Ленинград эше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ленинград эше
Кем хөрмәтенә аталған Ленинград[d]
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек СССР
Урын Санкт-Петербург
Башланыу датаһы 1949
Тамамланыу датаһы 1951

«Ленинград эше» — 1940-сы йылдар аҙағындағы — 1950-сы йылдар башындағы СССР-ҙа РСФСР партия һәм дәүләт етәкселәренә ҡаршы суд процестары серияһы. ВКП(б)-ның Ленинград өлкә, ҡала һәм район ойошмалары етәкселәре, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Ленинградтан Мәскәүгә һәм башҡа өлкә партия ойошмаларына эшкә ебәрелгән барлыҡ тиерлек совет һәм дәүләт эшмәкәрҙәре репрессия ҡорбандарыбулалар. ,Ҡулға алыуҙар Ленинградта ла, шулай уҡ бөтә ил буйынса үткәрелә: Мәскәү, Горький, Мурманск, Симферополь, Новгород, Рязань, Псков, Петрозаводск, Таллин ҡалаларында.

Процестарҙың беренсеһендә ғәйепләнеүселәр иҫәбендә булалар:

  • Кузнецов Алексей Александрович — ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары ;
  • Попков Петр Сергеевич — ВКП(б)-ның Ленинград ҡала өлкә комитеты беренсе секретары ;
  • Вознесенский Николай Алексеевич — СССР Госпланы рәйесе;
  • Капустин Яков Федорович — ВКП(б)-ның Ленинград ҡала комитеты икенсе секретары;
  • Лазутин Петр Георгиевич — Ленгорисполком рәйесе;
  • Родионов Михаил Иванович — РСФСР-ҙың Министрҙар советы рәйесе;
  • Турко Иосиф Михайлович — ВКП(б)-ның Ярославль өлкә комитетының беренсе секретары;
  • Михеев Филипп Егорович — ВКП(б)-ның Ленинград өлкә һәм ҡала комитетының эштәр идаралығы начальнигы;
  • Закржевская Таисия Владимировна — ВКП(б)-ның Ленининград өлкә комитетының партия, профсоюз һәм комсомол органдары бүлеге мөдире.

Тикшереү барышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ВКП(б)-ның Ленинград өлкә комитеты етәкселәрен Бөтә Союз коммунистик партияһына ҡаршы тороусы Рәсәй коммуниистик партияһын төҙөргәһәм ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты менән ҡаршы тороуға маташыуҙа ғәйепләйҙәр.

«Сталин И. В. РКП(б)-ны булдырыуға ҡырҡа ҡаршы була. Күрәһең, ул Рәсәй компартияһы, башҡа союздаш компартияларҙан айырмалы рәүештә, үҙәк партия етәкселегенә ҡурҡыныс тыуҙырыуынан ҡурҡҡан. Бер нисә көндән Политбюро Ленинград коммунистарын вазифаларынан бушатыу һәм Ленинград партойошмаһы сафтарында тәртип булдырыу буйынса ҡарар ҡабул итә»[1].

Бөтә Рәсәй күмәртә йәрминкәһе үткәрелеүе Ленинград эшен асыу өсөн һылтау ғына була. Йәрминкә тураһындағы белдереү йыйылған компроматҡа өҫтәмә генә була. Ленинград партия ойошмаһын 1948 йылдың декабрендәге конференцияла яңы етәкселәрҙе һайлау барышында боҙоп күрһәтеүҙә ғәйепләйҙәр[2]

ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары Г. М. Маленков А. А. Кузнецовты һәм РСФСР-ҙың Министрҙар советы рәйесе М. И. Родионовты, ВКП(б)-ның Ленинград өлкә һәм ҡала комитеты секретарҙары П С. Попковты һәм Я Ф. Капустинды йәрминкәне Үҙәк Комитеты һәм хөкүмәттең рөхсәтенән тыш үткәреүҙә ғәйепләй.

СССР-ҙың Министрҙар советы бюроһы Г. М. Маленков рәйеслеге аҫтында «Сауҙаны яҡшыртыу буйынса саралар тураһында» ҡарар ҡабул итә. Ҡарарҙа әйтелә: «1948 йылдың ноябрь-декабрендә өлкә-ара күмәртә йәрминкәләрен үткәрергә, йәрминкәләрҙә артыҡ тауаҙы һатыу ҡарала, йәрминкәлә сәнәғәт тауарҙарын бер өлкәнән икенсе өлкәгә ирекле рәүештә индереҙе рөхсәт итергә». Ҡарарҙы үтәү маҡсатында СССР-ҙың Сауҙа министрлығы һәм РСФСР-ҙың Министрҙар советы Ленинградта декабрҙең 10-нан 20-нә тиклем Бөтә Рәсәй күмәртә йәрминкәһен үткәрергә ҡарар итәләр һәм Ленинград ҡала башҡарма комитетын а уны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә практик ярҙам күрһәтеүҙе йөкмәтәләр. 1949 йылдың 13 ғинуарында йәрминкә ваҡытында РСФСР-ҙың Министрҙар советы рәйесе М. И. Родионов Г. М. Маленков исеменә Ленинградта союздаш республикаларҙың сауҙа ойошмалары ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй күмәртә йәрминкәһе асылыуы тураһында хәбәр итә.

1949 йылдың 15 февралендә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы «ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ағзаһы иптәш А. А. Кузнецовтың һәм ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидаттары М. И. Родионовтың һәм П. С. Попковтың партияға ҡаршы ғәмәлдәре тураһында» ҡарар ҡабул итә. Өсөһө лә биләгән вазифаларынан бушатыла.

Н. А. Вознесенскийҙы ғәйепләү өсөн СССР-ҙың Госснабы рәйесе урынбаҫары М. Т. Помазневтың СССР-ҙың Госпланы 1949 йылдың беренсе кварталына сәнәғәт етештереүе планын түбәнәйтеү тураһында докладной яҙыуы һылтау була.

1949 йылдың 22 февралендә Ленинград партия өлкә һәм ҡала берләшкән пленумы үткәрелә, унда Г. М. Маленков 1949 йылдың 15 февралендәге ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ҡарары тураһында хәбәр итә. Сығыш яһаусыларҙың береһе лә партияға ҡаршы төркөмө тураһында бер ниндәй ҙә факт килтермәй, тик П. С. Попков һәм Я Ф. Капустин ғына уларҙың эшмәкәрлеге партияға ҡаршы характерҙа булғанын таный. Уларҙың артынса башҡа сығыш яһаусылар ҙа булмаған хаталарын таный башлай. Өлкә һәм ҡала комитеттарының берләшкән пленумы ҡарарында А. Кузнецов, М. И. Родионов, П. С. Попков, Я Ф. Капустин партияға ҡаршы төркөмдә булыуында ғәйепләнәләр.

1949 йылдың йәйендә «Ленинград эше» тип исемләнгән эштең яңы этабы башлана. Абакумов һәм ул етәкләгән СССР МГБ-ы ның хеҙмәткәрҙәре А. А. Кузнецовты, М. И.. Родионовты һәм ВКП(б)-ның Ленинград өлкә ойошмаһы етәкселәрен контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләйҙәр. Ҡулға алыуҙар тураһында күрһәтмәләр бирелә, улар 1949 йылдың июленән башлана.

Эштән бушатыу, партия һәм енәйәт яуаплылығына йәлеп итеү, суд процестары тураһында матбуғатта хәбәр ителмәй.

Йылдан ашыу ҡулға алынғандарҙы допростарға һәм язаларға дусар итәләр. Бөтә хөкөм ителгәндәр Ленинград партия ойошмаһын партияның Үҙәк Комитетына ҡаршы ҡуйыуға һәм айырыуға, уны ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты менән көрәшеү өсөн терәккә әүерелдереүгә йүнәлтелгән партияға ҡаршы төркөм төҙөүҙә һәм ҡоротҡос эште алып барыуҙа ғәйепләнә[3]. Физик юҡҡа сығарыу буйынса мәсьәлә процесҡа тиклем үк хәл ителгән була, суд Ленинградтағы Офицерҙар йортонда 1950 йылдың 29-30 сентябрендә уҙғарыла. Нәҡ «ленинградсылар» өсөн СССР-ҙа ҡабаттан үлем язаһы тергеҙелә[4][5][6]. 1947 йылда үлем язаһы илдә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы бөтөрөлә. Әммә Ленинград эшен тикшереү барышында 1950 йылдың 12 ғинуарында «Ватан хыянатсыларына, шпиондарға һәм ҡоротҡос-диверсанттарға» ҡарата үлем язаһының тергеҙеүе башлана. Үлем язаһы ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ҡарары («Партияға ҡаршы ғәмәлдәр тураһында…») сығыуынан өс көн алда индерелә, шулай итеп, ике факт араһында бәйләнеш булыуы күҙаллана.

1950 йылдың 1 октябрендә, төнгө сәғәт 2:00-лә, хөкөм ҡарары иғлан ителгәндән һуң, А. Вознесенский, А А. Кузнецов, М. И. Родионов, П. С. Попков, Я Ф. Капустин, П. Г. Лазутин атып үлтерелә. Уларҙың кәүҙәләре йәшерен рәүештә Ленинград тирәһендәге Левашов ташландыҡ ерендә ерләнә. И. М. Турко, Т. В. Закржевская һәм Ф. Е. Михеев оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә ултыртыла.

«Үҙәк төркөмөн» баҫтырғандан һуң «Ленинград эше» буйынса суд процестарында ҡалған кешеләргә хөкөм сығарыла. Мәскәүҙә 20 кеше атып үлтерелә. Г. Ф. Бадаев, М.. В. Басов, В О. Белопольский, А А. Бубнов, А И. Бурилин, А Д. Вербицкий, М.. А. Вознесенский, А А. Вознесенский, В П. Галкин, В Н. Иванов, П. Н. Кубаткина, П. И. Левин, М.. Н. Никитин, М.. И. Соловьев, Н. В. Соловьев, П. Т. Талюш, И. С. Харитонов Дон монасытыры зыяратында ерләнә[7].

Музейға инеү урыны (2007 йылдың йәйе)

Ленинград университетында, Ленин музейының Ленинград филиалында[8], Ленинградском музее революции[9] һәм Ленинградты обороналау музейында ла тулыһынса ҡыйралыш үткәрелә.

Шулай уҡ репрессияларға профсоюз, комсомол һәм хәрби хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, ижади интеллигенция вәкилдәре (Ленинград ғалимдары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ленинград эше менән бәйле булмаған, айырым эштәр буйынса хөкөм ителгән). Ленинградсыларҙан тыш, репрессияларға А. А. Ждановтың командаһында булыусы тип иҫәпләнгәндәр, Карелия етәкселәре Г. Н. Куприянова һәм В М. Виролайнен дусар ителә.

Ҡулға алыуҙар артабан да дауам итә. 1952 йылдың август айында оҙайлы сроктарға ҡаланың Смольный, Дзержинский һәм башҡа райондарынан фальсификацияланған «эш» буйынса блокада осорондағы партия райкомдары секретарҙары һәм райисполком рәйестәре булған 50-нән ашыу кеше иркенән мәхрүм ителә.

СССР-ҙың эске эштәр министрлығы министры С. Н. Кругловтың һәм уның урынбаҫары И. А. Серовтың докладной яҙмаһынан:

«Барыһы 214 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән төп ғәйепләнеүселәрҙән 69 кеше һәм уларҙың яҡын һәм алыҫ туғандары араһынан 145 кеше. Бынан тыш, 2 кеше судҡа тиклем төрмәлә вафат була. 23 кеше хәрби коллегияһы тарафынан юғары үлем язаһына (атып үлтереүгә) хөкөм ителә»[10].

Эште ҡайтанан ҡарау ваҡытында «Ленинград эше» буйынса хөкөм ителгәндәрҙең туғандарын аҡлау тураһында тәҡдим яһала. 1953 йылдың 10 декабрендәге СССР-ҙың МВД етәкселәре С. Н. Кругловтың һәм И. А. Серовтың докладной яҙыуында «абсолют күпселегендә уларҙы енәйәт яуаплығына тарттырыу йәки Себерҙең алыҫ райондарына һөргөнгә ебәреү өсөн етди нигеҙ булмаған», тип раҫлана.

Мәҫәлән, СССР МГБ-һы Ленинград өлкә комитеты секретары Г. Ф. Бадаевтың 67-йәшлек әсәһе һәм үҙ аллы йәшәгән йәшәгән ике апа-һеңлеләре 5 йылға һөргөнгә ебәрелә. Ленинград ҡала башҡарма комитеты секретары А. А. Бубновтың 72-йәшлек атаһы, 66-йәшлек әсәһе, ике ағаһы һәм ике апаһы һөргөнгә ебәрелә.

1949—1952 йылдарҙа Ленинградта һәм Ленинград өлкәһендә генә 2000-дән ашыу кеше партиянан сығарыла һәм эштән бушатыла[11].

Эште ҡайтанан ҡарау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1954 йылдың 30 апрелендә СССР-ҙың Юғары суды «Ленинград эшен» ҡабаттан ҡарай һәм уның буйынса хөкөм ителгән кешеләрҙе реабилитациялай, ә 3 майҙа КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумы «Кузнецов, Попков, Вознесенский һәм башҡалар эше тураһында» ҡарарын ҡабул итә:[12].

…Абакумов һәм уны яҡлаусылар яһалма рәүештә был ғәмәлдәрҙе ойошторолған советтарға ҡаршы хыянатсыл төркөмөң ғәмәлдәре тип күрһәтәләр һәм туҡмауҙар һәм язалауҙар аша ҡулға алынғандарҙан уйҙырма күрһәтмәләр биреүгә өлгәшәләр…

1997 йылдың 17 декабрендә Рәсәй Федерацияһының Юғары суды Президиумы РФ[13] ҡарар итә:

Абакумов һәм уның хеҙмәткәрҙәре […] Ленинград эше тип исемләнгән эште булдыралар. 1950 году Абакумов «Ленинград эше» буйынса хөкөм ителгәндәрҙең ғаилә ағзаларын репрессиялай.

Фекерҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Серго Берия[14], Феликс Чуев[15] һәм М. Е. Червяков[16] «Ленинград эшенең» сәйәсләштереүе тураһында фекер йөрөтәләр.

Үҙ сиратында, Георгий Маленков, «эш» буйынса ғәмәлдәр «Сталиндың шәүси күрһәтмәләре буйынса» үткәрелде, тип раҫлай[17].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың беренсе октябрендә Левашов мемориаль ҡәберлегендә Н. Вознесенский, Я Капустин, А Кузнецов, П. Лазутин, П. Попков М. Родионов исемдәре менән иҫтәлекле таҡтаташ асыла[18].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Д. Л. Браденбергер Национал-Большевизм. Сталинская массовая культура и формирование русского национального самосознания (1931—1956)»: Академический проект, Издательство ДНК; СПб; 2009; ISBN 978-5-7331-0369-3 (Академический проект), ISBN 978-5-901562-88-8 (ДНК).
  2. Хлевнюк О., Горлицкий Й. Холодный мир Сталин и завершение сталинской диктатуры М., 2011
  3. Известия ЦК КПСС. 1989 г. № 2. Стр.126.
  4. 7 Военное и послевоенное уголовное законодательство (1941-1945 гг. и 1945-1953 гг.) // Курс уголовного права. Том 1. Общая часть. Учение о преступлении / N.F. Kuznetsova and I.F. Tyazhkova. — I.F. Zertsalo. — P. 2002. 2013 йыл 7 декабрь архивланған.
  5. «Ленинградское» дело (политический процесс 40-50 гг. XX века). Memorial. 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  6. Pazin Mikhail. «Ленинградское дело» // «Страсти по власти: от Ленина до Путина». — ISBN 978-5-459-01201-9.
  7. Смирнов А. П. «Ленинградское дело». Портрет поколения // История Петербурга. 2006, № 6(34). С. 18-23. 2012 йыл 14 ғинуар архивланған.
  8. Петров В. А. Страх, или Жизнь в Стране Советов. — Спб.: Юридический центр Пресс. — 2008. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  9. Глезеров С. Горели костры «Ленинградского дела»/ «Санкт-Петербургские ведомости» от 31.10.2011
  10. ЛЕНИНГРАДСКОЕ ДЕЛО "И ДРУГИЕ ДЕЛА ГЕНЕРАЛА АБАКУМОВА 2013 йыл 21 октябрь архивланған.
  11. World War Two: Stalin and the Betrayal of Leningrad, John Barber, BBC, 2001-08-01
  12. [1], Постановление президиума ЦК КПСС о «Ленинградском деле», 03.05.1954, № 63. п. 53
  13. POLITICS — ПОЛИТИКА 2010 йыл 26 май архивланған.
  14. Glava2
  15. Ф. Чуев Сто сорок бесед с Молотовым. // М.1991. стр. 434.
  16. Червяков М. Е. По «хозяйственному делу» // «Ленинградское дело». 1989 г. Стр. 280.
  17. Хлевнюк О., Горлицкий Й. Холодный мир М., 2011; из выступления на пленуме ЦК КПСС в июне 1957 года
  18. Сергей Глезеров//Послесловие к «ленинградскому делу». «Санкт-петербургские ведомости». 03.10.2017.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сушков А. «Ленинградское дело». Привилегированная жизнь «ленинградских вождей» в первые послевоенные годы // Свободная мысль. 2018. № 4. С. 41—58. [2]
  • Сушков А. В. «Ленинградское дело»: генеральная чистка «колыбели революции». Екатеринбург: Альфа Принт, 2018. 182 с. [3]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]