Ингерманландтар
Ингерманландтар | |
фин. inkeriläiset | |
Байраҡ | |
Туған тел | Фин теле һәм урыҫ теле |
---|
Ингерманландтар, йәки фин-ингерманландтар, йәки ингерманланд финдары[1][2] (фин. inkeriläiset, inkerinsuomalaiset, эст. ingerlased, швед. finskingermanländare, иҫкесә финн-инкери, ленинград финна[3][4], неол. ингро-финна[5]) — бер версия буйынса, был финдарҙың субэтник төркөмө, XVI быуаттаI тарихи Ингерманландия территорияһында барлыҡҡа килгән [6][7][3], башҡа версия буйынса — шулай уҡ Ингерманландия территорияһында барлыҡҡа килгән үҙаллы фин-уғыр этносы[1][8][3][9][⇨].
Әлеге ваҡытта ингерманландтар, нигеҙҙә, Рәсәйҙә (Санкт-Петербург, Ленинград өлкәләре, Карелия, Көнбайыш Себер, Эстония, Финляндия һәм Швецияла йәшәй[10][11]. Ингерманланд теле (фин. inkerin murre) ҡарап көнсығыш фин теленең көнсығыш диалекттарына ҡарай [2][⇨]. Дини инаныстары буйынса ингерманландтар лютеран сиркәүенә ҡарай, әммә уларҙың бер өлөшө православие дине тота[⇨].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этник төркөм Швеция хакимиәте тарафынан 1610—1617 йылдарҙағы Рәсәй-Швеция һуғышынан һуң эвремейстарҙың, өлөшләтә савакоттарҙың Швецияға күсерелеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Ижора ерен финлаштырыу күбеһенсә бындағы ауыр демографик юғалтыуҙар арҡаһында еңеләйә, бигерәк тә көнсығыш өлөшө, Фетнәле осорҙа (Смутное время) ҡәүем ҙур юғалтыуҙарға дусар була[12].
1675 йылдан һуң төньяҡ һәм үҙәк Ингерманландия лютеранлыҡ тотҡан һәм фин телле ҡәүем булып китә. Урындағы властың мәжбүри лютеранлаштырыу ғәмәлдәренән ҡасып, православие тотҡан ҡәүемдәрҙең (карел, ижора, вожан, рус), күп өлөшө Ингерманландиянан китергә мәжбүр була. Уларҙың урынын биләгән эвремейс һәм савакоттар үҙенсәлекле субэтник мәҙәниәт барлыҡҡа килтерә[13]. Шул уҡ ваҡытта ингерманландтар тулыһынса килмешәктәрҙән тора тип әйтеп булмай. XVII быуат аҙағында 3000 ижора ғаиләһе лютеранлыҡ ҡабул иткән була, лютеран водь ҡәүеме 12-15 мең һәм самаһы кеше тәшкил итә. Улар ингерманланд этносының өлөшөнә әүерелә[14]. Хәҙерге заманда игерманланд этностар, шулай итеп, ҡатнаш дүрт ҡәүемдән — ижора, водь, савакот һәм эвремейстарҙан тора[15].
Православие Ингерманландияның көнбайышында үҙ позицияларын һаҡлап ҡалған. 1656 йылдахалыҡтың 41 проценты — лютеран , ә 1695 йылда — яҡынса 75 %[16].
Лендар | 1623 | 1641 | 1643 | 1650 | 1656 | 1661 | 1666 | 1671 | 1675 | 1695 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ивангород | 5,2 | 24,4 | 26,7 | 31,8 | 26,3 | 38,5 | 38,7 | 29,6 | 31,4 | 46,7 |
Ямск | — | 15,1 | 15,2 | 16,0 | 17,2 | 44,9 | 41,7 | 42,9 | 50,2 | 62,4 |
Копорск | 5,0 | 17,9 | 19,2 | 29,4 | 30,3 | 34,9 | 39,9 | 45,7 | 46,8 | 60,2 |
Нотебург | 14,7 | 58,5 | 66,2 | 62,5 | 63,1 | 81,0 | 88,5 | 86,0 | 87,8 | 92,5 |
Барыһы | 7,7 | 35,0 | 39,3 | 41,6 | 41,1 | 53,2 | 55,6 | 59,9 | 61,5 | 71,7 |
Территория XVIII быуатта, Санкт-Петербург барлыҡҡа килгәндән һуң, яңынан урыҫлаша [18]. Шуға ҡарамаҫтан, XIX быуат башында ла, Санкт-Петербург тирәһендәге халыҡ тулыһынса тиерлек фин телендә генә һөйләшә[19][20].
1917 йылда Ингерманландияла яҡынса 160 000 фин йәшәгән, уларҙың яҡынса 140 000-е — лютерандар була.
Совет осоронда, 1920-се йылдар аҙағы — 1930-сы йылдар башында, «еректереү» сәйәсәте ҡулланып, Ингерманланд финдарҙың тупланып йәшәгән ерҙәрендә урындағы башланғыс милли административ берәмектәр булдырыла.
Репрессия һәм депортация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылдар башынан ингерманланд халҡы совет власы яғынан репрессия дусар ителә, һөҙөмтәлә 1940 йылдарҙың икенсе яртыһында традицион йәшәгән райондары тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡан .Ингерманландтарға ҡарата репрессияларҙы биш «тулҡын»ға бүлергә мөмкин. Өс «тулҡын» һуғышҡа тиклем үтә (1930—1931 йылдарҙа, 1935—1936 һәм 1937—1938 йылдарҙа), ә тағы икеһе — һәм һуғыштан һуңғы осорға: 1941—1942 һәм 1944—1947 йылдарға тура килә[21].
Һуғыштан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ингерманландарҙың барлығы 63 меңен һуғыш ваҡытында Финляндияға күсергәндәрн[22]. 1944 йылдың сентябрендә солох шарттары тураһында һөйләшеүҙәр барышында СССР Финляндиянан үҙ граждандарын — ингерманланд һәм эстондарҙы — кире ҡайтарыуҙы талап ит . 1944 йылдың көҙөндә башланғас 55 мең кеше, совет власы вәғәҙәләренә ышанып, тыуған иленә кире ҡайтырға ризалаша[23]. Тик репатрианттарҙы тыуған яғына түгел, ә Псков, Калинин, Новгород, Ярославль өлкәләренә оҙаталар. Ингерманландарҙы совет власы органдары үҙ теләктәре менән сит илгә сыҡҡан ышанысһыҙ элементтар тип һанай[24]. Тыуған йорттарын күсерелгән кешеләр биләгән була, улар ингерманландтарҙың ҡайтыуына ҡаршылаша. Бары Сталин үлгәндән һуң ғына күпмеләрҙер тыуған яғына ҡайта ала.
Ингерманландтарҙың һуғыштан һуң тыуған быуыны мәктәптәрҙә туған телдә уҡыу мөмкинлегенә эйә булмай (ингерманланд фин диалекты), хатта ғаиләлә рус телендә аралашалар, һөҙөмтәлә, туған телен белгән кешеләр бик аҙ ҡала, ә фин телен сит ил теле булараҡ өйрәнәләр [25].
Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә йәшәүселәр һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә 441 ингерманланд бар тип иҫәпләнә[26], әммә т.ф.д. В. И. Мусаев ингерманландтарҙың күп тоҡомдары рәсәй финдары һанына ингән (20 мең самаһы, улар илдең төрлө төбәктәренә таралған:
«При проведении переписей, финны-ингерманландцы не выделялись в качестве особой группы, но можно с уверенностью сказать, что среди финского населения бывшего СССР лица неингерманландского происхождения составляют не очень значительное меньшинство.»[27]
Башҡортостанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 53 кеше — фин, 1- ингерманланд тип теркәлгән[28]
Документалистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ингерманландские финны: выбор судьбы?. Документальный фильм. Режиссер — Нина Серебрякова. Киностудия «Этнос». 2007 г. ОТР. 21.05.2020. 47 минут.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Крюков А. В., 2012
- ↑ 2,0 2,1 Конькова О. И., Кокко В. А., 2009
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Кирьянен А. И., 2010
- ↑ Янсон П. М., 1929
- ↑ Крылов Н. В., 2011
- ↑ Ступин Ю. А., 2014
- ↑ Коломайнен Р. П., 2010
- ↑ Каранов Д. П., 2012
- ↑ Ингерманландцы. VII Всемирный конгресс финно-угорских народов.
- ↑ Мусаев В. И., 2000
- ↑ Муслимов М. З., 2009
- ↑ Браудзе М. М., 2012
- ↑ Мусаев В. И., 2004, с. 20
- ↑ Мусаев В. И., 2000, с. 5
- ↑ Вертячих А. Ю., Глезеров С. Е., 2013
- ↑ Соотношение лютеранских и православных подворий в 1623, 1643 и 1675 годах.
- ↑ Itämerensuomalaiset: heimokansojen historiaa jakohtaloita / toimittanut Mauno Jokipii; [kirjoittajat: Heinike Heinsoo… et al.]. — Jyväskylä: Atena, 1995 (Gummerus).
- ↑ Мусаев В. И., 2004
- ↑ Карта народностей и языковых групп Ингерманландии
- ↑ Кёппен П. И. Этнографическая карта Санкт-Петербургской губернии. 1849 г.
- ↑ Мусаев В. И., 2004, с. 363
- ↑ Национальный архив Финляндии. Депортация ингерманландцев в Финляндию в 1943—1944 годах. Статистика. 2008 йыл 22 сентябрь архивланған.
- ↑ Гильди Л. А., 2003, с. 131
- ↑ Национальный архив Финляндии. Возвращение ингерманландцев согласно перемирию 1944 года 2008 йыл 22 сентябрь архивланған.
- ↑ Конькова О. И., Кокко В. А., 2009, с. 140
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Национальный состав по субъектам РФ.
- ↑ Мусаев В. И., 2000, с. 135
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Национальный состав по субъектам РФ.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александрова Е. Л., Браудзе М. М., Высоцкая В. А., Петрова Е. А. История финской Евангелическо-лютеранской церкви Ингерманландии / Браудзе М. М. — СПб: Гйоль, 2012. — 400 с. — ISBN 978-5-904790-08-0.
- Гильди Л. А. Народ изгой в России. — СПб, 2006. — 293 с.
- Гильди Л. А. Судьба «социально опасного» народа. — СПб: Деан, 2003. — 503 с. — ISBN 5-93630-166-4.
- Дённингхаус Виктор. В тени «Большого брата». Западные национальные меньшинства в СССР. 1917—1938 гг. — М.: РОССПЭН, 2011. — С. 727. — ISBN 978-5-8243-1535-6.
- Ивлев В. В. Промыслы крестьянского населения XIX века. // Всеволожский район Ленинградской области: Историко-географический справочник. — СПб: Петрополь, 1994. — 231 с.
- Земсков В. Н. Спецпоселенцы в СССР, 1930—1960. — М: Наука, 2005. — 306 с. — ISBN 5-02-008855-2.
- Кемпинен Мирья. Предпосылки и проблемы написания ингерманландского эпоса // «Калевала» в контексте региональной и мировой культуры. — Материалы международной научной конференции, посвящённой 160-летию полного издания «Калевалы». — Петрозаводск: Карельский научный центр РАН, 2010. — С. 51—56. — 554 с. — ISBN 978-59274-0427-8.
- Конкка Юхани. Огни Петербурга. — (Porvoo-Helsinki), СПб: (Werner Söderström Osakeyttiö), Гйоль, (1958), 2014. — 336 с. — ISBN 978-5-90479-030-1.
- Конькова О. И., Кокко В. А. Ингерманландские финны. Очерки истории и культуры / Резван Е. А.. — СПб: МАЭ РАН, 2009. — 164 с. — ISBN 978-5-88431-143-5.
- Костырченко Г. В. Часть I // Сталин против «космополитов». — М: РОССПЭН : Фонд «Президентский центр Б. Н. Ельцина», 2009. — 415 с. — ISBN 978-5-8243-1103-7.
- Курко Карло[fi]. Финны-ингерманландцы в когтях ГПУ. — (Porvoo-Helsinki: 1943), СПб: Гйоль, 2010. — 125 с. — ISBN 978-5-904790-05-9.
- Мусаев В. И. Политическая история Ингерманландии в конце XIX—XX веке. — СПб: ИИ РАН «Нестор-История», 2004. — 450 с. — ISBN 5-98187-031-1.
- Невалайнен Пекка. Изгои. Российские беженцы в Финляндии (1917—1939). — СПб: Наука РАН, 2003. — 396 с. — ISBN 5-87516-020-9.
- Невалайнен Пекка. Исход. Финская эмиграция из России 1917—1939 гг. — СПб: Коло, 2005. — 448 с. — ISBN 5-901841-24-7.
- Таргиайнен М. А. Ингерманландский излом. Борьба ингерманландских финнов в гражданской войне на Северо-Западе России (1918—1920 гг.). — СПб: Дмитрий Буланин, 2001. — 362 с. — ISBN 5-86007-269-4.
- Флинк Тойво[fi]. Домой в ссылку. Депортации ингерманландских переселенцев из Финляндии в Советский Союз 1944—1955 гг. — СПб: Гйоль, 2011. — 392 с. — ISBN 978-5-904790-06-6.
- Шашков В. Я. Спецпереселенцы на Мурмане: Роль спецпереселенцев в развитии производительных сил на Кольском полуострове (1930—1936 гг.). — Мурманск: МГПИ, 1993. — 142 с. — ISBN 5-88476-009-4.
- Kuronen Aira. Inkerin keittiö. Ruokaperinnettä ja -ohjeita. — Helsinki: SKS, 2002. — 172 p. — ISBN 951-746-364-2.
- Mietinen Helena, Krjukov Aleksei, Mullonen Juho, Wikberg Pekka. Энциклопедия «Ингерманландцы: кто есть кто?» = Inkeriläiset. Kuka kukin on? / Inkerin kultturiseura. — Таллин: Tallinna Raamatutrükikoja OÜ, 2013. — 400 p. — ISBN 978-951-97359-5-5.
- Nevalainen Pekka. Inkerinmaan ja inkeriläisten vaiheet 1900-luvolla. — Helsinki: SKS, 1992. — 228 с.
- Sihvo Hannes[fi]. Inkerin Maalla. — Hämeenlinna: Karisto Oy, 1989. — 425 p. — ISBN 951-23-2757-0.
- Tuuli Erkki[fi]. Inkeriläisten vaellus: Inkeriläisen väestön siirto 1941—1945. — Porvoo; Helsinki: WSOY, 1988. — 307 с. — ISBN 951-0-14953-5.
- АКССР. Список населённых мест (По материалам переписи населения 1933 года) / Потапов Б. А.. — Петрозаводск: «Союзоргучет» УНХУ АКССР, 1935. — 130 с.
- История ингерманландских финнов = Inkerin suomalaisten historia / Браудзе М. М. — СПб: Гйоль, 2012. — 512 с. — ISBN 978-5-90479-002-8.
- Крестьянское хозяйство в Шлиссельбургском уезде // Материалы по статистике народного хозяйства С.-Петербургской губернии. — СПб: губернского земства, 1885. — Т. 2. — 310 с.
- Jatkosodan Kronikka (билдәһеҙ). — Gummerus, 1997. — 208 с. — ISBN 951-20-3661-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Финны в старом Петербурге . Турагентство «АЙС НАТ». — Статья. Дата обращения: 21 май 2020. Архивировано 3 ноябрь 2007 года.
- Председатель общества ингерманландцев: Если под сомнение ставится целостность России, то пора применить закон . ИА REGNUM (4 май 2010). — Интервью с Владимиром Кокко. Дата обращения: 21 май 2020. Архивировано 6 май 2010 года.
- Российские финны: вчера, сегодня завтра. Материалы межрегиональной научной конференции, посвященной 20-летию Ингерманландского союза финнов Карелии / Научный редактор к.и.н. Е. И. Клементьев. — Петрозаводск: Карельский научный центр РАН, 2010. — 209 с. Архивировано 30 июль 2014 года.