«Көньяҡ» операцияһы
«Көньяҡ» операцияһы | |
Ил | |
---|---|
Маҡсаты |
мәжбүри депортациялау, советлаштырыу |
Башҡарыусы | |
Ваҡыты | |
Урыны | |
| |
Бессарабияны һәм Төньяҡ Буковинаны депортациялау (молд. Deportările din Basarabia și Nordul Bucovinei), шулай уҡ «Көньяҡ» операцияһы исеме аҫтында билдәле. СССР дәүләт именлеге министрлығы тарафынан Молдавияла үткәрелгән массауи депортация.
Әҙерлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949 йылдың 6 февралендә СССР Министрҙар Советы Молдавия территорияһынан «элекке алпауыттарҙы, эре сауҙагәрҙәрҙе, немец оккупанттарының әүҙем әшнәләрен, немец полиция органдары менән хеҙмәттәшлек иткән кешеләрҙе, профашист партиялар һәм ойошмалар ағзаларын, аҡгвардеецтарҙы, ә шулай уҡ бөтә күрһәтелгән категорияларға ҡараған ғаиләләрҙе» һөрөү тураһында ҡарар ҡабул итә[1][2].
Апрелдә Молдавия буйынса СССР дәүләт именлеге министрлығы упономоченныйы генерал-майор Ермолин республика дәүләт именлеге министрлығы етәкселеге менән берлектә республиканың бөтә территорияһын 8 секторға бүлә. Тиҙҙән бында иген ташыу һылтауы менән меңләп йөк машиналары килә башлай, ә ысынында әлеге машиналар депортацияға дусар ителгән халыҡты ауылдарҙан тимер юл станцияларына тиклем ташыу өсөн тәғәйенләнә[3].
10 майҙа буласаҡ операцияға «Көньяҡ» исеме бирелә[4][5].
Планды тормошҡа ашырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Операция 6 июлдә төнгө сәғәт 2-лә башлана һәм 1949 йылдың 7 июлендә киске сәғәт 8-ҙә тамамлана. Депортацияла оператив составтан — 4496 кеше, улар араһынан 90 % СССР республикаларынан килтерелә, шулай уҡ Дәүләт именлеге министрлығы ғәскәрҙәренән 13 774 һалдат һәм офицер һәм партия активынан 24 705 кеше ҡатнаша.
Молдавия ССР-ының дәүләт именлеге министрлығы мәжбүри һөрөүгә 12 860 ғаилә тәғәйенләй, әммә 1567 ғаилә депортациянан ҡотола, ҡайһы берҙәре колхоздарға инә йәки уларҙың ҡулдарында Совет Армияһында ғаилә ағзалары хеҙмәт итеүе тураһында документтар була. Бынан тыш, ауырыуҙар һәм ғәриптәр, шулай уҡ эшкә яраҡлы ағзалары булмаған ғаиләләр һөрөүҙән азат ителә.
Һөҙөмтәлә Молдавиянан 30 эшелонға (1 573 вагон) 293 ғаилә йәки 35 11 050 кеше тейәлә, шул иҫәптән 9 745 ир-егет,13924 ҡатын-ҡыҡ һәм 15 йәшкә тиклемге 11 381 бала. Депортацияланғандарҙың күпселеге Ҡаҙағстанда (9954 кеше), Омск (6085 кеше) һәм Новосибирск (5787 кеше) өлкәһендә, Красноярск крайында (470 кеше), Коми АССР-ҙа (352 кеше) урынлаштырыла[4][5].
Һөрөүгә дусар ителгәндәр араһында яҡынса 4800 Иегова шаһиттары була, уларҙы совет властары советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләй[6][7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Наступила 74-я годовщина первой волны депортации из Бессарабии и Северной Буковины — BaltiOnline.md 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
- ↑ Самая массовая депортация населения Бессарабии состоялась в июле 1949 | PUBLIKA .MD 2016 йыл 7 август архивланған.
- ↑ Иван Думиника — Депортации в 1949 г. на юге Бессарабии (Воспоминания гагаузов, очевидцев тех лет из г. Чадыр-Лунга)
- ↑ 4,0 4,1 «Для вас война ещё не окончилась!»
- ↑ 5,0 5,1 Депортация… Если быть честным до конца . Дата обращения: 19 февраль 2013. Архивировано 19 февраль 2013 года. 2013 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ Без свидетелей. История Василия Калина, главного свидетеля Иеговы в России, полвека преследуемого властями 2021 йыл 14 февраль архивланған.. Проект медиа, 26.12.2018
- ↑ Анастасия Курилова. Нежелательные «свидетели». 70 лет назад в СССР прошла самая массовая депортация верующих. Коммерсантъ, 10.04.2021
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Н. Ф. Бугай «Выселение произвести по распоряжению Берии…» О депортации населения из Молдавской ССР в 40-50- е годы — Исторические науки в Молдавии. № 1. Кишинев, 1991. 1.0
- Депортация народов из Украины, Белоруссии и Молдавии : Лагеря, принудительный труд и депортация. Германия. Эссен. 1999. 1.3
- Victor Bârsan, Masacrul inocenţilor, Bucharest, 1993, pg.18-19
- Anton Antonov-Ovseenko, «The Time of Stalin», Harper and Row (in English)
- Johann Urwich-Ferry, «Ohne Passdurch die UdSSR», Editura «Gruparea Româno-Germană de studii», München, 1976—1978 (in German) «Fără paşaport prin URSS. Amintiri», Editura Eminescu, Bucureşti, 1999 (in Romanian)
- Mawdsley, Evan. The Stalin Years: The Soviet Union, 1929-1953. — Manchester University Press (инг.)баш., 1998. — ISBN 9780719046001.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В Бендерах вспоминали о репрессиях, 13 июнь, 2014, Radio Free Europe/Radio Liberty Видео
- Site-ul/Baza de date cu interviurile victimilor/rudelor victimilor deportației sovietice din Basarabia. 2019 йыл 21 август архивланған.
- [1] 2019 йыл 31 август архивланған.
- Pantofiorii
- Scrisoarea lui Ionel(недоступная ссылка) (недоступная ссылка)
- «Deportări-repatrieri» (18 septembrie 2004), Paul Goma
- Deceniul negru al deportărilor din Basarabia 2019 йыл 31 август архивланған., 6 iunie 2013, Otilia Bălinișteanu, Ziarul Lumina
- Conferință '70 de ani de la deportările din Basarabia și Bucovina de Nord', 11 iunie 2011, Amos News