарына 5 йылға һәм башҡа сроктарға хөкөм ителәләр.

«Пулково эше» менән бәйле ҡулға алыуҙар ғәйепләнеүселәрҙең төп төркөмө суды үткәндән һуң да дауам итә. Атап әйткәндә, 1937 йылдың көҙөндә хөкөм ителгәндәрҙең ҡатындары ҡулға алына һәм репрессияланғандарҙың ғаилә ағзалары булараҡ (ЧСИР) төрлө сроктарға холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарына хөкөм ителәләр. Ғалимдарҙың башҡа туғандары ла һөрөлә. 1937 йылдың 30 ноябрендә Пулково обсерваторияһы директоры Б. П. Герасимович атып үлтереүгә хөкөм ителә.

Һуңғараҡ (1939 йылда) ҡулға алынған инженер-уйлап табыусы Лев Термен 1934 йылда Кировҡа ҡаршы теракт әҙерләүҙә ғәйепләнә, йәнәһе, Фуко маятнигына бомба урынлаштырылған булған һәм Киров обсерваторияға килгән саҡта маятникты ҡараған мәлдә ул шартларға тейеш булған.

Хөкөм ителгәндәрҙең бер өлөшө 1950-се йылдар аҙағында аҡлана.

«Пулково эше» буйынса ҡулға алынғандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Исем-шәрифеЭш урыныҠулға алыу датаһыХөкөм итеүПриговорАртабанғы яҙмышыАҡлау
Бабиенко Даниил Васильевич[4]Укргеолтрест19 декабрь 1936Атып үлтереү
Балановский Иннокентий Андреевич[1]ГАО7 ноябрь 193610 лет?1957
Балдин Михаил Александрович[5]ЦНИГРИ2 февраль 1937Атып үлтереүАтып үлтерелгән 23 май 19372 декабрь 1957 йыл
Безбородько Николай Иванович[4]14 сентябрь 193812 йылНКВД Онеглагында вафат булған 7 май 1942?
Боева Нина Фёдоровна[6]АИ, ГАО1936 йылдың аҙағыАИ-ға ҡайта
Бурсиан Виктор Робертович[2]ЛГУ5 октябрь 1936?Төрмәлә вафат була1956
Варзар Софья Михайловна[7]АИ1936 йылдың аҙағыАИ-ға ҡайта 1940-сы йылдарҙа
Василенко Павел Иванович[2]ГИАтып үлтереү?
Выржиковский Роман Романович[4]Харьков университеты2 апрель 1937Атып үлтереү23 ноябрь 1956
Газе Вера Фёдоровна[6]ГАО7 ноябрь 1936Азат ителә 1940 йыл?
Герасимович Борис Петрович[1]ГАО28 июнь 1937Атып үлтерелә 30 ноябрь 19371956
Герасимович Ольга Михайловна[1]9 декабрь 19378 йылКрАО-ла эшләй
Гирин Сергей Кузьмич[2]ЦНИГРИ13 сентябрь 1936Атып үлтереүАтып үлтерелә 23 май 19371957
Гутт Антон Евгеньевич[4]Тау институты (Днепропетровск)17 март 1937Атып үлтереүАтып үлтерелә 3 сентябрь 1937?
Днепровская Клара Августовна[2]Пулково сейсмостанцияһы31 август 19375 йыл11 февраль 1957
Днепровский Николай Иванович[1]ГАО4 декабрь 193610 йыл?1957
Дробышев Дмитрий Васильевич[2]ЦНИГРИ1936Эшенә ҡайта 1930-сы йылдар аҙағы
Жонголович Иван Данилович[6]АИАИ-ға ҡайта 1937
Еропкин Дмитрий Иванович[1]ГАО4 декабрь 193610 летАтып үлтерелә 20 ғинуар 19381955
Иванов Н. И.[6]ТАОдекабрь 1936Хөкөм ителәТөрмәлә вафат була (?)?
Идельсон Наум Ильич[6]АИ7 ноябрь 1936АИ-ға ҡайта декабрь 1939
Каратыгин Павел Михайлович[4]ЦНИГРИ1 ноябрь 1936Атып үлтереүАтып үлтерелә 23 май 1937?
Касаткин Петр Иванович[4]ЦНИГРИ26 февраль 193710 йылОсвобождён 10 сентябрь 19451955
Кириков Андрей Павлович[4]ЦНИГРИ7 ноябрь 193610 йылАтып үлтерелә(?) 20 ғинуар 19381956
Козлов В. И.[6]ТАОХөкөм ителәТөрмәлә вафат була 1940 (?)?
Козловский Н. Ю.[6]АИ?
Козырев Николай Александрович[1]ГАО7 ноябрь 193610 йылАзат ителә 1 ғинуар 19471958
Козырева Вера Николаевна5 сентябрь 19375 йылАзат ителә 5 сентябрь 1942
Комендантов Николай Васильевич[1]ГАО7 ноябрь 193610 йыл?1957
Комендантова Александра Ивановна4 сентябрь 19375 йылАзат ителә 17 декабрь 194228 ноябрь 1956
Константинов Александр Павлович[4]ЦНИГРИ1 ноябрь 1936Атып үлтереүАтып үлтерелә 26 май 19371956
Константинова (Лебедева) Л. М.август-сентябрь 19378 йыл
Крутков Юрий АлександровичА. Ф. Иоффе исемендәге Физтех институты30 декабрь 193610 йылЛГУ-ға ҡайта1957
Кузнецов Павел Петрович[4]ЦНИГРИ8 октябрь 1936Атып үлтереүАтып үлтерелә 23 май 19371957
Леман-Балановская Инна Николаевна[1]ГАО7 сентябрь 19375 йылАзат ителә 194212 июнь 1989
Лепешинский, Юрий Николаевич[4]ЦНИГРИ20 сентябрь 1936Атып үлтереүАтып үлтерелә 23 май 19371957
Лысенко Ф. О.ГИАтып үлтереү?
Марков Александр Владимирович[6]АИ1936 йылдың аҙағыЭшенә ҡайта 1940
Мохнач Д. О.[6]АОЛГУ?
Мошкова В. С.[6]АИноябрь 1936АИ-ға ҡайта
Мусселиус (Мей) Анна Ивановна7 сентябрь 19375 йылАзат ителә 7 сентябрь 1942
Мусселиус Максимилиан Максимилианович[1]ГАО10 февраль 193710 йылАтып үлтерелә 20 ғинуар 19383 декабрь 1957
Нечипоренко Пётр Кириллович[4][8]КУ, ПГО10 мая 1937РасстрелРасстрелян 3 сентябрь 19371958
Нумеров Борис Васильевич[7]АИ22 октябрь 193610 йылАтып үлтерелә 13 сентябрь 19411957
Нумерова Е. Е.ЦНИГРИ4 сентябрь 19375 йыл?
Перепёлкин,Евгений Яковлевич[1]ГАО11 май 19375 йылАтып үлтерелә 13 ғинуар 19381956
Перепелкина (Яшнова) Г. П.сентябрь 1937
Постоев Александр Иванович[6]ТАО1 март 1936 (?)Азат ителә 1939-1940
Радинский М. А.[6]АИ?
Свитальский Николай ИгнатьевичКУ29 июнь 1937Атып үлтереүАтып үлтерелә 15 сентябрь 19378 октябрь 1957[9]
Селиванов С. М.[6]ТАОдекабрь 1936?Төрмәлә вафат була(?)?
Семейкин В. Е.[6]ХАО?
Случановский А. С.ЛЭТИноябрь 1936Төрмәлә вафат була?
Соколов Павел Тимофеевич[2]ЦНИГРИ21 октябрь 1936"Хатлашыуһыҙ 10 йыл"Атып үлтерелә суд көнөндә 23 май 19371957
Суровцев В. Е.[6]ТАОдекабрь 1936Төрмәлә вафат була (?)?
Успенский И. Д.ЦНИГРИ193610 лет
Фок Владимир АлександровичЛГУ11 февраль 1937Эшенә ҡайта
Фредерикс Всеволод КонстантиновичЛГУ21 октябрь 193610 летТөрмәлә вафат була 19431956
Шатилов Серафим Александрович26 февраль 193710 летТөрмәлә вафат була1957
Шигин Б. И.[6]ГАОавгуст 1936
Щеглов В. П.[6]ТАОдекабрь 1936Эшенә ҡайта
Язев И. Н.[6]ПГОЭшенә ҡайта 1940
Яшнов Петр Иванович[1]ГАО7 ноябрь 193610 летТөрмәлә вафат була1957
Яшнова Ольга Ивановна2 сентября 19375 лет20 февраль 1957

Шартлы тамғалар:

  • АИ — Астрономия институты
  • АОЛГУ — Ленинград дәүләт университетының астрономик обсерваторияһы
  • ГАО — Төп астрономик обсерватория, Пулково
  • ГИ — УССР Фәндәр академияһы Геологик институты
  • КУ — Киев университеты
  • ЛГУ — Ленинград дәүләт университеты
  • ПГО — Полтава гравиметрик обсерваторияһы
  • ТАО — Ташкент астрономик обсерваторияһы
  • ХАО — Харьков астрономик обсерваторияһы
  • ЦНИГРИ — Үҙәк ғилми-тикшеренеү геология разведкаһы институты
  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Справка КГБ о судьбе пулковских астрономов 2011 йыл 29 июнь архивланған.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Жуков В. Ю. Пулковское дело 2007 йыл 15 октябрь архивланған.
  3. Д. Славентантор. Лестница славы // «Ленинградская правда», 4 июня 1936 г.
    Д. Славентантор. Рыцари раболепия // «Ленинградская правда», 18 июля 1936 г.
    А. Нежданов и Д. Славентантор. Ещё раз о пулковских нравах // «Ленинградская правда», 27 августа 1936 г.
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Репрессированные геологи 2009 йыл 28 март архивланған.
  5. Террор против геологов в СССР 2012 йыл 16 февраль архивланған.
  6. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 R. A. McCutcheon The 1936-1937 Purge of Soviet Astronomers // Slavic Review. — 1991. — Т. 50. — № 1. — С. 100—117.
  7. 1 2 Нумеров Б. В. 2007 йыл 13 октябрь архивланған.
  8. Сообщение Ольги Петровны Струкуленко 2016 йыл 4 март архивланған.
  9. Открытый список жертв политических репрессий в СССР