Әзербайжан бейеүе
Әзербайжан бейеүе | |
Әзербайжан бейеүе Викимилектә |
Әзербайжан халыҡ бейеүҙәре (әзерб. Azərbaycan xalq rəqsləri; آذربایجان خالق رقسلری) — әзербайжан халҡының бейеү сәнғәте. Әзербайжан бейеүҙәренең музыкаль үлсәме — 6/8 һәм 3/4[1]. Әзербайжан халыҡ бейеүҙәре бик боронғо тарихҡа эйә. Быны Гобустанда ҡая-таштарға төшөрөлгән рәсемдәр дәлилләй. Тәүҙә бейеүҙәр йола башҡарыу рәүешендә була, урта быуаттар башынан Әзербайжанда төрлө бейеү төрҙәре формалаша башлай һәм Әзербайжан халҡының һаҡсыл мөнәсәбәте һөҙөмтәһендә әлегә тиклем һаҡлана. Бейеүҙең ҡаһарман, көнкүреш, хеҙмәт, йола төрҙәре бар. Характеры һәм ритмы буйынса әзербайжан халыҡ бейеүҙәре үтә талғын, талғын һәм йәнле бейеүҙәргә бүленә. Ритмик ҡоролошона бәйле үҙенсәлекле һүрәтләнештә булалар. Ҡағиҙә булараҡ, әзербайжан бейеүе өс өлөшлө була: беренсе өлөшө — түңәрәк буйлап йөрөү, бейеүсе кәүҙәһен тура һәм ғорур тота, икенсеһе — торған урында лирик туҡталыш (сүзмә) һәм өсөнсөһө — тағы түңәрәк буйлап — ышаныслы, ынтылышлы һәм тантаналы хәрәкәт. Өсөнсө өлөшкә етеҙ ритм, хис-тойғолар сайпылыуы хас. Күп бейеүҙәр, айырыуса боронғолар, хайуандар йә үҫемлектәр атамаһын йөрөтә: «джәйрани» — ғәзәл, «лалә» — ялан мәге, «бәнәүшә» — миләүшә, «иннаби» — емеш һ.б. Әзербайжан бейеүҙәренең күпселеге яңғыҙ башҡарыла[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан территорияһында халыҡ бейеү сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе һәм формалашыуы күп быуаттар дауамында бара. Халыҡта үткән замандарҙан бирле йәшәп килгән «году-году», «коса-коса», «хыдыр ильяс» кеүек күмәк йола бейеүҙәре бик боронғо һанала. Борон Әзербайжан территорияһындағы хакимдарҙың һарайҙарында юғары башҡарыу оҫталығы менән дан алған бейеү ансамблдәре булған.
Совет осорондағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республикала 1920 йылда Совет власы урынлашҡас, халыҡ бейеүе яңы кешенең рухи донъяһын, идеологияһын, хеҙмәт эшмәкәрлеген сағылдырған яңы йөкмәтке менән байый. «Мамыҡ үҫтереүселәр бейеүе», «Уңыш бейеүе», «Балыҡсылар бейеүе», «Йыһан бейеүе» кеүек бейеүҙәр барлыҡҡа килә. «Мирзаи», «Оҙондара» кеүек боронғо ҡатын-ҡыҙ бейеүҙәре сәхнәләрҙә ҡуйыла, яңылары хасил ителә. Мәҫәлән, Г. Гусейнлиҙең «Басти» һәм С. Рөстәмовтың «Сүрәйә» йырҙары көйөнә ҡыҙҙар бейейҙәре һалына. Йәштәр бейеүҙәре (егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың бергә бейеүе) шулай уҡ киң тарала.
Әзербайжанда тәүге профессиональ бейеү коллективы 1938 йылда үҙешмәкәрлек нигеҙендә ҡорола. Был ансамбль боронғо һәм хәҙерге заман халыҡ бейеүҙәренән торған репертуар менән сығыш яһай. Эшмәкәрлеге республиканың үҙендә, СССР-ҙа, шулай уҡ сит илдәрҙә бейеү сәнғәтен пропагандалау менән бәйле була. Ул осорҙағы төп бейеүселәрҙән Әзербайжан ССР-ының халыҡ артистары Әминә Дилбазиҙы, Роза Жәлилованы, Алибаба Абдуллаевты, Б. Мамедовты; республиканың атҡаҙанған артистары Туту Гамидованы, Алиә Рамазанованы һәм башҡаларҙы атарға була.
1959 йылда Әзербайжанда Әминә Дилбази етәкселегендә «Чинар» (әзерб. Çinar — Платан) тигән һәүәҫкәр ҡыҙҙар бейеү ансамбле ойошторола. Тиҙҙән коллектив профессиональ халыҡ ансамбле булып китә[1].
Бейеүҙәр өсөн нота яҙыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930-сы йылдарҙа Музыка буйынса ғилми тикшеренеүҙәр советы ойошторолғандан һуң Әзербайжан дәүләт консерваторияһы баҫмаларына бейеүҙәрҙе индереү мөмкинлеге асыла. Халыҡ музыкаһы һәм бейеүҙәре кабинеты бейеүселәр өсөн эш планы төҙөй башлай. Билдәле йырсы, халыҡ музыкаһы нескәлектәрен яҡшы белгән Бүлбүл был кабинеттың етәксеһе була. Фольклор йыйыуҙа уның хеҙмәттәре ҙур була.
1937 йылда «Әзербайжандың бейеү көйҙәре» йыйынтығы баҫылып сыға, уны Сәид Рөстәмов әҙерләй. Йыйынтыҡҡа иң билдәле 30 бейеү инә. Был бейеүҙәр әле лә көн үҙәгендә. 1950 йылда С. Рөстәмов йыйынтыҡты ҡабатлап баҫтыра.
1951 йылда Төфик Кулиев, Закир Баһиров һәм Мәммәд Сәлех «Әзербайжан халыҡ бейеүҙәре» тигән йыйынтыҡ баҫтыра.
1954 йылда Рәүеф Ғаджиев зурнасы Али Кәримов менән фортепиано өсөн «Sünbülü» һәм «Yarış» кеүек бейеүҙәрҙең ноталарын яҙа. Был бейеүҙәр пьесалар һәм тамашалар өсөн ҡуйыла.
Төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тематик йөкмәткеһе буйынса әзербайжан халыҡ бейеүҙәре хеҙмәт («чобаны» — «көтөүсе»), йола (ритуаль, календарь, туй), көнкүреш («мирзаи», «тураджи»), героик (хәрби — «дженги» һәм спорт — «зорхана»), әйләнмә-уйын («яллы», «халай») һәм башҡалар төрҙәргә бүленә.
Айырыуса киң таралған бейеүҙәр: «терәкәмә» (күсмәселәр бейеүе), «гытгылыда» (ҡатын-ҡыҙҙар әйләнмәле бейеүе), туйҙарҙа, ҡыҙҙар аулағында йәш ҡатындар һәм ҡыҙҙар тарафынан башҡарыла торған «иннаби», «джәйран-балла», «яллы» һәм башҡалар.
Башҡарыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан халыҡ бейеүе, ҡағиҙә булараҡ, өс өлөштән тора. Беренсе өлөшө түңәрәк буйлап йылдам хәрәкәт итеүҙә тора. Икенсеһе — лирик өлөш, бейеүсе бер урында ҡатып ҡалғандай була («сүзмә»), бейеүсенең кәүҙәһе үргә ынтылып, ғорур ҡиәфәт ала. Өсөнсө өлөшө йәнә түңәрәк буйлап ынтылышлы, хисле хәрәкәт итеүҙән тора. Бейеүҙәр ғәҙәттә халыҡ музыка ҡоралдары аккомпанементы аҫтына башҡарыла: зурнасылар триоһы (ике зурна һәм бер нагара), сазандари триоһы (тар, кәманча, дәф) һәм башҡалар. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр бейеүе бер-береһенән ҡырҡа айырыла [1].
Бейеү музыкаһы төрлө: ҡатын-ҡыҙ бейеүҙәренең көйө — һәлмәк лирик («Тураджи», «Узундара» һ.б.) йә шатлыҡлы-йәнле («Терәкәмә» һ.б.), ир-егет бейеү көйҙәре — тантаналы-олпат («Мирзаи» — өлкән йәштәгеләр башҡара торған бейеү һ.б.), өйөрмәләй етеҙ («Гайтагы», «Аскерани» һ.б.). Күмәк бейеүҙәр — яллы (асыҡ һауала башҡарыла торған әйләнмәле бейеү), джанги (яугир ирҙәр бейеүе) киң таралған. Бейеү көйөнөң такт үлсәменә (6/8) төрлөлөк, ритмик фигураларҙың киҫкенлеге хас (пунктир ритмдар, синкопалар йыш осрай)[3].
-
Ир-ат бейеүе Гайтагы
-
Ханчобаны — көтөүсе бейеүе
ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2018 йылда "Яллы (кочари, тензәрә)", Әзербайжандың Нахичеван Автономиялы Республикаһының традицион күмәк бейеүҙәре булараҡ, ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелә[4][5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Әзербайжан бейеүе — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ К. А. Касимов. Народы Азербайджанской Советской Социалистической Республики. Азербайджанцы. Народное творчество. Народные танцы / Под редакцией Б.А.Гарданова, А.Н.Гулиева, С.Т.Еремяна, Л.И.Лаврова, Г.А.Нерсесова, Г.С.Читая. — Народы Кавказа: Этнографические очерки: Издательство Академии наук СССР, 1962. — Т. 2. — С. 161-163.
- ↑ Ҡалып:МЭ
- ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан бейеүе Викимилектә |
- Видеоһылтанма
- Исполнение танца «Сары Гялин» в исполнении Ройи Алиевой
- Исполнение танца «Оҙондара»
- Азербайджанский танец