Әзербайжан милләтенең этногенезы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжан милләтенең этногенезы

Әзебайжандарҙың этногенезы — көнсығыш Кавказ аръяғында һәм төньяҡ-көнбайыш Иранда бик күп һанлы һәм төрлө-төрлө этник һәм тел элементтары нигеҙендә хәҙерге әзербайжан этносының формалашыу процесы. Хәҙерге әзербайжан этносының формалашыуы, "Көнсығыш тарихы"на (2002) ярашлы, ғәмәлдә оҙон быуаттарға һуҙылған процесс, һәм ул XV быуат аҙағына тамамланған.

Килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзебайжандарҙың этногенезы процесында Атропатена һәм Кавказ Албанияһының боронғо автохтон халҡы ҡатнаша. Был башлыса б. э. т. I меңйыллыҡта баҫып ингән киммерийсылар, иран телле скифтар һәм массагеттар — б. э. I меңйыллыҡта һундар, шулай уҡ төрки телле хазарҙар, болғарҙар, I меңйыллыҡтың икенсе яртыһынан уғыҙ һәм бәшнәк ҡәбиләләре менән ҡатнашҡан иран телле һәм Кавказ Албанияһы халыҡтары[1], булған.

Британника энциклопедияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, көнсығыш Кавказ арты халҡы һәм бәлки хәҙерге Иран территорияһында йәшәгән иран телле мидийҙар әзербайжандарҙың ҡатнаш этник сығышының иң боронғо элементы булып тора. Бындағы халыҡ Иранда Сәсәниҙәр династияһы (б. э. III—VII бб.) хакимлығы осоронда фарсилашҡан. Халыҡтың төркиләшә башлауы XI быуатта төбәкте төрөк-сәлжүктәр баҫып алғандан һуң һәм артабан да төрки халыҡтарҙың күсеп килеүе миграция ағымы, бигерәк тә XIII быуаттағы монгол-татар баҫып алыуы (монгол ғәскәрендә тупланған күпселек ҡәбиләләр, шулай уҡ монгол баҫып алыуы арҡаһында күсергә мәжбүр булған)[2].бәйле булған. Этник әзербайжандарҙың өҫтөнлөклө нәҫел компонентаһының береһе, тип Британника XI быуатта Әзербайжанды уғыҙҙар яулаған ваҡытта килгән төркиҙәрҙе иҫәпләй.

Албан халҡының байтаҡ өлөшө ислам ғәрәп баҫып алыуы осоронда ислам диненә күсә, ә һуңғараҡ төркиләшеүгә дусар ителә, һәм артабан әзербайжан халыҡтарының формалашыу нигеҙе була[3]. Дж. Бурнутян, Кавказ аръяғын төркиҙәр баҫып алғанға саҡлы албан ҡәбиләләре башта зороастрий Фарсыстаны тарафынан йотолоуынан, ә һуңынан ғәрәптәр тарафынан исламлаштырылыуынан сығып, Кавказ албандары хәҙерге әзербайжандарҙың туранан-тура ата-бабалары түгел, тип билдәләне[4]. Немец кавказологтары Йост Гипперт һәм Вольфганг Шульце фекере буйынса, алуан провинцияһы Утикта йәшәгән теле албан яҙма теле нигеҙендә ятҡан албан ҡәбиләһе гаргарҙар йә һуңғараҡ Алазани йылғаһының төньяғына күсенгән, йә хәҙерге Әзербайжандың төрки телле төп халҡы менән ҡушылған.[5].

Әзербайжандар этногенезы компонентында төрки теллеләрҙең роленә килгәндә, төрки телле уғыҙ ҡәбиләләре союзы төркөттәрҙең урындағы уғыр һәм иран телле сармат ҡәбиләләре менән ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән[6]. (Ҙур совет энциклопедияһына ярашлы, төрки телле һәм боронғо монгол ҡәбиләләренең иран телле саҡ-массагет ҡәбиләләренең бер өлөшө менән ҡушылыу һөҙөмтәләре)[7]. Һуңыраҡ XI быуатта уға эйәреп Кавказ артына төрки телле ҡәбиләләр тулҡыны урғылған уғыҙ мөхитенән сәлжүк ырыуы айырылып сыҡҡан. Ларус, Ҙур энциклопедик һүҙлеккә ярашлы: «әзербайжандар XI быуатта төркиләшкән боронғо иран телле халыҡ тоҡомо»[8]. Владимир Минорский, үҙ сиратында, былай тип билдәләй «V-XI быуаттарҙа уғыҙ урҙалары, тәүҙә ваҡ төркөмдәр менән, ә аҙаҡтан байтаҡ һанда, Сәлжүкидтәр заманында Әзербайжанды баҫып ала. Һөҙөмтәлә, Әзербайжандың һәм Кавказ аръяғы күрше төбәктәренең иран телле халыҡтары төрки теллегә әйләнгән; шул уҡ ваҡытта әзербайжан төрки теленең иң характерлы һыҙаттары, фарсы интонацияһы, вокал гармониянан баш тартыуы кеүек характерлы һыҙаттары төркиләштерелгән халыҡтың төрки сығышлы булмауын сағылдыра»

XIX быуаттың икесе яртыһында төшөрөлгән әзербайжан ҡатын-ҡыҙы һәм әзербайжан ир-егете фотогорафияһы

Рәсәйҙә әзербайжандарҙың килеп сығышы тураһындағы һүрәтләүҙәр XIX б. аҙағында — первой половине XX б. башында уҡ барлыҡҡа килә. Шулай, этнограф Николай Зейдлиц редакцияһында Кавказ статистика комитетының 1870 йылдағы Кавказ крайын тасуирлауында былай тип күрһәтелгән: «..губернаның тарихи очергы күрһәтеүенсә, кеше ырыуының төрлө раса вәкилдәре ингән. Губернаның көнсығышы, шәһиттәр өҫтөнлөклө урында тороуынан сығып, Р. Х. тиклем VI меңйыллыҡта, Нуширванк осоронда уҡ, ата-бабалары Каспий диңгеҙе ярҙары буйлап Дербендҡа саҡлы таралған иран ҡәбиләһенә ҡараған һинд-европалылар (арийҙар) төп элемент булып тора. Шемаха өйәҙе биләмәләрендә хәҙерге татарҙар составына албандар — моғайын, удиндар ингән..»[9].

Рәсәй империяһында баҫылып сыҡҡан Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедияһында «Әдербейжан татарҙары — төрөк-сәлжүктәрҙең һәм Хүләгү-хандың (XIII быуат) төрөк-монгол армияһының, шулай уҡ байтағы төркиләшкән ирандарҙың тоҡомдары»[10], тип яҙылған, ә 1926 йылғы Ҙур Совет энциклопедияһына ярашлы, «хәлифәт тарҡалған дәүерҙә Көнсығыш Кавказ аръяғына төрөк элементы инфильтрацияһы башлана. Төп халыҡ (албандар) йә юҡ ителә йә тауҙарға ҡыҫырыҡлана, йышыраҡ баҫып алыусыларға ҡушылып бөтә. XIII быуатта монгол баҫҡынсылығы һәм артабанғы Аҡһаҡ Тимер, төрөкмәндәр, төрөк-ғосманлылар яулап алыуҙары һөҙөмтәһендә Көнсығыш Кавказда тулыһынса төрки (әзер) элементы раҫланған»[11].

Һуңыраҡ СССР һәм Рәсәй ғалимдары, уларҙың көнбайыш коллегалары кеүек, шулай уҡ тел һәм этно-мәҙәни ассимиляция һөҙөмтәһендә әзербайжан этносы формалашҡан. 1950 йылда С. Т. Еремян былай тип яҙа: «төрөк күсмә ҡәбиләләре Кура-Аракса уйһыулығының ҡышҡы көтөүлектәрендә нығынғанда, боронғо Албанияның мосолманлашҡан ерле халҡы килмешәк халыҡ тарафынан ассимиляцияланған. Хәҙерге әзербайжан халҡы шулай барлыҡҡа килә»[12]. С. А. Токаревҡа ярашлы: «әзербайжандарҙың килеп сығышы сағыштырмаса асыҡ мәсьәлә. Был ҡатнаш составлы халыҡ. Уның боронғо ҡатламын, моғайын, Көнсығыш Кавказ аръяғының ерле халҡы — каспийҙар һәм албандар, шулай уҡ Төньяҡ Иран мидийҙары тәшкил итә. Сәсәниҙәр дәүерендәге иран мәҙәниәтенең өҫтөнлөгө менән бәйле, халыҡ иранлашҡан булған, ә XI быуатта, сәлжүк баҫып алыуы йылдарында ла дауам иткән» һәм был монголдар баҫып яулап алғандан һуң да дауам иткән[13].

И. М Оранский: «XI—XIII бб. башлап (сәлжүк дәүеренән һәм — бигерәк тә — монголдарҙың баҫып алыуынан) Иран ҡалҡыулығының төньяҡ-көнбайыш өлкәләрендә, Әзербайжанда, төрки телдәрҙең таралыу процесы барған. Был өлкәләрҙең иран телле халҡы яйлап төрки (әзербайжан) теленә күскән, тик сағыштырмаса ҙур булмаған бер өлөшө — тат, талыш, Төньяҡ-көнбайыш Иран диалекттары ғына беҙҙең көндәргә тиклем үҙҙәренең иран телен һаҡлаған», тип билдәләне[14]. Н. Г. Волкова, үҙ сиратында, уны тулыландыра: «Көнсығыш Кавказ аръяғындаXIV быуатҡа төрки телле халыҡтарының бер нисә миграция ағымы һөҙөмтәһендә был территориялағы ерле халыҡ ассимиляцияланған һәм уларҙың байтаҡ өлөшө әзербайжан телендә һөйләшә»[15]. Дағстан ғалимы С. Ш. Ғәджиев та, күренекле СССР һәм Рәсәй шәрҡиәтсеһе А. П. Новосельцев тә шуға оҡшаған фекер яҙған.

Шул уҡ ваҡытта, ул: «хәҙерге әзербайжандар — кавказ Албанияһы боронғо ҡәбиләләренең һәм көньяҡ Әзербайжан иранлыларының төркиләшкән вариҫтары. Әзербайжандарға төрки тел килтергән башҡа ата-бабалары — уғыҙ ҡәбиләләре, үҙ сиратында, ҡатмарлы төрки-иран синтезы продукты булып тора», тип билдәләй.

Көнсығыш Кавказ аръяғына төрөк-сәлжүктәрҙең үтеп инеүе урындағы халыҡтың байтаҡ өлөшөн төркиләштергән, һәм XI—XIII быуаттарҙа төрөк телле әзербайжан этносының формалашыуы башлана[16] , нигеҙҙә XV быуат аҙағында, Сәфәүиҙәр хакимлығы дәүерендә, тамамланған. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр билдәләүенсә, Сәфәүиҙәр хакимлығы осоронда, әзербайжан халҡының тулыһынса формалаштырыу факторы булараҡ, шиғисылыҡ шиизм (XVI быуат) ҡабул ителгән. Лев Гумилёв фекеренсә, XVI быуатта төрөктәр һәм әзербайжандар араһында этник сик ҡуйылған, әммә ул ваҡытта тулыһынса билдәләнмәгән. Новосельцев быны шуның менән бәйләй «Сәфәүиҙәр Ираны һәм Ғосман империяһы араһында ҡуйылған сик төп һыҙаты буйынса төрөктәр һәм әзербайжандар араһындағы этник сикте лә сағылдыра». . Төрки ҡәбиләләрҙең Кавказ аръяғына күсенеүе, Әзербайжан территорияһына шәхсәүән ярым күсмә ҡәбиләләре (Мугань) һәм падарҙар (ҡайһы бер көнбайыш төбәктәре) күсенгәнгә тиклем, XVI—XVII быуаттарға саҡлы, дауам иткән[17]. Шнирельман фекеренсә, Төньяҡ Әзербайжан төрөктәренең берләшеүе 1920—1930 йылдарға саҡлы дауам иткән.

Генетик тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер һинд-европа халыҡтары араһында туғандаш мөнәсәбәттәргә нигеҙләнгән мәғлүмәттәр буйынса Y-хромосомалар гаплогруппаһы кладограммаһы

Митохондриялы, йәғни әсәй яғынан нәҫелдәшлек әрмәндәр һәм әзербайжандар, һинд-европалылар һәм төрөктәргә түгел, ә телдәре үҙгәргән башҡа төрлө кавказ һәм иран халыҡтарына яҡын туған, шунан сығып, был ғына әрмән һәм әзербайжан телдәренең сығышын аңлатып бирә алмай. Шулай итеп, ул был телдәрҙең сығышын аңлатып бирмәй әлегә[18].

Бынан тыш, төрөкмәндәрҙең модаль генетик варианты ғәмәлдә әзербайжандарҙа юҡ, һәм был халыҡтың теле алышынғанын раҫлай. Антрополог Лев Васильевич Ошанин тикшеренеүҙәренә таянып, Игорь Михайлович Дьяконов раҫлағанса, тарихта булған төрөк телле популяцияла гендар стабиллеген лингвистик «миграция», атап әйткәндә, төрөк телдәренең таралыуы тип тасуирларға була[19] Ир-егеттәр яғынан әзербайжандарҙа J1 (Y-ДНК), J1-M267, J2-M172 гаплогруппалары өҫтөнлөк итә (20[20] до 60 %[21]) һәм G (Y-ДНК), G гаплогруппалары (18 %)[20], был халыҡтың генофондында автохтон кавказ субстраты байтаҡ ролен уйнағанын раҫлай[22]. Шулай уҡ R1b һәм T (Y-ДНК) Гаплогруппалары таралған (по 11 %[20]).

Антропологик мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антропологик яҡтан әзербайжандарҙың күпселек өлөшө европеоид расаһының каспий ярым тибына ҡарай. Был ярым типҡа ҡумыҡтар, цахурҙар, тат-мосолмандар, шулай уҡ курдтарҙың һәм төркмәндәрҙең бер өлөшө ҡарай. Каспий тибын ғәҙәттә урта диңгеҙ расаһының йәки һинд-иран йәғни һинд-афған расаһының айырым төрө тип ҡабул ителә[23].

XIX быуат урыҫ антропологы Пантюхов Иван Иванович, Кавказ антропологик типтарын тасуирлап, әзербайжандарҙың (ул саҡтағы терминология буйынса «әзербайжан татарҙары») буйын 1658 мм, баштарының горизонталь әйләнәһен 540, баш һөйәге күрһәткестәрен 77,4 (мехатицефалдар) тип билдәләй. Ул шулай уҡ әзербайжандарҙа иң йыш ныҡ тештәр, барыһында тиерлек, 80-92 % араһында тирбәлгән, ҡуңыр күҙҙәр осрай һәм Кавказ халыҡтары араһында  уларҙа иң ҡыҫҡа эсәк каналы — буйҙың 440 %. Антропологик тип тураһында Пантюхов:

Фарсылар тибына курдтар һәм әдербейжан шиғисы татарҙары, шулай уҡ удиндар, таттар һәм ҡарапапахтар тура килә… Әдербейжан татарҙарында, үҙҙәре урында идара иткән ваҡыттарҙа әрмәндәр менән күрше булып йәшәгәнлектән, йыш ҡына әрмәндәргә бик яҡын торған бик ҡатнаш тип һәм баш һөйәге күрһәткесе осрай. Татарҙарҙың төп тибына һис шикһеҙ, уларҙы Загурский һәм башҡа этнографтар ҡаратҡан монгол расаһы менән бер ҙә уртаҡлығы булмаған оҙонса башлылыҡ хас[24] тине.

Пантюхов «Кавказ расаһы» тигән икенсе эшендә:

Өсөнсө кавказ расаһы таҙа азиат сығышлы, баш һөйәге күрһәткесе 77-78 долихоцефалик, уртаса буй яҡынса 1,70 м һәм күҙҙәре төҫө гипербрюнеттарҙыҡы, йәғни 90 % билдәле төҫтәге күҙҙәр. Был ғәйәт таҙа расаға фарсылар, әдербейжан татарҙары, курдтар һәм таттар ҡарай[25].

Азербайджанец Сәйед Шушинский

Брокгауз һәм Ефрон энциклопедик һүҙлеге долихоцевалий таралыуына ҡарата «хәҙерге кавказ халыҡтарының бик һирәгендә генә долихоцефаль элемент (натухайҙар, әдербейжан татарҙары) бар, күпселеге юғары дәрәжәле брахицефалийҙар менән ҡылыҡһырлана (мәҫәлән, абхаздар, грузиндар, әрмәндәр, тау йәһүдтәре, дағстандар, ҡумыҡтар)».ЭСБЭ әзербайжандарҙы телдәре буйынса төрөк һәм раса буйынса иранлылар тип билдәләй, һәм түбәндәгесә тасуирлай:

Эккерт буйынса баш күрһәткесе 79,4 (мезоцефалдар), Шантр буйынса — 84 (брахицефалийҙар). Күҙҙәре ҡара, горизонталь киҫелешле, көмөрө оҙон танау, ирендәре йыш ҡына ҡалын, йөҙҙәрендә етдилек, мөһимлек сағыла[26].

Брокгауз һәм Ефрон энциклопедик һүҙлегенең «Төрөктәр» мәҡәләһенә ярашлы, әзербайжандар «оҙон буйҙары менән мезоцефаллеләр (баш күрһәткесе 80,4) һәм башҡа күп билдәләре, йөҙҙәре йөнтәҫ, оҙонса йөҙҙәре, бөгөлгән танау, тоташ ҡашлы булыуы һ. б. менән аныҡ ҡына ирандарға яҡын тора»[27]. Шулай уҡ Брокгауз һәм Ефрон энциклопедик һүҙлеге «баш һөйәге формаһы буйынса фарсылар, курдтар, әзербейжандар бик ныҡ оҡшаған (баш һөйәге киңлеге күрһәткесе 77—78)» тип билдәләй[28].

XIX быуаттағы тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нахчиваннан әзербайжан ҡатын

Әзербайжандарҙың антропологик үҙенсәлектәрен анализлап, СССР һәм Рәсәй ғалим-антропологы Валерий Павлович Алексеев былай тине:

Афғанстан һәм Төньяҡ Һиндостан халыҡтарында каспий төркөмө популяцияһының үтә яҡын морфологик оҡшашлыҡтары билдәләгәнлектән, әзербайжандарҙың ата-бабаларын бер үк ваҡытта нуристандарға һәм Төньяҡ Һиндостандың күп халыҡтарына нигеҙ һалған халыҡтар араһынан эҙләр кәрәк… Хатта палеоантропологик мәғлүмәт булмаған хәлдә лә, соматологик материалдар әзербайжандарҙың ысын ата-бабаларын Алғы Азияның боронғо халыҡтарынан эҙләргә һәм әзербайжандарҙың этногенезында хәл иткес бәйләнештәрҙе көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә эҙләргә кәрәклеген күрһәтә. Төрөк телендә һөйләшкән халыҡтар менән контакт һәм шуға бәйле төрөк телмәренә күсеп китеү ҙә хатта әзербайжан халҡының антропологик үҙенсәлектәре формалашыуына һиҙелерлек йоғонто яһамаған[29].

Ул кавказ халыҡтары араһында иң ҡара күҙлеләр әзербайжандар тип билдәләй, ҡара күҙгә эйә булған иң күп индивидуум Әзербайжандың көньяҡ-көнсығышында осрай, күпселек төркөмдәрҙең уртаса балы 1,65-кә күтәрелә. Төрлө әзербайжан төркөмдәренең яҡынса алғанда яртыһында өҫтөнлөклө төҫ булып сөм күк-ҡара сәс билдәләнеп кителә (Фишер шкалаһы буйынса 27-се).

Совет һәм рәсәй антропологы, антропологик дерматоглифика өлкәһендә белгес, Генриетта Леонидовна Хить «Кавказ халҡының дерматоглификаһы һәм расогенезы» тигән докладында «Кавказ төрөктәре (әзербайжандар, ҡарасәйҙәр, балҡарҙар) дерматоглифика буйынса адығтар менән ҡушылған айырым гомоген кластер барлыҡҡа килтерә. Әммә, соматология билдәләре буйынса, бер-береһенә бик оҡшаған ҡарасәйҙәр һәм балҡарҙар осетиндар, чечендар һәм ингуштар менән берләшә, ә әзербайжандар дерматоглифик яҡтан бөтә кавказ халыҡтары системаһында ла, ғөмүмән, айырымланыбыраҡ тора»[30].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Stuart James. An Ethnohistorical Dictionary of the Russian and Soviet Empires. — Greenwood Publishing Group, 1994. — P. 27. — ISBN 0313274975.
  2. AzerbaijaniБританника энциклопедияһында
  3. Шнирельман В. А. Войны памяти: мифы, идентичность и политика в Закавказье / Рецензент: Л. Б. Алаев. — М.: Академкнига, 2003. — С. 197. — 592 с. — 2000 экз. — ISBN 5-94628-118-6.
  4. George A. Bournoutian. A Brief History of the Aghuank Region 2013 йыл 12 декабрь архивланған.. — «Mazda Publishers», 2009. — P. 28. — xi + 138 p. — (Armenian Studies Series #15). — ISBN 1-56859-171-3, ISBN 978-1568591711.
  5. Jost Gippert, Wolfgang Schulze. Some Remarks on the Caucasian Albanian Palimpsests. — Iran and the Caucasus 11, 2007. — С. 210.
  6. Михаил Илларионович Артамонов. История хазар. — Филологический факультет Санкт-Петербургского государственного университета, 2002. — С. 419. — ISBN 5846500323, 9785846500327.
  7. Большая советская энциклопедия. — Государственное научное издательс︣тво, 1954. — С. 513. — ISBN 5846500323, 9785846500327.
  8. Grand Dictionnaire Encyclopédique Larousse (1982). Page 921, ISBN 2-03-102301-2 (retrieved 17 February 2007).
  9. Зейдлиц, Николай Карлович. Списки населенных мѣст Российской Империи: По Кавказскому краю. Бакинская губерния. — Тифлис: Главное управление кавказского наместника, 1870. — Т. LXV. — С. 87. — 237 с.
  10. Россия/Население/Россия в этнографическом отношении // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
  11. Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, 1926. — Т. 1. — С. 660.
  12. Очерки истории СССР: кризис рабовладельческой системы и зарождение феодализма на территории СССР III-IX вв.. — Изд-во Академии наук СССР, 1958. — С. 330.
  13. С.А. Токарев. Этнография народов СССР: исторические основы быта и культуры. — Изд-во Московского университета, 1958. — С. 295—296.
  14. Основы иранского языкознания: древнеиранские языки. — М.: Наука, 1979. — С. 49.
  15. Труды Института этнографии им. Н.Н. Миклухо-Маклая. — Изд-во Академии наук СССР, 1962. — Т. 79, Часть 1. — С. 18.
  16. История Востока. В 6 т. Т. 2. Восток в средние века. М., «Восточная литература», 2002. ISBN 5-02-017711-3
  17. Н. Г. Волкова. «Этнические процессы в Закавказье в XIX—XX веках», Кавказский Этнографический сборник, IV часть, Институт Этнографии им. Н. Н. Миклухо-Маклая АН СССР, Москва, Наука, 1969, стр. 4
  18. Ivan Nasidze • Tamara Sarkisian • Azer Kerimov •. Testing hypotheses of language replacement in the Caucasus: evidence from the Y-chromosome (ингл.) (pdf). — «A previous analysis of mtDNA variation in the Caucasus found that Indo-European-speaking Armenians and Turkic-speaking Azerbaijanians were more closely related genetically to other Caucasus populations (who speak Caucasian languages) than to other Indo-European or Turkic groups, respectively. Armenian and Azerbaijanian therefore represent language replacements, possibly via elite dominance involving primarily male migrants, in which case genetic relationships of Armenians and Azerbaijanians based on the Y-chromosome should more closely reflect their linguistic relationships». Дата обращения: 12 июль 2012. Архивировано 5 август 2012 года. 2012 йыл 16 июль архивланған.
  19. Vahid Rashidvash. Patrilineal genetic analysis of the origin of Azaris of the Middle East. — Journal of Social Sciences and Humanities, 2013, vol 8, №1. — С. 30—40.
  20. 20,0 20,1 20,2 Azeri (Azerbaijani) Genetics: Abstracts and Summaries
  21. Гаплогруппа J Y-ДНК человека
  22. Тюрки Кавказа: сравнительный анализ генофондов по данным о Y хромосоме 2016 йыл 10 июнь архивланған.
  23. В.П. Алексеев. География человеческих рас // Избранное в 5 т. Т. 2. Антропогеография. — М.: «Наука», 2007. — С. 188. — ISBN 978-5-02-035544-6.
  24. И. И. Пантюхов. Антропологические типы Кавказа//ВЕЛЕСОВА СЛОБОДА
  25. И. И. Пантюхов. Расы Кавказа//ВЕЛЕСОВА СЛОБОДА
  26. Тюрко-татары // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  27. Islamic Fundamentalism In Azerbaijan: Myth Or Reality? — The Jamestown Foundation
  28. Персы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  29. Алексеев В.П. Избранное в 5 т. Т. 5. Происхождение народов Кавказа. — М.: «Наука», 2009. — С. 229—230. — ISBN 978-5-02-035547-7.
  30. Г.Л. Хить - Дерматоглифика и расогенез населения Кавказа. Государственное унитарное предприятие “Наследие”. Архивировано 25 август 2011 года. 2022 йыл 20 июнь архивланған.