Алыҫ Төньяҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алыҫ Төньяҡ
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй

Алыҫ Төньяҡ — башлыса Төньяҡ поляр түңәрәктән төньяҡҡараҡ урынлашҡан Ерҙең бер өлөшө. Ҡайһы бер райондарында климаты үтә ныҡ ҡырыҫ. Киҫкен Төньяҡ территорияһы — ул арктика зонаһы, тундра, урман тундраһы һәм тайганың төньяҡ райондары. Рәсәйҙә «Алыҫ Төньяҡ» төшөнсәһе маҡсатҡа бәйле ҡарала торған теүәл генә билдәләнмәгән киңлектә урынлаштырыу концепциялар төркөмөнән ғибәрәт. Мәҫәлән, ҡырыҫ климат шарттарында йәшәгән хеҙмәткәрҙәргә льготалар һәм компенсацияларҙы норматив көйләү өсөн, Алыҫ Төньяҡ (йәки шул төбәккә тиңләштерелгән) билдәле бер территория бүленә[1]. Шул уҡ ваҡытта төньяҡ тауар килтереүен[2] көйләү маҡсатында, Алыҫ Төньяҡтың айырым бер территорияһы билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта «Йөктәрҙе (продукцияны) сикләнгән сроктар менән килтерергә кәрәкле Алыҫ Көньяҡ һәм уға тиңләштерелгән райондар исемлеге»[3] билдәләнә һәм юғарыла һаналып киткән биләмәләр менән тап килмәй: был исемлектәрҙең бары береһенә генә тап килгән райондар һәм урындар ҙа бар[4].

Рәсәйҙә Алыҫ Төньяҡ райондары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

     Алыҫ Төньяҡ райондары      Алыҫ Төньяҡ райондарына тиңләштерелгән урындар
     Алыҫ Төньяҡ райондары      Алыҫ Төньяҡ райондарына тиңләштерелгән урындар

Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы, унда йәшәүсе халыҡҡа льготалар һәм компенсациялар системаһы ҡулланылған Алыҫ Көнсығыш райондарына түбәндәгеләр ҡарай:

Алыҫ Төньяҡ райондарына тиңләштерелгән урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер төбәктәре хоҡуҡи яҡтан Алыҫ Төньяҡ райондарына тиңләштерелгән[6]:

  • Алтай Республикаһы — Кош-Агач һәм Улаганский.райондары.
  • Амур өлкәһе — Зея һәм Тында ҡалалары; Зейский, Селемджинский һәм Тындинский райондары.
  • Архангель өлкәһе — Архангельск, Котлас, Коряжма, Мирный, Новодвинск, Онега ҡалалары; Вельский, Верхнетоемский, Вилегодский, Виноградовский, Каргопольский, Коношский, Котласский, Красноборский, Ленский, Няндомский, Онежский, Плесецкий, Приморский, Устьянский, Холмогорский, Шенкурский райондары.
  • Бүрәт Республикаһы — Баргузинский, Баунтовский эвенкийский, Курумканский, Муйский, Окинский, Северо-Байкальский райондары.
  • Байкал аръяғы крайы — Каларский, Тунгиро-Олекминский, Тунгокоченский райондары.
  • Иркутск өлкәһе — Братск, Бодайбо, Усть-Илимск, Усть-Кут ҡалалары; Бодайбинский, Братский, Казачинско-Ленский, Киренский, Мамско-Чуйский, Нижнеилимский, Усть-Илимский и Усть-Кутский райондары.
  • Карелия Республикаһы — города: Петрозаводск, Сортавала ҡалалары; Кондопожский, Лахденпохский, Медвежьегорский, Муезерский, Олонецкий, Питкярантский, Прионежский, Пряжинский, Пудожский, Сегежский, Суоярвский райондары.
  • Коми Республикаһы — Сыктывкар, Печора һәм Ухта ҡалалары; Вуктыльский, Княжпогостский, Койгородский, Корткеросский, Прилузский, Сосногорский, Сыктывдинский, Сысольский, Троицко-Печорский, Усть-Вымский, Удорский, Усть-Куломский райондары; Усинск ҡала округына.ҡараған Усть-Лыжа ауылы.
  • Красноярск крайы — Енисейск һәм Лесосибирск;ҡалалары; Богучанский, Енисейский, Кежемский, Мотыгинский райондары.
  • Пермь крайы — Коми-Пермяк округы; Гайнский, Косинский, Кочевский райондары.
  • Приморье крайы — Дальнегорский, Кавалеровский, Ольгинский һәм Тернейский райондары; посёлок городского типа Красноармей районындағы Восток ҡала тибындағы ҡасаба; Красноармейский районының Богуславец, Вострецово, Дальний Кут, Измайлиха, Мельничное, Рощино, Таёжное һәм Молодёжное ауылдары.
  • Сахалин өлкәһе — Южно-Сахалинск ҡалаһы һәм Южно-Сахалинск ҡала округы; Александровск-Сахалинский, Анивский, Долинский, Корсаковский, Макаровский, Невельский, Поронайский, Смирныховский, Томаринский, Тымовский, Углегорский, Холмский райондары.
  • Томск өлкәһе — Колпашево, Кедровый[7] һәм Стрежевой ҡалалары; Александровский, Бакчарский, Верхнекетский, Каргасокский, Колпашевский, Кривошеинский, Молчановский, Парабельский, Тегульдетский, Чаинский райондары.
  • Тыва Республикаһы — Кызыл ҡалаһы; Бай-Тайгинский, Барун-Хемчикский, Дзун-Хемчикский, Каа-Хемский, Кызылский (Алыҫ Төньяҡ райондарына ҡараған Шынаан ауыл хакимиәте территорияһынан башҡа), Овюрский, Пий-Хемский, Сут-Хольский, Тандинский, Тес-Хемский, Улуг-Хемский, Чаа-Хольский, Чеди-Хольский, Эрзинский райондары (кожуундары).
  • Төмән өлкәһе — Ханты-Манси автономиялы округы — Югра (Алыҫ Төньяҡ райондарына ҡараған кроме Белоярский һәм Берёзовский райондарынан башҡа); Уватский районы.
  • Хабаровск крайы — Ванинский, Верхнебуреинский, Комсомольский, Николаевский, имени Полины Осипенко, Советско-Гаванский, Солнечный, Тугуро-Чумиканский һәм Ульчский райондары; Амурск, Комсомольск-на-Амуре, Николаевск-на-Амуре һәм Советская Гавань ҡалалары; Амурск районының Эльбан ҡала тибындағы ҡасабаһы; Амурский районының Ачан, Джуен, Вознесенское, Омми, Падали ауылдары.
  • Ленинград өлкәһе (Подпорожский һәм Лодейнопольский райондары)

Алыҫ Төньяҡ райондарында һәм уға тиңләштерелгән урындарҙа ташламалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Федерацияһында Алыҫ Төньяҡ райондарында һәм уға тиңләштерелгән урындарҙа йәшәүсе һәм эшләүсе кешеләргә, Төньяҡтың экстремаль тәбиғи-климат шарттарында йәшәү менән бәйле өҫтәмә матди һәм физиологик сығымдарын ҡаплау буйынса дәүләт гарантиялары һәм компенсациялары бирелә. РФ-ның закон менән көйләнә Әлеге ваҡытта льготалар системаһы 1993 йылдың 19 февралендә сыҡҡан 4520-1 һанлы «Алыҫ Төньяҡ райондарында һәм уға тиңләштерелгән урындарҙа йәшәүсе һәм эшләүсе кешеләргә дәүләт гарантиялары һәм компенсациялары тураһында» (үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр менән) РФ Законы менән көйләнә[8].

Ташламалар системаһы үҙ эсенә индерә:

  1. закон тарафынан Алыҫ Төньяҡ райондарында һәм уға тиңләштерелгән урындарҙа йәшәүсе һәм эшләүсе кешеләргә ҡаратылған барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә ташланмалар менән файҙалана;
  2. ҡайһы бер категория хеҙмәткәрҙәр генә файҙалана торған ташламалар.

Беренсе төркөм льготаларға ҡарай:

  • эш хаҡына айлыҡ өҫтәмәләр,
  • өҫтәмә отпуск һәм льготалы отпуск,
  • эшкә ваҡытлыса ярамаған осраҡтағы пособиеға өҫтәп түләү,
  • дәүләт пенсияларын тәғәйенләгәндә льготалар,
  • торлаҡ-төҙөлөш кооперативтарына инеү буйынса ташламалар.

Алыҫ Төньяҡта эшләүсе ҡайһы бер категория хеҙмәткәрҙәргә генә бирелә торған ташлама, шул иҫәптән:

  • эшкә күсеп килгәндә юғары компенсациялар;
  • Алыҫ Төньяҡта эше туҡтаған осраҡта элекке йәшәгән урынына күсеү буйынса сығымдарҙы ҡаплау;
  • беренсе хеҙмәт килешеүен яңы срокка ҡабат төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған пособие;
  • элекке йәшәгән урыны буйынса торлаҡ майҙанын үҙенә беркетеп ҡуйыу (бронләү);
  • пенсия тәғәйенләнгәндә хеҙмәт стажын льготалы иҫәпләү. Бындай мөмкинлек Алыҫ Төньяҡ райондарына һәм уға тиңләштерелгән урындарға шунда эшләү маҡсатында 3 йыл срокка (ә Төньяҡ Боҙло океан утрауҙарында — 2 йыл) хеҙмәт килешеүе төҙөп эшкә килгәндә, бирелә;
    • Алыҫ Төньяҡ районына, 2 йәки 3 йылға хеҙмәт килешеүе төҙөп килгән кешегә һәм шул хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына (ҡатынына, иренә, балалары һәм ата-әсәһенә);
    • Алыҫ Төньяҡ райондарына һәм уға тиңләштерелгән урындарға сроктары күрһәтелгән килешеү төҙөп, йәмәғәт саҡырыуы буйынса килеүсе хеҙмәткәрҙәргә.

Ташламалар йә хеҙмәт килешеүе төҙөү менән (мәҫәлән, эшкә йүнәлеш биргәндә, торлаҡ майҙанын бронләгәндә юғары компенсациялар), йә эшкә килгән көндән алып (мәҫәлән, социаль страховка буйынса льгота), йә Алыҫ Төньяҡта билдәле бер ваҡыт хеҙмәт иткәндә (мәҫәлән, эш хаҡына өҫтәмәләр, ял (отпуск)).

  • Өҫтәмә отпуск бирелә: Алыҫ Төньяҡ райондарында хеҙмәт иткәндәргә — 24 календарь көн, уға тиңләштерелгән урындарҙа хеҙмәт иткәндәргә — 16 көн календарь көн, Төньяҡтың район коэффициенты һәм эш хаҡына процентлы өҫтәмә урынлаштырылған башҡа райондарында хеҙмәт иткәндәргә — 8 календарь көн. Ял ителмәгән отпускыларын ялғап файҙаланырға рөхсәт бирелә, 2 йылға бер тапҡыр — отпускыны үткәреү урынына һәм унан ҡайтҡандағы көндәр отпуск срогына ҡушылып иҫәпләнмәй, ә юлға түләнгән хаҡты предприятие түләй.

Рәсәй Федерацияһында район коэффициенттарын һәм территориаль билдәләр буйынса башҡа ташламалар фәҡәт Алыҫ Төньяҡ һәм уға тиңләштерелгән урындарҙа ғына түгел, әммә ҡайһы бер башҡа райондарҙа ла (мәҫәлән, бейек таулы урындарҙа) билдәләнә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡырыҫ климат йәки башҡа ҡатмарлы шарттарҙа эшләүсе дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн льготалар Рәсәй империяһында ла (мәҫәлән, льготалы тейешле йылдар эшләү выслуга) булған.

Совет осоронда Алыҫ Төньяҡта эшләгән кешеләр өсөн ташлама 1932 йылда билдәләнгән[9].

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Алыҫ Төньяҡ халҡы өсөн шул ваҡытта булырға тейешле ташламалар юҡҡа сығарыла[10]. Льготалар 1945 йылда кире ҡайтарыла[11], әммә Алыҫ Төньяҡ райондарының һаны күпкә кәметелә һәм Төньяҡ райондарға тиңләштерелгән урындар тигән төшөнсә индерелә. Тиңләштерелгән урындарҙа ташламалар Алыҫ Төньяҡ райондарындағы кеүек була, әммә льготалы ял оҙайлығы һәм төньяҡ-процент өҫтәмә күләме кәмерәк була[4].

1960 йыл. СССР Юғары Советы Президиумының 1960 йылдың 10 февралендә «Алыҫ Төньяҡ райондарында һәм уға тиңләштерелгән урындарҙа эшләүсе кешеләр өсөн льготаларҙы тәртипкә килтереү тураһында» тигән Указы ҡабул ителә. 1960 йылдың 7 майында СССР Законы менән раҫлана. Артабан ул тулыландырыла һәм төҙәтмәләр индерелә корректировался[12].

  • 1962 й. 30 июнендә № 27 указы менән башҡа эшкә күскәндә түләүҙәргә аңлатма бирелә (1-се статьяның 6-сы өлөшө).
  • 1981 й. 23 июлендәге указ менән, әгәр юл оҙонлоғо 1000 км-ҙан ашыу тәшкил итһә, юлда саҡтағы тәүлек түләүгә 3 һум 50 тин күләмендә өҫтәмә түләү ҡаралған. Шулай уҡ 1981 йылдың 15 июлендә СССР Министрҙар Советының «Башҡа урынға эшкә күскән ваҡытта гарантиялар һәм компенсациялар тураһында» тигән 677-се ҡарары буйынса ҡабул ителгән хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр түләнә торған пособие нормаһы икеләтә арттырыла.
  • 1984 йылдың 26 марты указы менән, Алыҫ Төньяҡта эшләгән ваҡытта хеҙмәткәрҙең һәм уның ғаилә ағзаларының даими йәшәү урынында булмауына ҡарамаҫтан, торлаҡ майҙанын бронләү хоҡуғы нығытылған.
  • 1988 йылдың 29 март указы тотонолмаған отпуск көндәрен тулыһынса йәки өлөшләтә тоташтырыу хоҡуғы өс йылдан да артмаҫҡа тейеш тигән сикләү ҡуя.

1967 йыл. СССР Министрҙар Советы 1967 йылдың 10 ноябрендә сыҡҡан № 1029 ҡарары менән совет парламентының юғарыла күрһәтелгән указдары ғәмәлгә ашырлыҡ Алыҫ Төньяҡ райондары һәм уға тиңләштерелгән урындары Исемлеген раҫлай.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында 11,5 миллиондан ашыу кеше йәшәй (12 миллион квадрат километр майҙанда (Рәсәй халҡының 8 % халҡы[13]) (дөйөм Рәсәй территорияһының яҡынса 70 %), һәм был 1 кв. км-ға 1 кеше халыҡ тығыҙлығы бирә[14]. Төп халҡы — Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтары, шул иҫәптән аҙ һанлы (50 меңдән кәм кеше) һәм сағыштырмаса эре халыҡтарҙы (саха-яҡуттар, бүрәттәр, тывалар, комиҙар, карелдар) үҙ эсенә ала.

Урыҫ күскенселәре тоҡомдарын — поморҙар, русскоустьинлылар, якутяндар, походчансылар һәм марковлылар—аҫаба халыҡ рәтенә индерәләр.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Постановление ЦИК СНК РСФСР от 11 мая 1927 года «О льготах для работников государственных учреждений и предприятий в отдалённых местностях СССР».
  • Постановление ВЦИК СНК РСФСР от 10 мая 1932 года «О введении в действие с 1 января 1932 г. Положения о льготах для лиц, работающих в районах Крайнего Севера РСФСР».
  • Постановление СНК СССР от 18 ноября 1945 года «Об утверждении Перечня отдалённых местностей, приравненных к районам Крайнего Севера».
  • Постановление Совета Министров СССР от 10 ноября 1967 года, с исправлениями и дополнениями.
  • Федеральный закон № 122 от 22 августа 2004 года.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Перечень районов Крайнего Севера и местностей, приравненных к районам Крайнего Севера, утверждённый постановлением Совета Министров СССР от 10 ноября 1967 г., с исправлениями и дополнениями.
  2. согласно ст.82.1 Федерального закона от 06.10.2003 № 131-ФЗ «Об общих принципах организации местного самоуправления в Российской Федерации».
  3. Постановление Правительства РФ от 23 мая 2000 г. № 402 «Об утверждении перечня районов Крайнего Севера и приравненных к ним местностей с ограниченными сроками завоза грузов (продукции)».
  4. 4,0 4,1 Тараканов М. А. Эволюция пространственной локализации понятий «Крайний Север» и «Север» в России // Национальные интересы: Приоритеты и безопасность. — 2010. — № 26. — С. 32—41.
  5. Постановлением Правительства РФ от 03.03.2012 N 170 «Об отнесении Берёзовского и Белоярского районов Ханты-Мансийского автономного округа — Югры к районам Крайнего Севера» 2013 йылдың 23 октябрь көнөндә архивланған. Берёзовский и Белоярский районы Ханты-Мансийского автономного округа — Югры с 01.01.2013 г. отнесены к районам Крайнего Севера.
  6. Это «приравнивание» произведено по следующим причинам:
  7. Постановление Правительства Российской Федерации от 27.02.2018 № 201 «Об отнесении муниципального образования „Город Кедровый“ Томской области к местностям, приравненным к районам Крайнего Севера». publication.pravo.gov.ru (2018-03-01). 21 апрель 2018 тикшерелгән.
  8. Закон РФ от 19.02.1993 № 4520-1 «О государственных гарантиях и компенсациях для лиц, работающих и проживающих в районах Крайнего Севера и приравненных к ним местностях» (с изменениями и дополнениями)
  9. Постановление СНК РСФСР от 26.10.1932 «Об установлении территории, на которую распространяется действие постановления ВЦИК и СНК РСФСР от 10 мая 1932 года о льготах для лиц, работающих на Крайнем Севере».
  10. Указ Президиума ВС СССР от 03.10.1942 г. «О прекращении начисления процентных надбавок к заработной плате рабочим и служащим и предоставления им других льгот, связанных с работой в отдалённых местностях».
  11. Указ Президиума ВС СССР от 01.08.1945 «О льготах для лиц, работающих в районах Крайнего Севера»
  12. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. .
  13. Анализ нынешнего положения изолированных систем энергоснабжения с высокими затратами на энергию
  14. Андрей Трейвиш Россия: Население и пространство: Слишком много севера. — Демоскоп Weekly, 1 - 19 января 2003. — № 95—96.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]