Арғымаҡ (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Арғымаҡ (башҡ. Арғымаҡ) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл,  «Дүртөйлө ҡалаһы» ҡала биләмәһе составына инә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVII быуаттың икенсе яртыһынан билдәле.

Ҡаҙан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ ҡорған.

СССР осоронда Арғымаҡ ауылы Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районына инә, 1989 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы составында.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1795 йылда 12 хужалыҡта 62 кеше йәшәгән (мишәрҙәр ҙә иҫәпкә алынған), 1865 йылда 30 хужалыҡта — 172 кеше, 1906 йылда — 381 кеше; 1920 йылда — 474; 1939 — 529; 1959 — 249; 1989 — 399; 2002 — 469; 2010 — 451 кеше.

Халыҡ иҫәбе
2002[1]2009[1]2010[2]2014[3]2015[4]
469486451407396

Ауылдың этник составы алмашынған. 17 быуатта уҡ мишәрҙәр, ерһеҙ ярлы крәҫтиәндәр теркәлгән, һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскәндәр.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ағиҙел буйында, Бүздәк тимер юл станцияһынан 122 км төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан.

Алыҫлығы:[5]

  • яҡындағы (Яңауыл) тимер юл станцияһынан: ? км

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дауахана тыҡрығы
  • Еңеүҙең 40 йыллығы
  • Мария Яҡутова урамы

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге КСК «Арғымаҡ» ат-спорт комплексы , «Ағиҙел» санаторий-профилакторийы.

1917 йылға тиклем Арғымаҡ ауылы халҡы игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1906 йылда икмәк һаҡлағыс магазин билдәләнгән.

Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1890 йылда мәсет төҙөлгән, революциянан һуң ябыла. 1991 йылдан һуң йәнә мәсет асыла.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ағзамов Эдуард Лотфулла улы (тыуған. 1937) — яҙыусы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), яҙыусылар союзы ағзаһы (1993).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Асфандияров А. З., Мударисов Ф. Г. АРГАМАК//