Һалаҫтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һалаҫтар
Туған тел Һалаҫ теле[d] һәм фарсы теле
Дәүләт  Иран

Һалаҫтар — VI быуатта телгә алынған боронғо төрки телле халыҡтар, ә XIII быуат сығанаҡтарында уғыҙ сығышлы булараҡ телгә алына[1]. Хәҙерге ваҡытта уларҙың вариҫтары Төркмәнстандың Халач районында йәшәүсе төркмәндәр составына инә, шулай уҡ Иранда айырым халыҡ булып тора.

Этнонимы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе тапҡыр беҙҙең эраның VI быуатынан яҙма сығанаҡтарҙа теркәлгән. Башта Урта Азияла һәм көнсығыш райондарҙа йәшәй.

Сәлжүктәр дәүләте ваҡытында «калаш» атамаһы синфи йөҙөн юғалтҡан элементтарҙы аңлатҡан. Урта быуат аңлатмалы һүҙлектәре «калаш» термины мәғәнәһен ғәҙәттә 'мохтаж ҡалған, ярҙамсыһыҙ' тигәнде аңлата. Был социаль термин ярлыланған малсыларҙың түбәнге ҡатламдарына ҡарата әйтелгәнлеге аңлашыла. (С.Агаджанов). «Уғыҙ-ҡаған тураһында хикәйәттең» уйғыр вариантында «һалаҫ» этононимы «уғыҙ», «ҡыпсаҡ», «ҡарлуҡ», «ҡаңлы» кеүек шундай ҡәбилә союздарының исемдәре менән бер рәттә тора. Әммә һалаҫтар бер ҡасан да үҙ аллы сәйәси берәмек булараҡ телгә алынмай, ә сит хакимдарҙа ялланған ғәскәр йәки гвардия кеүек телгә алына; күп төрөк гвардиялары етәкселәре кеүек үк, уларҙың башлыҡтары ла ҡайһы саҡта үҙаллы династияларға нигеҙ һала ала, бигерәк тә Һиндостанда, унда һалаҫтар урынына күпселек хилҫа әйтелеше ҡулланыла. Бынан бер мең йыл элек халач ҡәбиләһенең өлөшө Төркмәнстандың хәҙерге Халач районында йәшәй, уның ҡалдыҡтары бөгөнгө көнгә тиклем Бохара өлкәһендә йәшәй, ә бер өлөшө XII быуатта Һиндостанға һәм башҡа илдәргә китә. Мәхмүт Ҡашғари, Рәшит-әд-дин һәм башҡа авторҙар этнонимдың түбәндәгесә этимологияһы килтерә: 'ҡал, ас' һәм 'ас ҡал' .

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XI быуаттан уғыҙ союзының 24 ҡәбиләһе halatş ~ haladj иҫәбенә инә. Урта Азияла йәшәгән боронғо һалаҫтарҙың (халач) атамаһының алач этнонимы менән бәйләнеше тураһында билдәле ҡаҙаҡ тел белгесе С.Аманжолов яҙа. Уйғыр «Oğuz-name» вариантында («Сказание об Огузе») был ҡәбилә уғыҙҙар, уйғырҙар, ҡарлуҡтар, ҡыпсаҡтар һәм ҡаңлылар менән бер рәттә тора.

Күрәһең, һалаҫтарҙың күпселек өлөшө Турандан Иран һәм Афғанстан территорияһына күсеп килгән. Ҡәбилә яугирҙәре ғәзнәүидтәрҙең төрөктәр династияһы, ә һуңынан Гур солтаны ғәскәрҙәре составында Һиндостанға баҫып алыу походтарында ҡатнашҡан.

Афғанстан күсмә ҡәбиләләрҙең иң күп һанлылары — дуррани һәм гильзай. Әле XVIII—XIX быуаттарҙа сәйәхәтселәр гильзайҙар йәшәгән территорияларға, бигерәк тә Кабул һәм Калат араһындағы райондарға йыш ҡына ҡурҡа-ҡурҡа ғына килә. «Фарсы һәм Һинд сиктәрендә халыҡ һуғышсан, татарҙар һымаҡ тирмәләрҙә күсенеп йәшәй, яу эштәрендә һәр ваҡыт маһирҙар, аслыҡҡа, сарсауға һәм эҫелеккә түҙемдәр...бөтә ғүмере тиерлек туҡтауһыҙ барымтала үткәрә һәм ғөмүмән бөйөк ҡәтғилеккә эйә», — тип улар тураһында 1790 йылда Рәсәйҙә баҫылып сыҡҡан «Донъялағы иң бай Һинд батшалығын ҡаҡшатҡан һәм бөтә Көнсығыштың ҡотон алған Фарсы Александры йәки ҡот осҡос Нәҙир» трактатында хәбәр ителә. Был ҡәбиләнең һуғышсан характерына тулыһынса төрөк лексемаһының halaç 'һөжүмдә ҡатнашыусы' (синонимдары: sürücü, akıncı, yağmakâr) семантикаһы тап килә. Чагатай телендә halaç термины менән Иранда, Раз һәм Тус ҡалаларында. шулай уҡ Афғанстан территорияһында йәшәүсе күп һанлы халыҡты атайҙар.

Афғанстан тарихы тикшеренеүселәре XI—XIII быуаттарҙа пуштундар (афғандар) яйлап Газний яйлаһында йәшәгән бер нисә төрки ҡәбиләләре менән бергә ассимимләцияға дусар була. Уларҙың иң эреләре һалаҫтар була, уларға генетик яҡтан пуштун ҡәбиләһенең иң ҙурҙарының береһе — гильзайҙар (пуштун ğildjiy, бер. — ğildjäy) барып тоташа. Һис шикһеҙ, ğildjiy атамаһы урта быуат Афғанстанында йәшәгән халыҡты аңлатҡан hildjiy атамаһына барып тоташа. 1290 йылдарҙа төрөк ҡәскәрҙәре Дели ҡалаһын баҫып алыуы тураһында тарихта хәбәрҙәр һаҡланған, был Төньяҡ Һиндостанда Дели солтанатын барлыҡҡа килтерә. Тәхет өсөн көрәш һөҙөмтәһендә яңы дәүләттә һалаҫтар аҡһөйәктәре еңеп сыға, һәм Джелал әд-дин Фирүз-шаһ Һалаҫ хаким була. 1296 йылда заговор арҡаһында солтан үлтерелә, тәхеткә уның туғаны Ала әд-дин Һалаҫ ултыра. 1299 йылдың февралендә ул Һуджаратҡа ғәскәр ебәрә һәм уны солтанатҡа берләштерә. Раджпут кенәзлектәре менән оҙайлы һуғыш уларҙы буйһондора. Иранда идара иткән монгол Хулагуидтар династияһының Дели ғәскәрҙәрен тар-мар итергә маташыуы уңышһыҙ була. 1297 йылда хаким Мавараннаһр Дева-хан йөҙ меңлек ғәскәре башында Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостанға баҫып инә. Солтан Ала әд-дин ғәскәрҙәре баҫҡынсыларҙы тар-мар итә. 1299 йылда Инд йылғаһын аша сығып, монгол ғәскәре солтанаттың баш ҡалаһына яҡынлаша. Ҡан ҡойғос һуғышта һалаҫтар монголдарҙы ҡыйрата һәм солтанаттан ҡыуып сығара. Ала әд-дин Көньяҡ Һиндостанға бер нисә походта ҡатнаша һәм кенәздәрен Дели солтанатына буйһонорға мәжбүр итә. Солтан контроле аҫтында бөтә Төньяҡ Һиндостан (хәҙрге Педжаб, Синд, Уттар, Прадеш, Һуджарат территориялары) була. Хилҫа династияһы Делиҙа 1321 йылға тиклем хакимлыҡ итә.

1709 йылда афған хилҫалары Иран власы аҫтындағы Һандахар ҡалаһын яулай, Фарсыға баҫып инә, унда Исфаханды ала, һәм бер нисә йыл дауамында һилҫа хакимдары Иранда үҙенең власын тота. Һуңынан улар Фарсы өҫтөнән хакимлығын юғалта, ә 1737 йылда фарсы тәхетен биләгән Надир-шаһ ҡамауҙан һуң Һандахарҙы ала һәм һилҫаларҙың ҡеүәтен ҡаҡшата. Иң күп кешеле һәм һуғышсан афған ҡәбиләһен көсһөҙләндереү өсөн ул абдалдарға ярҙам итә башлай. Һилҫалар бер нисә тапҡыр дурраний властарына ҡаршы ихтилал күтәрә. Иң һуғышсан ополчениеларҙың төп массалары, Афғанстанда нығынып алырға маташҡан инглиздәргә уңышлы ҡаршы тороусылар һилҫаларҙан тора.

Пуштундарҙың этногенезын ҡарап, Н. А.Аристов үҙенең «Англо-индийский „Кавказ“. Столкновения Англии с авганскими пограничными племенами» (Этнико-тарихи һәм сәйәси этюд) тикшеренеүендә «афған ҡәбиләләренең дүртенсе төркөмөнә башҡа, иң күп һанлы авған ҡәбиләһе хилҫа, йәки хильзи, гильджи, гильзи, гильзай» ҡарай тип күрһәтә. Ул ике бүлектән тора: борхан һәм туран, улар үҙ сиратында отек, токтар, эндери һәм терек (көнбайыш хильджа) һәм сөләймән-хелдең көнсығыш ырыуына бүленә. Афғандарҙың генеалогик риүәйәттәрендә һилҫа ҡәбиләләренең ят сығышы Гурҙан ҡыуылған кенәз династияһы нәҫеле Хөсәйен исемле ағзаһы һәм афған ҡәбиләһенән ырыу башлығының уның менән законһыҙ никахҡа ингән ҡыҙынан тыуған улы Хильзайҙан килә тип күҙ алдына килтерелә. «Хильзай, тимәк гонаһ улы, сөнки хиль авғанса гонаһ, ә зай — ул, күплектә зи, шуға күрә ҡәбиләнең исеме хильзи йәки һилҫа».

Хилҫаның төрөк сығышы тураһында раҫланыуы Урта быуаттарҙағы тарихи ҡомартҡыларҙың дәлилдәренә нигеҙләнгән. Ғалим үҙ хеҙмәтендә X быуат ғәрәп сәйәхәтсеһе Истархиҙың түбәнге цитатаһын килтерә: «Хилҫа (һалаҫтар тип тә уҡыла) ул төрки ҡәбилә, борон Инд һәм Седжестан араһындағы илгә баҫып инә; былар малсылар, уларҙың тышҡы ҡиәфәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм кейемдәре ((варианты „теле“) асылда төрки». Башҡа ғәрәп авторы Ибн-Хаукал, күрәһең, уның әҫәрен ҡулланған, сөнки шул уҡ нәмәне яҙа: «Хилҫа төрки ҡәбиләһе, боронғо Һиндостан һәм Седжестан араһында баҫып инә; улар тышҡы ҡиәфәте буйынса төрөктәргә оҡшаған, төрөктәрҙең кейемен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм бөтәһе лә төрөк телендә һөйләшә».

Һалаҫтарҙың бер өлөшө Үҙәк Иранға китә. Хәҙерге ваҡытта был ҙур булмаған төрки телле халыҡ, Тәһрандан көньяҡ-көнбайыштараҡ 46 тораҡ пунктта йәшәй.


Төркмәнстандағы Халач тораҡ пунктының атамаһы унда йәшәгән һалаҫтар ҡәбиләһенән килә тип фараз итәләр, һалаҫтарҙың ҡалдыҡтарын әле лә Бохара өлкәһенең Халач районында һаҡланып ҡалған. Үзбәктәрҙә ҙур булмаған халачтар ырыуы бар. Халачтар төркөмө биш ҙур булмаған ҡышлаҡтарҙа элекке Кабадиан бейлеге территторияһында йәшәй. Ырыу башлығы Халач ауылынан була. Шаартуздан көнсығышҡа ҡарай Кухи-Халач йәки Халач-таг тауҙары билдәле. Бында Кабадианда йәшәүселәр ҡарашы буйынса, утҡа табыныусы-халачтар кумирняһы булған.

Һалаҫтарҙың айырым ырыуы Урта Азия территорияһында ла була, быны географик Halaç исеме — Төркмәнстанда район үҙәктәренең береһенең исеме раҫлай. Артабанғы ҙур күсенеү урта быуатта була һәм ҡәбиләләрҙең төп массаһына ҡағыла, ул төрлө ағым менән көньяҡҡа — Иранға юл ала, бында һалаҫтар айырым этнос булып формалаша, ә ырыуҙың бер өлөшө — Афғанстанға китә, унда ваҡыт үтеү менән гильзайҙарҙың ҙур афған ҡәбиләһен барлыҡҡа килтереп, пушту теленә күсә. XIII быуат аҙағында һалаҫтар вәкилдәре башҡа ҡәбиләләр менән Төньяҡ Һиндостанға килеп сыға, был яңы дәүләтте — Дели солтанатын барлыҡҡа килтерә.

Ҡулланылған иҫкәрмәләр һәм сығанаҡтарға һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Н. А. Аристов. Англо-индийский «Кавказ». Столкновения Англии с авганскими пограничными племенами (Этнико-исторический и политический этюд) / «Живая старина». Периодическое издание отделения этнографии ИРГО / Под ред. В. И. Ламанского. — Вып. IV. — СПб, 1899. — С. 463.
  2. Н. А. Баскаков. Историко-типологическая фонология тюркских языков. — М.: Наука, 1988. — С. 49.
  3. Шакарим Кудайберды-улы. Родословная тюрков, киргиз-казахов и ханских династий. Алма-Ата, «Жазушы», 1990, с. 46. Qurama, букв. ‘сборный, составной, соединенный’ — полуоседлые кипчакские роды Средней Азии, вошедшие в состав узбекского народа (состоят из представителей разных племен).
  4. М. Тынышпаев. Великие бедствия … (Ақтабан шұбырынды). Алма-Ата, «Жалын», 1992, с. 77.
  5. С. Аманжолов. Вопросы диалектологии и истории казахского языка. Алматы, «Санат», 1997, с. 53.
  6. А. М. Щербак. Рецензия на статью Г. Дёрфера. Халаджские материалы (G. Doerfer. Khalaj Materials) // «Советская тюркология», № 2 — 1973, Баку, с. 111. Халач — название районного центра в Туркмении. Ср. топоним — Калач-на-Дону.
  7. В других русских словах тюркский аффикс -çı ~ -çi был адаптирован в форме -чей: домрачей, казначей, аракчей.

Фәнни-тикшеренеү әҙәбиәтендә «аҡ һундарҙан» тыш әҙәбиәте «ҡыҙылдар» һәм «ҡаралар» телгә алына.

  1. История Афганистана с древнейших времен до наших дней / Отв. ред. Ю. В. Ганковский. М., «Мысль», 1982, с. 79.
  2. Н. А. Баскаков. Микроэтнонимы огузских этнических групп Закавказья // Сб. Turcologica. 1986. Л., «Наука», 1986, с. 39. В. У. Махпиров. Древнетюркская ономастика (Имена собственные в «Дивану лугат-ит турк» Махмуда Кашгарского). Алма-Ата, «Гылым», 1990, с. 46 — 47.
  3. И. М. Оранский. Таджикоязычные этнографические группы гиссарской долины (Средняя Азия). Этнолингвистическое исследование.- М.: Наука, 1983. — С.185.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Фазлаллах Рашид-ад-Дин. Сборник летописей (Джами ат-Таварих). М.-Л. АН СССР (1952 г.). — «С течением времени эти народы разделились на многочисленные роды, [да и] во всякую эпоху из каждого подразделения возникали [новые] подразделения и каждое по определенной причине и поводу получило свое имя и прозвище, подобно огузам, каковой народ теперь в целом называют туркменами [туркман], они же разделяются на кипчаков, калачей, канлы’ев, карлуков и другие относящиеся к ним племена».