Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы
Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Республикаһы (Йөмһүриәте), ТКТЙ (төр. Kuzey Kıbrıs Türk Cumhuriyeti, KKTC, шулай уҡ ҡыҫҡартылған нейтраль Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ атамаһы ҡулланыла төр. Kuzey Kıbrıs) — өлөшләтә танылған дәүләт, Кипр (Ҡыпрыҫ) утрауының төньяғының өстән бер өлөшөн тәшкил итә. 1975—1983 йылда бындағы төрөк дәүләте Кипр (Ҡыпрыҫ Төрөк Федератив дәүләте тип аталған (төр. Kıbrıs Türk Federe Devleti).
Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәтен[8] Төркиә генә таныған[9].
Бөгөнгәсә Кипр Республикаһы хөкүмәте[10] Кипр утрауында берҙән-бер халыҡ-ара танылған власть булып тора[11].
Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһына күҙәтеүсе булараҡ ингән[12].
Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте халҡы яҡынса 294 906 кеше. Күп өлөшө — этник төрөктәр, улар ике йәмғиәттән тора : урындағы кипр (ҡыпрыҫ) төрөктәре (өстән бере самаһы) һәм Анатолия (Анадолу) төрөктәре, Төркиәнән күсеп килгәндәр (өстән икеһе). Шулай уҡ үҙ анклавтарында ҡала алған әҙ генә кипр (ҡыпрыҫ) гректәр (юнандар) һәм марониттәр[13]. ТКТЙ-ның баш ҡалаһы — Кипр (Ҡыпрыҫ) Республикаһыныҡы (Йөмһүриәтенеке) кеүек үк, йәшел һыҙат менән бүленгән Никосия (Лефкоша) ҡалаһы(төр. Lefkoşa, грек. Λευκωσία), әммә административ үҙәге булып Фамагуста ҡалаһы тора.
ТКТЙ Кипрҙың (Ҡыпрыҫтың) башҡа яғынан буфер зонаһы менән бүленгән. Утрауҙы ике секторға бүлгән "Йәшел һыҙат"ты Кипрҙа (Ҡыпрыҫта) тыныслыҡ һаҡлаусы БМО Ҡораллы көстәре контингенты һаҡлай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960 йыл — Кипр (Ҡыпрыҫ) Республикаһын (Йөмһүриәтен) төҙөү. Кипр (Ҡыпрыҫ) Республикаһы (Йөмһүриәте) Кипрға (Ҡыпрыҫҡа) Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ бирелгәс барлыҡҡа килә. Грек (Юнан) һәм төрөк йәмғиәттәренә яңы дәүләткә идара итеүҙә тигеҙ мөмкинлектәр бирелә. Яңы дәүләттең гаранттары булып, 1960 йылғы Килешеүгә ярашлы, Бөйөк Британия, Греция (Юнанстан) һәм Төркиә сығыш яһай.
1963 йыл — йәмғиәт-ара низағ һәм конституцион көрсөк. 1963 декабрендә Кипрҙа (Ҡыпрыҫта) хөкүмәт көрсөгө башлана. Бер үк ваҡытта кипр (ҡыпрыҫ) юнандары һәм кипр (ҡыпрыҫ) төрөктәре араһында низағтар китә[14]. кипр (ҡыпрыҫ) төрөктәре хөкүмәттә урынһыҙ ҡала. Ауыл ерҙәрендәге төрөктәр йәшәгән ерҙәренән сыға алмаҫ була.Был хәл 11 йыл бара, утрау бүленә. Шул осорҙа йәмғиәттәр араһында күп бәрелештәр булып тора. Төркиә менән Греция (Юнанстан) бер нисә тапҡыр һуғыш асыр хәлгә етә.
1967 йыл — Гректәр (юнандар) утрау көньяғындағы төрөк биҫтәләренә һөжүм итә Һуңғараҡ кипр (ҡыпрыҫ) төрөктәре рәсми «Ваҡытлы төрөк хакимиәте» төҙөй һәм Кипр (Ҡыпрыс) Республикаһының (Йөмһүриәтенең) 1963 йылдан алып закондарын танымауын белдерә.
1974 йыл — Түңкәрелеш һәм төрөктәрҙең баҫып инеүе .1974 июлендә грек хәрби хунтаһы ярҙамында утрауҙа хәрби түңкәрелеш яһала. Президент Макариос III властан төшөрөлә, утрауҙы Никос Сампсон контролгә ала. 1960 йыл Килешеүе менән файҙаланып, конституцион власты тергеҙеү һылтауы менән Кипрға төрөк ғәскәре баҫып инә. Кипрҙың төньяҡ өлөшө төрөк-киприоттарға, ә көньяҡ грек-киприоттарға ҡала.
1975 йыл — федерацииянан бойондороҡһоҙлоҡҡа. Солох килешеүе буйынса федератив республика төҙөлә. 1975 йылда төрөктәр Төньяҡ Кипр Төрөк Федератив Дәүләте иғлан итәләр. Тик Кипр Республикаһы ла , халыҡ-ара берлектәр ҙә быны ҡабул итмәй. Кипр Республикаһы менән 8 йыл барған һөйләшеүҙәрҙән һуң Төньяҡ Кипр Төрөк Федератив Дәүләте 1983 йылда «Кипрҙан бойондороҡһоҙлоҡ » иғлан итә. Яңы дәүләт Турецкой Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте (ТКТЙ) тип атала. Тик Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәтенең бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһын БМО кире ҡаға. 1985 йылдың 5 майында 70,2 % тауыш менән Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте Конституцияһы ҡабул ителә.
Административ-территориаль бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте 5 районға йәки 5 илсәгә бүленә (төр. ilçe).
Районы (ilçe)
төрөксә атамаһы |
халҡы[15]
2006 й.[16] |
адм. үҙәктең
төрөксә атамаһы |
адм. үҙәктең
грексә (юнанса) атамаһы |
халҡы[17]
2006 й.[16] |
---|---|---|---|---|
Левкоша Lefkoşa İlçesi | 85 579 | Лефкоша[18] | Лефкосия (Никосия) \ Λευκωσία | 49 721 |
Газимагуса Gazimağusa İlçesi | 64 269 | Магоса | Амохостос (Фамагуста) \ Αμμόχωστος | 35 453 |
Гирне Girne İlçesi | 62 158 | Гирне | Кирения \ Κερύvεια | 26 067 |
Гүзелюрт Güzelyurt (Omorfo) İlçesi | 31 116 | Гүзелюрт | Морфу \ Μορφου | 13 334 |
Искеле İskele İlçesi | 21 978 | Искеле | Трикомо \ Τρίκωμο | 3 977 |
Сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте БМО тарафынан рәсми танылмаған. Уны Төркиә генә таный һәм бер үк ваҡытта Кипр (Ҡырпыҫ) Республикаһын (Йөмһүриәтен) легитим түгел тип һанай[19]. Шул уҡ ваҡытта Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһына күҙәтеүсе булараҡ ингән
Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте Конституцияһы дәүләтте 5 йылға һайланған президент идара иткән демократик республикатип иғлан итә. Закон сығарыу органы — Йөмһүриәт Мәжлесе (төр. Cumhuriyet Meclisi),ул 50 ағзанан тора.
2005 йылда Кипрҙы (Ҡыпрыҫты) берләштереү яҡлы Төрөк йөмһүриәт фирҡәһе иң күп тауыш йыя, әммә күпслекте тәшкил итә алмай.
2006 йылдың сентябрендә Төньяҡ Кипр (Ҡырпыҫ) Төрөк Йөмһүриәте президенты Мәхмәт Ғәли Тәләт яңы хөкүмәт төҙөү тураһында ҡарарҙы раҫлай, уны Төрөк йөмһүриәт фирҡәһе лидеры Фәрди Сабит Сойер етәкләй. Министрҙар кабинеты Төрөк республика партияһы һәм Азалыҡ һәм реформалар партияһы коалицияһы нигеҙендә төҙөлгән.
2009 йылдың 19 апрелендә Төньяҡ Кипрҙа (Ҡыпрыҫта) парламент һайлауы үтә, унда оппозициялағы Милли берҙәмлек партияһы еңеп сыға - 44 % тауыш. Төрөк йөмһүриәт фирҡәһе 30 процент самаһы ала. Демократик партия 10 % самаһы тауыш йыя, ҡалғанын вағыраҡ фирҡәләр бүлешә [20].
Халыҡ-ара статус
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төркиәнән башҡа илдәр рәсми рәүештә Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Республикаһын (Йөмһүриәтен) бойондороҡһоҙ ил тип танымай. Ислам конференция ойошмаһы ТКТЙ-нең өлөшөнә федератив дәүләт статусы бирә (ингл. constituent state) һәм күҙәтеүсе итеп билдәләй[12].
Төркиә ТКТЙ - лә илселек тота, ТКТЙ Төркиәлә — илселек һәм консуллыҡ асҡан. Бер нисә илдә рәсми булмаған вәкиллектәр бар, улар ғәмәлдә илселек булып тора. Башҡа илдәрҙә Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте мәнфәғәттәрен Төркиә күҙәтә. Австралия, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Франция һәм Европа Берләшмәһе дөйөм алғанда Лефкошала вәкиллектәр тота[21].
Утрауҙы берләштереү тураһында һүҙҙәр күптән бара, тик әлегә хәл ителмәй ҡала бирә. БМОкүҙәтеүендә 2004 йылдың 26 апрелендә үткәрелгән референдумда 75 % кипр (ҡыпрыҫ) юнан ҡаршы тауыш бирә, кипр (ҡыпрыҫ) төрөктәре иһә күпселек тауыш менән, БМО-ның Генераль секретаре Кофи Аннан планын хуплай.
Президент итеп Деметриса Кристофиас һайланғас, 2008 йылда ике йәмғиәт араһында утрауҙы берләштереү тураһында һөйоләшеүҙәр яңыра. Президенттар Деметрис Кристофиас һәм Мехмет Ғәли Тәләт нигеҙ итеп Аннан планын ала. Йыл ярым барған һөйләшеүҙәрҙә күп кенә мәсьәләләр килешелгән була.
2010 йылда ТКТР президентын һайлайҙар. Милли берҙәмлек партияһы лидеры Дәрвиш Әроғлу элекке президент Мәхмәт Ғәли Тәләтте тауыш һаны буйынса уҙып, 50,38 % йыя. Дәрвиш Әроғлу һөйләшеүҙәрҙе дауам итергә әҙер икәнен иғлан итә.
2014 йылдың февралендә Кипр (Ҡыпрыҫ) президенты Никос Анастасиадиас һәм ТКТР президенты Дәрвиш Әроғлу осрашалар.Бергә ҡабул ителгән коммүникелә яҡтар берләшкән федератив Кипр (Ҡыпрыҫ) төҙөргә тырышасаҡтарын белдерәләр[22]. Әммә 2014 йылда төрөк фәнни- тикшеренеү судноһы хәрби караптар оҙатыуында Кипр иҡтисади зонаһы шельфында сейсморазведка башлаған өсөн һөйләшеүҙәр ҡабат өҙөлә[23].
Киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәтенең рәсми телерадиокомпанияһы «Байрак» ике каналдан төрөк, инглиз һәм грек (юнан) телдәрендә тапшырыуҙар алып бара. Ил эсендә 4 радиоканалдан тыш Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәтенең халыҡ-ара «Байрак Интернешнл» радиоканалы инглиз, француз, грек (юнан), ғәрәп, урыҫ һәм немец телдәрендә һөйләй.
Транспорт һәм элемтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте Төркиәнең хәрби һәи иҡтисади ярҙамына мохтаж. Валүта сифатында төрөк лираһы ҡулланыла. Барлыҡ экспорт-импорт операциялары (һәм элемтә) Төркиә аша эшләнә</ref> и KKTC Telsim[24]. Интернет селтәрендә Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) домены икенсе кимәл домен булып тора, ә ябай почта Мерсин 10 (Төркиә) аша ебәрелә.
Төркиәгә Төньяҡ Кипрҙан (Ҡыпрыҫтан) Әржан аэропортынан осалар (төр. Ercan, грек. Τύμβου). Төньяҡ Кипрға (Ҡыпрыҫҡа) бара торған самолеттар башта Төркиәгә төшөргә тейештәр[25]. Визаһыҙ режим - бар донъяға ( Нигерия менән Әрмәнстандан башҡа)[26].
Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) порттарын Кипр (Ҡыпрыҫ) Республикаһы (Йөмһүриәте) төрөк судноларынан башҡаһына ябыҡ тип иғлан иткән. ТКТЙ караптары Төркиә гә инә ала, Кипр (Ҡыпрыҫ) Республикаһыныҡына (Йөмһүриәтенекенә) рөхсәт юҡ.
Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте граждандары Кипр (Ҡыпрыҫ) Республикаһына (Йөмһүриәтенә) ҡаршылыҡһыҙ барып йөрөй ала.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ Төрөк Йөмһүриәте иҡтисадында хеҙмәт күрһәтеү секторы өҫтөнлөк итә [21]. Бизнестың бер тармағы -мәғариф сфераһы: Төньяҡ Кипрҙа (Ҡыпрыҫта) 6 шәхси университет, күп һанда колледж һәм мәктәптәр. Мәҫәлән, English School of Kyrenia. Күсемһеҙ милек төҙөлөшө үҫешкән. Йәнә бер иҡтисади йүнәлеш - шәхси медицина хеҙмәте күрһәтеү секторы
Төрөк лираһы (TRY) менән бер рәттән, евро (EUR),АҠШ доллары (USD) йәки англия фунт стерлингтары (GBP) кеүек валюта ла ҡулланыла.
Халыҡ-ара танылыу булмағанлыҡтан сит илдәр менән сауҙа операциялары тик Төркия аша ғына бара ала.
Шундай ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, урындағы иҡтисад һуңғы йылдарҙа үҫә бара, 2001—2005 йылдар: 5,4 %, 6,9 %, 11,4 %, 15,4 %, 10,6 %.
2003—2006 йылдарҙа Төркиәнән 550 млн доллар ярҙам алынған.
2013 - 2015 йылдарҙа Төркиә 30 млрд төрөк лираһын ярҙам пакеты итеп биргән.
Нумизматика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) рәсми булмаған 8 сувенир монета сығара, дүртәүһе — биметалл [27].
Монеталарҙың аверсында ил гербы төшөрөлгән. Реверсында — Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы вәкилдәре һәм башҡалар.
2011 йылда республика (йөмһүриәт) 20 лирҙар номинал менән баҡыр-никель монета сығара, унда ғосман солтаны Сәлим II төшөрөлгән. Реверста Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) гербы ҡуйылған[27].
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туризм Төньяҡ Кипрға (Ҡыпрыҫҡа) байтаҡ табыш килтерә. Күпселек туристар Төркиәнән, Бөйөк Британиянан һәм башҡа европа илдәренән килә. Туризм 2011 йылда 400 $ млн табыш килтерә[28].
Туристар статистикаһы[29]:
Ил / йыл | 2003 | % (2003) | 2012 | % (2012) | 2013 | |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | Төркиә | 340.000 | 904.000 | |||
2 | Бөйөк Британия | 47.160 | ||||
3 | Бөйөк Британия (кипр (ҡыпрыҫ) төрөктәре) | 26.200 | ||||
4 | Германия | 23.580 | ||||
5 | Иран | 20.960 | ||||
Йәмғеһе | 470.000 | 1.166.000 |
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылда Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәтендә мәғарифты реформалау башлана. Дәреслектәрҙең милләтсел йөкмәткеһе үҙгәртелә. «Ватаныбыҙ Төркиә» урынына «Ватаныбыҙ Кипр (Ҡыпрыҫ)» тип йышыраҡ әйтелә, «төрөктәр» һәм «гректәр (юнандар)» урынына «кипр (ҡыпрыҫ) төрөктәре», «кипр (ҡыпрыҫ) гректәре (юнандары)» йәки бары «кипрҙар (ҡыпрыҫлылар)» тип кенә һөйләй башлайҙар. Милләтсел артығын ебәреүҙәр Кипрҙың (Ҡыпрыҫтың) грек (юнан) яғында ла бөтөрөлә[30].
ТКТР яғында шулай уҡ билдәле университеттәр бар[31]:
- Восточный Средиземноморский Университет|Восточно-средиземноморский Университет(Eastern Mediterranean University);
- Ближневосточный Университет (Near East University);
- Американский Университет Гирне (Girne American University);
- Ближневосточный Технический Университет филиал (Middle East Technical University — N. Cyprus Campus);
- Европейский Университет Лефке (European University of Lefke);
- Международный Университет Кипра (Cyprus International University).
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ТКТЙ Төркиә кеүек үк донъяуи дәүләт.
Башлыса сөнни мосолмандар. Төньяҡ Кипрҙа (Ҡыпрыҫта) Кипр (Ҡыпрыҫ) Нәсрани Сиркәүе, Урыҫ Нәсрани Сиркәүе, Католик Сиркәүе, Англикан Сиркәү, Протестант Сиркәүе бар.
Кипр Нәсрани Сиркәүе ай һайын Изге Георгий Эскоринос храмында ғибәҙәттәр үткәрә [32].
Урыҫ Нәсрани Сиркәүе аҙна һайын Арапкой (Клепини) ауылындағы Мәрйәм Инә сиркәүендә ғибәҙәт ҡыла. Пасха һәм Рождествола Изге Георгий Победоносец храмында Киренияла (Гирне) уҡыналар[33].
Католик Сиркәү Киренияла (Гирне) , Савой отеле янында ғибәҙәттәр үткәрә .
Англикан Сиркәүе Киренияла (Гирне) һәм Фамагуста эш алып бара.
Ҡораллы Көстәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте 3,5 мең кешенән торған Хәүефһеҙлек Көстәре тота.
73 минометы һәм 6 «Милан» ПТРК-һы бар.
Яр буйы һағында 5 һаҡсы катер — 2 төрөк SG45/SG46-һы, 1 «Денкташ», 2 америка Mk 5-е.
ТРТЙ-ның 11 армия корпусы, 14 айырым бронетанк бригадаһы, «Турдик» механикаланған бригадаһы, һәм башҡа подразделениелар бар.
Төрөк атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ Кипрҙа (Ҡыпрыҫта) грек (юнан) һәм төрөк карталарында һәм юл күрһәткестәрендә бер үк урын ике төрлө атала:
- Никосия (Левкосия) — Лефкоша
- Фамагуста (Аммохостос) — Газимағуса (Магуса)
- Кирения — Гирне
- Морфу (город) — Гүзелюрт
- Трикомо - Искеле
- Ризокарпасо — Дипкарпаз
- Кирения тау һырты — Бешпармак тау һырты
- Пентадактилос тауы — Бешпармак-Дағлары
- Дикомо — Дикмен
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.cm.gov.nc.tr/
- ↑ https://www.turksoy.org/en/members/trnc
- ↑ https://www.oic-oci.org/page/?p_id=179&p_ref=60&lan=en
- ↑ http://eco.int/general_content/85362-Observers.html?t=General-content
- ↑ https://www.turkicstates.org/en/gozlemci-ulkeler/XC
- ↑ http://www.stat.gov.ct.tr/assets/pdf/NufusDemo1.pdf
- ↑ 7,0 7,1 http://www.bthk.org/Documents/UNP_2020_.pdf
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993, 434-се бит.
- ↑ Газета Новые Известия: «Греция хочет дружить с Турцией ради объединения Кипра и экономии на армии» 2010 йыл 18 апрель архивланған.. 8 апреля 2010 года.
- ↑ Республика Кипр самопровозглашёна в 1960 году.
- ↑ (инг.) Государственный департамент США. Бюро по европейским и евроазиатским делам. Background Note: Cyprus. 5 апреля 2010 года.С 1974 года Кипр фактически разделён на подконтрольные правительству две трети острова и администрируемую турками-киприотами одну треть. Правительство Республики Кипр продолжает оставаться единственной международно признанной властью; на практике, власть правительства распространяется только на подконтрольные ему территории.Оригинал текст (инг.)
Since 1974, Cyprus has been divided de facto into the government-controlled two-thirds of the island and the Turkish Cypriot-administered one-third. The Government of the Republic of Cyprus has continued to be the only internationally recognized authority; in practice, its authority extends only to the government-controlled area.
- ↑ 12,0 12,1 REGNUM: «Европа, США, Турция и Азербайджан признают „непризнанную“ Турецкую республику Төньяҡного Кипра.». 20 сентября 2006 года.
- ↑ 200 тысяч греков были депортированы в Южный Кипр; 2 тысячи летом 1974 год пропали без вести (по данным Анатолия Хименко). Сильно пострадали и марониты.
- ↑ Бывшие весьма напряжёнными с сентября 1955 года, когда по Стамбулу и Измиру прокатилась волна греческих погромов.
- ↑ На территории, подконтрольной ТРСК
- ↑ 16,0 16,1 16,2 TRNC General Population and Housing Unit Census 2006, TRNC State Planning Organization, updated 7 October 2008
- ↑ В границах муниципалитета
- ↑ Лефкоша — Төньяҡ города Никосия — фактически столица Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте, а собственно Никосия (Лефкосия) — көньяҡ города — столица греческой Республики Кипр
- ↑ В 1992 году независимость ТРСК признали Абхазия и дудаевская (на тот момент) Чечня.
- ↑ Klarer Sieg für die konservative Opposition Tagesschau.de (20.04.2009) (нем.)
- ↑ 21,0 21,1 Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте.
- ↑ Лидеры общин на Кипре заявили о стремлении к объединению острова.
- ↑ Греция обвинила Турцию в срыве переговоров по кипрскому урегулированию.
- ↑ KKTC Telsim.
- ↑ Turkey 'will open up to Cyprus'.
- ↑ VISA Regulations.
- ↑ 27,0 27,1 Феодосийский музей денег. Монеты Северного Кипра.
- ↑ İşadamları Kuzey Kıbrıs’a çıkarma yaptı 2014 йыл 7 октябрь архивланған.
- ↑ KKTC, turizm rakamlarını 10 yılda 2-3’e katladı.
- ↑ Streit um Zyperns Geschichtsbücher (нем.).
- ↑ Kuzey Kıbrıs Türk Cumhuriyeti Üniversiteleri — KKTC Universities
- ↑ Богослужение Кипрской Православной Церкви на Төньяҡном Кипре .
- ↑ [www.russian-culture.org Приход свят. Спиридона Тримифунтского на Төньяҡном Кипре РПЦЗ] .