Фәтихова Флизә Фоат ҡыҙы
Фәтихова Флизә Фоат ҡыҙы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Яңауыл районы, Ҡарман ауылы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Башҡортостан, Өфө ҡалаһы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
тарих, этнография |
Эшләгән урыны |
Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре кандидаты |
Ғилми исеме |
доцент |
Фәтихова Флизә Фоат ҡыҙы (22 июль 1957 йыл — 2010 йыл) — этнограф-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1994), доцент.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флизә Фоат ҡыҙы Фәтихова (ҡыҙ фамилияһы — Исламова) 1957 йылдың 22 июлендә Башҡорт АССР-ы Яңауыл районы Ҡарман ауылында тыуған.
1979 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай, «Башҡорттарҙа терминдар һәм туғандашлыҡ системаһы» тигән темаға диплом эшен яҙа (етәксеһе Т. М. Ғарипов)[1]. 1979 йылдан СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында белем ала (етәксеһе — Н. В. Бикбулатов).
1980—2003 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының (1991 йылдан — Өфө фәнни үҙәгенең) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Этнография секторында (һуңыраҡ — Этнография һәм антропология бүлегендә) ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1994 йылда Санкт-Петербургта «Традиционные обряды и обычаи башкир, связанные с рождением и смертью» темаһына диссертацияны уңышлы яҡлай һәм тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала[2].
2003—2010 йылдарҙа Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының бөтә донъя тарихы һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты булып эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорттарҙың этнографияһына һәм тарихына арналған. Башҡортостан, Пермь крайы, Свердловск өлкәһе һ.б. 30-ан ашыу этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша, шулай уҡ фәнни һәм фәнни-ғәмәли конференцияларҙа доклад менән сығыш яһай. Өфөләге Археология һәм этнография музейына экспонаттар йыйыу менән шөғөлләнә[2].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбулатов Н. В., Фатыхова Ф. Ф. Cемейный быт башкир. ХIХ-ХХ вв. — М.: Наука, 1991. — 189 с. — ISBN 5-02-010106-0.
- Фатыхова Ф. Ф. Традиционные обряды и обычаи башкир, связанные с рождением и смертью : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.07. — Уфа, 1994. — 185 с.
- Бикбулатов Н. В., Юсупов Р. М., Шитова С. Н., Фатыхова Ф. Ф. Башкиры: Этническая история и традиционная культура. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002. — 248 с. — ISBN 5-88185-031-9.
- Фатыхова Ф. Ф. Традиционные представления башкир о рождении и смерти // Башкирский фольклор. Исследования и материалы. Вып. III. Уфа: Гилем, 1999. С. 107—118.
- Фатыхова Ф. Ф. Полисемантичность образа смерти в эпосе «Урал-батыр» // Башкирский фольклор. Исследования и материалы. Вып. IV. Уфа: Гилем, 2000. С. 284—292.
- Фатыхова Ф. Ф. Этнология народов Урало-Поволжья : учебно-методическое пособие для студентов неисторических факультетов вузов. — Уфа : Восточный ун-т, 2006. — 138 с. ISBN 5-87865-383-4.
- Фатыхова Ф. Ф., Галиева Ф. Г. Обряды, связанные с рождением ребенка // Башкиры / отв. ред. Р. Г. Кузеев, Е. С. Данилко ; Ин-т этнологии и антропологии им. Н. Н. Миклухо-Маклая РАН ; Ин-т этнологических исследований им. Р. Г. Кузеева Уфимского научного центра РАН ; Ин-т истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН. — М. : Наука, 2015. — 662 с. — ISBN 978-5-02-039182-6.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ире — Әхнәф Әмир улы Фәтихов, химик. Улы — Дауыт Әхнәф улы Фәтихов, медик.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мирза Муллағолов. Халҡы өсөн янды йөрәге . «Башҡортостан» : гәзит (26 июль 2012). Дата обращения: 28 май 2018.(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 Красноперова Н. Н., Мигранова Э. В., Хусаинова Г. Р., Шитова С. Н., Якупов Р. И. Светлой памяти дочери янаульской земли Фатыховой Флизы Фаатовны// Городские башкиры: Проблемы сохранения этничности: Материалы X Межрегиональной научно-практической конференции (г. Янаул, 11 мая 2018 г.) / Под ред. А. В. Псянчина. — Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН, 2018. — С. 156-163. — 216 с. — ISBN 978-5-91608-167-1.