Нуғай теле
Нуғай теле | |
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-mis" does not exist. | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ногъайаг |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Дағстан, Ставрополь крайы, Ҡарасай-Черкес Республикаһы һәм Әстрәхән өлкәһе |
Тел төрҙәре | агглютинатив телдәр |
Яҙыу | Кирил алфавиты һәм Латин алфавиты |
Телдә һөйләшеүселәр | 87 119 кеше (2010)[1] |
Состояние языка в каталоге Ethnologue | 6b Threatened[d][2] |
Барлыҡҡа килгән | Чечен Республикаһы, Дағстан, Ҡарасай-Черкес Республикаһы һәм Төньяҡ Осетия — Алания |
Wikimedia Incubator URL | incubator.wikimedia.org/… |
Викимедиа проекттарында тел коды | nog |
Нуғай теле — (нуғайса "ногай тили") [3] дөйөм алғанда Ставрополь крайы, Дағстан, Ҡарасай-Черкесия, Әстерхан өлкәһендә йәшәүсе нуғайҙарҙың теле. Нуғайса һөйләшеүселәр һаны яҡынса 90 000 кеше.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Нуғай теле төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмө нуғай-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә инә, ләкин лексик-фонетик яҡтан үҙҙәре йәшәгән урындарҙағы халыҡтар телдәренә яҡын. Лингвист-төркиәтсе, фольклорсы, этнограф, доктор филология фәндәре докторы Н. А. Баскаков 1936 йылғы диалектологик экспедиция материалдары нигеҙендә фонетик, лексик һәм морфологик күрһәткестәр буйынса 3 төп диалект билдәләй: аҡнуғай (кубань нуғайҙары диалекты), ҡарануғай (Дағстан нуғайҙары диалекты), үҙнуғай (Ставрополь крайы нуғайҙары диалекты)[4] . .
Ғалим Калмыкова Софья Абдулхәмид ҡыҙы нуғай телендә 2 диалект тип билдәләй – аҡнуғай (кубань нуғайҙары диалекты; Нуғай, Адыгэ-Хабль,Ҡарасай-Черкесияның Хабез районы , Ставрополь крайының Ҡарамырҙа һәм Каңлы ауылдары) һәм ҡарануғай (дала нуғайҙары диалекты; Нуғай, Дағстандың Баба-Йорт, Кизляр райондары, Чечняның Шелковский районы, Ставрополь крайының Нефтекум районы)[5]
Нуғай теленә күршеләш йәшәгән халыҡтарҙың телдәренән алынмалар күп ингән, хатта улар теленә күсеү ҙә бар. Мәҫәлән, Әстерхан нуғайҙарының әҙәби теле — татар теле, Дағстандан Хәсәү-йорт, Баба-Йорт райондарында йәшәүселәрҙең әҙәби теле — ҡумыҡ теле.
Ғөмүмән алғанда, нуғай теле ҡыпсаҡ төркөмөнә ингән башҡа телдәрҙән лексик, грамматик яҡтан әллә ни айырылмай, шулай ҙа фонетик яҡтан төрөк һәм үзбәк, ҡарағалпаҡ телдәренә яҡын: акыкат—хәҡиҡәт, умер—ғүмер, таала—тәғәлә, саат—сәғәт.
Диалекттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Нуғай һөйләш теле өс диалектҡа бүленә: үҙнуғай диалекты (Ставрополь нуғайҙары), ҡарануғай диалекты (Дағстан нуғайҙары), аҡнуғай диалекты (ҡарасай нуғайҙары).
Улар бер-береһенән ҡайһы бер фонетик үҙенсәлектәр менән генә айырыла.
Алфавиты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1928 йылға тиклем ҡулланылышта ғәрәп әлифбаһы була, һуңыраҡ латин әлифбаһы, 1938 йылдан – кириллица.
Мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ноғай телендә «Шоьл тавысы» һәм «Ногай давысы» гәзиттәре сығарыла..
"Төркиә ауазы — Татарса" радиоһында аҙна һайын «Нуғайса нәсихәттәр» 2016 йылдың 6 февраль көнөндә архивланған. тапшырыуы сығып килә.
Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Видео "Поговорим" (на ногайском языке)
Видео Разговорник (ногайский язык) (15.04.2015)
Видео История - Ногайцы, традиции и культура великого народа
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Калмыкова Софья Абдулхамидовна. Ногайский язык : Грамматика, правописание и развитие речи Черкесск - Ставроп. кн. изд-во : Карачаево-Черкес. отд-ние, 1983 -159 с. : ил.; 22 см
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- НОГА́ЙСКИЙ ЯЗЫ́К 2019 йылдың 2 июнь көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://www.gks.ru/free_doc/new_site/population/demo/per-itog/tab6.xls
- ↑ Ethnologue — 19 — Dallas, Texas: SIL International, 2016.
- ↑ Викисловарь. Категория:Ногайский язык 2019 йылдың 21 май көнөндә архивланған.
- ↑ НОГА́ЙСКИЙ ЯЗЫ́К 2019 йылдың 2 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Калмыкова Софья Абдулхамидовна. Ногайский язык : Грамматика, правописание и развитие речи Черкесск - Ставроп. кн. изд-во : Карачаево-Черкес. отд-ние, 1983 -159 с. : ил.; 22 см