Төньяҡ поляр түңәрәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төньяҡ поляр түңәрәк
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия, Европа һәм Төньяҡ Америка
Дәүләт Flag of Norway.svg Норвегия
Flag of Sweden.svg Швеция
Flag of Finland.svg Финляндия
Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Flag of Canada (Pantone).svg Канада
Flag of Greenland.svg Гренландия (административ берәмек)
Flag of Iceland.svg Исландия
Оҙонлоҡ 15 984,36 km (20 декабрь 2018)[1]
Урынлашыу картаһы
Вид в ночное время
Ҡапма-ҡаршыһы көньяҡ поляр түңәрәк
Зимнее изображение
Карта
Commons-logo.svg Төньяҡ поляр түңәрәк Викимилектә

Хата: беренсе юлда рәсем билдәләнгән булырға тейеш

<div style="font-size:88%;line-height:1.2em;position:absolute;z-index:2;right:0;left:0;top:Аңлатма хатаһы: Танылмаған "{" тыныш билдәһе%">
66.5622°
66.5622-я параллель северной широты

Төньяҡ поляр түңәрәк — Ер картаһында билдәләнгән биш төп параллелдәрҙең береһе.

Төньяҡ поляр түңәрәк экваторҙан төньяҡҡа табан 66°33′44″ (66,5622°) урынлашҡан. Төньяҡ поляр түңәрәктән төньяҡҡа табан ятҡан өлкә Арктика тип атала, Рәсәйҙә шулай уҡ — поляр түңәрәктең аръяғы (Заполярье) тип атала, унан көньяҡҡа табан климаты уртаса булған төньяҡ билбау ята. Көньяҡ ярымшарҙағы шундай уҡ параллель Көньяҡ поляр түңәрәге, тип атала, ә унан көньяҡтараҡ ятҡан өлкә Антарктика тип атала. Поляр түңәрәктең оҙонлоғо 15948 километр[2].

Төньяҡ поляр түңәрәк поляр көн өлкәһенең көньяҡ сиген билдәләй. Унан төньяҡҡа табан теләһә ниндәй урында Ҡояш, исмаһам, йылына бер тапҡыр 24 сәғәт буйына офоҡтан юғары һәм, исмаһам, йылына бер тапҡыр 24 сәғәт буйына офоҡтан өҫкә күтәрелмәй[3], ярашлы рәүештә июндә һәм декабрҙә ошондай ҡояш торошо күҙәтелә. Төньяҡҡараҡ ҡояш торошо оҙағыраҡ дауам итә, мәҫәлән, Мурманск киңлегендә поляр төн 40 тәүлек (поляр көн — 61 көн) дауам итә. Көньяҡ поляр түңәрәк өлкәһендә лә шундай уҡ күренештәр күҙәтелә.

Арктиканың климаты ҡырыҫ булыу сәбәпле, бик аҙ һанда ғына кешеләр поляр түңәрәк аръяғында йәшәй. Мурманск, Норильск, Воркута һәм Тромсё ҡалалары Төньяҡ поляр түңәрәк аръяғында урынлашҡан..

Төньяҡ поляр түңәрәк үткән илдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер картаһында Төньяҡ поляр түңәрәк (ҡыҙыл һыҙыҡ)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://web.archive.org/web/20190407131304/https://msi.nga.mil/MSISiteContent/StaticFiles/Calculators/degree.html
  2. Полярный круг. Энциклопедия «Вокруг света». Дата обращения: 17 июнь 2017.
  3. Точнее, существует полоса, шириной ≈59267 м, в которой Солнце зимой опускается за горизонт не до конца.