Сету
Сету | |
Байраҡ | |
Туған тел | Эстон теле, сету[d] һәм урыҫ теле |
---|---|
Дәүләт |
Эстония Рәсәй |
Халыҡ һаны | 10 197 кеше |
Сету Викимилектә |
Сету (шулай уҡ сето, псков чуде) — аҙ һанлы фин-уғыр халҡы. Псков өлкәһе Печора районында (1920 йылдан 1940 йылға тиклем - Эстон Республикаһының Петсери районы) һәм уға сиктәш булған Эстонияның Вырумаа һәм Пылвамаа өязләрендә йәшәйҙәр. Был өйәҙҙәр 1920 йылға тиклем Псков губернияһына керә торған булалар. Сетуҙарҙың тарихи йәшәү өлкәһе Сетумаа атамаһын йөрөтә.
Һандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сетуҙарҙың теүәл һанын билдәләү ауыр, сөнки улар, Рәсәй һәм Эстония территорияһында йәшәүсе халыҡтар исеменә индерелмәгән этнос булараҡ, көслө ассимиляцияға дусар була. Яҡынса һаны — 10 мең кеше. Халыҡ һанын ҡабул итеү барышында сету, ҡағиҙә булараҡ, үҙҙәрен урыҫ йәки эстон булараҡ яҙҙыра.
ХХ быуат урталарында сетуҙарҙың һаны 9 мең кеше иҫәпләнә, шуның 7 меңгә яҡыны Псков губернаһы сиктәрендә йәшәй. 1890 йылға сетуҙар һаны 12-13 мең кеше иҫәпләнә. 1897 йылда Рәсәй империяһында беренсе һәм берҙән-бер халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса сетуҙар һаны 16,5 мең кеше.
Хәләт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эстонияла сету халҡы рәсми рәүештә милләт булараҡ иҫәпләнмәй, уларҙың теле эстон теленең вырус диалекты булараҡ һанала. Эстониялағы сету һәм вырус теле мәктәптәрҙә әҙәби эстон теле уҡытылғанлыҡтан уға күсәҙәр. Хәҙерге ваҡытта Көньяҡ Эстонияла выру/сету телен уҡытыу башлап ебәрелгән. Шунда уҡ 2006 йылдан башлап диалектта сету йәмғиәтенең "Peko Helü" журналы сығарыла башлай.
Сету халҡы үҙ телен мөсәҡил тел булараҡ иҫәпләй, ләкин этнограф, лингвистар уны эстон теленең көньяҡ һөйләмендәге вырус диалектының бер өлөшө тип һаныйҙар.
Сету теле 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан юҡҡа сығыусы телдәр атласына юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған тел булараҡ керетелә.
2010 йылдың июнь айында Россия Хөкүмәте тарафынан Россиялағы урындағы аҙ һанлы халыҡтарҙың уртаҡ исемлегенә керетелә.
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сету халҡы лютеран эстондарҙа айырмалы булараҡ, православие динендә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексеев Ю. В., Манаков А. Г. . Народ сету: между Россией и Эстонией. — М.: Европа, 2005. — 104 с. — ISBN 5-9739-0027-4.
- Гурт Я. О псковских эстонцах, или так называемых «сетукезах» // Известия Императорского Русского Географического Общества. — 1905. — Т. XLI. — С. 1—22.
- Манаков А. Г., Потапова К. Н. Псковские сету: спорные вопросы происхождения // Вестник археологии, антропологии и этнографии. — 2012. — № 2. — С. 106—112.
- Тынурист И. В. . Эстонцы // Народы России: энциклопедия / Гл. ред. В. А. Тишков. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1994. — 479 с. — ISBN 5-85270-082-7. — С. 423—427.
- Koltat, karjalaiset ja setukaiset: Pienet kansat maailmojen rajoilla («Колтты, карелы, сету: маленькие народы на краю Земли») (фин.) / Tuija Saarinen, Seppo Suhonen (toim.). — Snellman-Instituutti, 1995. — 277 p. — (A-sarja, 19/1995). — ISBN 951-842-167-6. — ISBN 978-9518421675