Пермь өлкәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пермь өлкәһе
Флаг[d]Герб[d]
Flag of Perm Krai.svgCoat of Arms of Perm Krai.svg
Нигеҙләү датаһы 3 октябрь 1938
Рәсми атамаһы Пермская область, Молотовская область һәм Пермская область
Хөрмәтенә аталған Молотов Вячеслав Михайлович
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Пермь
Административ-территориаль берәмек Рәсәй һәм РСФСР
Хөкүмәт башлығы Игумнов, Геннадий Вячеславович[d] һәм Олег Анатольевич Чиркунов[d]
Халыҡ һаны 2 769 805 кеше (2005)
Алмаштырылған Пермь крайы
Алыштырған Свердловск өлкәһе
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1 декабрь 2005[1]
Майҙаны 160 236 км²
Урынлашыу картаһы
Commons-logo.svg Пермь өлкәһе Викимилектә

Пермь өлкәһе (рус. Пе́рмская область) — РСФСР (1938—1991) һәм Рәсәй Федерацияһы (1991—2005) составындағы административ-территориаль берәмек. Майҙаны — 160,6 мең км2. Административ үҙәге — Пермь ҡалаһы.

2005 йылда Коми-Пермяк автономиялы округы менән берҙәм Рәсәй Федерацияһы субъекты булараҡ берләштерелеү һөҙөмтәһендә Пермь крайы тип үҙгәртелә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1938 йылдың 3 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Свердловск өлкәһе составынан бүленеү юлы менән булдырылған. 1939 йылдың 31 майында СССР Юғары Советы өлкә ойоштороуҙы раҫлай[2].

1940 йылдың 8 мартынан 1957 йылдың 2 октябренә тиклем Мо́лотов өлкәһе тип атала[3].

1963 йылдың 1 февралендә Пермь өлкәһендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән яңы райондар селтәре индерелә. 1965 йылдың 12 ғинуарында 13 район ҡайтанан тергеҙелә[4]. 1965 йылдың 4 ноябрендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән Горнозаводск, Еловск һәм Кишерте райондары ойошторола[5]. 1966 йылдың 30 декабрендә РСФСР Ҡораллы Көстәренең Президиумы Указы менән УинскоеУй ауылында Уй районы ойошторола[6]. 1968 йылдың 13 декабрендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән йәнә Оло Соснова районы ойошторола[7].

Рәсәй Президенты В. В. Путиндың 2000 йылдың 13 майындағы 849-сы «Рәсәй Федерацияһы Президентының федераль округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле тураһында»ғы Указына ярашлы, Пермь өлкәһе Волга буйы федераль округына индерелә.

Пермь өлкәһе составына Коми-Пермяк автономиялы округы (1977 йылға тиклем — милли округ) ингән. Рәсәй Конституцияһын ҡабул итеү менән (1993 йыл) Рәсәй Федерацияһының үҙ аллы субъекты булып китә.

2003 йылдың 7 декабрендә референдум үтә, унда Пермь өлкәһе һәм Коми-Пермяк автономиялы округында йәшәүселәр берҙәм Рәсәй Федерацияһы субъекты булараҡ берләштерелеүҙе хуплай. 2005 йылдың 1 декабренән Пермь өлкәһе һәм Коми-Пермяк автономиялы округы ғәмәлдән сығып, Рәсәй Федерацияһының яңы субъекты — Пермь крайы барлыҡҡа килә.

"Рәсәй федерацияһы составында Пермь өлкәһе һәм Коми-Пермяк автономиялы округы берләшеүе һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһында яңы субъект ойошторолоу тураһында " 25.03.2004 № 1-ФКЗ Федераль конституцион законы нигеҙендә берләшеү раҫлана

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР тарҡалыуынан һуң өлкә байтаҡ — 10 % — халыҡ һаны кәмеүен кисерә. 1990—2009 йылдарҙа Кама буйы халҡы 313 меңдән ашыу кешегә кәмегән (3 022 108 кешенән 2 708 419 кешегә ҡалған)[8][9].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://ru.wikisource.org/wiki/Федеральный_конституционный_закон_от_25.03.2004_№_1-ФКЗ
  2. s:Закон СССР от 31.05.1939 об изменении и дополнении статей 22, 23, 77, 78 и 83 Конституции (Основного Закона) СССР
  3. Название Молотовская область присвоено Указом Президиума Верховного Совета СССР «О переименовании города Перми в город Молотов и Пермской области в Молотовскую область». Через месяц Верховный Совет СССР утвердил это решение. Название «Пермская область» возвращено Указом Президиума Верховного Совета РСФСР от 02.10.1957 «О переименовании Молотовской области в Пермскую область и города Молотова в город Пермь».
  4. World Wide Historical Project: Адм.-тер. деление Пермской области
  5. Указ Президиума ВС РСФСР от 04.11.1965 «О преобразовании рабочего поселка Новопашийского в город районного подчинения и образовании некоторых районов в Пермской области»
  6. Указ Президиума ВС РСФСР от 30.12.1966 «Об образовании Уинского района в Пермской области»
  7. Указ Президиума ВС РСФСР от 13.12.1968 «Об образовании Большесосновского района в Пермской области»
  8. Миграция в Пермском крае: опыт анализа на региональном и муниципальном уровнях
  9. Анатолий Вешкин Демографический плюс // «Российская газета» : № 17 (5096) от 28 января 2010. — Пермь, 2010. — С. 13.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

История Пермского края в XX веке