Мари теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡалып:Тел

Мари теле (ялан мари Марий йылме, тау мари Мары йӹлмӹ) — фин-уғыр телдәренең береһе (Волга буйы төркөмө). Марий Эл республикаһындағы дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Киров, Түбәнге Новгород, Свердловск өлкәләрендә, Пермь крайында, Башҡортостанда, Татарстанда, Удмуртияла һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 365 меңдән ашыу кеше (2010). 2010 йылда Башҡортостанда мари телен (ялан—көнсығыш диалекты) белгән кеше һаны — 92,4 меңдән ашыу, шуларҙың 91,6 меңгә яҡыны — мариҙар.

Яҙма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҙыуы кириллица нигеҙендә башҡарыла.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мари грамматикаһы (1775)

Мордва теленә яҡын. Фин—Волга тәү теленә (ҡара: Урал—Алтай телдәре) барып тоташа, тип фаразлайҙар. Хәҙәрге мари теленда 4 диалекттан тора: көнсығыш, тау, ялан һәм төньяҡ—көнбайыш, уларҙың һәр береһе айырым һөйләштәргә бүленә. Әҙәби теле XX быуатта 20—30—сы йылдарҙа формалаша; ул 2 төргә бүленә: тау диалекты нигеҙендә барлыҡҡа килгән тау мариҙары теле һәм туғай, ҡайһы бер көнсығыш диалекты нигеҙендәге ялан-көнсығыш теле.

Фонетик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп мари һүҙҙәренең башында [б], [г], [д], [ж], [з], [ф], [х], [ц] тартынҡылары юҡ; тел арты танау сонанты [ҥ] һүҙҙәрҙең уртаһында һәм аҙағында һуҙынҡыларҙан һуң килә, мәҫәлән: «оҥа» (таҡта), «поҥго» (бәшмәк) һәм башҡалар. Морфологияла күплек һандағы исемдәрҙең бер нисә күрһәткесе булыуы хас: -влак, -влӓ, -шамыч, -мыт, -ла, мәҫәлән, «пӧртвлак» (өйҙәр), «кайыкшамыч» (ҡоштар), «ялла» (ауылдар) һәм башҡалар; сифаттарҙың сағыштырыу дәрәжәһенә төрки сығанаҡлы -рак аффиксы хас: сағыштыр: мари телендә «сайрак» — башҡортса «яҡшыраҡ», «кӱчыкрак» — «ҡыҫҡараҡ» һәм башҡалар Һүҙьяһалыштың иң продуктив алымы — һүҙҙәрҙе ҡушыу, мәҫәлән, «ача-ава» (ата—әсә), «уш-акыл» (аҡыл), «олмапу» (алмағас) һәм башҡалар. Синтаксиста башлыса эйәртеүле ҡушма һөйләм конструкциялары таралған. Мари теле лексикаһындаурыҫ теленән, төрки телдәренән һәм башҡалар үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Башҡортостан мариҙары теленә башҡорт теленең төньяҡ—көнбайыш диалекты йоғонто яһай.

Мари теленең алфавиты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙәрге мари теленда алфавиты 36 һәм 37 хәрефтән тора.

Ялан теле алфавиты

А а Б б В в Г г Д д Е е Ё ё Ж ж
З з И и Й й К к Л л М м Н н Ҥ ҥ
О о Ӧ ӧ П п Р р С с Т т У у Ӱ ӱ
Ф ф Х х Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы
Ь ь Э э Ю ю Я я

Тау теле

А а Ӓ ӓ Б б В в Г г Д д Е е Ё ё
Ж ж З з И и Й й К к Л л М м Н н
О о Ӧ ӧ П п Р р С с Т т У у Ӱ ӱ
Ф ф Х х Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы
Ӹ ӹ Ь ь Э э Ю ю Я я

Башҡортостанҙа мари теле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанҙа мари теле уҡытыу Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Яңауыл райондарында алып барыла; Благовещен, Борай, Илеш, Нуриман, Тәтешле, Шаран райондарында һәм Бөрө, Нефтекама ҡалаларҙа мари теле предмет булараҡ өйрәнелә. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында (Бөрө социаль—педагогия академияһы) һәм Благовещен педагогия колледжында мари теле буйынса белгестәр әҙерләйҙәр. «Дружба», «Калтаса ужара» («Калтасинская заря») һәм «Чолман» гәзит мари теле сыға.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Современный марийский язык. Фонетика. Йошкар-Ола, 1960;
  • Современный марийский язык. Морфология. Йошкар-Ола, 1961.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырырға кәрәк.