Эстәлеккә күсергә

Гренландия (административ берәмек)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гренландия
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-lb" does not exist.
Байраҡ[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 1 май 1979
Рәсем
Рәсми атамаһы Kalaallit Nunaat[1]
Ҡыҫҡаса атамаһы 🇬🇱
Ғүмер оҙонлоғо 71,83049 йыл[2]
Этнохороним Greenlandic, גרינלנדי, גרינלנדית, গ্রিনল্যান্ডীয়, groenlandese, groenlandesi, calalit, gronlandes, groenlandais, groenlandaise, Gronlandano, グリーンランド人, 그린랜드인, kalaaleq, grønlandsk, groenlandès, groenlandesa, grenlandès, grenlandesa һәм Graonlannach[3]
Рәсми тел гренландский язык[d][1][4][5]
Гимн Nuna asiilasooq[d]
Донъя ҡитғаһы Төньяҡ Америка[6]
Дәүләт  Дания короллеге[d]
Административ үҙәк Нуук[d]
Административ-территориаль берәмек Дания короллеге[d]
Сәғәт бүлкәте UTC±0:00[d], UTC−1[d], UTC−2[d], UTC−3[d] һәм UTC−4[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Greenland.map
Иң юғары нөктә Гунбьёрн[d]
Идара итеү формаһы Парламентар монархия
Дәүләт башлығы Фредерик X[d][7]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Премьер-министр Гренландии[d]
Хөкүмәт башлығы Múte Bourup Egede[d]
Имеет кабинет министров Naalakkersuisut[d][8]
Закондар сығарыу органы Парламент Гренландии[d]
Дипломатик мөнәсәбәттәр Европа Берләшмәһе һәм Дания
Ойошма ағзаһы Северный совет[d], Overseas Countries and Territories Association[d], West Nordic Council[d] һәм Inuit Circumpolar Council[d]
Халыҡ һаны 56 609 кеше (1 ғинуар 2023)[9]
Административ рәүештә бүленә Сермерсоок[d], Куяллек[d], Кекката[d], Гренландия милли паркы, Аванаата[d] һәм Кекерталик[d]
Валюта DKK[d]
Номиналь ЭТП 3 235 816 195 $[10]
Сиктәш Канада, Нунавут[d], Исландия һәм Норвегия
Автомобиль хәрәкәте яғы уң[d]
Селтәр көсөргәнеше 230 вольт[11]
Электр тоташтырғысының төрө Europlug[d][11], Schuko[d][11], CEE 7/5[d][11] һәм Type K[d][11]
Алыштырған County of Greenland[d]
Ҡулланылған тел гренландский язык[d], Kalaallisut[d], Северогренландский диалект[d], тунумиит[d] һәм Дат теле
Асыу датаһы 870
Майҙан 2 166 086 км²
Рәсми сайт naalakkersuisut.gl
Юғары кимәлдәге интернет-домен .gl[d]
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Тема географияһы география Гренландии[d]
Вики-проект WikiProject Greenland[d]
Тема иҡтисады экономика Гренландии[d]
Теманың демографияһы Население Гренландии[d]
Тыуымдың дөйөм коэффициенты 2,037[12]
Максимальная температура 30,1 °C
Минимум температуры −66,1 °C
Илдең телефон коды +299
Ашығыс хеҙмәттең телефон номеры 112[d]
Илдең GS1 коды 570-579
Диңгеҙ идентификация һандары 331
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Greenland[d]
Карта
 Гренландия Викимилектә

Гренландия (гренл. Kalaallit Nunaatt, дан. Grønland, һүҙмә — һүҙ — «йәшел ил») — Дания короллегегенә ингән автономиялы биләмә, Төньяҡ Боҙло һәм Атлантик океандар араһында Арктика архипелагынан көнсығышҡа табан урынлашҡан. Физик география буйынса Гренландия Төньяҡ Америка ҡитғаһының бер өлөшө булып торһа ла, меңәр йылдар дауамында сәйәси һәм мәҙәни йәһәттән ул Европа менән бәйле (айырыуса элекке колониаль державалар булған Норвегия һәм Дания, шулай уҡ күрше утрау — Исландия менән)[13]. Утрау халҡының күпселеге — инуиттар, уларҙың ата-бабалары XIII быуат тирәләрендә Канада территорияһынан күсенеп, әкренләп утрауҙа төпләнә.

Гренландия — донъялағы иң ҙур утрау (Австралия, ғәҙәттә, утрау тип түгел, ә ҡитға тип иҫәпләнелә). Гренландияның дүрттән өс өлөшө Антарктиданан ситтә берҙән-бер даими боҙ ҡалҡаны менән ҡапланған. Халҡы — 57 728 кеше (2016 йылдың июле), был биләмә — бөтә донъяла халыҡ тығыҙлығы иң түбән булған урын (бер квадрат километрға 0,027 кеше). Тораҡ пункттар араһында юл юҡ тиерлек. Улар араһында транспорт бәйләнешен, башлыса, диңгеҙ һәм авиация транспорты үтәй.

Гренландия яҡынса 4500 йыл элек Канада территорияһынан күсенә башлаған арктика халыҡтары менән тулылана башлай[14]. Викингтар X быуаттар тирәһендә утрауҙың элек кеше йәшәмәгән көньяҡ өлөшөнә төпләнә, ә инуиттар утрауға 13-сө быуаттарҙа килә. XV быуат аҙағына Норвегия колонияларынан халыҡ ситкә китә башлай, тораҡ пункттары бушап ҡала. Улар утрауҙы ҡалдырып киткәндән һуң, 1498 йылда португалдар килә, атап әйткәндә, Жоау Фернандеш утрауҙы ҡарап сығып шунда төпләнә һәм уға Терра do Лаврадор атамаһын бирә, XVI быуаттың беренсе яртыһына тиклем утрау шулай атала (һуңыраҡ был атама Канадалағы Лабрадорға ҡушыла). Аҙағыраҡ Жоау Фернандеш үҙе асҡан ер биләмәләренә хоҡуғын теркәй, шулай итеп ул Америкала иң беренсе Европанан күсенгән ер хужаһы була[15]. XVIII быуат башында Cкандинавия тикшеренеүселәре тағы ла Гренландияға килеп етә. Ул саҡтағы Дания-Норвегия унияһы, сауҙа йоғонтоһон һәм власты көсәйтеү маҡсатында, утрауға хакимлығын иғлан итә.

Элек Исландияла көн иткән викингтар (сығыштары менән Норвегиянан) мең йылдан ашыу элегерәк, Норвегия монархияһы һәм уның үҙәк хөкүмәтенең эҙәрлекләүҙәренән ҡасырға тырышып, Гренландияға килеп төпләнә башлай. Колумб Кариб утрауҙарына барып сыҡҡан мәлдән 500 йыл элек гренланд Лейф Эрикссон экспедицияһы барышында викингтар Төньяҡ Америкаға тиклем барып етә һәм яңы ерҙе буйһондорорға тырышып ҡарай. Норвегтар һәм Норвегия йоғонтоһонда булыуына ҡарамаҫтан, Гренландия 1262 йылға тиклем Норвегия коронаһына буйһонмай. Норвегия короллеге утрауҙы XIV быуат уртаһына тиклем киң һәм көслө хәрби йоғонто аҫтында тота. Бында Норвегия бик күп халҡын юғалта, был юғалтыу хатта күрше Дания Ҡара үлем эпидемияһы барышында юғалтҡан халҡына ҡарағанда ла күберәк була, шуға ла Норвегия Дания унияһын (берләшеү тураһында килешеү) ҡабул итергә мәжбүр була, һәм хөкүмәт, университет һәм төп учреждениелар Копенгагенға күсерелә. Норвегия көсһөҙләнә һәм 1814 йылда уния (берләшеү) өҙөлгәс, Гренландияға булған суверенитетын юғалта. 1814 йылда Гренландия Данияның колонияһына әйләнә һәм 1953 йылда Дания конституцияһының яңы редакцияһына ярашлы Дания короллеге биләмәһе булараҡ таныла.

1973 йылда Гренландия Дания менән бергә Европа иҡтисади берләшмәһенә инә. Әммә 1982 йылда үткәрелгән референдумда утрау халҡының күпселеге ЕЭС-тан сығыу яҡлы булып тауыш бирә, һәм 1985 йылда ЕЭС-тан сыға. Иң төньяҡта һәм донъялағы ғәйәт ҙур милли парк та Гренландияла: Гренландия милли паркы (Kalaallit Nunaanni nuna eqqissisimatitaq) 1974 йылда асыла һәм 1988 йылда әлеге хәленә тиклем ҙурайтыла һәм ул Гренландияның үҙәк һәм төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә 972 001  км² майҙанды биләй. Майҙаны буйынса ул донъялағы иң ҙур 29 илдән башҡа теләһә ниндәй илдән ҙурыраҡ. Гренландия 4 коммуна — Сермерсоок, Куяллек, Каасуитсуп һәм Кеккаталарҙан тора.

1979 йылда үткәрелгән референдумға ярашлы Дания Гренландияға үҙидара хоҡуғын бирә, ә 2008 йылда тағы ла бер референдум үткәрелә, уның барышында утрау халҡы яңы үҙидара тураһындағы Закон өсөн тауыш бирә. Был Закон, власты Дания хөкүмәтенән алып, урындағы властарға тапшыра. Яңы идара структураһына ярашлы, 2009 йылдың 21 июненән[16] Гренландия әкренләп тәртип һаҡлау, суд системаһы, корпоратив хоҡуҡ, бухгалтер иҫәбе һәм тикшереү, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, авиация, эшкә яраҡлылыҡ тураһындағы закон, ғаилә хоҡуғы һәм мираҫ хоҡуғы, сик буйы контроле, производство шарттары, финанс көйләүҙәре һәм күҙәтеүҙе үҙ контроле аҫтына ала, шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм оборона өлкәләре өсөн Дания хөкүмәте яуаплы. Шулай уҡ валюта сәйәсәте өсөн контроль Дания ҡарамағында ҡала, һәм Дания йыл һайын Гренландияға 3,4 миллиард DKK субсидия бирә, ул әкренләп кәмей була. Гренландия тәбиғәт ресурстарынан алынған табышты арттырыу иҫәбенә үҙ иҡтисадын үҫтерергә йыйына. 2016 йылда утрауҙың баш ҡалаһы Нуукта Арктика ҡышҡы уйындары үткәрелә. Утрауҙағы энергетиканың яҡынса 70 проценты ҡайтанан эшкәртелгән ресурстарҙан, башлыса, гидроэнергетиканан алына (был донъялағы иң юғары күрһәткестәрҙең береһе)[17].

Тәүҙә был ерҙәргә килеп төпләнгән викингтар утрауҙы Гринланд («Йәшел ер») тип атай. Исланд легендаларында утрау атамаһы түбәндәгесә аңлатыла: кеше үлтергән өсөн Исландиянан ҡыуылған Эрик Торвальдсон Рыжий исемле норвег викингы төньяҡ-көнбайышта ятҡан ергә үҙенең ҙур ғаиләһе һәм трэллдары (хеҙмәтселәре) менән килеп төпләнә һәм уға хәҙерге исемен бирә. Ошондай матур атама йөрөткән ергә башҡалар ҙа ағылып килер, тип өмөтләнә ул[18][19].

Гренланд телендә утрау исеме түбәндәгесә яңғырай: Калааллит Нунат («Ер Калааллит»)[20]. Калааллит — гренланд эскимостары араһындағы бер төркөм халыҡ исеме. Улар утрауҙың көнбайышында йәшәй.

900, 1100, 1500 һәм 1300 йылдарҙа. Гренландия, Лабрадор, Ньюфаунленд һәм Канада арктика архипелагында йәшәгән төрлө халыҡтарҙың археологик мәҙәниәте картаһы. Йәшел: Дорсет; күк: Туле; ҡыҙыл: Викинги; ҡыҙыл-һары: Инну; һары: Беотуки.

Гренландия донъялағы иң ҙур утрауҙа, шулай уҡ уның тирәләй ятҡан күп һанлы ваҡ утрауҙарҙа урынлашҡан. Гренландия утрауы Атлантик һәм Төньяҡ Боҙло океандар сигендә, Канаданан төньяҡ-көнсығыштараҡ һәм Исландиянан төньяҡ-көнбайыштараҡ ята. Гренландиялағы боҙлоҡ ҙурлығы буйынса Антарктиданан ғына ҡалыша. Территорияның 84 процентың боҙлоҡ ҡаплаған, ҡалған өлөшөндә мәңгелек туңлыҡ.

Гренландия автономиялы территорияһының ҡоро ер сиктәре юҡ, әммә Канада һәм Исландия менән диңгеҙ бәйләнеше урынлаштырылған.

Был ил Гренландия плитаһы, Төньяҡ-Америка субплитаһы өҫтөндә ята.

Үҫемлеге, ҡағиҙә булараҡ, бик һирәк. Нанорталик муниципалитетының иң көньяғында Фарвель мороно районында ҙур булмаған урман участкаһы табыла.

Гренландияның климаты арктик һәм субарктик, һалҡын йәй һәм һыуыҡ ҡыш менән. Урынлашҡан ере, башлыса, ялпаҡ, әкренләп шыуышҡан боҙлоҡ территорияның күпселек өлөшөн ҡаплай, тау, ҡаялы ярҙары ғына боҙҙан азат. Иң бейек нөктәһе — Гунбьёрн тау түбәһе (3694. м.). Автономиялы территорияның иң төньяҡ нөктәһе — Каффеклуббен утрауы 83°40' киңлегендә урынлашҡан һәм Төньяҡ ҡотопҡа яҡын ер участкаһы тип иҫәпләнә, яҡынса 707 км тирәһе генә алыҫлыҡта ята.

Автономиялы территорияның минераль ресурстары түбәндәгеләр: цинк, ҡурғаш, тимер мәғдәне, күмер, молибден, алтын, платина, уран. Тергеҙелә торған иң ҙур ресурстары: балыҡ, тюлень һәм кит.

Иблис һарайы тауҙары

Барлығы: 2 175 600 кв. км. Ҡоро ере: 175 2 600  км² (341 700  км² туңмаған, 1 833 900  км² боҙ ҡаплаған биләмәләр).

Диңгеҙгә дәғүә

Тик балыҡ тота торған зона: 200 диңгеҙ миле (370,4 км). Территориаль һыуҙар: 3 диңгеҙ миле (5,6 км).

Ер юлдашынан Диско утрауы күренеше

Автономиялы биләмәлә Гренландия — иң ҙур утрау.

Гренландияның көнбайыш яры буйында бер нисә ваҡ утрау урынлашҡан: Хольм, Тугтокорток, Нутармиут, Кекертак, Убекент-Айланн, Упернавик, Диско, Саркардлить, Нунарссуит, Эггерс һ. б.

Көнсығыш яры буйында: Норске-Ёэр, Иль-де-франс, Сторе-Коллевей, Шаннон, Клаверинг, Кун, Имер, География Йәмғиәте утрауы, Трейлл, Тингмиармиут утрауҙары һ. б.

Диско (халҡы 1000 кешенән ашыу) һәм Убекент-Айланна (халҡы 100 яҡын кеше) бер ни тиклем хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыла, башҡа ваҡ утрауҙарҙа кеше йәшәмәй һәм бының өсөн мөмкинлек тә юҡ.

Ерҙе файҙаланыу
  • Һөрөлгән ер: 0 %
  • Күп йыллыҡ үҫентеләр: 0 %
  • Даими көтөүлектәр: 1 %
  • Урман һәм урманлы урындар: 0 %
  • Ҡалғандары: 99 % (1999 йылғы мәғлүмәттәр)

Тәүге тапҡыр утрауҙы исланд морягы Гунбьёрн 875 йылдар тирәһендә таба, әммә ярға төшмәй. 982 йылда исланд, сығышы менән норвег Эйрик Рауд (Ерән) тәүге тапҡыр утрауҙы тикшереп сыға һәм уны Гренландия тип атай. Утрауға кешене күберәк йәлеп итеү өсөн ошондай исем ҡушыла.

983 йылда Гренландияның көньяғына норман (исланд) колониялары килеп төпләнә, улар был ерҙә XV быуатҡа тиклем йәшәй. XI быуатта Гренландия халҡы христианлыҡ ҡабул итә (1126 йылда Гренландияла тәүге епископлыҡҡа нигеҙ һалына). 1262 йылдан XVIII быуат башына тиклем Гренландия формаль рәүештә Норвегияға ҡарай (әммә XIV быуаттан Гренландия менән Норвегия араһындағы бәйләнеш өҙөлә, ә XV быуатта утрауҙағы норман халҡы өлөшләтә юҡҡа сыға өлөшләтә эскимостар менән ҡатнаша).

XV быуатта Гренландияны боҙҙар баҫа башлай, йәйгеһен ер бик аҙ ғына ваҡытҡа иреп тора, быуат аҙағына утрауҙа мәңгелек туңлыҡ ныҡлап урынлаша.

1500 йылдар тирәһендә португалдар ағалы-ҡустылы Кортириалдар Гренландияны ҡабат аса.

1721 йылда утрауҙы Дания баҫып ала башлай. 1744 йылда Дания Гренландия менән сауҙа итеүгә дәүләт монополияһын урынлдаштыра (1950 йылға тиклем). 1814 йылда Дания-Норвегия унияһы (берләшмәһе) тарҡалғанда Гренландия Дания ҡарамағында ҡала һәм1953 йылға тиклем уның колонияһы була. 1953 йылда Гренландия Дания короллеге территорияһының бер өлөшө тип иғлан ителә .

1940 йылдыңа апрелендә, Данияны Германия оккупациялағас, АҠШ хөкүмәте Гренландияның Монро доктринаһына ылыҡтырылыуы тураһында иғлан итә. 1941 йылдың 9 апрелендә Дания илсеһе Вашингтонда Америка хөкүмәте менән Гренландияны обороналау тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя (Данияның Фолькетингы 1945 йылдың 16 майында уны ратификациялай). Гренландияла Аҡш-тың хәрби базалары төҙөлә башлай. Дания НАТО-ға ингәндән һуң (1949 йылдың 4 апреле) 1951 йылдың 27 апрелендә Дания һәм Америка хөкүмәттәре араһында яңы килешеү төҙөлә, уның буйынса Дания менән АҠШ бергәләп утрауҙы обороналай.1971 йылда АҠШ-тың 2 хәрби базаһы һәм башҡа хәрби объекттары Гренландияла урынлашҡан була.

Гренландияны тикшеренеүҙе тәүҙә XVII быуатта инглиздәр башлай, утрау колонизацияланғандан һуң — даттар һәм норвегтар тикшеренеүгә үҙ өлөштәрен индерә. Гренландия буйлап оҙайлы сәйәхәтте швед А. Норденшельд (1883) үтәп сыға. 1888 йылда норвегтар Ф. Нансен һәм О.Свердруп утрауҙың көньяҡ өлөшөнән үтә. Артабанғы йылдарҙа Э. Пирь (18921895), К. Расмуссен (19121913), А. Кервен (1912), И. Кох (1913) һәм А. Вегенер (19061908, 19121913, 19291930) экспедициялары һ. б. Гренландия боҙлоғо аша үтә. Һуғыштан һуңғы тикшеренеүҙәрҙә иң ҡиммәтле материалдарҙы П. Викторҙың француз экспедицияһы (19491951) һәм Симпсондың инглиз экспедицияһы (19521954) ҡалдыра. Һуңғы йылдарҙа АҠШ, Бөйөк Британия ғалимдары Гренландия утрауын туҡтауһыҙ тиерлек тикшерә, шул иҫәптән стационар күҙәтеүҙәр өсөн боҙ ҡалҡанында ла; 19681969 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы экспедициялары эшләй.

6 август, 2004 — АҠШ һәм Дания Гренландияны яҡлау тураһында 1951 йылда төҙөлгән килешеүҙе яңыртыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя. Бында һүҙ тәү сиратта АҠШ-тың ракета һөжүменә ҡаршы оборонаһы сиктәрендә Американың Тулелағы базаһын яңыртыу тураһында бара.

Даниянан автономия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1979 йылда Дания парламенты Гренландияға киң автономия бирә.

1985 йылдан Гренландия Европа Берләшмәһе составынан (Европа Берлегенән — ЕЭС-тан алда булған ойошма) сыға, ә Дания ул ойошмала ҡала.

2008 йылдың 25 ноябрендә Гренландия провинцияһында Даниянан автономияны киңәйтеү мәсьәләләре буйынса референдум үткәрелә. Тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың 75,54 проценты үҙ тауыштарын үҙидараны киңәйтеү өсөн бирә, ҡаршылар — 23,57 %. Утрауҙың тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 39 мең кешеһенең 71,96 проценты тауыш биреүҙә ҡатнаша.

2009 йылдың 20 майында Дания парламенты Гренландияның автономияһын киңәйтеү тураһында закон ҡабул итә[21]. Автономияны киңәйтеү Гренландия властарына тәбиғәт ресурстарын үҙҙәре теләгәнсә тотоноу, суд системаһын һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын туранан-тура үҙҙәренә буйһондороу, шулай уҡ Данияның Гренладияға ҡағылышлы тышҡы сәйәсәтенә йоғонто яһауҙы киңәйтеү мөмкинлеген бирә. Автономияны киңәйтеүгә тиклем урындағы властар һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, мәктәптәрҙә белем биреүгә генә идара иткән[22]. Гренландияның үҙендә, шулай уҡ ситтә йәшәүселәр ҙә автономияны киңәйтеү Гренландияның Даниянан бойондороҡһоҙ булыуына табан бер аҙым, тип иҫәпләй[23].

2009 йылдың 21 июнендә Гренландияла автономияны киңәйтеү иғлан ителә[24]. Утрауҙа дат теле менән бер рәттән гренланд теле лә рәсми тел тип таныла. Урындағы хакимиәт утрауҙағы полиция һәм суд системаһы өсөн яуаплылыҡты һәм арктик утрауҙың ер аҫты байлыҡтарын контролдә тотоуҙы үҙ өҫтөнә ала. Гренландияла алтын, алмаз, нефть һәм газ сығарыла. Дания оборона, тышҡы һәм аҡса сәйәсәтенә контроллек итәсәк. Аҡса берәмеге — дат кронаһы. Королева Маргрета II дәүләттең формаль башлығы булып ҡала

Киләсәктә Гренландия Ерҙәге беренсе эскимос дәүләте булып китеүе ихтимал. Дания хөкүмәте шундай белдереү яһай: «Әгәр Гренландия Даниянан айырылырға теләһә, беҙ ҡаршы түгел… Әгәр гренландтар бойондороҡһоҙ булырға теләй икән — рәхим итһендәр, улар бындай хоҡуҡҡа эйә…»[23].

Дания короллегенең автоном өлөшө.

Юғары комиссар — Дания королеваһы вәкиле.

Вәкәләтле орган — ландстинг (дат. Landstinget, грен. Inatsisartut), ул 5 йылға һайланған 31 ағзанан тора. Башҡарма органы — ер идараһы (дат. Landsstyret, грен. Naalakkersuisut) (1979 йылға тиклем — ер советы (landsråd), башында — ер етәкселеге (landshøvding)). Ер советы составына ер идараһы рәйесе (дат. Landsstyreformand, грен. Naalakkersuisut siulittaasuat) һәм ағзалары (дат. Landsstyremedlemmer) инә, уны партиялар вәкиллектәре нигеҙендә ландстинг һайлай. Премьер-министр — ғәҙәттә башҡаларға ҡарағанда парламентта күберәк урын бирелгән партия лидеры,

  • Инуит атакватигиит («Инуиттар туғанлығы») — социалистик демократия
  • Халыҡ партияһы — экосоциалистик
  • Сиумут («Вперед») — социал-демократик
  • Демокраатит («Демократ») — либерал
  • Атассать («Берҙәмлек») — консерватив

Гренландияның административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гренландия коммуналары.

Административ яҡтан Гренландия дүрт кунға (дан. Kommuner, гренл. Kommunia); шулай уҡ муниципалитеттарға — ингл. municipality) бүленгән. 2009 йылдың 1 ғинуарынан яңы административ бүленеш үҙ көсөнә инә. Яңы коммуналар — Каасуитсуп, Кекката, Куяллек һәм Сермерсоок элекке 18 коммунаны үҙ эсенә ала, элеккесә Туле авиабазаһы (Питуффик) һәм Төньяҡ-Көнсығыш Гренландия милли паркы был коммуналар составына инмәй. Коммуналарҙың вәкәләтле органдары — коммуналь идара (kommunalbestyrelsi), башҡарма власты бургомистрҙар (Bormesteri) ғәмәлгә ашыра.

Нуук, Гренландияның баш ҡалаһы, үҙәк өлөшө

Халыҡ — 57 728 кеше (июль, 2016), шул иҫәптән гренландтар (эскимостар) яҡынса 90 %. Был һандарға АҠШ-тың хәрби базалары персоналы инмәгән (2-4 меңләп кеше).

Халыҡтың 9/10 өлөшөнән ашыуы Гренландияның көньяҡ-көнбайыш яр буйҙарына тупланған, унда иң ҙур тораҡ пункттары (ҡалалар) — Нуук (баш ҡала, 15 мең кеше), Какорток, Сисимиут, Маниитсок урынлашҡан.

Халыҡтың йәш составы, кеше (2016):

  • 17 йәшкә тиклем 17: 13 150 (23,55 %);
  • 17 — 64 йәш: 38 260 (68,51 %);
  • 65 йәштән өлкән: 4437 (7,94 %).
1977-2018 йылдарҙа Гренландияла тыуымдың дөйөм коэффициенты

1901 йылда халыҡ — 11 кеше 893.

Халыҡ һаны динамикаһы[25]
1 ғинуар 1911 1921 1930 1946 1951 1956 1961 1965 1970 1975
Һаны

халыҡ, кеше

459 13 355 14 901 16 412 21 642 23 27 101 140 33 815 38 331 46 502 49
1 ғинуар 1980 1985 1990 1995 2000 2005 2006 2007 2008 2009
Һаны

халыҡ, кеше

773 49 940 52 558 55 732 55 56 124 969 56 901 56 648 56 462 56 194 56
1 ғинуар 2010 2011 2012 2013 2014 2015 2016 2017 2018 2019
Һаны

халыҡ, кеше

452 56 615 56 749 56 370 56 282 56 984 55 847 55 860 55 877 55 992 55

Гренландияла 2009 йылдың 1 июленән берҙән-бер рәсми теле булып гренланд теле һанала (эскимос-алеут телдәренең береһе). Икенсе рәсми тел — дат теле[26]. Гренландияла йәшәүселәрҙең күбеһе өсөнсө тел булараҡ инглиз телен белә. Төп дин — христиан дине (лютеранлыҡ).

Гренландияның ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гренландияның баш ҡалаһы — Нуук (Готхоб) — 1728 йылда нигеҙ һалына. Ул — утрауҙағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, административ, мәҙәни, сәнәғәт һәм сәйәси үҙәге. Унда яҡынса 15 000 кеше йәшәй. Гренландияның Милли музейы һәм утрауҙағы берҙән-бер университеты ошо ҡалала урынлашҡан .

Какорток ҡалаһы (Юлианэхоб) — халҡы 3229 кеше тирәһе (2013), утрауҙың көньяҡ биләмәһе үҙәге булып тора. 1774 йылда нигеҙ һалынған. Яҡынса 4300 йыл элек был ерҙәргә кешеләр килеп төпләнгән. Илдәге иң оло фонтаны менән (1927) менән ул танылыу алған.

Упернавик ҡалаһы — Баффин диңгеҙендәге шул исемдәге утрауҙа урынлашҡан, яҡынса 1180 кеше йәшәй (2013). Гренландия утрауының иң төньяҡтағы паром пристаны ошо ҡалала урынлашҡан. Уртаса йыллыҡ температура +5 °C артмай . Гарпундар һәм каяктарҙың бик күп төрө тупланған музей бар.

Гренландияла ваҡыт иҫәбе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
UTC-4 сәғәт бүлкәтендә донъя картаһы:



күк — зонаһы UTC-4 ҡышҡы (ноябрь-март) ҡалаһынан Төньяҡ ярымшарҙың (йәй (апрель-октябрь) — UTC-3);



зәңгәр — зонаһы UTC-4 океан;



асыҡ-һары — зонаһы UTC-4 йыл әйләнәһенә эшләй;



һары — зонаһы UTC-4 . йәй (апрель-октябрь) ҡалаһынан Төньяҡ ярымшарҙың (ҡышҡы (ноябрь-март) — UTC-5) һәм зона UTC-4 ҡыш (апрель-октябрь) айында көньяҡ ярымшарҙа (йәй (ноябрь-март) — UTC-3)

Гренландия территорияһы дүрт сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан: UTC−4, UTC−3, UTC−1 менән UTC+0. Йәйгеһен Гренландияның күп өлөшө (Хейс ярымутрауынан тыш); Данмарксхавн, Иллоккортоормиут һәм уның эргәһендәге территория Урта Атлантика ваҡытын (UTC−2) ҡуллана.

Air Greenland авиакомпанияһының De Havilland Canada Dash 7 самолеты

Гренландияла юл селтәре юҡ тиерлек, шуға ла тик бер тораҡ пункты эсендә һәм уның яҡын тирәһендә генә автомобилдә елдерергә була. Климат һәм рельеф үҙенсәлектәре, шулай уҡ тораҡ пункттарының бер-береһенән алыҫ ятыуы сәбәпле, юлдар юҡ. Күрше тораҡ пункттары араһында эттәрҙе егеп һәм ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөргә була. Утрауҙа тимер юлдары юҡ[27].

Утрауҙа һауа юлдары киң үҫешкән. Кангерлуссуак, Нарсарсуак, Нук — утрауҙағы иң эре аэропорттар, әммә тик беренсеһе генә ҙур авиалайнерҙарҙы ҡабул итергә һәләтле. Air Greenland авиакомпанияһы урындағы авиабәйләнештәрҙе хеҙмәтләндерә, шулай уҡ Данияның баш ҡалаһы Копенгагенға ла уларҙың самолеттары оса. Исландия менән даими авиабәйләнеш бар (авиакомпания Air Iceland), киләсәктә Канада[28] менән дә авиабәйләнеш урынлаштырыу пландаштырыла. Утрауҙа шулай уҡ диңгеҙ суднолары йөрөй.

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гренландияла дәүләт телерадиокомпанияһы — Гренландия радиоһы (Kalaallit Nunaata Radioa) бар.

  1. 1,0 1,1 https://www.cia.gov/the-world-factbook/countries/greenland/
  2. Институт статистики ЮНЕСКО
  3. (unspecified title) (ирл.) — 2006.
  4. 20 // Lov om Grønlands Selvstyre (дат.)
  5. 3 // Oqaatsinut politikki pillugu Inatsisartut inatsisaat, Inatsisartutlov om sprogpolitik (гренл.)
  6. https://web.archive.org/web/20110613193528/http://www.ainc-inac.gc.ca/nth/og/pubs/prosp/c6_ba-eng.pdf (ингл.)Crown–Indigenous Relations and Northern Affairs Canada. — P. 102.
  7. https://www.euronews.com/2024/01/14/denmarks-queen-margrethe-signs-her-historic-abdication-as-son-becomes-king
  8. https://naalakkersuisut.gl/Departementer?sc_lang=da
  9. https://bank.stat.gl/pxweb/en/Greenland/Greenland__BE__BE01__BE0120/BEXSTA.px/table/tableViewLayout1/
  10. https://data.worldbank.org/indicator/NY.GDP.MKTP.CDДонъя банкы.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 World Plugs / под ред. Международная электротехническая комиссия
  12. Институт статистики ЮНЕСКО
  13. The Fate of Greenland’s Vikings 2012 йыл 4 ноябрь архивланған., by Dale Mackenzie Brown, Archaeological Institute of America, 28 February 2000
  14. Saillard J., Forster P., Lynnerup N., Bandelt H.J., Nørby S. mtDNA variation among Greenland Eskimos: the edge of the Beringian expansion (инг.) // American Journal of Human Genetics : journal. — 2000. — Т. 67. — № 3. — С. 718—726. — DOI:10.1086/303038 — PMID 10924403.
  15. The Portuguese Explorers. Heritage.nf.ca. Retrieved on 21 June 2016.
  16. Greenland in Figures 2012. — stat.gl.
  17. Hydropower creates clean energy and jobs in Greenland. Nordic Investment Bank. Дата обращения: 2 октябрь 2016. 2016 йыл 3 ноябрь архивланған.
  18. «How Greenland got its name». The Ancient Standard. 17 December 2010.
  19. Grove, Jonathan The place of Greenland in medieval Icelandic saga narrative (инг.) // Journal of the North Atlantic : journal. — 2009. — Т. 2. — С. 30—51. — DOI:10.3721/037.002.s206 Архивировано из первоисточника 11 апрель 2012.
  20. Stern, p. 89
  21. Парламент Дании расширил автономию Гренландии(недоступная ссылка)
  22. Гренландцы проголосовали за расширение автономии — Lenta.ru, 26 ноября 2008
  23. 23,0 23,1 Гренландия шагнула к независимости 2017 йыл 21 сентябрь архивланған. — Вести. Ru, 26 ноября 2008]
  24. Гренландия получила самоуправление — Русская служба BBC, 21 июня 2009
  25. Statistics Greenland. Statistics Greenland.
  26. Greenland wants new language policy | IceNews — Daily News
  27. Информация по странам: Гренландия bezzabot.com
  28. Air Greenland sets sights on reviving Greenland-Nunavut flights