Рязань өлкәһе
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Рязань өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Рязань | ||||
58-се | |||||
- Барлығы |
39 605 км² | ||||
- Барлығы |
↘1 130 103[1] (2016) 28.53 кеше/км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
173,5[2] млрд. һум (2010) 128,9 мең һум | ||||
Үҙәк | |||||
Үҙәк | |||||
Губернатор |
Олег Иванович Ковалёв | ||||
62 | |||||
RU-RYA | |||||
Мәскәү ваҡыты[d] | |||||
Бүләктәре: |
![]() |
Рязань өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Үҙәк федераль округы составына инә.
Административ үҙәге — Рязань ҡалаһы.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рязань өлкәһе төньяҡта — Владимир өлкәһе, төньяҡ-көнсығышта — Түбәнге Новгород өлкәһе областью, көнсығышта — Мордовия, көньяҡ-көнсығышта — Пенза өлкәһе, көньяҡта — Тамбов һәм Липецк өлкәләре, көнбайышта — Тула өлкәһе, төньяҡ-көнбайышта — Мәскәү өлкәһе менән сиктәш.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рязань өлкәһе 1937 йылдың 26 сентябрендә ойошторолған. Быға тиклем уның территорияһы Мәскәү һәм Воронеж өлкәләре составында була.
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Варфоломеев Дмитрий Фёдорович, (24.09.1918—7.05.1992), хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966—1977 йылдарҙа КПСС‑тың 22‑се съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы, 1977—1988 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (1975), профессор (1981). РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1978). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959) һәм «Почёт Билдәһе»(1966) ордендары кавалеры. Хәҙерге Сасов районы Заболотье ауылынан[3]
- Сапельников Валерий Михайлович (27.05.1939), ғалим-инженер-электроник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2001 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты ның кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). Кадом ҡасабаһынан[4].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы 1 130 103 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 28.53 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 71.58 % (2015).
- Милли состав
Иҫәп алыу йылдары | 1989[5] | 2002[6] | 2010[7] |
---|---|---|---|
Милләтен күрһәткәндәр | 1347753 (100 %) | ▼ 1214693 (100 %) | ▼ 1079695 (100 %) |
Урыҫтар | 1295324 (96,1 %) | ▼ 1161447 (95,6 %) | ▼ 1026919 (95,1 %) |
Украиндар | 15542 (1,1 %) | ▼ 12671 (1,0 %) | ▼ 8894 (0,8 %) |
Мордвалар | 8528 (0,6 %) | ▼ 7252 (0,6 %) | ▼ 5564 (0,5 %) |
Әрмәндәр | 927 (0,1 %) | ▲ 4458 (0,4 %) | ▲ 5549 (0,5 %) |
Татарҙар | 4922 (0,4 %) | ▲ 5569 (0,3 %) | ▼ 4941 (0,5 %) |
Әзербайжандар | 1777 (0,1 %) | ▲ 2939 (0,2 %) | ▲ 3652 (0,3 %) |
Үзбәктәр | 749 (0,1 %) | ▲ 750 (0,1 %) | ▲ 3278 (0,3 %) |
Башҡа милләттәр | 19984 (1,5 %) | ▼ 19607 (1,6 %) | ▲ 20898 (1,9 %) |
Рязань өлкәһендә 1989 йылда — 476, 2002 йылда — 386 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[8].
Административ-территориаль бүленеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2006 йылдан алып өлкә территорияһында 314 муниципаль берәмек, шул иҫәптән 4 ҡала округы, 25 муниципаль район, 31 ҡала биләмәһе һәм 254 ауыл биләмәһе бар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 март 2016. 27 март 2016 тикшерелгән.
- ↑ Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в 1998-2010гг. (рус.) (xls). Росстат.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Варфоломеев Дмитрий Федорович (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сапельников Валерий Михайлович (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года
- ↑ Йосопов Р. М. Башҡорт диаспоралары // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Рязань өлкәһе Викимилектә |
---|---|
![]() |
Рязань өлкәһе Викияңылыҡтарҙа |
![]() |
Рязань өлкәһе Викигид |