Афшарҙар
Афшарҙар | |
Туған тел | афшарский язык[d] |
---|
Афшарҙар — төрки телле халыҡ[1], уғыҙҙарҙың баштағы 24 ҡәбиләһенең береһе[2].
Тарихтан сығып, афшарҙарҙы туркомандарға (төркмәндәргә) индерәләр[3][4][5][6]; бөгөнгө афшарҙар, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа күрһәтелгәнсә — әзербайжан халҡының субэтносы[7][8][9][10],икенсе берәүҙәрҙең фекеренсә - улар айырым төрки халыҡ [11][12].
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Афшарҙар тәүге тапҡыр «Диван лугат ат-Тюрк» китабында XII быуаттың төрки филологы Мәхмүд әл-Ҡашғари тарафынан телгә алына. XIV быуаттың фарсы энциклопедисы Рәшид әд-Дин үҙенең тарихи әҫәре «Джами әт-тауарих»та, «Уғыҙнамә» уғыҙ риүәйәттәренә таянып, ҡәбиләнең атамаһы уның башлығы Уғыҙ хандың ейәне Афшар хан исеменән килеп сыҡҡан тип һанай. «Афшар» һүҙе «буйһоноусан», «тыңлаулы» тигәнде аңлата[2]. Рәшид әд-Диндең «Уғыҙнамә»һенә ярашлы (1247—1317), «авшар» һүҙе тилбер һәм һунарға маһир тигән мәғәнә бирә [13].
Афшарҙар Урта Азиянан Алғы Азияға XIII—XIV быуаттар араһында күсенгән[14].
Дөйөм һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Телдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Афшар телен синыфлаштырған фекерҙәр төрлө. Кемдер афшар телен төрки телдәрҙең уғыҙ телдәренең көньяҡ төркөмөндә айырым тармаҡ тип һанай [15][16][17][18]. Икенселәр афшар теле әзербайжан теле диалекты тип иҫбатлай.[19][20][21][22][23] Иранда һәм Афғанстанда таралған[15].
Йәшәгән урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иран Әзербайжанында, Ирандың төньяғында (шулай уҡ башҡа төбәктәрендә), Төркиәлә,Әзербайжанда ( Агджебедин районында), Афғанстанда Ҡабулға яҡын йәшәйҙәр. 1960-сы йылдарҙа (XX быуат) афшарҙарҙың һаны 350 мең кешенән күберәк ине человек[1].
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Афшарҙар ислам тота, күбеһенсә шиғыйҙар.
Көнкүреш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Афшарҙар ярымултыраҡ тормош рәүеше менән йәшәй, Кермандан көньяҡҡараҡ йәшәгәндәре — күсмән һәм ярымкүсмән. Халҡы башллыса мал тотоп һәм игенселек менән шөғөлләнеп көн күрә.
Ырыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Афшар ырыуҙары ошолай : алплу, арашлу, бекешлу, гюндюзлю, имирлю, кёсе ахмедлу, папалу, касемлу, кереклу һәм кирклу. Имирлу ырыуы, ихтимал, уғыҙ ҡәбиләләренең боронғо Имир ҡәбиләһенән сыҡҡандыр.Айналлу (башҡаса: инанлу, иманлу), усалу (иначе: усанлу) һәм устаджлу ырыуҙарын да афшарҙарға индерәләр[24].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уғыҙҙарҙың 24 ҡәбиләһенең береһе булараҡ, афшарҙар Юлдуз быуынының Боҙоҡ йәки Буҙуҡ (буҙ уҡ) ҡанатына ҡарай. Афшарҙар сәлжүктәр династияһы яғында уғыҙҙарҙың Яҡын Көнсығышты яулау яуҙарында ҡатнашып, шул төбәккә тотош таралалар[2].XII быуатта Афшарҙар Хузестанда сәлжүк наместниктары булып таныла [2]. XIII—XIV бб. афшар этнонимы сығанаҡтарҙа ҡулланылмай, бының сәбәбе моғайын ул саҡтың тарихи сығанаҡтарында тәғәйен этнонимдар урынына ғәҙәттә томанлы ғына итеп бар төрки ҡәбиләләр өсөн дә «туркоман» атамаһы ҡулланылған[2].
Афшар атамаһы яңынан XIV—XV бб. күренә башлай, был ваҡытҡа улар Ирандың күп кенә төбәктәренә таралып өлгөрә,ә уларҙың юлбашсылары Кара-Коюнлу, артабан — Ак-Коюнлу династиһына араҡалашлыҡ күрһәтә[2]. Сефевиҙәр заманында афшарҙар кыҙылбаштар һәм шахсевендар ҡәбиләләре берлегендә күренекле урын тота, улары идаралыҡтағы хакимиәттең төп хәрби көсө булып тора. Сефевид дәүләтендә уларҙан бер нисә ҡорбашы ( шаһ ғәскәре башлығы) һәм күп һанлы ғәскәр командирҙары, төбәктәрҙә чиновниктар була. [2].
Сефевидтар осоронда дәүләт ҡоролошонда күренекле урын тотһалар ҙа, афшар ырыуҙары тарҡала башлай. Дәүләттең төрлө төбәктәрендә вазифа башҡарырға киткәндә ырыу башлыҡтары үҙҙәренең ырыуҙаштарынан хеҙмәтселәр һәм йәнһаҡсылар алып китә торғандар. [2].
1736 йылда афшар Надир Кули Бәк (Надир-шаһ) сефевид шаһы Тахмасп II-не һәм уның кесе йәштәге улы Аббаса III-нө тәхеттән төшөрә һәм үҙен Иран шаһы тип иғлан итә, шул рәүешле яңы династия - Афшариҙар барлыҡҡа килә.
Дворян тоҡомдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Афшар ҡәбиләһенә шаһ, хан һәм бәк династиялары инә:
- Афшариҙар — Персиялағы шаһ династияһы, 1736—1750 йй.идара иткәндәр.
- Ҡараманиҙар[25][26] —Кесе Азия көньяғындағы Ҡараманидтар дәүләте бәктәре.
- Джаванширҙар[27] — Ҡарабах ханлығы хан династияһы.
- Ашурбәковтар — Баҡы тирәһендәге күп нефть промыслаларына хужа булған бәктәр тоҡомо.
- Гермийаногуллары[28]
- Урмия ханлығы хандары[29]
- Зенгиҙар — Мосул (һәм Леванта) атабәктәре[30]
Афшар сығышлы билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Надир-шаһ Афшар — Иран шаһы, Афшаридтар династияһын башлаусы.
- Панах-Али хан Джеваншир — Ҡарабах ханы , Джеванширҙар династияһынан.
- Сара Ашурбәйли — әзербайжан тарихсыһы.
- Игорь Ашурбейли — рәсәй эшҡыуары, хәрби НПО ОАО «ГСКБ „Алмаз-Антей“»ҙың Генераль директоры.
- Махназ Афшар — иран актрисаһы.
- Сафия Шахрияри Афшар — иран табибы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- Натиғ Джамал — әзербайджан рәссам-баталисы.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Надир-шаһ
- Афшариҙар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Афшары // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Энциклопедия Ираника. Статья: AFŠĀR 2011 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ Энциклопедия Британника. Статья «Iran», раздел: The Afghan interlude: Оригинал текст (инг.)
Nādr, an Afshārid Turkmen from northern Khorāsān, was eventually able to reunite Iran, a process he began on behalf of the Ṣafavid prince Ṭahmāsp II (reigned 1722–32), who had escaped the Afghans.
- ↑ Энциклопедия Ираника. Статья: NĀDER SHAH: Оригинал текст (инг.)
Born in November 1688 into a humble pastoral family, then at its winter camp in Darra Gaz in the mountains north of Mashad, Nāder belonged to a group of the Qirqlu branch of the Afšār Turkmen. ... Soon after his coronation, he sent an embassy to the Ottomans (Maḥmud I, r. 1730-54) carrying letters in which he explained his concept of the “Jaʿfari maḏhab” and recalled the common Turkmen origins of himself and the Ottomans as a basis for developing closer ties.
- ↑ «From multilingual empire to contested modern state», Touraj Atabaki, «Iran in the 21st Century: Politics, Economics & Conflict», ed. Homa Katouzian, Hossein Shahidi, (Routledge, 2008), 41.
- ↑ Michael Axworthy’s biography of Nader, The Sword of Persia (I.B. Tauris, 2006), pp. 17-19: Оригинал текст (инг.)
His father was of lowly but respectable status, a herdsman of the Afshar tribe ... The Qereqlu Afshars to whom Nader's father belonged were a semi-nomadic Turcoman tribe settled in Khorasan in north-eastern Iran ... The tribes of Khorasan were for the most part ethnically distinct from the Persian-speaking population, speaking Turkic or Kurdish languages. Nader's mother tongue was a dialect of the language group spoken by the Turkic tribes of Iran and Central Asia, and he would have quickly learned Persian, the language of high culture and the cities as he grew older. But the Turkic language was always his preferred everyday speech, unless he was dealing with someone who knew only Persian.
- ↑ Richard V. Weekes. Muslim peoples: a world ethnographic survey. AZERI. — Greenwood Press, 1978 — p. 56 — ISBN 9780837198804Оригинал текст (инг.)
Depending of their habitat the Azeris of Iran make use of the designations Shahsevan, Afshar, and Kajar.
- ↑ Российский этнографический музей. Афшары(недоступная ссылка).
- ↑ Азербайджанцы // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Britannica Micro.: v. 1, p. 698
- ↑ М. С. Иванов «История Ирана», стр. 4, Издательство МГУ, 1977 г.: Оригинал текст (рус.)
Из национальных меньшинств, говорящих на языках тюркской системы, самыми многочисленными являются иранские азербайджанцы, которые стоят по численности на втором месте после господствующей нации - персов и составляют около 1/5 всего населения Ирана. Среди других тюркоязычных народностей и племен следует назвать туркмен, кашкайцев, шахсевенов, афшаров, тюркоязычные племена бахарлу, эйнанлу и нафар из племенного объединения хамсе в Фарсе и другие. Значительная часть кашкайцев, бахтиар, луров, белуджей, шахсевенов, племена хамсе и другие до сих пор еще ведут кочевой образ жизни.
- ↑ Энциклопедия Ираника, статья: Iran v. Peoples of Iran (1) a General Survey, автор — Richard N. Frye: Оригинал текст (инг.)
The Azeri Turks are Shiʿites and were founders of the Safavid dynasty. They are settled, although there are pastoralists in the Moḡān steppe called Ilsevan (formerly Šāhsevan) numbering perhaps 100,000; they, as other tribes in Iran, were forced to adopt a settled life under Reza Shah. Other Turkic speakers—Turkmen, Qajars, Afšārs, etc.—are scattered in various regions of western Iran. The number of Turkic speakers in Iran today is estimated about 16 million.
- ↑ Рашид ад-Дин «Огуз-наме», часть 3 «Возвращение Огуза на родину и последние годы его жизни»: Оригинал текст (рус.)
Авшар, т. е. проворный в деле и страстный охотник; [его рода] тамга: онгон — тавшанджил, доля мяса—правое бедро
- ↑ Петрушевский И. П. Очерки по истории феодальных отношений в Азербайджане и Армении в XVI - начале XIX вв. — Л., 1949. — С. 48.:Оригинал текст (рус.)
Тюркские племена афшар и каджар пришли из Средней Азии вместе с монгольскими завоевателями в Иран, в разных местностях которого поселения афшаров и каджаров были разбросаны; в Азербайджане часть этих племен была поселена при Тимуре и Мираншахе.
- ↑ 15,0 15,1 Энциклопедия Британника. Статья: Turkic languages, раздел «Classification»: Оригинал текст (инг.)
The southwestern, or Oghuz, branch comprises three groups. The West Oghuz group (SWw) consists of Turkish (spoken in Turkey, Cyprus, the Balkans, western Europe, and so on); Azerbaijani (Azerbaijanian; Azerbaijan, Iran); and Gagauz (Moldova, Bulgaria, and so on). The East Oghuz group (SWe) consists of Turkmen (Turkmenistan and adjacent countries) and Khorāsān Turkic (northeastern Iran). A southern group (SWs) is formed by Afshar and related dialects in Iran and Afghanistan.
- ↑ Энциклопедия Ираника. Статья: Turkic languages of Persia: An overview
- ↑ Larry Clark «Turkmen Reference Grammar», стр. 19, Otto Harrassowitz Verlag, 1998
- ↑ Lars Johanson, Éva Csató «The Turkic Languages», стр. 82, Taylor & Francis, 1998
- ↑ Azerbaijani, South .
- ↑ Afghanistan Foreign Policy and Government Guide. — С. 172.
- ↑ Ahmad Hasan Dani, Vadim Mikhaĭlovich Masson, Unesco. History of Civilizations of Central Asia: Development in contrast : from the sixteenth to the mid-nineteenth century. — С. 724
....Afshari (a variant of Azarbaijani still spoken by the Afshars in a village that is now part of northern suburb of Kabul) - ↑ Fascicle 3. — VIII. Azeri Turkish (author G. Doerfer), pp. 245–248. // Encyclopaedia Iranica. Volume III: Atas-Bayhaqi, Zahir-Al-Din. Edited by Ehsan Yarshater. New York: Bibliotheca Persica Press, 1989, 896 pages. ISBN 9780710091215
.... Azeri dialects. We may distinguish the following Azeri dialects (see Širäliev, 1941 and 1947): (1) eastern group: Derbent (Darband), Kuba, Shemakha (Šamāḵī), Baku, Salyani (Salyānī), and Lenkoran (Lankarān), (2) western group: Kazakh (not to be confounded with the Kipchak-Turkic language of the same name), the dialect of the Ayrïm (Āyrom) tribe (which, however, resembles Turkish), and the dialect spoken in the region of the Borchala river; (3) northern group: Zakataly, Nukha, and Kutkashen; (4) southern group: Yerevan (Īravān), Nakhichevan (Naḵjavān), and Ordubad (Ordūbād); (5) central group: Ganja (Kirovabad) and Shusha; (6) North Iraqi dialects; (7) Northwest Iranian dialects: Tabrīz, Reżāʾīya (Urmia), etc., extended east to about Qazvīn; (8) Southeast Caspian dialect (Galūgāh). Optionally, we may adjoin as Azeri (or “Azeroid”) dialects: (9) East Anatolian, (10) Qašqāʾī, (11) Aynallū, (12) Sonqorī, (13) dialects south of Qom, (14) Kabul Afšārī. ... - ↑ Азербайджанский язык // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Энциклопедия Ираника. Статья: AFŠĀR 2011 йыл 29 апрель архивланған.. Оригинал текст (инг.)
The names of the principal Afšār clans are: Alplū, Arašlū, Bekešlū, Gündüzlü, Imirlü, Köse Aḥmedlū, Pāpālū, Qāsemlū, Qereḵlū and Qirqlū. The Imirlū clan is probably related to the Imir tribe, one of the original Ḡuz tribes. Branches of the Aynallū (variants: Inānlū, Imānlū), Uṣālū (variant: Uṣānlū) and Ustāǰlū tribes were also incorporated into the Afšār tribe.
- ↑ A short history of Turkish-Islamic states (excluding the Ottoman state) The Karamanids were descendants of the Afshar tribe of Oguz Turks
- ↑ К. Босворт «Мусульманские династии» Караманиды. Они происходил по видимому из туркменского племени афшар. стр. 183
- ↑ George A. Bournoutian «Qarābāghʹnāmah Jamāl Javānshīr Qarābāghī» from the Javanshir tribe of Dizak, from the of Sarijalu, which was a group within the Bahmanli, tribe, who, in olden days, had come, from Turkestan. They were a part of the famous Afshar tribe.
- ↑ M. Ocak «The Turks: Middle ages»
- ↑ «The Encyclopaedia of Islam», Том 10.
- ↑ C. E. Bosworth «The Turks in the Early Islamic World»