Солтанғәлиев Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы Солтанғәлиев
татар. Мирсәет Хәйдәргали улы Солтангалиев
Тыуған көнө

13 июль 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Ҡырмыҫҡалы ауылы

Вафат булған көнө

28 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (47 йәш)

Гражданлығы

СССР СССР

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

 Солтанғәлиев Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы Викимилектә

Солтанғәлиев Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы (13 июль 1892 йыл — 28 ғинуар 1940 йыл) — революционер һәм сәйәси эшмәкәр. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы Солтанғәлиев 1892 йылдың 13 июлендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған.

Уның атаһы Хәйҙәрғәли — рус теле уҡытыусыһы. Ғаиләләрендә ун ике бала була. Мирсәйет бала саҡтан бик зирәк, белемгә ынтылыусан булып үҫә. 1911 йылда Ҡазанда татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ өйәҙенең Иҫке Атйетәр, Шәрип ауылдарында уҡыта.

1913 йылда Баҡыла ҡыҙ балалар гимназияһында уҡыта. Бында ул шулай уҡ китапханасы булып эшләй, матбуғатта сығыш яһай.

1917 йылдың майында Солтанғәлиев Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мосолмандар съезы һәм съезд һайлаған Бөтә Рәсәй мосолман Советы эшендә ҡатнаша. Июль айында Ҡазанға ҡайта, Мулланур Вәхитов менән берлектә Петроградта Мосолман социалистик комитетын (МСК) ойоштороуҙа ҡатнаша, башҡарма комитеты секретары. 1917 йылда РСДРП(б) сафтарына инә.

1917 йылдан Халыҡ комиссариатының милләттәр буйынса (Наркомнац) мосолман секцияһы етәксеһе, уның сәркәтибе — Мостафа Субхи (төрөк революционеры, Төркиә Коммунистик партияһына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе). 1917 йылдан алып Ҡаҙан губерна революцион штабы, Көнсығыш фронттың Икенсе армияһы Реввоенсоветы ағзаһы, Ҡаҙан губернаһының аҙыҡ-түлек комиссары. 1918 йылдың майында Татар-Башҡорт Совет Республикаһын ойоштороу буйынса съезды әҙерләүҙә ҡатнаша, Иҙел — Урал штаты идеяһына ҡаршы була. Үҙәк мосолман хәрби коллегияһы рәйесе, 1918—1920 йылдарҙа РСФСР-ҙың милләттәр эштәре буйынса Халыҡ комиссариаты (1919) янындағы Үҙәк мосолман хәрби коллегияһының рәйесе. 1919 йылдың февралендә милләттәр эштәре буйынса Халыҡ комиссариаты вәкиле булараҡ Башҡорт корпусының РККА яғына сығыу шарттары тураһында Башҡорт хөкүмәте менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. 1919 йылдың 10 июлендә Башҡорт республикаһына ҡаршы агитацияны туҡтатыу һәм татар хәрби частары тарафынан башҡорт халҡына ҡарата репрессияға юл ҡуймау тураһында 10-сы һанлы бойороҡҡа ҡул ҡуя[1]. Большевиктарҙың милли дәүләт ҡоролошо өлкәһендәге сәйәсәте менән риза булмай, автономиялы республикаларҙың статусын күтәреү яҡлы була.

Тарихсы Т. Б. Быков фекеренсә, М. Х. Солтанғәлиев Ҡырымда ҡыҙыл террорҙы туҡтатыуға ҙур өлөш индерә. 1921 йылдың 21 мартында РКП(б)-ның X съезын үткәргән саҡта татар лидерын Совет Рәсәйенең момсолман төбәктәренән килгән башҡа лидерҙары менән осраштырмаҫ өсөн Мәскәүҙән сығарып ебәреү яғы ҡарала. Ул Ҡырымға большевистик һәм милли эштәрҙе рәткә һалыу өсөн йүнәлтелә. Ҡырымдағы ай ярым ваҡыт арауығында Солтанғәлиев хәл торошона төшөнә, РКП (б) Ҡырым обкомының эшен яйға һала һәм «Ҡырымдағы хәлдәр тураһында» исемле дөрөҫлөктө асҡан доклад әҙерләй. Докладта ул, айырып алғанда, ошолай яҙа: [2]

Первой и очень крупной ошибкой в этом отношении явилось слишком широкое применение в Крыму красного террора. По отзывам самих крымских работников, число расстрелянных врангелевских офицеров достигает во всем Крыму от 20 до 25 тысяч. Указывают, что в одном лишь Симферополе расстреляно до 12 000. Народная молва превозносит эту цифру для всего Крыма до 70 000… Самое скверное, что было в этом терроре, так это то, что среди расстрелянных попадало очень много рабочих элементов и лиц, отставших от Врангеля с искренним и твёрдым решением честно служить Советской власти…

Султан-Галиев М. О положении в Крыму. Докладная записка (14/IV-21 г. г. Москва). Архивировано 16 февраль 2013 года. 2013 йыл 11 октябрь архивланған.

19191921 йылдарҙа РКП(б) Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Көнсығыш халыҡтары коммунистик ойошмаларының Үҙәк бюроһы рәйесе. РСФСР-ҙың милләттәр эштәре буйынса Халыҡ комиссариаты коллегияһының ағзаһы (19201923). Рәсәй мосолман коммунистик партияһына нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе. Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең Коммунистик Университетында белем биргән.

1923 йылда ҡулға алына, ВКП(б) сафтарынан сығарыла. Иреккә сыҡҡандан һуң СССР кооперацияһы системаһында эшләй. 1928 йылда Солтанғәлиев ҡабаттан ҡулға алына, контрреволюцион ойошма булдырыуҙа ғәйепләнә, атып үлтереүгә хөкөм ителә, әммә һуңынан яза ун йыллыҡ лагерҙар менән алмаштырыла. 1934 йылда уны азат итәләр. Һөргөндә Һарытауҙа йәшәй. 1937 йылда тағы ҡулға алына. 1940 йылда атып үлтерелә. 1990 йылда үлгәндән һуң аҡлана.

Солтанғәлиев эше (солтанғәлиевщина)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтанғәлиевтың исеме оҙаҡ йылдар дауамында тыйылған була. Хатта уның туғандары ла уның «милләтселектә» ғәйепләнеүенән башҡа бер нәмә белмәгән. 1990 йылдарҙан алып Рәсәйҙә Солтанғәлиевтың тормошон һәм ижади мираҫын етди өйрәнеү процесы башлана. Конференциялар уҙғарыла (Ҡазанда, Ҡырмыҫҡалыла), уның ғаиләһе тураһында мәғлүмәттәр туплана, туғандары менән бәйләнештәр булдырыла, Солтанғәлиевтың «Һайланма хеҙмәттәре» донъя күрә (Ҡазан, 1998 йыл). М. Х. Солтанғәлиев 1917 йылдағы Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы дәүеренең эре сәйәси эшмәкәре, таланлы публицист, әҙәбиәтсе, донъя кимәлендәге аҡыл эйәһе булған. Мәскәүҙә 1923 йылдағы РКП Үҙәк комитетының Солтанғәлиев эше буйынса кәңәшмә материалдары нәшер ителә. Был документтар 1992 йылға тиклем «совершенно секретно» грифы торған документтар араһында булған. Яңы мәғлүмәттәр — большевиктарҙың 1917—1922 йылдарҙағы күп кенә принциптарынан һәм директиваларынан тайпылыу менән бәйле СССР-ҙағы милли сәйәсәттең бөтөнләй яңы этабын кәүҙәлендерә. Солтанғәлиевщина исеме аҫтында күп кенә билдәле шәхестәр, Совет власына тоғро хеҙмәт иткән башҡорттар һәм татарҙар нахаҡтан ғәйепләнеп, репрессия ҡорбаны булалар.

Идея мираҫы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтанғәлиев үҙ эсенә марксизм һәм ислам һыҙаттарын берләштергән ислам-социалистик идеологияһына нигеҙ һалыусы була[3]. «Ислам марксизмы» һуңынан өсөнсөл донъя илдәрҙә бер аҙ таралыу таба. Ҡайһы бер татар публицистары раҫлауы буйынса, Солтанғәлиевтың идеялары менән Мысырҙың элекке президенты Гамаль Абдел Насир һәм Алжирҙың элекке президенты Әхмәт Бен Белла таныш булғандар[4][5].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡазан ҡалаһының тарихи үҙәгендәге майҙанға Солтанғәлиев исеме бирелгән (1992).
  • Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы ауылында уға арнап стела ҡуйылған һәм бер урам Солтанғәлиев исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
  2. Быкова, 2011, с. 128
  3. Sultan Galiev — a Forgotten Precursor (инг.)(инг.)
  4. Сагадеев А. В. Мирсаид Султан-Галиев и его идеи. Большевизм, ислам и национальный вопрос. // Россия и современный мир : сборник. — М.: 1998. — № 3(20)
  5. Индус Тагиров: "М. 2018 йыл 20 апрель архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]