Красноярск эше
Красноярск эше | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Урын | Красноярск |
Башланыу датаһы | 1949 |
Тамамланыу датаһы | 1950 |
Красноярск эше (геологтар эше) — 1949—1950 йылдарҙа СССР-ҙа үткәрелгән тикшереү эше. ҙур геологтар төркөмө Себерҙә уран ятҡылыҡтарын эҙләнеүҙә ваҡытында «файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын күрәләтә йәшереүҙә һәм дөрөҫ булмаған баһалауҙа, ҡоротҡослоҡта» ғәйепләнә. 1954 йылдың мартында ғәйепләүҙәрҙең иҫбатланмауы сәбәпле бөтә геологтар аҡлана. «дело за недоказанностью обвинения производством прекращено», все осужденные геологи были реабилитированы.
Тарихы башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Красноярск эше"нең барлыҡҡа килеүен СССР Атом проектындағы көрсөк менән бәйләйҙәр. Әлеге көрсөк СССР-ҙағы уран сәнәғәт ятҡылыҡтары тураһында мғлүмәттәре етешмәү сәбәбе арҡаһында килеп сыға, улар Көнбайыш һалҡын һуғышты башлағандан һуң совет атом бомбаһын булдырыу буйынса проект өсөн кәрәк була. АҠШ-тың Японияға ҡаршы ҡулланылған атом бомбаһы, совет хөкүмәтенең «Тоталити» планы һәм АҠШ-тың атом ҡоралын ҡулланыу буйынса башҡа пландары тураһында белеүе[1], СССР-ҙа Гитлерға ҡаршы элекке союздаштар менән атом хәрби паритетҡа өлгәшеү өсөн барлыҡ ресурстарҙы ҡулланыу мөһимлеге ята.
Илдә 1945 йылдың авгусынан 1950-се йылдар аҙағына тиклем атом программаһы өсөн уран һәм торий сәнәғәт сеймалын эҙләү проблемаһының ни тиклем киҫкен тороуы хаҡында Дальстрой буйынса ведомство бойороғо һөйләй, сөнки тау идаралыҡтары начальниктарына һәм баш геологтарына үҙ территориялары сиктәрендә уранды эҙләүҙе планлаштырыуҙы башларға ҡушыла, бының өсөн кисекмәҫтән уран минералдарҙы радиоактивлыҡҡа лаборатор тикшереүен башларға. 1 октябрҙән бөтә ГРО һәм РайГРУ-ға уран табыштары тураһында ай һайын отчет әҙерләргә ҡушыла. Уран ятҡылыҡтарын асҡан геологтарға һәм производство етәкселәренә ҙур күләмдәге аҡсалата премия һәм дәүләт наградалары ҡарала[2]
Уран ятҡылыҡтарын асҡан өсөн премиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Постановление СМ СССР No 628-259сс Сов Секретно[3]
«О премиях за открытие новых месторождений урана и тория» Установить для поощрения геологов за открытие новых месторождений урана и тория следующие премии: I. Первая премия Совет Министров Союза СССР Москва Кремль 21 марта 1946 г. И. Сталин |
Эҙләнеү эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эҙләнеү эштәре бөтә ерҙәрҙә лә музейҙарҙа һәм геология ойошмаларының һаҡлағыстарында ятҡан тау тоҡомдары өлгөләрен радиоәүҙемлеккә тикшереүҙәрҙән башлана. Был тоҡомдар төрлө ваҡытта, төрлө урындарҙа, төрлө файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарҙан алынған. Был эш төрҙәренә бик ҙур әһәмиәт бирелә, артабан уран эҙләүәрҙе ойоштороу формаларының береһе була рәсми рәүештә «күмәк эҙләнеүҙәр» атамаһын ала. Хөкүмәт ҡарарҙары һәм положениелары менән СССР-ҙың бөтә геология разведкаһы ойошмаларына бындай эштәрҙе мотлаҡ рәүештә үткәреү йөкмәтелә. Хөкүмәт ҡарарҙары һәм положениеларға ҡабул ителгәс, бөтә ойошма-разведка СССР-ҘЫҢ уларҙы үткәрергә бурыслы.
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр, һунарсылар геологтарға ярҙамға йәлеп ителәләр, 1945 йылда «Правда» гәзитендә хөкүмәттең халыҡҡа, уҡыусыларға, тәбиғәтте өйрәнеү дәрестәре уҡытыусыларына, урындағы мәғдән ятҡылыҡтарын белеүселәргә, старателдәргә, колхозсыларға, артелселәргә, балыҡсыларға, һунарсыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә геологтарға мәғдән һәм минерал сеймалын эҙләүҙә ярҙам итеү буйынса мөрәжәғәтнамә баҫтырылып сығарыла. Уран сәнәғәт ятҡылыҡтарын эҙләү проблемаһы СССР-ҙа 1950-се йылдарҙың икенсе яртыһында ла актуаль булып ҡала, мәҫәлән, «Юный техник» журналында (1956 йылдың октябре) ентекле практик кәңәштәр менән мәҡәлә сыға[4] . Мәҡәләлә «нисек уранды табырға» темаһы буйынса геолог-пионерҙарға ентекле практик кәңәштәр бирелә[5].
Шестакова яҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1947 йылда юрист һәм журналист А. Ф. Шестакова (1904 йылда тыуған) Минусинск ҡалаһына "Правда " гәзите корреспонденты булараҡ килә. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Сурин Н. В.[6] һәм үҙешмәкәр геолог Прохоров И. Г.[7] бөтә инстанцияларға, шул иҫәптән, «Правда» гәзитенә, Красноярск крайында раидоактив мәғдәндәр һәм ауыр металдар мәғдәндәре бар тип хаттар яуҙыралар. Ошо хаттарҙы тикшереү өсөн Шестакова Н. М. Мартьянов исемендәге Минусинск тыуған яҡты өйрәнеү музейы сарлағынан сығарып ташланған геология коллекцияларын ҡарай[8] һәм, уның самалағанлығы буйынса, уран рудаһы өлгөһөн таба, әммә мәғдәнгә элекке (иҫке) «Юлия» баҡыр ятҡылығы эзбизташы тип яҙылған була. Табылған өлгөнө Шестакова тикшереүгә Мәскәүгә билдәле минералог К. А. Ненадькевичкә ебәрә. Өлгөлә 1,5 % уран табыла.
А. Шестакова Сталинға һәм Берияға, шулай «Правда» гәзитенә бер нисә хат яҙғандан, шулай уҡ урындағы геологтарҙың тыуған яҡты өйрәнеүселәр, һунарсылар фекеренә ҡолаҡ һалмауы тураһындағы «сигналдарҙан» һуң СССР етәкселегендә Себерҙә, Алтайҙа (хәҙер Көнсығыш Ҡаҙағстан), Тывала, Минусинск районында һәм Красноярск крайында геологтар тарафынан ауыр һәм һирәк металдар ятҡылыҡтарын йәшереү осраҡтары булыуы тураһында версия барлыҡҡа килә[9][10].
СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы үҙенең 26287-13сс-се ҡарары менән геология эштәре буйынса комитетын уран эҙләү сөсн геолог-эҙләнеү эштәрен тәьмин итеү маҡсатында төп фәнни һәм инженер кадрҙарын йүнәлтеүҙе йөкмәтә. Ошо маҡсаттарҙа 1946 йылдың 1 апрелендә илдең төрлө төбәктәрендә 270 партия, шул иҫәптән 28 геология разведкаһы, 158 эҙләнеү һәм 84 ревизия төркөмдәрен ойоштора. Быға тиклем геология хеҙмәте ил күләмендә бындай күләмдә маҡсатлы ойоштороуҙы белмәй.
1946—1947 йыл Министрҙар Советы уран ятҡылыҡтарын эҙләнеүҙәр һөҙөмтәләрен ҡәнәғәтләндермәҫлек тип таба[11]
Хәлде Ер аҫты байлыҡтары дәүләт комитеттарында ҡайһы бер геологтарҙың ҡаты позицияһы[10][12], шул иҫәптән,Минусинск крайында 20 йыл дауамында эшләгән, Геология комитетының тәжрибәле геологы, «СССР геологияһы» күп томлы баҫманың мөхәррире Я. С. Эдельштейндың фекере ярһыта, сөнки ул ҡәтғи рәүештә Себерҙә уран юҡ һәм уның булыуы мөмкин түгел тип әйтә, әммә геология фәне күҙлегенән был фекер дөрөҫлөккә тап килмәй,[13][14][15][16].
Әммә Министрҙар Советында, СССР атом проекты өсөн уран һәм торийҙы сығарыу буйынса яуаплы Дәүләт именлеге министрлығында, Политбюрола 1947 йылда ҙур ятҡылыҡ табылыуы һәм Красноярск крайында 1948 йылдан алып уран мәғдәнен сығарыу алып барылыуы тураһында, Енисей һыртындағы Усть-Ангара тораҡ пунктында 8 шахта, бер нисә штольняла 900-гә яҡын ирекле ялланған тау эшселәре эшләүе тураһында беләләр[17].
1949 йылдың ғинуарынан сығарыу 1948 йылда асылған Кодар (икенсе исеме — «Мрамор») ятҡылығында ла бара[18][19].
1949 йылдың ғинуарыда Красноярск крайы төньяғында Таймыр уран мәғдәне првинцияһы асылыуы тураһында билдәле була[20] (ҡайһы бер өлгөләрҙә урандың күләме 1,4 %-ҡа тиклем етә) .
Эштең барышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949 йылдың 30 мартында ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының сираттағы ултырышында бер көн тәртибенең бер пунктында П. Н. Поспеловтың һәм А. Ф. Шестакованың Красноярск крайындағы геология разведкаһы торошо тураһында доклады ҡарала. Уның һөҙөмтәһендә Л. П. Берия етәкселегендә комиссия бьулдырыла. Комиссия составына шулай уҡ Маленков, Микоян, В. С. Абакумов, П. А. Захаров, А. Б. Аристов П. Н. Поспелов һәм А. Ф. Шестакова индерелә. Комиссия алдына 10 көн эсендә Геология министрлығында эштәр торошо менән танышырға һәм тейешле саралар күреү, шулай уҡ «СССР МГБ-ның геология ҡоротҡостарын фашлау буйынса эше тураһында» һығымта әҙерләү бурысы йөкмәтелә.
Алдағы көндө, 29 мартта, Томскиҙа Н. Е. Мартьянов[21] һәм О. К. Полетаева[22] ҡулға алына (Красноярск эше буйынса түгел). Икенсе көндө Политбюро ултырышынан һуң, 31 мартта, И. К. Баженов, Э. Д. Томашпольская, А. Г. Вологдин, И. Ф. Григорьев, Ю. М. Шейнманн, Я. С. Эдельштейн, 3 апрелдә — В. Н. Доминиковский һәм 7 апрелдә — Л. И. Шаманский ҡулға алыналар. Бынан һуң ике аҙна ҡулға алынғандар менән «уңышлы» эш үткәрелә. 25 апрелдә Томск профессорҙары А. Я. Булынников, М. И. Кучин, Ф. Н. Шахов улға алыналар.
Тағы ла ике аҙна эш үткәрелә һәм ҡулға алыуҙарҙың өсөнсө, иң ҙур, тулҡыны башлана: Эш һәм тағы ике аҙна барасаҡ, — тип башланғандан һуң, иң ҙур арестов өсөнсө тулҡын: 9 майҙа —В. К.. Котульский, 12 майҙа — В. В. Богацкий, 14 майҙа — Н. Я. Коган, Б. К. Лихарев, Г. М. Скуратов, Ф. Б. Сперанский, В. А. Хахлов һәм башҡалар, 23 майҙа — В. М. Крейтер, 30 майҙа — М. П. Русаков.[6]
Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы А. Г. володин, ГИН директоры академик И. Ф. Григорьев, гелогия министры референты М. И. Гуоевич, Геология министрлығының техник советы рәйесе В. М. Крейтер, Тыва ГРЭ-һы баш геологы Ю. М. Шейнманн; Ленинградта — ВСЕГЕИ хеҙмәткәрҙәре В. Н. Верещагин, В. Н. Доминиковский, Б. К. Лихарев, Я С. Эдельштейн, профессор В. К. Котульский, М. М. Титяев; Томскиҙа — ТПИ һәм ТДУ профессорҙары һәм уҡытыусылары И. К. Баженов, А. Я. Булынников, М. И. Кучин, В. Д. Томашпольская, В А. Хахлов, Ф. Н. Шахов; Иркутскиҙа — Тау-металлургия институты уҡытыусыһы Л. И. Шаманский. Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы М. П. Русаков, ЗСГУ экспедицияһы начальнигы Б. Ф. Сперанский, «Запсибцветметразведка» тресты баш инженеры К. С. Филатов һәм Красноярскиҙан ҙур геологтар төркөмө: В. В. Богацкий, Н. Я Коган, Ю. Ф. Погоня-Стефанович, О. К. Полетаев, А А. Предтеченский, Н. Ф. Рябоконь, Г М. Скуратов һәм башҡалар[23]
СССР геология министры И. Малышевты Кремлгә саҡырып алалар. Сталин менән һөйләшкәндән һуң ул киң инфаркт кисерә һәм минстр вазифаһынан ушатыла, артабан Карелияға Череповец металлургия заводы өсөн мәғдән ятҡылыҡтарын маҡсатлы эҙләнеү эштәрен алып барыу өсөн ебәрелә.
Геология министрлығының намыҫ суды
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тормошҡа ашырылған Намыҫ судтары тураһында мәғлүмәттәр юҡ[24]. Намыҫ судтары ВСЕГЕИ-ның күренекле геологтарына, ЛДУ һәм Тау институты уҡытыусылары ҡарата космополитизм ҡаршы көрәш сиктәрендә үткәрелеүе билдәле — 1949 йылдың майынан һуң, 1949—1950 йылдарҙың көҙ-ҡышында булыуы мөмкин. Ҡатнашыусыларҙың хәтирәләренән күренеүенсә, тикшереү процесы Мәскәүҙә, СССР Геология министрлығының үҙендә һәм «Правда» гәзите мөхәрриәтендә, үткәрелә. процестары тикшерелә, тип һөйләй, Процесҡа күп кенә ҡалалаларҙан геология хеҙмәте белгестәре, профессорҙар, ғалимдар, предприятиелар етәкселәре саҡыртыла, барыһы 200-гә яҡын кеше[25]
Процестың сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тикшереү йыл ярым ваҡытты ала.
Эштең барлыҡҡа килеүенең ысын сәбәбе — 1945—1950 йылдарҙа АҠШ менән ҡаты ҡапма-ҡаршылыҡ шарттарында төҫлө, һирәк һәм радиоактив тәбиғәт ресурстарҙың киҫкен рәүештә етешмәүе[11], геологик эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһеҙ булыуы[19] һәм шул уҡ ваҡытта 1946—1947 йылдарҙа оборона сәнәғәтен уран менән тәьмин итеү өсөн яуаплы ойошмаларҙың ауыр металдар эҙләү һәм разведкалауға дәүләт тарафынан бик күп сығымдар сарыф итеүе[26]
Процестың артабанғы барышы һәм тамамланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР ресурс базаһының үҫешен күҙаллау, стратегик ресурстар буйынса геология разведкаһын планлаштырыу һәм алып барыу өсөн яуаплы булған бер нимүсә күренекле геолог енәйәтсел һалҡын ҡараш күрһәтеүҙә, перспективалы мәғдән төйөрөн яңылыш прогнозлауҙа, файҙалы һирәк һәм радиоактив ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын үҙләүҙәге ҡоротҡослоҡта ғәйепләнә.
Процесс буйынса төп фигуранттарҙың береһе, Уран һәм торий комиссияһының баш геологы Григорьев, мәҫәлән, Алтай ятҡылыҡтарын һәм уларҙың әһәмиәтен яҡшы белә тороп күрәләтә бай металдар ятҡылыҡтарын йәшереүҙә ғәйепләнә".[27]
1950 йылдың октябренә ҡарата, физик һәм психологик баҫым аҫтында, ғәйепләнеүселрҙең бөтәһе лә тиерлек үҙ-үҙҙәренә ҡаршы күрһәтмәләр биреп, ғәйепте үҙ өҫтөнә алалар.
1950 йылдың 28 ноябрендә ғалимдарға СССР МГБ Махсус кәңәшмәһе тарафынан «дөрөҫ баһа бирмәү һәм күрәләтә файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын йәшереү, ҡоротҡослоҡ, шпионаж, контрреволюцион агитация өсөн» улар ситтән тороп ғәйепләнде һәм холоҡ төҙәтеү лагерҙарына төрлө сроктарға (10 йылдан алып 25 йылға тиклем) мөлкәтен конфискациялау һәм хоҡуҡтарҙан мәхрүм итеү менән бергә хөкөм ителде, тип белдерелә[9].
Красноярск эшенә заманса ҡараш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта ҡайһы бер геологтарҙың репрессия йылдарында «яңылыш баһалау һәм стратегик файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын күрәләтә йәшереүҙең» айырым реаль осраҡтары булыуын раҫлаған хәтирәләр, документтар һәм интервьюлар баҫтырылып сыҡты[28] Мәҫәлән, 1948—1952 йылдарҙа Каменское уран ятҡылығының асыу[20], разведкаһы[29] һәм йәшереү тарихы () Красноярск крайы төньяғындағы Таймыр ярымутрауы, Рыбак ҡасабаһы[30][31], Көньяҡ-Көнсығыш Себерҙәге Чита өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында Стрельцов уран ятҡылыҡтарының[32][33], уны үҙләштереү, эшләү тарихының ҡатмарлы яҙмышы[18] һәм Кодар (Ермаков) уран ятҡылығының разведкалауы һәм яһалма рәүештә уның бөтөрөлөүен оҙаҡҡа һуҙыу[19].
Бындай мәғлүмәттәр Красноярск эшенең барлыҡҡа килеү сәбәптәренә, барышына, һөҙөмтәләренә яңы баһалар биреүгә нигеҙ һала.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса үҙгәрештәр эҙемтәләрен геологоразведка практикаһындағы үҙгәрештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР-ҙа Һуғыштан һуңғы йылдарҙа геология практикаһында Үҙәк ревизия партиялары[34] һәм эҙләү-ревизия геология һәм геофизика партиялары ғәмәлдә була, улар территориялар буйынса эҙләнеү-разведкалау эштәрен алып барыу өсөн урындар һайлау менән шөғөлләнә, иҫке ятҡылыҡтарҙың ревизияһын үткәрәләр. Был практика уңышлы була һәм СССР һәм Геология министрлығы ғәмәлдә булған саҡта һаҡланып килә.
Махсус ревизия партиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Красноярск эше менән бер ваҡытта тиерлек яңы геология министры П. А. Захаровтың бойороғона ярашлы ятҡылыҡтар запастарын хаталы баһалау осраҡтарын асыҡлау маҡсатында махсус ревизия комиссиялары булдырыла (ОРП).
Улар аудит, ревизия һәм бойондороҡһоҙ экспертиза үткәрәләр, асыҡланмаған йәки яңылыш күрмәй ҡалынған стратегик сеймаллы ятҡылыҡтарҙы табыу маҡсатында эҙләнеү эштәренең һөҙөмтәләрен тикшерәләр[35]. Үҙҙәренең рапорттарын һәм яҙмаларын улар ПГУ-ға, СССР Геология министрлығына һәм Файҙалы ҡаҙылмалар запастарының (ГКЗ) иҫәп-хисабы буйынса комиссияға ебәрәләр.
ОРП-лар 1949—1959 йылдар дауамында эшләйҙәр, 1959 йылдың йәйенән һирәк металдар (ҡурғаш, вольфрам, молибден, висмут, мышаяҡ, терегөмөш һәм сурьма) һәм радиоактив металдар өсөн яуаплы булған ПГУ, МГБ һәм МВД системаһы үҙгәртеп ҡоролоуы арҡаһында ОРП эшен туҡтатырға һәм уларҙы ведомство аналогтарына үҙгәртеп ҡорорға ҡарар ителә[36]
1949 йылдың 27 декабрендәуран мәғдәнен сығарыу һәм эшкәртеү буйынса ПГУ-ның 1-се идаралығы нигеҙендә Министрҙар Советы эргәһендә Икенсе баш идаралыҡ (ВГУ) булдырыла. ВГУ-ға бер нисә предприятие һәм төҙөлөш тапшырыла. ВГУ менән етәкселек һәм күҙәтеү Махсус комитет башҡара. Тау сәнәғәтен айырып сығарыу, уран табышының ҡырҡа арттырыуға булышлыҡ итә. Уран табышы СССР территорияһында ла, Көнсығыш Европаның «халыҡ демократияһы илдәрендә» лә алып барыла.
1953 йылға уран мәғдәненең табышын арттырыу мәсьәләһе тулыһынса хәл ителә[37]. 1953 йылдың 16 мартында СССР Министрҙар Советы Беренсе һәм Икенсе баш идаралыҡтарын бер идаралыҡҡа берләштереү тураһында ҡарар сығара — СССР Министрҙар Советы эргәһендә Беренсе баш идаралығы (ПГУ).
ПГУ СССР-ҙың атом проектын тәьмин итеү циклы өсөн яуаплы була һәм үҙаллы, геология министрлығынан тыш, бөтә геология этаптарын эксплуатациялауын тәьмин итә. 1953 йылда ПГУ Средмаш итеп үҙгәртелә, унда ла эш ошо практика һаҡланып ҡала.
Геологияла хәүефтәр һәм хаталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949—1950 йылдарҙағы Красноярск эше күп кенә күренекле геологтарҙың яҙмышын боҙоуҙан тыш, геология өлкәһендә күп кенә проблемаларҙы асыҡлай, фән булараҡ геологияны сәнәғәт-ғәмәли геологиянан айырыуын тиҙләтә, Төҫлө металлургия министрлығында, Урта машиналар эшләү министрлығында, СССР нефть сәнәғәте министрлығында махсуслаштырылған ведомстволар барлыҡҡа килеүен нығыта.
Ятҡылыҡтар һәм мәғдән төйөндәр буйынса прогнозлау, эҙләү, геология разведкаһы, баһалау эштәрендә геолог-белгестәрҙең хата хаҡы[38] һәр саҡ бик юғары була һәм тиҫтәләгән һәм йөҙләгән миллион совет һумдары менән иҫәпләнә. .
Мәҫәлән, Кемерово өлкәһендәге Шерегеш, Таҡтағол һәм Тейск ятҡылыҡтарындағы запастар күпкә әҙерәк күрһәтелеүе билдәле, геологтарҙың хатаһы арҡаһында ғәмәлгә индерелгән тимер рудниктарҙың проект ҡеүәттәре бик түбән булып сыға[39]
Әлеге ваҡытта бындай эштәр буйынса ҡарарҙар сығарғанда системалы хәүеф хаталары[40] «иҡтисади геология» дисциплинаһы ярҙамында тикшерелә[41].
1920-се йылдар уртаһынан һәм хәҙерге ваҡытҡа тиклем эҙләнеү, разведкалау һәм прогнозлау эштәре һөҙөмтәләре шикле булған осраҡтарҙа бойондороҡһоҙ аудит һәм экспертиза үткәрелә[42]
Тикшереү эшенә йәлеп ителгән геолгтар яҙмышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949—1950 йылдарҙа алты профессор атып үлтерелә:
- Григорьев И. Ф., Гурвич М. И. геология министры референты), Шаманский Л. И. — суд хөкөмөнә тиклем вафат булалар.
- Эдельштейн Я. С. — хөкөм иғлан ителгәндән һуң Ленинградта төрмә хәстәханаһында вафат була.
- Котульский В. К. — Норильскиға оҙатылған саҡта вафат була.
- Коган Н. Я. — лагерҙа вафат була.
Репрессияланғандар араһында билдәле ғалимдар була[43][44]:
- Баландин Алексей Александрович (1898—1967)
- Богацкий Вячеслав Вячеславович (1913—1981)
- Булынников Александр Яковлевич (1892—1972)
- Вологдин Александр Григорьевич (1896—1971)
- Григорьев Иосиф Фёдорович (1890—1949)]]
- Котульский Владимир Климентьевич (1879—1951)
- Крейтер Владимир Михайлович (1897—1966)
- Кучин Михаил Иванович (1887—1963)
- Погребицкий Евгений Осипович (1900—1976)
- Русаков Михаил Петрович (1892—1963)
- Сафронов Николай Ильич (1904—1982)
- Сперанский Борис Фёдорович (1885—1956)
- Тетяев Михаил Михайлович (1882—1956)
- Хахлов Венедикт Андреевич (1894—1972)
- Шахов Феликс Николаевич (1894—1971)
Хөкөм ителгән геогтарҙың күпселеге язаныСССР-ҙың төрлө остарындағы (Красноярск, Магадан, Норильск, Певек, Воркута лагерҙарында) ғилми-производство «шарашкаларында» үтәй, унда төрлө эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр, перспективалы һәм ғәмәлдә булған уран ятҡылыҡтар һәм рудниктарын разведкалау алып барыла[45].
ОТБ-1-се геология бүлегендә геологтар Булынников, Крейтер, Кучин, Погоня-Стефанович, Русаков, Тетяев, Лучицкий эшләйҙәр. Бүлек начальнигы итеп Мусатов тәғәйенләнә,ул Красноярскиға Загорскиҙан килтерелә. Колымала Баженов, Богацкий, Верещагин, Вологдин, Предтеченский, Рябоконь, Скуратов, Филатов, Шахов, Шейнманн эшләйҙәр. Норильлагка Баландин, Доминиковский, Лихарев, Хахлов эләгәләр. Ҡатын-ҡыҙ-геологтар Полетаева и Томашпольская үҙ сроктарын дөйөм эштәрҙә Мариин лагерҙарында үткәрәләр.
Реабилитациялау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1953 йылда хөкүмәттең күрһәтмәһе буйынса ашығыс рәүештә академик А. А. Баландин Мәскәүгә оҙатыла. Н. Д. Зелинскийҙың ярҙамы менән уны вазифаһында тергеҙәләр, наградаларын һәм званиеларын ҡайтаралар, фатир менән тәьмин итәләр. 13 июндә академик званиеһында тергеҙелә.
1954 йылда йәмәғәтселек баҫымы аҫтында зыян күргән геологтарҙың юридик реабилитациялауы башлана. 1950 йылдың 28 октябрендәге суд ҡарары 1954 йылдың 31 мартында һәм 10 апрелендә енәйәт составы булмауы сәбәпле юҡҡа сығарыла.
Репрессияланған геолог-ғалимдар вазифаларында тергеҙелә, уларға ғилми дәрәжәләре һәм наградалары ҡайтарыла, партияла стаж һаҡланыу шарты менән тергеҙеләләр .
1956 йылдың 26 октябрендә Ппартия контроле комиссияһы ултырышында В. М. Крейтерҙың Н. С. Хрущев исеменә бирелгән ғаризаһы ҡарала[46]. Комиссияға шулай уҡ А. Ф. Шестакова саҡырылаү[6]. Шестакова КПСС-тан сығарыла.
Шестакова өлгөһөн ҡабаттан тикшереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000-се йылдар уртаһында Үҙәк Себер геология музейында һаҡланған 23-се өлгө ҡабаттан тикшерелә[10], тикшереү һөҙөмтәһендә өлгөлә уран-ванадий минералдары — карнотит һәм тюямунит табыла. Өлгө билдәле Урта Азия уран ятҡылыҡтарынан килеп эләгеүе ихтималығы тураһында фекер әйтелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Таких как: «Пинчер» (1946 г.), «Бройлер» (1947 г.), «Бушвэкер» (1948 г.), «Кранкшафт» (1948 г.), «Хафмун» (1948 г.), «Флитвуд» (англ. Fleetwood, 1948 г.), «Когвилл» (1948 г.), «Оффтэк» (1948 г.), «Чариотир» (англ. Charioteer — «Колесничий», 1948 г.), «Дропшот» (англ. Dropshot, 1949 г.), «Троян» (англ. Trojan, 1949 г.).
- ↑ Бацаев И. Д. Особенности промышленного освоения Северо-Востока России в период массовых политических репрессий (1932—1953). Дальстрой. Магадан: СВКНИИ ДВО РАН,217 с. (1932—1953). 2002
- ↑ Атомный проект СССР. Документы и материалы. В 3-х тт. Т. 2, кн. 6. Атомная бомба, 1945—1954. — М.: Наука, Физматлит; Саров : ВНИИЭФ, 2006. — 894 с. — ISBN 5-85165-402-3, ISBN 5-02-015265-X
- ↑ Как искать уран // журн. Юный техник, 2/1956, октябрь
- ↑ … отрядом из «10 юных геологов» при помощи 10 геологических молотков, радиометров РП-1 и РМ-1, 2 самодельных солнечных люминоскопов, электрометра и паяльной трубки с принадлежностями для сухого химического анализа". Именно таким «пионерским» способом в районе Кавминвод в 1944—1945 гг. вблизи перевала «Волчьи ворота» на горе Бештау, была зафиксирована видимая люминесценция урановой минерализации, а четыре года спустя месторождение Бештау было разведано и передано в эксплуатацию. В 1949 году там же на горе Бык было выявлено урановое рудопроявление, которое после разведки было переведено в разряд месторождений и передано в эксплуатацию
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Некос В. В., Грек А. Г., Совлук В. И., Красноярское дело. MГЦС, г. Красноярск 2019 йыл 10 ғинуар архивланған.
- ↑ Домаренко В. А., Рихванов Л. П. Очерки по истории изучения радиоактивности и становлении урановой геологии в Центральной Сибири. Очерк первый. Истоки // Известия Томского политехнического университета. 2007. Т. 311. № 1
- ↑ Первичный анализ протоколов партсобраний и планы работы парторганизаций Минусинского государственного музея <за 1947—1952 гг.>. Совлук Е. В. Красноярск, 2009 2019 йыл 3 февраль архивланған.
- ↑ 9,0 9,1 «Красноярское дело» геологов 1949 года 2019 йыл 7 сентябрь архивланған. — Мемориал.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Охотники за ураном — Красноярское дело геологов. Документальный фильм, 2014. Реж. Мария Вингард
- ↑ 11,0 11,1 Путь к урану. Сб. статей. Ред группа: В. П. Зенченко, В. О. Меншин, В. Н. Низовский, А. И. Усманов. типография Сосновского ордена Ленина ПГО; Иркутск, 1991 г.
- ↑ Атомный век: норильский след / [авт.-сост. Михаил Важнов. — Москва : Полярная звезда, 2009] . — 559 с. : ил. ; 22 см. — ISBN 978-900657-15-7
- ↑ См. Таракские россыпи: поселок Таежный в Атомном проекте СССР / Геннадий Волобуев; [ред.-сост. Л. М. Волобуева]. — Издание 2-е, дополненное. — Красноярск : Буква Статейнова, 2013. — 255 с. : ил. — Загл. обл. : Таракские россыпи. — ISBN 978-5-91396-058-0
- ↑ https://poznayka.org/s74787t1.html
- ↑ https://www.rbc.ru/rbcfreenews/20090305204929.shtml 2019 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Эта превалирующая в советской геологии тех лет точка зрения в отношении Сибири серьёзно поменяла направление поисковых и разведочных работ на уран в стране.
- ↑ Природная радиационная аномалия на территории Усть-Ангарского уранового месторождения. Григорьев А. И., Чечёткин В. А., Ревяко Ю. С., Коваленко В. В., Собянина Е. В.. «ГЕОЛА», ФБУЗ «Центр гигиены и эпидемиологии в Красноярском крае», ФГУП «Госцентр „Природа“»
- ↑ 18,0 18,1 Добыча велась силами Борлаг, к высокогорной геологоразведке были привлечены советские промальпинисты-спортсмены, подробнее см. «Пахарькова Любовь Яковлевна (30.10.1917 — 15.02.1968)» // газ. «Новый ГОРОД» № 9 (453), 27 февраля 2008 г., город Саров Нижегородской области.
- ↑ 19,0 19,1 19,2 Свиньин В. Ф. Геологи в атомном проекте СССР. ч.2. 1946—1953 // жур. Геология и минерально-сырьевые ресурсы Сибири, 2-2010, ISSN 2078-0575
- ↑ 20,0 20,1 Романенко Ф. А.. Как появились «острова ГУЛАГа» // «Враги народа» за Полярным кругом: сборник статей / С. А. Ларьков, Ф. А Романенко, изд. Паулсен, 2010, c.352 и далее
- ↑ Во многих публикациях по Красноярскому делу ошибочно указывается, что арест Н. Е. Марьянова произведён в рамках общего процесса. Это не соответствует действительности. Суд в Томске состоялся 11 июля 1949. Мартьянов признал себя виновным «частично» и просил о снисхождении так как имел двух малолетних детей. Томский областной суд вынес решение о том, что обвинение Н. Е. Мартьянова по статье 58-10 УК РСФСР доказаны и вынес приговор — 25 лет заключения в ИТЛ Воркуты с последующим поражением пятилетним в правах и конфискацией имущества. Решением Судебной коллегии по уголовным делам Верховного Суда РСФСР от 23.12.1955 срок заключения снижен до 6 лет; освобожден 19 января 1956 года. Полностью реабилитирован 28.09.1960 постановлением Президиума Верховного Суда РСФСР за отсутствием состава преступления. См. Мартьянов Николай Евгеньевич, биография
- ↑ Полетаева Ольга Константиновна, биография 2019 йыл 14 ғинуар архивланған. и жур. Геология и геофизика, т. 41, № 7, с. 1078—1079. Изд-во Сибирского Отд-ния АН СССР, 2000
- ↑ А. Я. Пшеничкин, Л. П. Рихванов РЕПРЕССИРОВАННЫЕ ГЕОЛОГИ — ВЫПУСКНИКИ И СОТРУДНИКИ ТОМСКОГО ПОЛИТЕХНИЧЕСКОГО // Известия Томского политехнического университета. 2008. Т. 312. № 1
- ↑ Есаков В. Д. О сталинских судах чести в 1947—1948 гг. // Труды Отделения историко-филологических наук РАН. 2006 год. М., «Наука». 2007. С. 545—562
- ↑ Некос В. В., Грек А. Г., Совлук В. И., Красноярское дело. MГЦС, г. Красноярск 2019 йыл 10 ғинуар архивланған.
- ↑ Атомный проект СССР. Документы и материалы. Т.1. 1938—1945. Ч.1-2, Т.2 Атомная бомба 1945—1954 гг. Кн. 1-7, Т.3. Водородная бомба. 1945—1956. Кн. 1-2, Справочный том. Год: 1998—2010, Изд.: МФТИ, Саров: РФЯЦ-ВНИИЭФ, М.: ФИЗМАТЛИТ, ISBN 5-02-015007-X, ISBN 5-02-015008-8 (т. I,ч.1), ISBN 5-89155-095-4 (т1.ч.2), ISBN 5-85165-402-3 (T.II; Кн.1), ISBN 5-85165-402-3 (T.II; Кн. 2), ISBN 5-85165-402-3 (T. II; Кн. З), ISBN 5-9221-0263-X (T. II; Кн. З), ISBN 5-85165-402-3 (T. II; Кн.4), ISBN 5-9221-0263-X (Т. II; Кн. 4), ISBN 5-85165-402-3 (т.2, Кн.5), ISBN 5-9221-0622-8 (т.2, Кн.5), ISBN 5-85165-402-3 (T. II; Кн. 6), ISBN 5-02-015265-X (T. II; Кн. 6), ISBN 978-5-9221-0855-3 (T. II; Кн. 7), ISBN 978-5-9221-1026-6 (T. III; Кн. 1), ISBN 978-5-9221-1157-7 (T. III; Кн. 2), ISBN 978-5-9221-1284-0 (справочный том)
- ↑ газ. Казахстанская правда, 30 января 2004, респ. Казахстан
- ↑ Провал с ураном на Каменском месторождении (Таймыр)
- ↑ см. пьесу А. Галича «Вас вызывает Таймыр», 1947-48, и её экранизацию, 1970 г.
- ↑ Мирошников Л. Д.. Воспоминания, посвященные 50-летию открытия Каменского уранового месторождения (южная оконечность полуострова Челюскин) в Центральной Арктике // Очерки по истории открытий минеральных богатств Таймыра / Рос. геол. о-во, Таймыр. отд-ние; под общ. ред. А. Г. Самойлова. — Новосибирск : Издательство Новосибирского университета, филиал «Гео» СО РАН, 2001. — 265, [1] с. : ил. ; 29 см, с. 177 и далее.
- ↑ Казанский В. И. Уникальный Центрально-Алданский золотоурановый рудный район (Россия) // Геология рудных месторождений. — 2004. — т.46, № 3. — С. 195—211
- ↑ Длительность и многоэтапность поиска разными группами геологов, влючившая и несколько этапов приостановки работ из-за «неправильной оценки» перспективного рудопроявления, последующего возобновления разведки привели к тому, что право приоритета открытия Стрелковского месторождения длительно оспаривалось геологами между собой. Само место будущего уранового месторождения было известно ещё с 1919 г. как месторождение флюорита, заявку на него оформили местные охотники братья Стрельцовы в рамках пропагандируемого государством для помощи геологам «массового поиска». Постановлением ЦК КПСС и Совета министров Союза ССР от 13 апреля 1970 года присуждена Ленинская премия Гагарину Г. П., Зенченко В. П., Ищуковой Л. П. Рогожину А. П., Рогову Ю. Г., Степанову В. М. за открытие Стрельцовкого уранорудного узла.
- ↑ Интервью В. П. Зенченко, первооткрывателя Стрельцовкого уранового месторождения, лауреята Ленинской премии 1970 г., присужденной ему в числе других геологов за открытие этого уранового месторождения // Нехаев О. Урановый человек. «… Я знаю людей, которые всю жизнь искали и так ничего и не нашли. Ведь геолог в поисках всегда один на один с самим собой. У некоторых даже прибор „трещал“, извещая об уране. Но они находили удобное объяснение, что это „ничего не значащая породная аномалия“. А нужно было копать, вгрызаться в землю, чтобы действительно убедиться в отрицательном результате. Но, кроме желания, нужны еще и знания, чтобы уметь масштабно мыслить. — Правда ли, что Стрельцовское месторождение могли открыть значительно раньше? — Еще в 1955 году я дал оценку урановых проявлений в Стрельцовском прогибе, где расположен сейчас Краснокаменск и работает Приаргунский урановый комбинат. В нашем отчете тогда появилась запись о необходимости сосредоточения там работ. А через год пришли другие люди… И дали отрицательное заключение. Мол, рудопроявление слабое и не заслуживает внимания. Они были тогда более авторитетными, и им поверили. А в 1962 году меня вновь назначили начальником поисково-разведочной партии в тот самый Приаргунский район. Но теперь у меня в распоряжении были и самолеты, и буровые вышки. Я мог принимать решения. Перед этим я ряд других месторождений уже успел открыть. Правда, работы запланировали вести не в „моем“ месте. Я сказал: плевал я на этот проект — и сосредоточил все силы там, где считал нужным. „Забурили“ вышку. Керн оказался урановым. Поставили еще две вышки. Забурились. Но в тот же день приходит приказ, и за мою нахрапистость отправляют меня на Север, на подземные работы. Я говорю: как же так? Рудой ведь пахнет! А мне отвечают: ты на Север ехать не хочешь. Трус! Трудностей испугался. Ну я и поехал. Через неделю в „моем“ месте все работы свернули. Трубы из земли вытащили. Участок ликвидировали. И начали работать по прежнему проекту. А потом, когда все подтвердилось и стало ясно, что найдена хорошая урановая руда, начальник нашей Сосновской экспедиции Степанов вернул меня обратно. Потом он признался, что таким образом восстанавливал справедливость. Была специально создана поисково-разведочная партия номер 32, которую я и возглавил. Это было самая крупная партия Советского Союза. Затем ее усилиями была выявлена целая серия урановых месторождений в Стрельцовском прогибе.»
- ↑ См. Постановление СМ СССР № 2802-892сс/оп о премировании геологов Центральной ревизионной партии за открытие в 1946 г. Криворожского месторождения урана.
- ↑ Репрессированные геологи / Л. П. Беляков, E. M. Заблотский, Министерство природных ресурсов, М. — Санкт-Петербург, ВСЕГЕИ, 1999, с. 426; Охрана труда и социальное страхование, вып. 1-6, Профиздат., 1999, с. 56; 300 лет спустя: сборник статей / Г. С. Иванов, Якутск, «Ахсаан», сс. 97, 104, 151; Поморская энциклопедия в 5 тт., т. 2: Природа Архангелского Севера / Н. П. Лаверов, Поморский международный педагогический университет имени М. В. Ломоносова. Ломоносовский фонд, Поморский научный фонд, Поморский гос. университет им. М. В. Ломоносова, 2007, с. 125—127
- ↑ См. отчёты Особых ревизионных партий за 1949—1959 г. 2019 йыл 28 ғинуар архивланған.; Список отчётов по обнаруженных рудопроявления редких элементов по Приморскому краю Особой ревизионной партии за 1955 г. и т. д..
- ↑ После получения приказа из ПГО, убедившегося, что оборонная промышленность обеспечена стабильным запасами урановых руд, и их добычей, работы на Бутыгычанском урановой руднике и ГОКе в Магаданской области, и Северном рудниках и ГОКе на Чукотке были остановлены прямо посреди рабочей смены, рудники и ГОКи брошены без консервации.
- ↑ Предельно точно существовавшую систему личной ответственности в промгеологии первых послевоенных и военных лет показал геофизик и писатель Олег Куваев в романе «Территория»: «Что дальше? Необходима новая золотоносная провинция. Государство обязано рискнуть десятком-другим миллионов.
— Оно рискнет. Но ты лично рискуешь всем. В случае неудачи государство потеряет десяток миллионов. Ты потеряешь все. Тебя не будет.» // Куваев О. М. Территория. Приведённый эпизод полностью раскрывает истинные причины возбуждения следственных дел в отношении геологов по «Красноярскому делу». - ↑ жур. Вопросы экономики, № 1, 1958, с.18
- ↑ Чумаченко Б. А., Власов Е. П., Марченко В. В. Системный анализ при геологической оценке перспектив рудоносности территорий. М., Недра, 1980
- ↑ Ампилов Ю. П., Герт А. А. Экономическая геология. — М., МГУ, Геоинформмарк, 2006
- ↑ Агапитов Д. Д., Читалин А. Ф., Шенгелов А. Р. Интеллектуальный геологический супервайзинг при поисково-разведочных работах // журн. Минеральные ресурсы России. Экономика и управление, № 2, 2017 2019 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ РЕПРЕССИРОВАННЫЕ ГЕОЛОГИ
- ↑ Репрессированные геологи
- ↑ Зеляк В. Г. Пять металлов Дальстроя: история горнодобывающей промышленности Северо-Востока России в 30-50-х гг. ХХ в. Магадан, Кордис, 2004
- ↑ Крейтер Д. С., Аристов В. В., Трофимов Н. Н. Крейтер Владимир Михайлович. — М.,1997. — 120 с. : портр., ил.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атомный век: норильский след / [авт.-сост. Михаил Важнов. — Москва : Полярная звезда, 2009] . — 559 с. : ил. ; 22 см. — ISBN 978-900657-15-7
- Атомный проект СССР. Документы и материалы. В 3-х тт. Т. 2, кн. 6. Атомная бомба, 1945—1954. — М.: Наука, Физматлит; Саров : ВНИИЭФ, 2006. — 894 с. — ISBN 5-85165-402-3, 5-02-015265-X.
- Свиньин В. Ф. Геологи в атомном проекте СССР. ч.2. 1946—1953 // жур. Геология и минерально-сырьевые ресурсы Сибири, 2-2010, ISSN 2078-0575
- Свиньин В. Ф. Геологи в атомном проекте СССР. ч.1. 1940—1946 // жур. Геология и минерально-сырьевые ресурсы Сибири, 1-2010, ISSN 2078-0575
- Домаренко В. А., Рихванов Л. П. Очерки по истории изучения радиоактивности и становлении урановой геологии в Центральной Сибири. Очерк первый. Истоки // Известия Томского политехнического университета. 2007. Т. 311. № 1
- Домаренко В. А., Рихванов Л. П., Молчанов В. И., Поцелуев А. А. Очерки по истории изучения радиоактивности и становлении урановой геологии в Центральной Сибири. Очерк второй // Известия Томского политехнического университета. 2008. Т. 312. № 1
- А. Я. Пшеничкин, Л. П. Рихванов РЕПРЕССИРОВАННЫЕ ГЕОЛОГИ — ВЫПУСКНИКИ И СОТРУДНИКИ ТОМСКОГО ПОЛИТЕХНИЧЕСКОГО // Известия Томского политехнического университета. 2008. Т. 312. № 1
- Репрессированные геологи / Л. П. Беляков, E. M. Заблотский, Министерство природных ресурсов, М. — Санкт-Петербург, ВСЕГЕИ, издание 3-е, испр. и доп. 1999, с. 426
- Грек О. Жестокий уран. Фрагменты книги. // газ. «30 октября», 41, 2004 2019 йыл 25 декабрь архивланған.
- Репрессированные геологи. Биографические материалы, 2-е изд. — М., СПб., 1995.
- Грек, Олесь Григорьевич. «Красноярское дело» геологов (1949—1954 гг.) / О. Г. Грек. — С .231-234 // Мартьяновские краеведческие чтения / Минусин. регион. краевед. музей им. Н. М. Мартьянова. — Красноярск : КГПУ, 1999 — Вып. 6 : (2008—2009 гг.) / [отв. за вып. Н. А. Голованенко; редсов.: Л. Н. Ермолаева и др.]. — 2010. — 391 с. : ил.;
- Таракские россыпи: поселок Таежный в Атомном проекте СССР / Геннадий Волобуев; [ред.-сост. Л. М. Волобуева]. — Издание 2-е, дополненное. — Красноярск : Буква Статейнова, 2013. — 255 с. : ил. — Загл. обл. : Таракские россыпи. — 500 экз.. — ISBN 978-5-91396-058-0
- Геологи и горные инженеры. Нефтяники : [энциклопедия] : в 3 т. / А. И. Мелуа; под ред. Н. П. Лаверова. — Москва ; Санкт-Петербург : Гуманистика, 2003 — . — (Биографическая международная энциклопедия «Гуманистика»).