Эстәлеккә күсергә

«Советтарға ҡаршы элементтарҙы» репрессиялау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Советтарға ҡаршы элементтарҙы» репрессиялау

СССР НКВД-һының «Советтарға ҡаршы элементтарҙы» репрессиялау буйынса операцияһы 1937 йылдың авгусынан алып 1938 йылдың ноябренә тиклем үткәрелә.

СССР эске эштәр наркомы урынбаҫары —СССР НКВД дәүләт именлеге баш идаралығы начальнигы М. П. Фриновский

1937 йылдың 31 июлендә СССР эске эштәр халыҡ комиссары Н. И. Ежов 1937 йылдың 30 июлендәге 00447- һанлы «Элекке кулактарҙы, енәйәтселәрҙе һәм башҡа советтарға ҡаршы элементтарҙы репрессиялау буйынса операция тураһында» тигән оператив бойороҡҡа ҡул ҡуя, әлеге бойороҡта «советтарға ҡаршы элементтарҙы» тар-мар итеү һәм бындай төр эштәрҙе ҡарау буйынса «оператив тройкалар» составы билдәләнә.

Бойороҡҡа ярашлы: «1937 йылдың 5 авгусынан алып бөтә республикаларҙа, крайҙарҙа һәм өлкәләрҙә элекке кулактарҙы, советтарға ҡаршы әүҙем элементтарҙы һәм енәйәтселәҙе репрессиялау буйынса операцияны башларға, Үзбәк, Төркмән, Ҡаҙаҡ, Ҡырғыҙ һәм Тажик ССР-ҙарында операцияны ағымдағы йылдың 10 авусынан башларға, ә Алыҫ Көнсығыш һәм Красноярск крайҙарында һәм Көнсығыш-Себер өлкәһендә — ағымдағы йылдың 15 авгусынан» тип яҙыла.

Операция уҙғарыуҙың дөйөм етәкселеге СССР эске эштәр наркомы урынбаҫары — СССР НКВД дәүләт именлеге баш идаралығы начальнигы комкор М. П. Фриновскийға йөкмәтелә..

Белорус ССР-ы эске эштәр халыҡ комиссары Б. Д. Берман 1938 йылдың 24 ғинуарында Мәскәүҙә СССР НКВД етәкселек составы кәңәшмәһендә ошолай тип билдәләй: «Минеңсә, әгәр тройкаларҙы һаҡлап ҡалғанда ла, уларҙы бик ҡыҫҡа осорға һаҡлап ҡалыр кәрәк, иң күбе бер айға… Беренсенән, 1937 йылдағы операцияның ҡыҙған мәлә менән сағыштырғанда, үҙенә күрә операциялар фронты күпкә тарыраҡ булып ҡалды. Икенсенән, аппаратыбыҙҙың күпселек өлөшөн кисекмәҫтән агентура эшенә йүнәлтер кәрәк. Тройкалар менән эшләү — еңел, ҡатмарлы булмаған эш, ул кешеләрҙе дошмандар менән тиҙ һәм ҡәтғи рәүештә эш итергә күнектерә, әммә артабан тройкалар менән йәшәү — хәүефле. Ни өсөн? Сөнки бындай шарттарҙа… кешеләр бәләкәй генә дәлилдәргә ышаналар һәм төп эштән — агентура эшенән — ситләшәләр».

СССР Халыҡ комиссарҙары Советының һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1938 йылдың 17 ноябрендәге 4387-се «Ҡулға алыуҙар, прокурор күҙәтеүе һәм тикшереү алып барыу тураһында» тигән ҡарарына ярашлы СССР НКВД-ның махсус бойороҡтары тәртибендә булдырылған суд тройкалары, ә шулай уҡ өлкә, край һәм республика милиция идаралыҡтары ҡарамағындағы тройкалар юҡҡа сығарыла. Эштәр судтар йәки СССР НКВД ҡарамағындағы Махсус Кәңәшмә ҡарамағына тапшырыла.

Бойороҡто үтәү барышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Операцияны үткәреү ҡәғиҙәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Махсус тәғәйенләшле Соловцы төрмәһе (1937—1939 йылдар)

00447-се оператив бойороҡҡа ярашлы репрессиялар сиктәре билдәләнә[1]. Мәҫәлән, Ежов сығарған 409-сы директива ГУЛАГ холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарында каратель операцияларын үткәреүҙе көйләй. Шулай уҡ улар махсус төрмәләрҙәге — «совет власының иң яуыз дошмандары» тотолған сәйәси изоляторҙарҙағы — язалауҙарға ҡағыла.

Операция барышына йоғонто Мәскәүҙән генә булмай, мәҫәлән, Украина эске эштәр халыҡ комиссары Израиль Леплевский үҙ бойороҡтары менән тимер юлында булған бәхетһеҙ осраҡтар күҙәтелгән урындарҙа эште көсәйтеүҙе талап итә, сөнки был осраҡтарҙа ул саботаж һәм ҡоротҡослоҡто күрә, бынан тыш сиркәүҙәрҙә һәм «секталарҙа» террор туплана тип һанай.

НКВД-ның «1936 йылдың 1 авгусынан башлап, тыуған илгә хыянатсыларға, беренсе һәм икенсе категориялар буйынса хәрби коллегия һәм хәрби трибунал тарафынан хөкөм ителгән уң троцкистар шпионлығы һәм диверсия ойошмалары ағзаларына» ҡаршы репрессиялар башланыуы тураһында 00486-сы ҡарары сыға, шулай уҡ «тыуған илгә хыянатсыларҙың ҡатындарын, уң троцкист ойошмалар ағзаларын, шпиондарҙы һәм диверсанттарҙы» ҡулға алыу тәртибе билдәләнә. Бойороҡҡа ярашлы ЧСИР-ҙы (Тыуған илгә хыянатсы ғаиләһе ағзаһын) ҡулға алыу һәм 5 — 8 йылға хөкөм итеү һәм уларҙың балаларын балалар йорттарына урынлаштырыу тәртибе билдәләнә. 15 йәштән алып балалар «социаль хәүефле» тип таныла һәм улар ҡулға алына. Барлығы был операция буйынса 00386-сы бойороҡ) 18 мең тирәһе ҡатын-ҡыҙ һәм 25 меңдән ашыу бала ҡулға алына[2].

НКВД-ының 00486-се оператив бойороғонан цитата:

«НКВД хеҙмәткәрҙәре ҡарамағы буйынса, 15 йәштән өлкән балалар… социаль яҡтан хәүефле һәм советтарға ҡаршы ғәмәлдәр ҡылырға һәләтле тип танылһа, йә лагерҙарға, йә НКВД холоҡ төҙәтеү колонияһына, йә Наркомпростың махсус режимы балалар йортона ебәрелә. Сабыйҙарҙы әсәләре менән лагерҙарға ебәрәләр, унан 1-1,5 йәшкә еткәс, Һаулыҡ һаҡлау Халыҡ комиссариатының балалар йорттарына һәм яслеләренә күсерәләр. 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар Наркомпрос балалар йортона урынлаштырыла» (Архив КГБ; материалы проверки дела «Антисоветского троцкистского центра», т. 3, л. 53-64).[1] 2017 йыл 3 декабрь архивланған.

Кампания этаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Я. А. Вышинский (уртала) —1935 йылдан алып 1939 йылға тиклем СССР генераль прокуроры

Бойороҡҡа ярашлы, «кулак» операцияһы 1937 йылдың декабрь башында тамамланырға тейеш була. Башта тамамланыу ваҡыты айҙың аҙағына күсерелә, әммә ул ваҡытта ла уның тик беренсе фазаһы тамамлана[1][3]. На местах лимиты воспринимались как и любые другие плановые показатели СССР, к выполнению и перевыполнению которых так стремилось руководство[4]. Шуға ҡармаҫтан, 1938 йылдың башында кампанияны дауам итеү мәсьәләһе хәл ителмәгән була. Уҙған йыл аҙағына үлем язаһы бүленгән лимиттарға яҡынлашҡас, тройкаларҙа билдәһеҙлек тойғоһо хакимлыҡ итә башлай. НКВД-ла был лимиттарҙы үтәү кәрәклегенән килеп сыҡҡан башбаштаҡлыҡты туҡтатыу тураһында фекерҙәр ишетелә башлай. Әммә бындай уйҙар бик ныҡ кисектерелә, хатта дисциплинар язалар бирелә. Был башланғыстар шулай уҡ партия хеҙмәткәрҙәренә һәм номенклатура вәкилдәренә ҡарата тройкалар һәм двойкалар хөкөм ҡарарҙары буйынса ялыуҙар булғанлыҡтан барлыҡҡа килә. Билдәһеҙлек генераль прокурор Андрей Вышинскийҙы хат яҙырға этәрә, унда прокуратураға хөкөмдәрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә генә ҡайтанан ҡарарға бойороҡ бирелә[1].

Фриновский 8 ғинуарҙағы хатында, ЮНКВД етәкселәре тимер юл транспортында кулактар һәм башҡа советтарға ҡаршы элементтар эҙләүгә иғтибарҙы йүнәлтергә тейеш, тип билдәләй, сөнки уларҙың диверсионлығы иҡтисадтың был тармағында ҙур уңышһыҙлыҡтарға сәбәпсе булған тип фараз ителә. Һөҙөмтәлә, 1938 йыл башында операция тамамланмай, ә уның урынына икенсе фазаһы башлана(һылтанма). Икенсе этаптың рәсми башы булып КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһының 31 ғинуар ҡарары тора. Төбәккә ҡарап операция 1938 йылдың 1 апреленә тиклем дауам итә ала. Яңы бойороҡ (һылтанма) беренсе категориялағы 48 меңлек лимитты һәм икенсе категориялы 9,2 мең кешелек лимитты ҡырҡа арттыра. Яңы йылда кампания тағы ла көсәйә бара: ҡайһы бер төбәктәрҙә ғәйепләнеүселәрҙең барыһы ла тиерлек үлем язаһына хөкөм ителә.Бойороҡ сығарҙы категория икенсе категория 9,2 мең кеше һәм 48 мең кеше беренсе булып лимиттары арттырылды. Яңы йыл кампаниялары тағы ла ҡаты характер ала: бөтә тиерлек төбәктәрҙә ҡайһы бер үлемгә хөкөм ителгән. Шулай, Украина ССР-ында һәм Молдавия АССР-ында 1938 йылдың 1 ғинуарынан 1 авгусына тиклем лагерҙарға 830 кеше ебәрелә, ә 36 393 кеше үлем язаһына хөкөм ителә[1]. Украиналағы репрессияларҙың айырыуса аяуһыҙлығы факторҙарының береһе булып партия етәкселегенең алмашыныуы тора: 27 ғинуарҙа Никита Хрущев Украина Коммунистар партияһының беренсе секретары итеп тәғәйенләнә.

Шулай уҡ бик күп «советтарға ҡаршы элементтар» Алыҫ Көнсығышта табыла. Израиль Плинер 1937 йылда Алыҫ Көнсығышта кореяларҙың депортацияһы менән шөғөлләнә. Ошо төбәктә булып киткән Фриновский 1938 йылдың 27 июлендә лимиттарҙы арттырыу буйынса хат юллай: атып үлтереүгә — 15 меңгә, епортацияға — 5 меңгә. Политбюро әлеге һандарҙы дүрт көндән раҫлай[5].

Бойороҡто үтәүҙең икенсе фзаһында төп иғтибар «башҡа советтарға ҡаршы элементтарға» бүленә, уларҙың өлөшө күпкә арттырыла. «эске дошмандарҙы» фашлау буйынса эш көсәйтелә, элекке социал-революционерҙарҙы эҙәрлекләү алғы планға күсә. Сталин үҙе шәхсән Ежовтан 17 ғинуарҙа яҙылған хатында әлеге кешеләргә ҡаршы эҙәрлекләүҙәрҙе көсәйтерә ҡуша[1].

Конвейерлы суд производствоһы һәм ярыштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1938 йылдың 26 апрелендә Иркутскиҙағы партия һәм НКВД вәкилдәре 00447-се бойороҡҡа ярашлы 1-се категория буйынса лимитты 4 мең кешегә арттырыуҙы һорайҙар.

Тройкаларҙа суд эштәре конвейерға ҡуйыла. Ултырыштар протоколдарынан сығарылған хөкөмдәр һаны тураһында белергә мөмкин: Ленинград тройкаһы. мәҫәлән, 9 октябрь 1937 йылдың 9 октябрендә Соловцы утрауҙарында тотолған 658 кешегә үлем язаһы сығара. Татар АССР-ы тройкаһы 28 октябрҙә 256 кешегә үлем хөкөмөн иғлан итә. . Карел тройкаһы 20 ноябрҙә 705 эш ҡарай һәм 629 үлем хөкөмөн сығара. Шул уҡ көндө Краснодар тройкаһы 1 252 кешегә үлем хөкөмө сығара. Омск тройкаһы 10 октябрҙә 1 301 кешенең эшен ҡарай, шул иҫәптән 937 кеше үлем язаһына тарттырыла, ә 1938 йылдың 15 мартында 1014 — хөкөм ҡарары, шул иҫәптән 354 кеше — үлем язаһына[5].

Кулак операцияһы башында уҡ урындағы хеҙмәткәрҙәр лимиттарҙы арттырыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә башлай. Был үтенестәрҙең мөһим факторы булып тройка рәйестәренең үҙҙәрен элгәрге «партия линияһынан» радикаллыраҡ күрһәтергә тырышыуы тора. Шуға күрә күп кенә тройкаларҙа кампания юғары күрһәткестәр өсөн көрәш менән берләштерелә. Омск ҡалаһында 1937 йылдың 28 июлендә тәғәйенләнгән тройка рәйесе 1 август көнө үк Лубянкаға лимиттарҙы арттырыу буйынса мөрәжәғәт итә. Быны ул 1-се категориялы 3008 кешене ҡулға алыуҙы «Стаханов темпы» менән аңлата[6][5].

Бөтә операция барышында Мәскәүҙәге етәкселеккә лимиттарҙы арттырыу буйынса үтенестәр килә. Мәҫәлән, Украина эске эштәр халыҡ комиссары Израиль Леплевский бындай үтенесте бер нисә тапҡыр ебәрә. Йыш ҡына улар ҡәнәғәтләндерелә. НКВД-ның 00447-се бойороғонда аныҡ мөмкинлек бирелеүгә ҡарамаҫтан Урындағы етәкселек билдәләнгән сиктәрҙе үтеп китмәҫкә ҡыйыулыҡ күрһәткән осраҡтар әлегә билдәле түгел[1]. Урындарҙа лимиттар СССР-ҙың башҡа планлаштырылған күрһәткестәре булараҡ үтәлергә һәм артығы менән үтәлергә тейеш тип ҡабул ителә.

Әммә лимитты арттырыу инициативаһы урындағы властарға түгел, ә партия һәм НКВД етәкселегенә ҡараған осраҡтар ҙа була. Мәҫәлән, Мәҫәлән, 1937 йылдың 15 октябрендә Политбюро лимиттарҙы 120 000 кешегә арттырыуҙы ҡабул итә, шуларҙың 63 меңе беренсе категорияла, 57 000 — икенсе категорияла[7].

Төбәк айырымлыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойороҡтоң ҡайһы бер төбәктәрҙә үтәлеүе башҡаларынан әллә ни айырылмай. Барыһы ла 00447-се НКВД бойороғонда күрһәтелгән кешеләрҙең һаны етерлек булыуына бәйле була. Урындағы етәкселектең был төркөмдәргә мөнәсәбәте лә мөһим булған; әгәр уларҙы дошман итеп күрһәләр, репрессиялар уларҙан ҡотолоу өсөн сәбәп булып хеҙмәт иткән[8].

Пермь өлкәһендә хөкөм ителеүселәрҙең һәр өсөнсөһө «трудпоселенец» статусында була[9]. Көнбайыш Себерҙә «РОВС заговорының» ҙур эше уйлап сығарыла. Донбасс ҡалаһында хөкөм ителгәндәрҙең дөйөм һаны араһында «контрреволюцион элементтың» өлөшө айырыуса юғары булһа[10], Донецк өлкәһендә маргинал төркөмдәр күберәк зыян күрә. Киев өлкәһендә төрлө конфессияларҙың һәм хәрәкәттәрҙең дини общиналары вәкилдәре айырыуса ныҡ зыян күрә[8].

Коллективлаштырыу осорондағы ихтилалдарҙа ғына ҡатнашыу түгел, ә элек һуғыш коммунизмы осоронда булған сыуалыштарҙа ҡатнашҡандар ҙа «кулак» операцияһы ҡорбандары булалар. Шулай, Алтай крайында НКВД колхоз һәм совхоз «ҡоротҡостарын» ғына ҡулға алмай, ә 1921 йылда Сорокин ихтилалында ҡатнашҡандар ҙа эләгә, әлеге ихтилал «Саф совет власы өсөн», «Коммунистарһыҙ Советтар» лозунгыһы аҫтында үтә һәм унда 5 меңдән 10 меңгә тиклем кеше ҡатнаша Алтай крайында барлығы 134 кеше "Сорокин ихтилалы ҡатнашыусыһы булараҡ хөкөм ителә[8]. Ленинградта[11] һәм Ярославль өлкәһендә енәйәтселәргә ҡаршы көрәш беренсе урында тора.

НКВД-ының 00447-се бойороғонда Яҡут АССР-ында ҡулға алыуҙар күҙ уңында тотолмай. Әлеге төбәк бойороҡта төшөрөлөп ҡалдырыла, сөнки республика эске эштәр наркомы күҙ уңында тотҡонлоҡта Андрей Коростин бында кулактарҙың һәм шпиондарҙың юҡлығын дәлилләй алған[8].

Бойороҡ[5] республика, өлкә һәм төбәк кимәлендәге УНКВД етәкселәренә һәр айҙың 1-се, 5-се, 10-сы, 15-се, 20-се һәм 25-се көндәрендә үҙәккә бойороҡтоң үтәлеү статусы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән отчет ебәрергә тейеш була, тулы отчеттар почта аша ебәреләа[12]. Ошо телеграммалар нигеҙендә СССР НКВД ГУГБ-һының 8-се бүлегендә йомғаҡлау отчеттары әҙерләнгән. Операция барышында 36 йыйылма отчет әҙерләнгән[1].

Статистик күрһәткестәргә өҫтәп, УНКВД етәкселәре «халыҡтың сәйәси торошо», кампанияға мөнәсәбәте тураһында мәғлүмәт үҙәккә тапшырырға тейеш була. Ежов шулай уҡ асыҡланған «контрреволюцион төркөмдәрҙең» һаны һәм уларҙан тартып алынған ҡоралдар һаны тураһында мәғлүмәт талап итә. Был мәғлүмәттәр менән үҙәк төбәк УНКВД-һының иғтибарын ойошҡан контрреволюцион һәм енәйәт эшмәкәрлегенә йәлеп итергә тырыша[1].

1937 йылдың 15 декабрендә Ежов ЮНКВД рәйестәренә УНКВД-ның 00447-се бойороғон үтәүҙәге ҡаҙаныштары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирергә бойора. СССР НКВД ГУГБ статистикаһы нигеҙендә 31 декабргә ҡарата «кулак» операцияһы һөҙөмтәләре буйынса түбәндәге һандар була: 555 641 ҡулға алына, шуларҙың 553 362-һе хөкөм ителә, шул иҫәптән 239 252 кеше үлем язаһына хөкөм ителә. 314 110 кеше лагерҙарға йәки төрмәләргә хөкөм ителә. 14600 тотҡон үлем язаһына хөкөм ителә[1].

Ҡулға алыуҙар ордерҙар нигеҙендә башҡарыла[6][1]. Тентеү ваҡытында ғәйепләү дәлилдәре ғәҙәттә табылмай. Ҡайһы берҙә сит илдә йәшәгән дуҫтарының йәки туғандарының хаттары, батша портреты төшөрөлгән календарҙар, патрондар менән һунар мылтыҡтары дәлил булып тора. Ғәҙәттә, тентеү тураһында отчетҡа урындағы чиновник менән берлектә ҡул ҡуйылған, мәҫәлән, ауылда колхоз йәки ауыл советы рәйесе, ҡалала — йорт идаралығы хеҙмәткәре булған[1].

Ғәйепләнеүсенең һорау алыуҙары уның сәйәси һәм ижтимағи сығышына ҡағыла. Быға тиклем хөкөм ителеү мәсьәләләре, уға ҡарата тикшереүҙәр, хөкөмдәр йәки ҡарарҙар тураһында һорауҙар ҡыҙыҡһындырған[1].

Күпселек осраҡта НКВД шәхси мәғлүмәттәрҙе туплау өсөн ауыл советына йәки ҡала советына мөрәжәғәт итәләр. Айырым иғтибарҙы социаль сығышы, сәйәси эшмәкәрлеге һәм уның хеҙмәте йәлеп итә. Бындай белешмәләрҙә урындағы властарҙың шик аҫтына алынған кешегә ҡарата мөнәсәбәте сағылыуы мөмкин.

Мөмкин булһа, шик аҫтына алынғандарҙың эштәренә агентура йәки разведкалау һәм милиция мәғлүмәттәре өҫтәлә. Ҡулға алыу, төрмәнән йәки лагерҙарҙан ҡасыу, шулай уҡ ҡабаттан хөкөм ителеү ҙур әһәмиәткә эйә була. Шуға ҡарамаҫтан, бындай мәғлүмәттәр бөтә репрессия ҡорбандары өсөн тигеҙ булмай[1].

Дәлилдәрҙе көсәйтеү өсөн эштәргә башҡа архив материалдары һәм ғәйепләү яғынан ғына сығыш яһаған шаһиттарҙы тикшереү стенограммалары өҫтәлә Йыш ҡына шаһиттар урындағы «номенклатура» вәкилдәре була, мәҫәлән, колхоз рәйестәре йәки партия ағзалары. Ҡайһы бер шаһиттарҙан ғәйепләнеүсе ҡулға алынғанға тиклем үк һорау алына, улар «шаһит», «информатор» һәм ошаҡсы ролдәре араһындағы сиктәрҙе юҡҡа сығара.

Йыйылған мәғлүмәттәргә таянып, НКВД ғәйепләү ҡарарын төҙөй, ә докладсы тройка ултырышы өсөн эштең ҡыҫҡаса тасуирламаһын төҙөй. Процесты тиҙләтеү маҡсатында ултырыштарҙың протоколдарында, ҡағиҙә булараҡ, ҡыҫҡаса ғәйепләүтасуирламаһы ғына була[1].

Әгәр тройка үлем язаһына хөкөм итһә, ғәйепоәнеүсе эшенә атып үлтереү актынан өҙөк өҫтәлә. Тиҫтә йыдар үткәндән һуң прокуратура, репрессия эштәрҙе ҡарап, йыш ҡына хөкөм ҡарарҙарын сығарыу өсөн хоҡуҡи дәлилдәр таба алмай[1].

Тикшереү эштәрен анализлау кулак операцияһы рөхсәтһеҙ һәм айырым осрағы булмауын, ә ентекле ойошторолған кампания булған тигән һығымтаға килә[5].

Идара итеү саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

НКВД-ның урындағы органдары дәүләт тарафынан ғәҙәти контролдән азат ителә. Хөкөм ҡарары бер учреждение эсендә бер нисә инстанция сиктәрендә үтә. СССР НКВД-һы етәкселегенә Мәскәүҙә хөкөм язаһы тураһында хәбәр ителмәй; тройкалар протоколдары, хөкөм ителгәндәрҙең карточкалары Мәскәүгә артҡы иҫәп менән ебәрел[1].

Әммә партия үҙәге һәм НКВД етәкселеге контролдән бөтөнләй баш тартмай: даими отчеттар, тройкалар кадрҙарының ротацияһы, лимиттар бүлеү, заказдар биреү һәм төрлө циркулярҙар тураһында ҡарарҙар ҡабул ителә[1].

1938 йылдың ноябрь башында Оло террорҙың һәм «кулак операцияһы» тамамланыу билдәләре күренә башлай. 22 августа Лаврентий Берия Ежовтың урынбаҫары итеп тәғәйенләнһә, 8 октябрҙә КПСС Үҙәк комитеты Политбюроһы Ежов, Берия, Вышинский, Маленков һәм Рыжков составындағы коммиссия булдыра, әлеге комиссия прокурор күҙәтеүенең һәм тикшереүенең яңы ҡағиҙәләре өҫтөндә эшләй[1]. 15 ноябрҙә Политбюро комиссия әҙерләгән директива проектын раҫлай. Уның буйынса, 16 ноябрҙән тройкалар, хәрби трибуналдар һәм СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы бөтә эштәрҙе туҡтатыу тураһында бойороҡ бирелә. Халыҡ Комиссарҙары Советының һәм партия Үҙәк Комитетының был ҡарарына 17 ноябрҙә Сталин һәм Молотов ҡул ҡуя[1]. Бынан һуң директива республикаларҙың, крайҙарҙың, өлкәләрҙең УНКВД етәкселәренә, крайкомдарҙың һәм өлкә комитеттарының беренсе секретарҙарына, шулай уҡ республика өлкә һәм өлкә прокурорҙарына тапшырыла. Адресаттарҙың дөйөм һаны яҡынса 14 мең кеше тәшкил итә. Оло террор башланған кеүек тамамлана: Политбюро ҡарары менән.

25 ноябрҙә Берия НКВД-ны етәкләй. Оло террор ваҡытында ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡ Ежовҡа йөкләнә, ул 1939 йылдың 10 апрелендә ҡулға алына һәм 1940 йылдың 4 февралендә язалана[13].

Хаталарҙы тәнҡитләү һәм яуаплылыҡтан ҡасыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1938 йылдың 17 ноябрендәге Халык Комиссарҙары Советы директиваһында Сталин и Молотов репрессиялар һөҙөмтәләрен баһаланылар. Улар партия эсендәге оппозицияға (троцкистар һәм бухаринсылар) һәм кулактарға, енәйәтселәргә, советтарға ҡаршы элементтарға ҡаршы кампаниялар һөҙөмтәләрен ыңғай баһалайҙар. Әммә шул уҡ ваҡытта НКВД һәм прокуратураның «революцион законлылыҡты боҙоуға» килтергән «хаталарын» ҡырҡа тәнҡитләйҙәр. Сталин һәм Молотов һүҙҙәре буйынса, быға НКВД-ға, прокуратураға үтеп инеп, уларҙы партия контроленән алып сығыуға өлгәшкән дошмандар булышлыҡ иткән.

Һөҙөмтәлә 17 ноябрҙәге директива Оло террорҙы туҡтатып ҡына ҡалмай, НКВД-ны ҡасҡынға әйләндерә[1].

КПСС-тың XX съезында йәшерен телмәр алдынан ([1956|1956]) партия һәм дәүләт эшмәкәре Никита Хрущёв сталинизм ҡорбандары статистикаһын иғлан итә. Уның һүҙҙәре буйынса, Оло террор ваҡытында яҡынса 1,5 миллион кеше ҡулға алына, шуларҙың 680 меңдән ашыуы язалана[14]. Әммә был һандар кампания ҡорбандарының барыһын да иҫәпкә алмай[15], сөнки, мәҫәлән, [Төркмән Совет Социалистик Республикаһы| Төркмән ССР-ында] тикшереү барышында һәләк булыусылар иҫәпкә алынмаған.

Хәҙерге Рәсәй тарихсылары баһалауынса, «кулак операцияһында» ғына тотҡондар һаны 820 000 кеше тәшкил итә, шуларҙың 437 меңдән 445 000-гә тиклеме атып үлтерелә[7]. Шулай уҡ яҡынса 800 000 тотҡон булған тип баһалана, шуларҙың 350 меңдән 400 000-гә тиклеме атып үлтерелә[16].

Шулай итеп, «кулак операцияһы» барышында хөкөм ителгәндәрҙең дөйөм һанының яҡынса 50,4 проценты үлем язаһына тарттырыла, ә «милли операцияларҙа» ғәҙәттә 70 проценттан ашыуы үлем язаһына хөкөм ителә[17].

Бер үк ваҡытта йәки эҙмә-эҙлекле террор һәм эҙәрлекләү кампаниялары үткәрелегәнгә күрә ГУЛАГ төрмәләре, лагерҙары һәм тораҡ пункттарында урын булмай. Тотҡондар һаны 786 595 кешенән (1 июль 1937 йыл) 1126 500 кешегә тиклем арта (1938 йылдың 1 феврале), артабан — 1317 195 кешенән ашыу (1 ғинуар 1939 йыл). Һөҙөмтәлә былай ҙа уңайһыҙ шарттар тағы ла насарая. Совет мәғлүмәттәре буйынса, 1937 йылда 33 499 тотҡон һәләк була, ә киләһе йылда — 126 585. 1938 йылғы депортация ваҡытында алдағы йыл менән сағыштырғанда 38 мең кешегә күберәк һәләк була. Тотҡондарҙың 9 % йәки 100 меңдән ашыу кеше ауырыу, ғәриплек һәм хәлһеҙлек арҡаһында эшкә яраҡһыҙ була. 1939 йылда, ғәриптәрҙән тыш, эшкә яраҡһыҙарҙың һаны 150 мең кеше тәшкил итә[18].

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 Марк Юнге, Геннадий Бордюгов, Рольф Биннер. Вертикаль большого террора. — М.: Новый хронограф, 2008. — С. 18—25, 32, 82, 132—137, 145, 150—152, 274—282. — 784 с. — ISBN 978-5-94881-083-6.
  2. Сталинские репрессии. Энциклопедия истории России. Дата обращения: 26 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года. 2013 йыл 13 июнь архивланған.
  3. Пункт II.3 приказа НКВД № 00447
  4. Ҡалып:Книга:Norman Naimark:Stalin und der Genozid
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Rolf Binner, Bernd Bonwetsch, Marc Junge. Massenmord und Lagerhaft: Die andere Geschichte des Grossen Terrors. — Berlin: Akademie Verlag, 2009. — P. 11, 29-36, 42, 48-50, 99-102, 121, 129, 141, 299, 358, 406, 411-420, 562, 661, 683-697. — 821 p. — (Veroeffentlichungen des Deutschen Historischen Instituts Moskau).
  6. 6,0 6,1 David Shearer. Policing Stalin’s Socialism: Repression and Social Order in the Soviet Union, 1924-1953. — New Haven: Yale University Press, 2009. — P. 243—284, 297, 299-319, 335, 337, 347. — 544 p. — (The Yale-Hoover Series on Stalin, Stalinism, and the Cold War). — ISBN 978-0-300-14925-8.
  7. 7,0 7,1 Nicolas Werth. Case Study: The NKVD Mass Secret Operation n° 00447 (August 1937 – November 1938) (ингл.). Online Encyclopedia of Mass Violence (20 май 2010). Дата обращения: 26 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Юнге М., Бонвеч Б., Биннер Р. Сталинизм в советской провинции: 1937-1938 гг. Массовая операция на основе приказа №00447. — М.: РОССПЭН, 2008. — С. 46—47. — 927 с. — (История сталинизма). — ISBN 978-5-8243-1242-3.
  9. Суслов А. Б. Трудпоселенцы — жертвы «кулацкой операции» НКВД в Пермском районе Свердловской области. — Пермь. — С. 138.
  10. Никольский В. Н. «Кулацкая операция» НКВД 1937-1938 гг. в украинском Донбассе и её статистическая обработка. — С. 825.
  11. Иванов В. А. Преступники как целевая группа операции по приказу № 00447 в Ленинградской области // Сталинизм в советской провинции: 1937-1938. Массовая операция на основе приказа № 00447 / Сост. М. Юнге, Б. Бонвеч, Р. Биннер. — М.: РОССПЭН, 2008. — С. 519.
  12. Пункт VII.3 приказа НКВД № 00447
  13. Marc Jansen, Nikita Petrov. Stalin's Loyal Executioner: People's Commissar Nikolai Ezhov, 1895–1940. — 2002. — P. 181, 189. — 274 p. — ISBN 978-0-8179-2902-2.
  14. Nicolas Werth Histoire d'un «pré-rapport secret». Audaces et silences de la Commision Pospelov, janvier-février 1956 (French). — Paris: Presses universitaires de France, 2001. — ISSN 0751-3496.
  15. Jürgen Zarusky. Stalinscher Terror 1934-41 (нем.). SEHEPUNKTE (2004). Дата обращения: 29 октябрь 2011. Архивировано 26 август 2012 года.
  16. Rolf Binner, Bernd Bonwetsch, Marc Junge. Stalinismus in der sowjetischen Provinz 1937-1938. Die Massenaktion aufgrund des operativen Befehls № 00447. — Berlin: Akademie Verlag GmbH, 2010. — P. 46.
  17. L’ivrogne et la marchande de fleurs: Autopsie d’un meurtre de masse, 1937—1938. — Paris: Tallandier, 2009. — P. 245.
  18. Oleg Khlevniuk. The Reasons for the Great Terror: the Foreign-Political Aspect // Russia in the Age of Wars 1914-1945 / ed. S. Pons. A. Romano. — Milano: Fondazione Feltrinelli, 2000.

Тыуған илгә хыянатсы ғаилә ағзаһы