Эстәлеккә күсергә

Иллоккортоормиут

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иллоккортоормиут
Greenlandic: Ittoqqortoormiit
Герб
Нигеҙләү датаһы 1925
Рәсем
Рәсми атамаһы Illoqqortoormiut
Дәүләт  Гренландия (административ берәмек)
Административ үҙәге Ittoqqortoormiit municipality[d]
Административ-территориаль берәмек Сермерсоок[d]
Сәғәт бүлкәте UTC−1[d] һәм UTC±0:00[d]
Халыҡ һаны 345 кеше (1 ғинуар 2020)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1 метр
Туғандаш ҡала Ольборг һәм Дальвик
Почта индексы 3980
Рәсми сайт ittoqqortoormiit.gl
Карта
 Иллоккортоормиут Викимилектә

Иллоккортоормиут (вост.-гренл. Illoqqortoormiut, станда. гренл. Ittoqqortoormiit [itːoqːɔʁtɔːʁmiːt] Иттоккортоормиит; дан. Scoresbysund Скорсбисунн) — көнсығыш Гренландияның ҡалаһы. Был ҡала Сермерсоок коммунаһы территорияһында урынлашҡан. Элекке Иллоккортоормиут коммунаһының административ үҙәге, 2009 йылда бөтөрөлгән. Гренландияның иң алыҫта торған ҡалаларының береһе — уға тиклем тик самолетта ғына барырға мөмкин (Исландияның Констебель-Пинт ҡалаһынан осоусы самолетта аҙнаға ике тапҡыр ғына), артабан вертолетта йәки кәмәлә (йыл әйләнәһенә барлығы бер нисә ай буйына ғына). 2013 йыл мәғлүмәттәре буйынса ҡала халҡы 452 кеше тәшкил итә.

Иттоккортоормиут

Скорсбисунн атамаһы тикшереүсе һәм китҡа һунар итеүсе Уильям Скорсбисунн исеменән килеп сыҡҡан. Уильям Скорсбисунн был төбәкте 1822 йылда картаға индергән. Эскимосса Иллоккортоормиут «Оло Йорт» тигәнде аңлата.

Ҡала Кангертиттивак фьорды (дат телендә Скорсбисунн) тамағында урынлашҡан.

Иллоккортоормиут коммунаһы 235 000 км² майҙанды биләй, көньяҡта Аммассалик менән, төньяҡта Төньяҡ-Көнсығыш Гренландия милли паркы менән сиктәш. Фаунаһы поляр айыуы, тюлень һәм һарыҡ-үгеҙҙән тора. Скорсбисунн фьорды — донъяла иң ҙур фьорд, уның оҙонлоғо 350 км, тәрәнлеге — 1500 метр, иң ҙур утрауы — Милн Ере.

Ҡаласыҡҡа нигеҙҙе 1925 йылда Миккелсен Эйнар һәм «Густав Холм» карабында килгән 70 кеше һалған. Был Норвегияның Көнсығыш Гренландия төбәге менән ҡыҙыҡһыныу эҙемтәһе булып торған. Шул уҡ ваҡытта был Тасиилак халҡына ярҙам күрһәтеү маҡсатында эшләнгән, сөнки ундағы йәшәү шарттары насарая һәм ундағы кешеләрҙең күпеселеге үҙ ирке менән яҡшыраҡ шартлы ерҙәргә күсә башлаған була. Яңы ерҙәрҙә уларҙы тюлень, морж, нарвал, поляр айыуҙарына бай һунар биләмәләре көтә.

Шуның менән бергә, шулай уҡ был төбәктә инуит халҡы (эскимостар) йәшәгән, емереклектәр һәм башҡа археологик табылмалар быны дәлилләй.

Урындағы һунарсылар борондан уҡ айыу һәм киттарға һунар иткән, был шөғөл хәҙер ҙә ҡаланың мәҙәни-иҡтисади факторы булып тора. Ит һәм башҡа хайуандар аҙығы һунарсылар ғаиләләре хужалығының нигеҙе булып тора. Был аҙыҡ-түлекте һатыуҙан килем барлыҡҡа килә, әммә ул айырым миҙгелдә генә алып барыла. Палтус һәм креветкалар көтөүе Иллоккортоормиут янынан үтә, ләкин паковый боҙ арҡаһында бер нисә ай буйына уларҙы тотоу мөмкин түгел.

Һуңғы ваҡытта туризмдың роле арта.

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гренландияның административ бүленеше
  1. http://bank.stat.gl/pxweb/en/Greenland/Greenland__BE__BE01__BE0120/BEXST4.PX/?rxid=6ca430db-8cff-4915-aad6-82f4013ce159
  2. Aalborg Twin Towns. Europeprize.net. Дата обращения: 19 август 2013. Архивировано 7 сентябрь 2013 года. 2019 йыл 7 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар һәм әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]