Эстәлеккә күсергә

Атһөйәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Атһөйәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°22′54″ с. ш. 54°56′35″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 837 002

ОКТМО коды

80 624 437 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Атһөйәр (Рәсәй)
Атһөйәр
Атһөйәр
Атһөйәр (Башҡортостан Республикаһы)
Атһөйәр

Атһөйәр (рус. Атсуярово) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 118 кеше[1]. Почта индексы — 452310, ОКАТО коды — 80224837002.

Атһөйәр йылғаһы буйында урынлашҡан был ауылға нигеҙҙе Йәлдәк ырыуы башҡорттары һала. 1718 йылда аҫаба башҡорт Яугилде Таулин, йылына 10 алтын тәңкә түләү шарты менән, Ҡырғыҙ ауылы татары Ҡотло Туҡташевҡа үҙенең ихатаһын, бөтә ерҙәрен (һөрөнтө ерҙәр һәм сабынлыҡтар), бөтә ҡулайламаларын тапшыра. Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә мишәрҙәр 1787 йылда төҙөлгән Килешеү нигеҙендә килеп төпләнә, 1810 йылда Килешеү яңыртыла[2].

1762 йылдағы рәүиз материалдарында был ауылда Вятка губернаһы Алабуға өйәҙе Байлар улусының Ҡалмаш түбәһенең Ҡураҙ ауылынан килгән 20 типтәрҙең төпләнеп йәшәүе теркәлә. Әммә ауылға нигеҙ XVIII быуат башында һалына. Түбәндәге яҙмалар быны раҫлай: 1795 йылда тораҡ пунктында 76 типтәр, 1816 йылда — 56 типтәр һәм 15 мишәр, 1834 йылда — 58 типтәр һәм 24 мишәрҙең йәшәүе теркәлә. 1859 йылда ауылдағы 30 ихатала 146 кеше йәшәй. 1870 йылда — 176 кеше, 1920 йылда 335 мишәр һәм типтәр көн итә[2].

1843 йылда 24 мишәргә 80 бот ужым һәм 72 бот яҙғы иген сәселә. Ауылдағы 26 ихатала 82 кеше йәшәй һәм уларҙың милкендә 172 дисәтинә һөрөнтө ер, 100 дисәтинә сабынлыҡтар, 49 дисәтинә урман була. Ауыл халҡы 19 ат, 32 һыйыр, 50 һарыҡ, 32 кәзә аҫырай. Шулай уҡ 19 умарта тота. Ауылда мәсет эшләй[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 118 58 60 49,2 50,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 12 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һыуыҡҡул): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 110 км