Шалғандар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шалғандар
Үҙ атамаһы

ку-кижи

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 1200 (1700 йылға тиклем)
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы:
1181 кеше (Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу 2010), 2010)[1]; 855 человек (перепись, 2002)[2]
или до 1700 (оценка, 1997)[3]

Тел

шалған (төньяҡ-алтай),
алтай, рус

Дин

шаманизм (алтай шаманизмы]), бурханизм, православие дине

Халыҡ

төрки халыҡтар

Туғандаш халыҡтар

кумандинцы, тубалары

Шалғандар (рус. челканец) — Алтай Республикаһының Турочак районы Курмач-Байгол, Суронаш, Майск, Бийка, Чуйка, Турочак ауылдарында һәм Таулы Алтай ҡалаһында ойошоп йәшәүсе төрки телле халыҡ.[4][5]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шалғандарҙың тарихи исеме — ку-кижи (ku--kiši), йәки аҡҡошлылар (Аҡҡош (Лебедь) йылғаһы кешеләре—1620 йылда Томск острогы урыҫ казактары атаған яһаҡ түләүселәр улусы һәм 1629 йылдан Кузнецкий өйәҙ острогына яһаҡ түләгән яһаҡ кешеләре атамаһы)[6]. Этноним, моғайын, шалғандарҙың ата-бабалары йәй көндәре урындағы йылға-күлдәрҙә күпләп оя ҡорған аҡҡош/ҡошҡа («Qu/Қу» — тимәк, аҡҡош, ә «Qus/Құс» төрки телдәрҙә ҡош) табыныуына ла бәйлелер. Шалғандар Алтайҙа Аҡҡош [7] йылғаһы районында йәшәгән.

Совет осоро халыҡ иҫәбен алыу (1926 йылдан тыш) шалғандарҙы алтайҙар составына индерә.

2000 йылда шалғандар аҙ һанлы аҫаба халыҡтар иҫәбенә индерергә була челканец Рәсәй Федерацияһының (Ҡарары Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2000 йылдың 24 мартында ҡабул ителгән 255-се Ҡарары). 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбендә улар, үҙ теле булған халыҡ тип, айырым иҫәпкә алынды, 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса— шалғандар һаны 1181 кеше тәшкил итә[8].

Y-хромосома гаплотөркөмдәрен өйрәнеү мәғлүмәте буйынса, шалғандар көнсығыш-евразия кластерына ҡарай[9].

Һаны һәм таралып ултырыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй Федерацияһында шалғандар 855 кеше, шул иҫәптән Алтай Республикаһында — 830 кеше (нигеҙҙә Турочак районында). Шул уҡ ваҡытта, Алтай Республикаһы мәғлүмәттәре буйынса, 1997 йылда республиканың Турочак районында шалғандар һаны 1689 кеше тәшкил иткән.

2002 йылда тораҡ пункттарҙағы шалғандар һаны[10]:

Алтай Республикаһы:
Турочак ауылы — 160 кеше;
Бийка ауылы — 122 кеше;
Курмач-Байгол ауылы — 121 кеше;
Горно-Алтайск ҡалаһы — 109 кеше;
Майск ауылы;
село Кебезень ауылы — 187 кеше.

Шалғандар ике: Чалҡанығ һәм Шаҡшылығ сеоктарына бүленгән була[11]/

Теле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шалған теле төньяҡ-алтай телдәренә ҡарай (алтай телдәр ғаиләһенең төрки телдәре төркөмө) йәки төньяҡ-алтай телдәре (ҡуманды-шалған) һөйләше (наречие) (диалект)[12]. Алтай Республикында 2002 йылғы йәнҫәп буйынса, 830 шалғандың 817-һе рус телен белә (98 %), туған шалған телендә — 466 кеше (56 %) һөйләшә, алтай теле (көньяҡ алтай) телендә — 148 кеше (18 %) һөйләшә[13][14].

Шалған календары — Шалғаннуғ айлар — Шалған айҙары:
1. Ғинуар — Кижығ кырлащ ай.
2. Февраль — Тӧғӧнӧк ай.
3. Март — Ажығ ай.
4. Апрель — Кӧӧрык ай.
5. Май — Таарығ ай.
6. Июнь — Одоғ ай.
7. Июль — Јыттығ ай.
8. Август — Орок ай.
9. Сентябрь — Уртын ай.
10. Октябрь — Щана ай.
11. Ноябрь — Куртынак ай.
12. Декабрь — Улуғ кырлащ.

Әҙәби әҫәрҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлифба барлыҡҡа килеү менән, шалған теле яҙма тел исеменә лайыҡ булды. Тәүге шалған Әлифбаһы 2014 йылда донъя күрә, авторҙары Пустогачева О.Н., Тайборина Н.Б.

  1. «Карааннарын ла тьашштарнын салымы» пьесаһы (Өлкән йәштәгеләр һәм йәштәрҙең яҙмыштары) Анна Макаровна Кандаракова (Пустогачева). Беренсе әһәмиәткә эйә әҫәр, шалған телендәге әҙәбиәттең барлыҡҡа килеүе.
  2. «Каарнай» А.М. Кандаракова, О.Н. Пустогачева хикәйәһе, Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығыштың аҙ һанлы халыҡтары мәҙәниәте Беренсе Әҙәбиәт конкурсының шорт-битенә ингән/

Халыҡ әҫәре (былина, әкиәт, эпос):

1.   «Кара сағыштуғ Каткы Мерғен» героик эпосы (Крутонравный Каткы-Мерген)

2.   «Билвезек ньаанамныҥ щöрщöктöри, ϳоокторары» йыйынтығы (Бильвезек өләсәй әкиәттәре, кәңәштәре)

3.   «Шалғануғ щöрщöктöр» йыйынтығы (Челканские сказки)

Шалған халҡының билдәле вәкиле цитатаһы.

«Эме щын ϳок» (Хәҙер ысынлап та бер нәмә лә юҡ) – тип әйткән Каарнай, шалған халҡының легендар шәхесе. Шалғандар был цитатаны кеше һаранлығын ҡылыҡһырлағанда әйтәләр.

«Шалгануғ кижи тыҥ» (1. Шалған бер ваҡытта ла бирешмәй! 2. Шалған һәр мәсьәләне үҙе хәл итә!  3. Шалған барыһын да булдыра!)    

Был күренекле фразаны Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Берлин Рейхстагы янындағы һуғыш алдынан яугир Крачнаков Яков Байрамович әйткән.

Шалған халҡы мәҡәлдәре, туған шалған телендә һәм урыҫ теленә тәржемәләре менән:

1)   Ишке корыкпалар,

    Иш слерғе корыксын.

     Работы не бойтесь, Эштән ҡурҡмағыҙ, әйҙә эш һеҙҙән ҡурҡһын

     Пусть работа вас боится.

2)   Тöрöн јеры шын алтын уш,

     Ӧсғен јеры бӱдӱн алтын уш.

Место, где родился – настоящее золото, Тыуған урын — ысын алтын, үҫкән урының — алтын самородогы

Место, где вырос – золотой самородок.[15]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2014 йылдың 22 март көнөндә архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Всероссийская перепись населения 2002 года. Дата обращения: 24 декабрь 2009. 2008 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.
  3. 3,0 3,1 Оценка Правительства Республики Алтай 1997 г.
  4. Челканцы // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
  5. [1]
  6. Шерстова Л.И. Челканцы. — Новосибирск: Издательсво ИАЭТ, 2005. — docviewer.yandex.ru.
  7. Аристов Н. А. Заметки об этническом составе тюркских племён и народностей и сведения об их численности. // Живая старина. 1896. Год шестой, вып. III—IV.
  8. Сибирский туристический справочник
  9. Балановская Е. В., Балаганская О. А., Дамба Л. Д., Дибирова Х. Д., Агджоян А. Т., Богунов Ю. В., Жабагин М. К., Исакова Ж. Т., Лавряшина М. Б., Балановский О. П. ВЛИЯНИЕ ПРИРОДНОЙ СРЕДЫ НА ФОРМИРОВАНИЕ ГЕНОФОНДА ТЮРКОЯЗЫЧНОГО НАСЕЛЕНИЯ ГОР И СТЕПНЫХ ПРЕДГОРИЙ АЛТАЕ-САЯН, ТЯНЬ-ШАНЯ И ПАМИРА // Вестник Московского университета. Серия XXIII АНТРОПОЛОГИЯ № 2/2014: 46–55
  10. http://std.gmcrosstata.ru/webapi/opendatabase?id=vpn2002_pert 2019 йылдың 12 июль көнөндә архивланған. База микроданных Всероссийской переписи населения 2002 года
  11. https://elibrary.ru/item.asp?id=26226791
  12. Баскаков Н. А. Тюркские языки, М., 1960, 2006
  13. Перепись 2002. Т. 04. Владение языками народами субъектов РФ(недоступная ссылка)
  14. Аристов Н. А. Заметки об этническом составе тюркских племён и народностей и сведения об их численности. // Живая старина. 1896. Год шестой, вып. III—IV
  15. Челканцы / Функ Д. А. // Хвойка — Шервинский. — М. : Большая российская энциклопедия, 2017. — С. 429. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 34). — ISBN 978-5-85270-372-9.{{книга|автор = |часть = Челканцы|заглавие = Сибирь. Атлас Азиатской России|оригинал = |ссылка =|место = М.|издательство = Топ-книга, Феория, Дизайн. Информация. Картография|год = 2007|страниц = 664|isbn = 5-287-00413-3}

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Рәсәйҙең ерле аҙ һанлы халыҡтары