Карелдар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карелдар
карел. karjalaižet, karjalaiset
Флаг
Рәсем
Туған тел карел теле[d]
Халыҡ һаны 88 850 кеше
Ил  Финляндия
 Украина
 Ҡаҙағстан
 Беларусь
 Рәсәй
 Латвия
 Эстония
 Карелдар Викимилектә

Карелдар (үҙатамалары карел. karjalaižet, karjalaiset) — Балтик буйы фин халҡы, Карелияның төп халҡы. Халыҡ һаны 93,3 мең (2002), ↓88 850 (2010). Карелияла 65,7 мең, Тверь өлкәһендә 14,6 мең (Тверь карелдары[1], Санкт-Петербургта 2,1 мең, Ленинград өлкәһендә 2,1 мең кеше, шулай уҡ РФ-тың Вологда, Архангель, Новгород, Мәскәү һ.б. өлкәләрендә бар. Бынан тыш Финляндияның көнсығышында (10 мең — 2008), Эстонияла, Латвияла, Беларустә, Украинала, Ҡаҙағстанда йәшәйҙәр. Карелдарҙың яртыһы (күбеһенсә ауыл ерендә) карел телендә, күпселеге урыҫ телендә һөйләшә. Диндәре буйынса православ христиан динен тотоусылар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карелдарҙың килеп сығышында боронғо корела (кирьяла) халҡы[2] һәм вепстарҙың өлөшө ҙур. Төньяҡ карелдарҙа Лапландия саамдары һыҙаттары һаҡланған. XII быуатта Корела ерҙәре Новгород ерҙәренә ҡушылғас, был яҡҡа урыҫтар күсеп ултыра башлай. 1940 йылдар ахырынан — 1950 йылдар башына карел ерҙәренә урыҫтар күпләп күсеп килә. Шул сәбәпле 1959 йылға 3 кенә районда карелдар күпселекте тәшкил итә (Олонец, Калевала, Пряжин райондары). 2002 йылға карелдарҙың күпселеге (54,4 %) ҡалаларҙа йәшәй. 1920 йылдан башлап (1938—1940 йылдарҙа Карелияның рәсми теле итеп карел теле билдәләнеүе иҫәбенә алмайса), карелдарға урыҫ һәм фин телдәре көсләп индерелә.

Карелдарҙың күпселеге халыҡтары европеоид беломор-балтик тип халыҡтарға инә[3]. Беломор-балтик тибы, төньяҡ-көнсығыш һәм Көнсығыш Европаның көньяҡ ярҙарынан алып Балтик диңгеҙенән Уралға тиклем (литва, латыштар, карел, вепс, өлөшсә коми, рус һәм белорустарҙың төньяҡ төркөмө, ижора) таралған[4].

Йәшәгән ерҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карелия республикаһында карелдар (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса)

Оло Күсенеүҙән һуң карелдарҙың тарихи йәшәү урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм алғанда, карелдарҙың йәшәү зонаһы, Карелиянан ҡала, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә сағыштырмаса хәүефһеҙ Тверь һәм Мәскәү янындағы ҡалдау ерҙәр менән сикләнгән.

  • Тверь Карелияһы (Тверь өлк.)
  • Карел тихвин (Ленинград өлк)
  • Валдай карелдары (Новгород өлк.)
  • Медынь өйәҙе (Калуга өлк.)
  • Морша өйәҙе (Тамбов өлк.)
  • Суздаль өйәҙе
  • Моложск өйәҙе
  • Гжат өйәҙе

Шулай уҡ карелдар Талдом , Клин, Переславль-Залесский, Вологда, Ржев, Елец төбәктәрендә бар.

Рәсәй ҡалаларында һәм райондарында карел халҡы өлөшө (2010 йылдағы иҫәп алыу буйынса)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(карелдар дөйөм халыҡ һанынан 5 % артҡан муниципаль берәмектәр):

Рәсәй райондарында һәм ҡалаларында карелдар өлөшө
муниципаль район, ҡала округы РФ субъекты % карел
Олонецк МР Карелия 52,2
Калевала МР Карелия 35,5
Пряжино МР Карелия 31,9
Лоух МР Карелия 12,6
Муезер МР Карелия 10,9
Лихославль МР Тверь 8,6
Суоярва МР Карелия 8,1
Спир МР Тверь 8
Питкярант МР Карелия 6,6
ҠО Костомукша Карелия 6,4
Рамешковск МР Тверь 6,1
Кондопога МР Карелия 5,8
Максатихи МР Тверь 5,3

Мәҙәниәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй географияһында карел теле диалекттары таралған урындар

Көнкүреш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карелдарҙың мәҙәниәте Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе халыҡтарҙыҡы менән үҙ-ара оҡшаш булған. Төп кәсептәре — ағас яндырып-төпләп, баҫыу яһап, ашлыҡ үҫтереү. Иң боронғо игелгән булып тары иҫәпләнә, XVI быуаттан арыш (көньяҡтараҡ бойҙай) күпләп игелә башлай. Һыйырҙар, урындағы тәпәш буйлы яҡшы тоҡомло аттар, ныҡ йөнтәҫ һарыҡтар (көньяҡтараҡ итен һатыу өсөн сусҡа) үрсетәләр, төньяҡта йәшәүсе карелдар саамдарҙан болан үрсетеү кәсебенә өйрәнгәндәр. Һунар һәм балыҡ тотоу, тире эшкәртеү, урмандан еләк-емеш йыйыу ҙа киң таралған. Урындағы һаҙ мәғдәненән мәгъдәненнән тимер (шулай уҡ көмөш, баҡыр) яһау кәсебе үҫеш ала, Олонец тау заводтары барлыҡҡа килә. XVIII быуаттан карелдар араһында ситкә китеп эшләү, шул иҫәптән урман йығып, һал ағыҙыу кәсебе лә тарала. Хәрәкәт итеү өсөн саңғы, һөйрәлтке, сана, төньяҡ карелдарҙа болан егелгән сана ҡулланылған. Көнсығыш һәм, бигерәк тә, төньяҡ карелдар өсөн аҙ һанлы йорттарҙан торған (3 хужалыҡтан артмаған) ҙур булмаған ауылдар хас булған, XIX быуаттан утарҙар барлыҡҡа килә. Төньяҡ урыҫ төрөндәге йорттарҙа йәшәгәндәр, торлаҡ йорттары өйҙән (пертти), өй алды (синчо), келәттән (айтта) торған. Йорттарҙы ағасты семәрләп биҙәгәндәр, төньяҡ-көнбайыш ерҙәрҙә түбәләр ҡабыҡ менән ябылған. Өй эсендә урыҫ мейесе (төньяҡтараҡ асыҡ усаҡлы мейес — пииси) төп урынды алып торған. Йорт йыһаздарының барыһына ла ағасты семәрләп биҙәк һалалар, баҙарҙа һатыу өсөн буяп биҙәк тә төшөргәндәр.

Кейемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кейемдәре урыҫ кейеменә үҙ-ара оҡшаш булған. Ир-аттар салбар, оҙон итәкле, ҡыя яғалы өҫ кейеме (пайду) кейә, XIX быуаттан ҡайтарма яғалы күлдәктәр ҡулланышҡа инә. Ҡатын-ҡыҙҙар боронораҡ ептән бәйләп итәк (хурстут), XVI быуаттан сарафан (ферези) кейгән. Кейемдәргә (бигерәк тә төньяҡта) ҡыҙыл, һары, күк, ҡара төҫтәр ҡулланып, геометрик орнамент сигеү таралған. Туғанлыҡ атамаларында рус алынмалары күп ҡулланыла. Төньяҡ (хият) һәм көньяҡ (свуадьбу) карелдарҙа туй үткәреү йолаһы айырымлыҡтары бар. Төньяҡ карелдарҙа кейәү вәкилдәре булып сихырсы(патьвашка) һәм уның ярҙамсыһы (шуаяннайни), көньяҡ карелдарҙа кейәү дуҫтары (дружки) сығыш яһай. Туйҙа һаубуллашыу йырҙары күбеһенсә урыҫ телендә башҡарылған

Фольклор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ ауыҙ-тел ижадында калевала шиғырына нигеҙләнгән руник йырҙар, туй йырҙары, балладалар, ҡарғау-һыҡтау (туйҙа, ерләүҙә, рекрутлыҡҡа алынғанда һ.б. осраҡтарҙа йырланған) йырҙары, өшкөрөүҙәр урын ала. Кантеле музыкаль ҡоралына ҡушылып яңғыҙ йырлау киң таралған булған. Һыҡтау йырҙарын ҡатын-кыҙҙар ғына башҡара. Боронораҡ импровизация яһап йырлау (ёйги, йокку) ысулы киң ҡулланыла. Хәҙер лирик йырҙар (финса, русса) башҡарыу, таҡмаҡ әйтеү (карелса, урыҫса), пийрилекки (түңәрәк буйлап йырлап әйләнеү уйыны) һаҡланып ҡалған. Калевала районында Архип Перттунендан Э. Лёнротт тарафынан яҙып алынған рундар «Калевала» эпосының нигеҙен тәшкил итә. Күбеһе тылсымлы әкиәт төрөнә ҡараған карел әкиәттәре, баһадирҙар, хазиналар, күсенеп йөрөү тарихы тураһында хикәйәттәр һаҡланған. Карел ауыҙ-тел ижады легендаларға, мәҡәлдәргә, табышмаҡтарға бай.

Дин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карелдарҙың Рәсәйҙәге күпселеге — православие инаныслы, Финляндияла — лютерандар һәм православтар. Күпләп суҡындырыу 1227 йылда, кенәз Ярослав Всеволодович хакимлыҡ иткәндә була[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сайт тверских карелов
  2. Рождение народа
  3. Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 2: К — П. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2009. — 464 с. : ил.,карт. — стр. 26 ISBN 978-5-8430-0125-4 (т. 2)
  4. Советский энциклопедический словарь. — 4-изд.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 123. — 1632 с. — 2 500 000 экз.
  5. Государственный комитет статистики Украины. Всеукраинская перепись населения 2001 года. Распределение населения по национальности и языку.
  6. POPULATION BY ETHNIC NATIONALITY, MOTHER TONGUE AND CITIZENSHIP(недоступная ссылка)
  7. Карелия официальная. Духовные и светские власти Карелии отметили 775-летие крещения карел 2020 йыл 4 февраль архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]