Оха

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Оха
ФлагГерб
Flag of Okha (Sakhalin oblast).pngCoat of Arms of Okha (Sakhalin oblast).png
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Городской округ «Охинский»[d][1]
Административ-территориаль берәмек Городской округ «Охинский»[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Халыҡ һаны 20 715 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 30 Метр
Сәғәт бүлкәте Владивосток ваҡыты[d][3]
Майҙан 44 км²
Почта индексы 694490
Рәсми сайт okhacity.ru
Урындағы телефон коды 42437
Commons-logo.svg Оха Викимилектә


Оха (нивх. Т’оӽ — «бысраҡ йылға») — (1938) . Рәсәй Федерацияһы Сахалин өлкәһе ҡалаһы (1938 йцылдан алып). Сахалин утрауының төньяғында урынлашҡан .

Халыҡ —20175 кеше (2018) йыл).

Нефтселәр ҡалаһы. Көньяҡ-Сахалинскиҙан 849 км алыҫлыҡта урынлашҡан

Оха ҡасабаһы 1880 йылда нефтьасыу арҡаһында барлыҡҡа килә. 19201925 йылдарҙа Япония тарафынан оккупацияланған була.

Оха ҡалаһы дәүләт наградаһы — «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (1978 й).

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1880 йылда нефть ятҡылығы асыла, уның эргәһендә Охэ ҡасабаһы үҫеп сыға (һуңыраҡ — Оха). Әммә бер нисә тапҡыр нефть табырға тырышыу уңышһыҙ була һәм ҡасаба ташландыҡ хәлгә килә. 1900 йылда Сахалиндың тораҡ пункттары араһында Оха юҡ. 1908 йылда был урында ниндәй ҙә булһа торлаҡ булмаған.

1920—1925 йылдарҙа Япония тарафынан оккупацияланған. 1921 йылда бында нефть сығара башлағандар. Күптәр ҡалаға нигеҙ һалыу ваҡыты — 1925 йыл тип иҫәпләйҙәр. 1925 йылдың октябрендә Оха Көнсығыш районы үҙәге була (һуңынан Оха районы). Оха йылғаһының атамаһы буйынса ҡалаға исем бирелә. Һуңғы атамаһы әлегә мотлаҡ һуңғыһы тигән һүҙ түгел.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Амурҙағы Николаевск ҡалаһынан сауҙагәр А. Е. Ивановтың 1880 йылдың 7 июлендәге мөрәжәғәт-ғаризаһында Оха беренсе тапҡыр телгә алына. Бәлки, атамаһы эвенк телендге «ох» һүҙенән (төньяҡ боланынан) килеп сыҡҡандыр. Шундай риүәйәт бар: бер ваҡыт болан, аусынан ҡурҡып ҡасып, тәрән һаҙға бата башлаған. Һунарсылар һаҙға төрлө бөотаҡтар ташлап, боланды ҡоро ергә сығарған һәм боландың ҡорһағы менән аяҡтарының майлы бысраҡ шыйыҡсаға буялғанын күргәс, «ОХ» тип, йәғни «бысраҡ» тип ҡысҡырып ебәргәндәр[4].

Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оха ҡалаһы, Мәскәүҙән көньяҡтараҡ урынлашҡан булһа ла, Иң Төньяҡ районга ҡарай. Охот диңгеҙе һәм Көнсығыш-Сахалин һалҡын ағымы был урындың климатын ҡырыҫ климатҡа әйләндергән (уртаса- һалҡын диңгеҙ климатына).

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — −0,2 °C
  • Уртаса һауа дымлылығы — 71,7 %
  • Уртаса ел тиҙлеге — 6,3 м/с
Һауа температураһы Ох.[5]
Ай Дек. ғИН Мар Апра Май Июн Июла Авг Сен Окт Нухтың фЕВР Йыл
Цзе. максимум, °C -13,9 -12,5 -6,6 2,5 10,8 18,7 22,1 21,3 15,3 6,2 -3,4 -10,3 4,3
Цзе. температура, °C -17,9 -17,2 -12,1 -2,0 6,0 13,2 16,7 16,1 10,9 3,0 -6,6 -13,9 -0,2
Цзе. кәм тигәндә, °C -21,9 -21,7 -17,8 -6,6 1,3 7,9 11,6 11,4 7,1 0,0 -9,7 -17,4 -4,6

Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1995 йылда Нефтегорск ҡалаһында булған ер тетрәүҙән һуң, Нефтегорскиҙан 878 км алыҫлыҡта торған Оха ҡалаһының халҡы ҡырҡа кәмей. Ер тетрәүҙән шулай уҡ Оха ҡалаһы һәм районы зыян күрә, күп йорттар емерелә йәки зыянлана. 1996—2016 йылдар буйынса ҡала халҡының өстән бер өлөшө материкка күсеп китә.

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәбиғи ресурстар сығарыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оха — эре нефть һәм газ сәнәғәте үҙәге Сахалин (ААО «РН-Сахалинморнефтегаз»). Оханан нефть үткәргестәр буйынса нефть Комсомольск-на-Амуре ҡалаһына сығарыла.

Энергетика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • АО «Охинский ТЭЦ»

Завод[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • механика
  • тимер-бетон изделиелар һәм стена материалдары

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Оха Рәсәй ҡалалары һәм Сахалин ятырутрауының башҡа тораҡ пункттары менән һауа һәм автобус юлдары менән тоташҡан.

Һауа транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп тәғәйенләнеш пункттары — Хабаровск, Южно-Сахалинск.

Автомобиль транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Автобус менән Оха ҡалаһы Москальво, Ноглики, Некрасовка, Тунгор, Эхаби, Көнсығыш, Сабо, Лагури тораҡ пункттары менән бәйле.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Городской округ «Охинский»
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  3. Федеральный закон от 09.03.2016 № 59-ФЗ — 2016.
  4. Гальцев-Безюк С. Д. Топонимический словарь Сахалинской области — Южно-Сахалинск: Дальневосточное книжное издательство. Сахалинское отделение, 1992. — Б. 224. — ISBN 5-7440-0136-0.
  5. Сахалин өлкәһе өсөн Метеостатистика

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]