Нахичеван Автономиялы Республикаһы
| |||||
| Государственный гимн Нахчиван Автономиялы Республикаһы | |||||
| Рәсми тел | Әзербайжан | ||||
| Баш ҡала | Нахчиван | ||||
| Эре ҡалалар | Нахчиван, Жүлфә, Ордубад | ||||
| Юғары Мәжлес
рәйесе | Талыбов, Васиф Юсиф оглы | ||||
| Территория • Бөтәһе | 5363 км² | ||||
| Халыҡ • Һаны (2009) • Халыҡ тығыҙлығы | 400 000 чел. 75 чел./км² | ||||
| Валюта | |||||
| Интернет-домен | .az | ||||
| Телефон коды | +994 | ||||
| Сәғәт бүлкәте | 0,8 | ||||
Нахчиван Автономиялы респу́бликаһы (әзерб. Naxçıvan Muxtar Respublikası) — Әзербайжан конституцияһы һәм үҙ конституцияһына ярашлы Әзербайжан Республикаһы составында автоном дәүләт, Әзербайжан Республикаһы эксклавы.
Территорияһы — 5,6 мең км². Халҡы — 400 000 кеше (2009), 99,1 % әзербайжандар[1][2]. Баш ҡалаһы — Нахичевань ҡалаһы.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нахчиван топоним упоминается в Клавдий Птолемей Географияһында "Наксуана" (юнан. Ναξουὰνα, ингл. Naxuana) исеме менән телгә алына[3].
М. Фасмер аңлатыуынса Нахчива́н топонимы әрмән телендәге «Νaχič» шәхси исеменән һәм "avan" — "тораҡ, ауыл" һүҙенән килеп сыҡҡан.[4] (һуңыраҡ төрки трансформация — Нахичеван йәки Нахчыван (дж → ч). 1990 йылдарҙа урыҫ телле әзербайжан сығанаҡтары һәм Геодези һәм картография буйынса федераль агентлыҡ (Роскартография) Нахчыва́н типонимын ҡуллана башлай. Башҡа сығанаҡтарҙа совет осорондағы Нахичева́нь топонимы ҡулланыла.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кавказ тауының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан[5]. 75% тирәһе биләмәләр 1000 метр бейеклектә урынлашҡан. Төньяғында Даралагезский һырта, көнсығышында Зангезур һырты урынлашҡан. Республиканың иң бейек нөктәһе − Капыджик түбәһе, 3904 м[5]. Көньяҡ-көнбайыш өлөшө Аракс йылғаһы буйлап 600—1000 м бейеклектә ята. Ғинуарҙың уртаса температураһы тигеҙлектә −3 °С һәм тауҙарҙа −14 °С-ҡа тиклем. Июльдә +28 һәм +25 °С (тау түбәләрендә +5 °С). Уртаса яуым-төшөм тигеҙлектә 200 мм һәм тауҙарҙа 600 мм.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Naxçivan Muxtar Respublİkasi | rəsmi portal 2014 йыл 18 май архивланған..
- ↑ The State Statistical Committee of the Republic of Azerbaijan 2018 йыл 25 декабрь архивланған..
- ↑ Flavius Josephus, William Whiston, Paul L. Maier. The new complete works of Josephus. — Revised and expanded edition. — Kregel Academic, 1999. — P. 56. — 1143 p. — ISBN 0825429242, ISBN 978-0-8254-2924-8.
It is called in Ptolemy Naxuana,..
- ↑ Фасмер Макс. Этимологический словарь русского языка. — С-П. «Терра», 1996. — Т.3, Стр. 50
- 1 2 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>тамғаһы дөрөҫ түгел;БСЭтөшөрмәләре өсөн текст юҡ
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
| Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |